Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Көнкүрешебеҙ социаль именлеккә бәйле
Кеше һәр саҡ ниндәйҙер хәүеф солғанышында йәшәй: ҡыш етһә, киҙеүе, киҫкен респиратор вируслы сирҙәре һағалай, яҙ башынан талпан энцефалитын, сысҡан биҙгәген эләктереү ихтималлығы ҡурҡыта, ә эсәк инфекциялары өсөн йылдың бер миҙгеле лә ҡамасау түгел.

Киҙеү — етди имтихан

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлауҙы күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Евгений Степанов “Комсомольская правда” гәзите редакцияһында үткәрелгән матбуғат конференцияһында халыҡтың һаулығына, именлегенә янаусы күренештәр, фажиғәләр хаҡында иҫкәртеп, уларҙы булдырмау саралары тураһында тәҡдимдәре менән уртаҡлашты.
Тәбиғәт үҙенсәлектәре һөҙөмтәһеме, әллә инде башҡа сәбәптәре бармы, быйыл Рәсәйҙә киҙеү һөжүме ғәҙәттәгенән ғәйрәтлерәк, киҫкенерәк тойола. Белгестәрҙең әйтеүенсә, илдең байтаҡ төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, эпидемик сик үтеп кителгән. Күбеһенсә 13 — 16 йәшлек үҫмерҙәр вирустарға тиҙ бирешә, әле сабыйҙарҙың 65 проценты ауырый. Балалар учреждениеларында, мәктәптәрҙә, дауаханаларҙа карантин иғлан ителде. Евгений Степановтың әйтеүенсә, “сирҙең юғары нөктәһенә еттек, оҙаҡламай хәүеф кәмер” тип иҫәпләргә иртәрәк әле. Киҙеү таралғанға ҡәҙәр ваҡытында иҫкәртеү саралары тураһында уйлау хәйерлерәк булыр ине, әлбиттә. Рәсәйҙә халыҡтың 26,4 проценты прививка яһатһа, Башҡортостанда был күрһәткес — 23,7 процент тирәһе.
— Бер ауырыуҙы дауалауҙың яҡынса 35-40 мең һумға төшөүен иҫәпкә алғанда, вакцинациялауҙың күпкә отошло икәнлеге бәхәсһеҙ. Ғөмүмән, киҙеүҙең таралмауы өсөн халыҡтың 40-50 процентын прививкалау ҙур һөҙөмтә бирер ине, — тине Роспотребнадзор етәксеһе. — Ғинуарҙың өсөнсө аҙнаһында уҡ киҙеү йоҡтороусылар һаны 24 меңдән ашты. Сир билдәләрен һиҙеү менән врач саҡыртып, бөтә кәңәштәрҙе теүәл үтәргә, “батырлыҡ” күрһәтеп, эшкә сығыуҙан тыйылырға кәрәк, — тип кәңәш итте баш санитар врач. “Сиргә бирешмәйем тиһәгеҙ, һарымһаҡ ашағыҙ”, тип тә өҫтәне.

Һаҡлана белмәйбеҙ


Аждаһа йылын эпидемиологик хәл буйынса ыңғай баһаларға мөмкин. Һәр хәлдә күмәкләп ағыуланған, инфекция йоҡторған, халыҡ именлеге өсөн ҙур хәүеф тыуҙырған ваҡиғалар теркәлмәгән. Шулай ҙа аҙыҡ-түлекте дөрөҫ һаҡламау, эшкәртеү ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында сальмонеллез менән сирләү осраҡтары — 21, киҫкен эсәк сирҙәре 36 процентҡа артҡан.
Талпандың үткән йылдарҙағынан әүҙемерәк булыуы ла халыҡҡа ҙур мәшәҡәт тыуҙырған. Ошо бөжәктән тешләнгән 17,5 мең кеше медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткән. Ағыулы талпандарҙың ғәҙәттәгенән ике тапҡырға күберәк булыуы асыҡланған.

Ер, һыу, һауа — уларҙан ҡәҙерле нимә бар?

Былтыр “Роспотребнадзор” тарафынан аҙыҡ-түлек етештереү, йәмәғәт туҡланыуы, сауҙа ойошмаларында лаборатор тикшеренеүҙәр үткәрелгән һәм санитар-химик, микробиологик күрһәткестәр буйынса етешһеҙлектәр асыҡланған. Аҙыҡ-түлектең сифатына дәғүә белдереүселәрҙең ялыуҙары ла яуапһыҙ ҡалмаған. “Элиталы” иҫәпләнгән ресторандарҙың береһендә ашнаҡсыларҙың үҙҙәренең сифатһыҙ аҙыҡтан ағыуланып дауаханаға эләгеүе генә лә башҡа һыймаҫлыҡ хәл бит.
Туризмды ойоштороу сифатын яҡшыртыу, кешеләрҙең ялға хоҡуғын яҡлау буйынса ла Роспотребнадзорға байтаҡ эш башҡарырға тура килгән. “Туризм өлкәһендә хәл бик ҡатмарлы. Халыҡтың хоҡуҡи грамоталылығын күтәреү — тормош талабы”, — тип белдерҙе Евгений Степанов.
Ҡулланыуға яраҡһыҙ 22,5 тонна аҙыҡ-түлектең тартып алынып юҡҡа сығарылыуы, бер яҡтан, бик йәл, әрәм-шәрәм ителгән кеүек тойолһа ла, икенсе яҡтан, күпме бала-саға, оло йәштәгеләр йоғошло ауыр сирҙәрҙән ҡурсаланған! Һауаның таҙалығын тикшереү буйынса алынған 15 мең самаһы проба тирә-яҡ мөхитте бысратыусы матдәләрҙең элгәрге йылдарҙағынан бер ни тиклемгә артыуын күрһәткән. Һулар һауабыҙ айырыуса көкөрт водороды, углерод оксиды, формальдегид, хлор, бензолға “байыған”.
Роспотребнадзор етәксеһенең әйтеүенсә, эсәр һыуҙа патогенлы микроорганизмдар, химик матдәләр сәләмәтлек өсөн хәүефле кимәлдә түгел. Халыҡтың 86,5 проценты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән.
Ергән һыу алыу ҡоролмаһы бына әллә нисә йыл дауамында Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалалары халҡын һәр йәһәттән дә эсәр таҙа һыу менән тәьмин итә. Шуныһы ғәжәп: сифаты һис тә үҙгәрмәй. Ғөмүмән, был осорҙа кешеләрҙең эсәр һыуға бәйле йоғошло сирҙәргә юлығыуы осраҡтары күҙәтелмәгән. Әммә был хәл бөтә ерҙә лә эсәр һыуҙың санитар-химик һәм микробиологик күрһәткестәр буйынса тейешле нормаларға тап килеүен аңлатмай. Тораҡтарҙағы тупраҡ торошо ла төрлө ерҙә төрлөсә. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге тарафынан үткәрелгән лаборатор тикшеренеүҙәр 4235 һынауҙың 13,9 процентының рөхсәт ителгән сик коэффициентынан тайпылыуын күрһәтте. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында тағы ла мөһимерәк, күләмлерәк бурыстарҙы хәл итергә тура киләсәген идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре яҡшы аңлай.

Эш урының уңайлы булһын

Сәнәғәт объекттарында санитария закондары нисек үтәлә? Былтыр 98 хеҙмәткәрҙең профессиональ сиргә һәм ағыуланыуға юлығыуы асыҡланды. Химик матдәләр менән ағыуланыуҙан дүрт кешенең һәләк булыуы — санитария ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау һөҙөмтәһе.
Профессиональ сирҙәрҙең үҫешенә тәү сиратта хеҙмәттең үтә ауырлығы тәьҫир итә, шулай уҡ вибрация, көслө тауыш, еҫ, химик матдәләр, аллергендар ҙа кешелә төрлө сир ҡуҙғытыуға һәләтле. Барыһы ла эш биреүсенең намыҫына, хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, иҫкәртеү сараларын үткәреү буйынса ниндәй күләмдә тырышлыҡ һалыуына бәйләнгән.
Республиканың дөйөм белем биреү усаҡтарында уҡыусыларҙың 90 проценты ҡайнар аш менән тәьмин ителә. Был тәңгәлдә лә һыу һәм әҙерләнгән ризыҡтың сифаты, калорияһы буйынса тейешле нормаларға яуап бирмәүе осраҡтары асыҡланған. Бүлмәләрҙәге микроклимат һәм яҡтылыҡтың торошо, йыһаздарҙың балаларҙың буй-һынына яраҡлылығы буйынса ла дәғүәләр етерлек.
Эпидемия хәүефен иҫкәртеү маҡсатында йоғошло сирҙәр ҡурҡынысы ҙур булған илдәрҙән беҙгә килеүсе һауа судноларын һәм пассажирҙарҙы тикшереү эше лә Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре иңендә. Е. Степановтың әйтеүенсә, был ҡатмарлы эш үҙен аҡлай. Йөктәргә санитар контроль үткәреү, халыҡтың именлеген һаҡлауҙан тыш, хужаларға талапсанлыҡты ла арттыра.

***
Республикабыҙҙа Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған саралар үткәрелә башланы ла инде. Барыбыҙ ҙа үҙенең һәм ғаиләһенең именлеген, һаулығын, кәйефен тирә-яҡ мөхиттең торошо менән бәйләй. Халыҡ өсөн ыңғай шарттар тыуҙырыуҙы үҙенең төп бурысы тип иҫәпләгән Хөкүмәтебеҙ хаҡлы юлда. Һәр беребеҙ үҙенең тәртибе, уйлап эш итеүе, яуаплы аҙымы менән ошо ҙур эшкә бәләкәй, әммә лайыҡлы өлөшөн индерә ала.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә