Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » «Ҡышҡы балҡыш»ҡа – алҡыштар
«Ҡышҡы балҡыш»ҡа – алҡыштарҺандуғасҡа ниңә буй-һын?
Нимәгә уға биҙәк?
Таңда бер һайрап ебәрһә –
Мең ҡат өҙөлә үҙәк!
Шағирға ниңә дан кәрәк?
Нимәгә уға титул?
Батшалар ятлап алырлыҡ
Шиғырҙар яҙа бит ул!
Ғафури районының Красноусол мәҙәниәт һарайында «Ҡышҡы балҡыш» тип аталған әҙәби-мәҙәни кисәне ҡарағанда халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ошо шиғыр юлдары иҫкә төштө. Эйе, бар шул ысын ижадсылар! Улар барлыҡ дәрәжәләрҙән, вазифаларҙан, маҡтауҙан өҫтөн. Йөрәк һуты, ябай тел менән яҙғанға күрә, әҫәрҙәрен уҡыусылар үҙ итә, китаптары баҫылыу менән таралып бөтә… Уйлап ҡараһаң, яҙыусы өсөн халыҡ һөйөүен тойоуҙан да олораҡ бәхет юҡтыр.
Танылған шағир, драматург Салауат Әбүзәр һәм йор һүҙле сатирик Венер Исхаҡов тап шул бәхеткә эйә ижадсылар иҫәбенән. Салауат Әбүзәрҙең ҡабатланмаҫ образдарға ҡоролған тәрән мәғәнәле шиғырҙарын күптәр яттан белә. Ә инде «Хыялый» тигән тәүге пьесаһы Башҡортостанда ғына түгел, Ырымбур, Татарстан театрҙарында гөрләп бара. Венер Исхаҡовтың «Таяҡ» тигән юмористик хикәйәләр йыйынтығы – әҙәбиәтебеҙ өсөн ҙур табыш. Ябай ғына күренештәрҙе шул тиклем оҫта һүрәтләүе, етешһеҙлектәрҙән әсе көлә белеүе, халыҡсан тел менән яҙыуы аша тиҙ арала уҡыусылар һөйөүен яуланы ул. Ҡайһы берәүҙәрҙең том-том әҫәре кәштәлә ятҡанда, уларҙың китаптарын көндөҙ шәм яҡтыртып та тапмаҫһың.
Был көндә мәҙәниәт һарайына халыҡ эркелеп килгәйне. Кисәнең исеме лә үҙенсәлекле бит: «Ҡышҡы балҡыш». Һалҡын көндә кешеләрҙе үҙенең йөрәк балҡышы менән йылытырға кем ашҡынған тиһегеҙме? Әлбиттә, Салауат һәм Венер атлы ҡәләм оҫталары.
«Ҡышҡы балҡыш»ҡа – алҡыштарҮҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, хәҙер совет осоро түгел. Бер кем дә берәүҙе лә бойороҡ менән тамашаға йыймай, килеү-килмәү һәр ҡайһыбыҙҙың үҙ ихтыярында. Шуғалыр ҙа йыш ҡына ҡайһы бер билдәле шәхестәрҙең ижад кисәһендә халыҡтың аҙ булыуын күрәбеҙ. Ә инде был тамашаға кешенең күпләп йыйылыуы һөйөндөрҙө. Район үҙәгенән генә түгел, башҡа ауылдарҙан да олоһо ла, кесеһе лә килеп еткән. Шулай булмай ни! Күберәк телевизор, гәзит биттәре аша ғына күргән әҙиптәр менән яҡындан осрашыуҙан кем баш тартһын инде? Ҙур мәҙәниәт һарайында ултырырлыҡ урын ҡалмағас, баҫып булһа ла ҡарарға риза ине бүтәндәр.
Салауат Әбүзәрҙең илебеҙҙең бөгөнгө хәле, ябай кешенең ошо турала уйланыуҙары хаҡындағы шиғырҙарын һәммәһе лә йотлоғоп тыңланы, уның һәр сығышы дәррәү алҡыштарға күмелде.
Шағирҙың ижады тураһында артыҡ һүҙ сурытмай, уның «Этлек» шиғырынан өҙөк килтереү ҙә етә. Был юлдар Михаил Булгаковтың «Эт йөрәге» әҫәренә эйәреп яҙылған.
«Илебеҙҙә барған
сәйәсәттең
Айышына яйлап төшөнәм:
Һин, Булгаков, этте кеше
итһәң,
Эт яһайҙар хәҙер кешенән…»
«Илем өсөн йәнем фиҙа», «халҡым тип үтә ғүмерем» кеүек лозунг шиғырҙар солғап алды әҙәбиәтебеҙҙе. Шул уҡ ваҡытта бер кемгә лә яраҡлашмау, тура һүҙ әйтеүҙән тартынмау – Салауат Әбүзәр ижадының төп үҙенсәлеге.
— Тағы ла ошо шиғырҙарын уҡыһын әле, – тип үтенесен белдерҙе тамашасыларҙың береһе.
— Булгаков был шиғырҙы ишетһә, ҡәберенән һикереп торор! – Янымда ултырған оло йәштәге тамашасы был һүҙҙәрҙе әйтмәйенсә түҙә алманы, ахырыһы.
«Ҡышҡы балҡыш»ҡа – алҡыштарӘ инде Салауат Әбүзәрҙең «Әсир» пьесаһы буйынса Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары ҡуйған өҙөк күптәрҙең күҙенә йәш төйөлдөрҙө.
Сәхнәгә Венер Исхаҡов сыҡҡас, бөтәһе лә ихлас көлөп ебәрҙе. Уның геройҙары күктән төшмәгән, беҙҙең арала йәшәй. Бәлки, ошо тамашасылар араһында ла барҙыр. Һәр кемгә үҙе тураһында ишетеү ҡыҙыҡ бит.
«Бер саҡ танышымды осраттым, – тип һөйләй көлкө оҫтаһы. – «Бына улым мәктәпте тамамлай, шуға 100 мең һум кредит алырға кәрәк», – тигән була. «Сығарылыш кисәһенә шул тиклем кәрәкме ни?» – тип һорайым. «Юҡсы. Бынау ЕГЭ тигәндәрен шунһыҙ биреп булмай тиҙәр ҙәһә…» Ана шулай көлкөлө хәл-ваҡиғалар үҙе эҙләп таба авторҙы.
Фәһемле һәм йөкмәткеле сығыштарға бай булды «Ҡышҡы балҡыш». Ә инде Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшиндың, виртуоз-ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың сәхнәгә сығыуы сараға йәм өҫтәне. Район мәҙәниәт һарайы артистары һәм Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусыларының сығыштары ла көслө алҡыштарға күмелде.
Ғафури районы хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровтың талантлы яҡташтарын сәхнәлә ихлас сәләмләүе, ул ғына түгел, кисәнең башынан алып аҙағынаса ултырыуы ла үҙе бер мәртәбә ине. Быны етәксенең әҙәбиәткә һәм мәҙәниәткә һөйөү билдәһе тип ҡабул итергә кәрәк.
Салауат Әбүзәрҙең һәм Венер Исхаҡовтың ауылдаштары, ижадын үҙ итеүселәр йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә ашыҡты. Шул хәтлем ихлас үткән әҙәби-музыкаль кисәләрҙе райондарҙа ғына түгел, баш ҡалабыҙҙа ла күргән юҡ ине. Быны мин сикһеҙ халыҡ һөйөүенең сағыу миҫалы тип әйтер инем.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
Ғафури районы.


P.S. Производство перчаток в Уфе. Доставка от одной упаковки по городу Уфа бесплатно!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


  1. alina
    alina от 04.12.2012, 13:54
    Бындай осрашыу Уфала ла уткэрелхэ, калай шэп булыр ине. Хеззен эсэрзэрегеззе газетала укып барабыз. Хезгэ хаулык-сэлэмэтлек телэйем!!!

  2. Газиз
    Газиз от 04.12.2012, 14:28
    Салауат - ысын ижадсы!

  3. asat
    asat от 15.01.2013, 22:53
    Красноусолдағы кисәгеҙ бик оҡшаны. Венер Исхаҡовтың юморескалары, Салауат Әбүзәрҙең шиғырҙары тәрән мәғәнәле. Рәхәтләнеп ял итеп ҡайттыҡ. Молодец, яҡташтар! Шундай райондаштарыбыҙ булыу менән ғорурланабыҙ. Уңыштар һеҙгә! Ошондай сараны Өфөлә лә үткәреп булмаймы икән? Кисә Өфөләге кисәләрҙән дә юғары кимәлдә үтте.

Комментарий өҫтәргә