Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Тарлауыҡты ҡурсалау киң мөмкинлектәр асты”
“Тарлауыҡты ҡурсалау киң мөмкинлектәр асты”“Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы ошо көндәрҙә 15 йыллығын билдәләй. Гәзит уҡыусыларҙы уның тарихы, бөгөнгөһө менән таныштырыу маҡсатында парк директоры Илдус Аллағужин менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
— Илдус Хөрмәт улы, башта парктың нисек ойошторолоуы тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
— 1995 йылда Күгәрсен районы хакимиәте республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына Оло Эйек йылғаһы буйындағы Мораҙым тарлауығына антропоген баҫым яһалыуы, шулай уҡ был тирәлә малсылыҡ фермаларының күпләп урынлашыуы арҡаһында уға ҡурҡыныс янауы өсөн борсолоу белдереп хат яҙғайны. Үҙ сиратында министрлыҡ районға урындағы хәл-торошто тикшереп, һығымта яһар өсөн комиссия ебәрҙе. Белгестәр тарлауыҡ тирәләй йәйелгән 10 гектар майҙанды тикшереп, унда ғилми яҡтан әһәмиәтле спелеологик объекттарҙың булыуын, был ерҙә айырым һаҡлау режимы кәрәклеген билдәләне. Артабан дәүләт комиссияһы ултырышында Мораҙым тарлауығын һәм уның тирә-йүнен ҡурсыуға алыу, фәнни-ғәмәли тикшеренеү алып барыу маҡсатында тәбиғәт паркы ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Парк 23586 гектар майҙанды биләй. Ул Күгәрсен һәм Йылайыр райондары ерҙәрендә урынлашҡан. Бында ҡасандыр Девон диңгеҙенән ҡалған, 100 метр бейеклектә аҫылынып торған эзбиз ҡаялары башлана, улар Кесе Эйек йылғаһына тиклем һәм арыраҡ төньяҡҡа табан дауам итә. Был ҡаялар геологик тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн уңайлы. Бындай тәбиғәт ҡомартҡылары Ер йөҙөндә тағы ла Германиялағы Гарц тауҙарында ғына бар.
Тарлауыҡтағы үҫемлек һәм йәнлектәр донъяһы ла фән өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Нефть ойошмалары урынлаштырған скважиналар уның геологияһын 200 метрҙан да тәрәнерәк ҡатламда өйрәнеү мөмкинлеген бирә һәм донъяуи ғилми әһәмиәткә эйә. Мораҙым тарлауығының спелеологик объекттары ла (бында 46 мәмерйә бар) ҡыҙыҡһыныу уята. Мәмерйәләрҙең оҙонлоғо ун метрҙан ике километрға тиклем етә. Һәр береһе үҙенсәлекле һәм ғәжәйеп. Мәҫәлән, Иҫке Мораҙым мәмерйәһендә ҡыҙыл охра буяуы менән 11 антропоморф йәнлек һүрәте яһалған. Был яңы ғилми асыштар яһау мөмкинлеген бирә.
Яңы Мораҙым мәмерйәһе лә хайран ҡалырлыҡ. Уның һәр залының үҙ исеме бар. Ғилми тикшеренеүселәр һәм туристар был ерҙән өҙөлмәй.
“Боҙ мәмерйә” йыл әйләнәһенә иремәй. Уның ҡалынлығы ярты метрға етә. “Сәсле мәмерйә” түбәһенән сәстәрҙе хәтерләткән үҫемлек тамырҙары аҫылынып тора. “Ҙур лабиринт” мәмерйәһенә тәжрибәле спелеологтар ғына инә ала. Шулай уҡ тау ектәрендә палеолит дәүере кешеләре йәшәгәнлеге асыҡланды. Быларҙың барыһы ла әле өйрәнелә башланы ғына, шунлыҡтан тарихи мәҙәниәт эҙҙәре ҡалған был объекттарҙы һаҡлау — беҙҙең мөҡәддәс бурыс.
— Һуңғы арала Мораҙым тарлауығына туристарҙың иғтибары артыуы, унда республика һәм район кимәлендәге төрлө сараларҙың ойошторолоуы юҡҡа түгел, әлбиттә. Белеүемсә, Күгәрсен районында туризм эшен киң йәйелдерергә тырышалар. Ошо турала бер нисә һүҙ әйтһәгеҙ ине.
— Ысынлап та, тәбиғәт үҙе бүләк иткән бындай хозурлыҡты кешенән йәшереү гонаһ булыр һәм уны дөрөҫ файҙаланырға кәрәк. Рекреация шарттарында тәбиғи ландшафтты, тәбиғәтте һаҡлау һәм экологик балансты тотоу кеүек бурыстар менән бер рәттән беҙҙең алға ял итеүселәр өсөн уңайлыҡ тыуҙырыу мәсьәләһе килеп баҫты. Парктың даны һәм туристар ағымы йылдан-йыл арта. 2010, 2011 йылдарҙа 10 меңдән ашыу кеше килгән булһа, былтыр был һан 12 434-кә барып етте. Был туризм эшенә ныҡлап тотонорға, рекреацион зонаны һәм инфраструктураны киңәйтергә, шул уҡ ваҡытта экологик факторҙар тураһында ла онотмаҫҡа мәжбүр итә. Һөҙөмтәлә көнкүреш өлкәһендә ултырып ял итеү, йылғаға төшөү урындары, туристик һәм экологик һуҡмаҡтар, палаткалар өсөн майҙан, автотуҡталҡалар, сауҙа нөктәләре һәм башҡаһын хәстәрләргә кәрәк. Түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү күләме арта. Килем, әйтәйек, 2008 йылда 700 мең һум тәшкил иткән булһа, былтыр 1 миллион 867 мең һумға етте.
Милли парк ял итеү урыны ғына түгел. Был биләмәлә йәшәгән мышы, ҡуян, ҡабан сусҡаһы кеүек йәнлектәрҙе өҫтәлмә ашатыу майҙандарын булдырабыҙ, улар өсөн тоҙ һәм башҡа аҙығын һатып алабыҙ, мәғлүмәт таҡталары эшләйбеҙ, карта-схемалар төҙөйбөҙ, юлдарҙы таҙартабыҙ, утын әҙерләп ташыйбыҙ. Туристик эшмәкәрлектән килгән килем — Милли паркты өҫтәмә финанслау сығанағы.
Урманды янғындан, ҡоротҡостарҙан һәм сирҙәрҙән, биләмәлә хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың зыянлы эшмәкәрлегенән һаҡлау ҙа беҙҙең өҫтә. Квартал һайын 30-ға яҡын рейд башҡарыла. Былтыр, мәҫәлән, шундай 237 сара үтте.
— Милли парктар, ҡурсаулыҡтар биләмәһендә ял итеүселәрҙең экологик тәрбиә кимәле — көн үҙәгендә торған проблема...
— 2008 йылда экологик тәрбиә бүлеге булдырылғайны. Ул балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр, уҡыусылар, өлкәндәр, паркка килеүселәр араһында әүҙем эш алып бара. “Мин йәшәгән мөхит”, “Шыршы”, “Тағараҡ”, “Экодесант” кеүек конкурстар бик ҡыҙыҡлы үтә. Төрлө әңгәмәләр үткәрелә, район гәзитендә мәҡәләләр даими донъя күрә, башҡа парктар, ҡурсаулыҡтар менән берлектә башҡарылған эштәребеҙ, ойошторолған байрамдарыбыҙ байтаҡ.
— Гәзит уҡыусылар ял итеүселәр өсөн махсус ҡунаҡханалар булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһыныр, моғайын...
— 2009 йылда түләүле хеҙмәттәрҙән килгән аҡсаға ҡунаҡхана төҙөй башлағайныҡ, әле уны тамамлау өсөн тағы 6 миллион һум кәрәк.
— Киләсәккә ниндәй ниәттәрегеҙ бар?
— Беҙҙең алда һыбай туризм, этнотуризм, агротуризм кеүек яңы йүнәлештәрҙе үҙләштереү бурысы тора. Ағас эшкәртеү, тәбиғәтте һаҡлауҙың заманса технологияларын индереү кеүек эшмәкәрлек күп тырышлыҡ талап итмәксе. Шулай итеп, беҙ тотороҡло үҫешкә йүнәлеш алдыҡ.


Автор: Әңгәмәне Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА ҡорҙо.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә