Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡотҡор йылғаһын Пугачев та кискән
Белорет – майҙаны буйынса республикала иң ҙур район. Тик күптәребеҙ үҙебеҙ йәшәгән Көньяҡ Уралдағы Ямантау, Ар ташы, йәнә Бөрйән районының Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында ғына мәғлүмәтле. Йәл, мәктәптә тыуған төйәгебеҙҙең тәбиғәт һәм тарих ҡомартҡыларын өйрәнеүгә етерлек иғтибар бүленмәй. Ә үҙенең бай, күп төрлө үҫемлектәре, ятҡылыҡтары менән дан тотҡан Елмәрҙәк, Бишитәк (Шатаҡ), Кирәл тауҙары, Рәз ташы, Ҡотҡор йылғаһы нәҡ беҙҙең районда бит. Ҙур булмаған заводтары, рудниктары һәм приискылары менән дә тарихҡа инеп ҡалған урындар бар. Шундайҙарҙың береһе – Ҡотҡор йылғаһы.

Ул Ҡаһармандан Ҡағы яғына киткән юлда ҡала. Әйткәндәй, Ҡаһарман ауылының боронғо атамаһы – Ҡотҡор.
Төбөндә йомро таштары күренеп ятҡан таҙа, теште ҡамаштырырлыҡ һалҡын һыулы йылғаны Иштимер олатайым менән атайым бесәнгә йөрөгәндә миңә күрһәтеп: “Бында беҙҙең заттан Алтынбай бабайҙың утары булған”, – тип һөйләр ине. Атайым яғынан ата-бабам был ерҙәргә Әбйәлил яғынан килеп нигеҙ һалған. Алтынбай олатай ҡартолатайым Дауыттың атаһы Бәҙретдин менән бер туған. Бәләкәй Дауыт етем ҡалғас, Алтынбай ағаһының улын үҙенә тәрбиәгә ала.
Улар дегет ҡайнатыу менән шөғөлләнгән. Ҡотҡор йылғаһы буйын был тирәлә ҡайын ағасы күп булған өсөн һайлағандарҙыр, сөнки дегет ҡайнатыу өсөн һыу һәм туҙ кәрәк. Был кәсеп Алтынбай бабайҙың ғаиләһенә йәшәү сығанағы булған. Өҫтәүенә элек кешеләр дегет менән малдарын да дауалаған. Иң үтемле, кәрәкле тауар етештергәнлектән, Алтынбай бабайҙың эше яҡшы барған. Дегет менән аҙаҡ колхозды ла тәьмин иткән ул. Был төбәктә олатайҙы белмәгән кеше булмаған. Ауыл кешеләре һәм туғандарым һөйләүенсә, Алтынбай утарында һәр саҡ юлсылар туҡтаған. Үҙенә күрә бер туҡталҡа, ҡунағай булған, шуғалыр ҙа ул заманда утар хатта район картаһында ла күрһәтелгән.
Ата-бабам һәм уларҙың көнитмеше тураһында ғаиләбеҙҙең шәжәрәһен төҙөгәндә белдем. Аҙаҡ башҡа сығанаҡтарҙа Ҡотҡор йылғаһына бәйле мәғлүмәттәргә лә юлыҡтым.
Ҡотҡор йылғаһы буйында, Үрге Әүжәндә, тағы ла шул тирәләге ауылдарҙа 1773 – 1775 йылдарҙағы ихтилалға тиклем үк Емельян Пугачев булып киткән. Тимәк, был урындар тарихи шәхестең эҙен һаҡлауы, ҡасандыр нәҡ ошо урында Крәҫтиәндәр һуғышына әҙерлек эше алып барыуы менән ҙур әһәмиәткә эйә. Пугачев ситтән килгән сауҙагәр булып, урындағы етештереү эштәре менән ҡыҙыҡһынып йөрөгән. Тарихтан мәғлүм булыуынса, 1773 йылдың көҙөндә уның көрәштәше Соколов-Хлопуша Пугачев манифесы буйынса туп ҡойоуҙы, аҡса һуғыуҙы ойоштора. Шундай уҡ эш Ҡотҡор буйында ла ҡайнай. Бер үк ваҡытта ҡатнашыу өсөн эшселәрҙән отряд йыялар. Әйткәндәй, урындағы халыҡ телендә һаман да “Пугачев юлы” тигән атама бар.
Ҡотҡор йылғаһы буйында элек бәләкәй генә суйын ҡойоу заводы булған. Ул эшләһен өсөн йылғаны быуғандар, шуға ла ул заманда һыу тәрәнерәк тә, киңерәк тә булған. Шанлы ваҡиғаларҙан һуң быуаттан ашыу ваҡыт үткәс, ошо ерҙә нигеҙ һалынған утар урынының бер мәл һыу аҫтында тороуы ла ихтимал. Е. Пугачев заводта үҙенең ғәскәре өсөн ҡорал ҡойҙортҡан.
Завод булған урында әле лә үлән баҫҡан оҙон соҡор, өйөмдәр күренә. Ҡотҡор яҙын-көҙөн генә тулы һыулы була, әле ул һайыҡҡан. Заводтың бөтөүенә лә ихтилалдан һуң быуаның йырылып, йылғаның һайығыуы сәбәпселер.
Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, Ҡотҡор йылғаһының атамаһы ошо заводта Е. Пугачев менән бергә эшләгән, Салауат Юлаевтың көрәштәше булған бер башҡорттоң исеменән алынған тигән фараз бар. Ләкин урындағы халыҡтың аңлатыуынса, был “ҡотҡар” һүҙе йәки ҡот ҡойоу менән бәйле.
Мәҡәләлә һүҙ барған урындар, кешеләр тураһында, бәлки, кемдәрҙеңдер өҫтәмәләре, төҙәтмәләре булыр. Бәлки, был урындарға бәйле ололарҙың хәтирәләрен, иҫтәлектәрен белеүселәр барҙыр. Улар ҙа үҙҙәрендәге мәғлүмәтте уртаҡлашһа ине.


Автор: Асия ҒИБӘҘУЛЛИНА, БДУ студенты.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә