Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Атай-әсәй наҙы ғына етмәй...
Атай-әсәй наҙы ғына етмәй...Был балалар — “йәшел йылан” ҡорбаны

Бында бер генә бала ла үҙ теләге менән килмәй. Хатта өҫтө бөтөн, тамағы туҡ, ә тәрбиәселәрҙең барыһы ла алсаҡ йөҙлө булғанда ла. Ни тиһәң дә, Ер йөҙөндә әлегә ата-әсә наҙын, йылыһын алмаштырырлыҡ көс табылмаған. Шуға күрәлер, Бөрйән районының Ҡурғашлы ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютҡа аяҡ баҫҡанда, күңелде ниндәйҙер әйтеп аңлатып булмаҫлыҡ моңһоулыҡ биләп ала...

Хужаһыҙ бесәйҙәр, эттәр өсөн приюттар барлығын беләбеҙ. Уны мәрхәмәтле кешеләр ойоштора. Ә бына ғүмер юлына яңы аяҡ баҫҡан бала көндәрен приютта үткәрергә тейешме ни?! Юҡ, әлбиттә. Әммә ни эшләйһең, аяуһыҙ яҙмыш уларҙы һис йәлләп тормаған. Кемдәрҙер бында ғаиләһенең төрлө бәлә-ҡазаға юлығыуы сәбәпле эләкһә, икенселәренең атай-әсәйҙәренә араҡы шешәһе ғәзиз сабыйынан яҡыныраҡ булып сыҡҡан. Ундайҙарҙың күпселекте тәшкил итеүе бигерәк тә аяныслы.
Беҙ барғанда бында 13 бала тәрбиәләнә ине. Атай-әсәйҙәре үҙ хоҡуҡтарынан мәхрүм ителеүе арҡаһында эләккәндәр күпселекте тәшкил итә. Торорға урындары булмағанлыҡтан, ваҡытлыса йәшәүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, янғын сығып йортһоҙ ҡалған ике ғаилә лә бында көн итә, йәшәргә урыны бөтөнләй булмаған бала ла бар. Приют директоры Әлиә Ғазина (һүрәттә) әйтеүенсә, опека органдарына мөрәжәғәт иткәндән һуң, ундайҙар 14 йәше тулыу менән торлаҡҡа сиратҡа ҡуйыла. Әммә иң аяныслыһы шул: бында үкһеҙ етем бер генә сабый ҙа юҡ.
Атай-әсәй наҙы ғына етмәй...Оҙаҡҡа килгәнме һуң был балалар? Баҡтиһәң, элегерәк йыл ярым осорға тиклем бында тәрбиәләнеү хоҡуғына эйә булһалар, хәҙер иһә тормоштары яйға һалынғансы йәшәйҙәр. Опекун тапҡансы, йортло булғансы, йә ҡайҙалыр урынлаштырғансы ошонда көн итәләр. Әгәр ҙә атай-әсәйҙәре хоҡуҡтарынан мәхрүм ителеп, яҡын туғандары тәрбиәгә алырға теләмәһә, бер генә юл ҡала – сабый балалар йортона оҙатыла. Әммә приют хеҙмәткәрҙәре тәүҙә ентекләп уларҙың туғандарын эҙләй. Үкенескә ҡаршы, туғандарына кәрәкмәгәндәр ҙә бар. Шуға ла былтыр ғына биш бала Сермән ауылындағы балалар йортона, икәүһе Йылайырҙағы коррекцион мәктәпкә оҙатылған. Ике сабый тәрбиәгә алынған.
Шуныһы аяныслы: баланы алып, бер аҙҙан кире ҡайтарыусылар ҙа юҡ түгел. Ошо хәл бигерәк әсендерә Әлиә Зиннур ҡыҙын. Балалар йортона оҙатылғандары – тап ошо опекундар тарафынан кире ҡайтарылған сабыйҙар. “Баланы ҡарауға алғанда, күптәр уны тәрбиәләү еңел булыр тип уйлап хаталана. Беҙ аңлатырға тырышабыҙ ҙа, тик төшөнөп етмәгәндәр ҙә була шул. Бер алып, оҡшамаһа, кире ҡайтарырға ул бит әйбер түгел, шуны аңлаһындар ине”, – тип көрһөнә етәксе.
Приюттың тәьмин ителеше ниндәй кимәлдә? Директор әйтеүенсә, уларҙы ҡарайҙар, ашаталар, кейендерәләр – бөтә шарттар ҙа булдырылған. Бер бүлмәлә өс бала көн итә. Араларында оҙаҡҡа төпләнгәндәр ҙә бар. Мәҫәлән, бер ғаиләнең һаман да статусы асыҡланмаған, уларҙың бында көн итеүенә — биш йылдан ашыу. Иң өлкәне инде 18 йәшен билдәләп өлгөргән.
Әлбиттә, ауыл халҡы, бигерәк тә өлкәндәр иғтибарһыҙ ҡалдырмай был сабыйҙарҙы. Аҡсалата ла, кейем-һалым менән дә – төрлөсә ярҙам итергә теләүселәр табылып тора. Был аҡсаға мәктәп кәрәк-ярағы алырға тырышалар, ни тиһәң дә, уларға ихтыяж һәр ваҡыт ҙур. Балалар шифаханаларҙа, йәйге лагерҙарҙа ял итеп ҡайта. Һәр береһе тиерлек яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Шуға ла аҙна һайын төрлө ярыш һәм конкурстар ойоштороп торалар. Әүҙемдәр етерлек. Мәҫәлән, Земфира Ҡолдәүләтова еңел атлетика, саңғы ярыштарында йыш сығыш яһаған. Хәҙер ул Сибай педагогия колледжы студенткаһы инде. Динар Заманов иһә йүгереү буйынса республика бәйгеһендә ҡатнашып, Мәскәүҙә ял итеп ҡайтҡан. Бөгөн һөнәрселек училищеһында белем ала икән.
Күңелле йәшәйҙәр бында. Һәр аҙна тиерлек дискотека үтә, үҙҙәренең музыкаль үҙәге лә бар. “Байназарҙағы (күрше ауыл) бер “төҫлө музыка”ға күҙем төшөп ҡайтты әле, ике мең ярым һум ғына тора, аҡса йыйып, балаларға шуны һатып алырға кәрәк тип торам”, – тип йылмая Әлиә Зиннур ҡыҙы.
Әлбиттә, “төҫлө музыка”ға ғына ҡытлыҡ кисерһәләр, бик яҡшы булыр ине. Уларға тәғәйенләнгән машина – “УАЗ”ик икенсе ҡартлығын кисерә. Бында “ГАЗель” микроавтобусы тураһында хыялланалар. Балаларҙы тәбиғәткә алып сығыу, бергәләшеп сәйәхәт итеү өсөн бигерәк уңайлы булыр ине. Мәҫәлән, райондың үҙендәге данлы Шүлгәнде күреп ҡайтыу ҙа бөгөн проблема. Берәүҙәрен алып сыҡҡанда ла, башҡалары мөлдөрәп ҡала – урын юҡ, ни эшләйһең. Бер нисә рейс яһар инең, яҡын ара түгел...
Шулай уҡ телевизорҙарының да өс кенә канал күрһәтеүе күҙгә ташланды. Элегерәк был бөтөн район халҡына хас күренеш ине. Хәҙер күптәр юлдаш “тәрилкәһе”, IP-телевидение тоташтырҙы. Баҡтиһәң, был балалар һаман да ошондай уңайлыҡтан мәхрүм.
– Бында бөтәһенең дә ата-әсәһе иҫән-һау балалар йыйылған. Уларҙың һанын кәметеү мөмкин түгелме? – тип һораныҡ директорҙан. Баҡтиһәң, февралдә 17 бала тәрбиәләнгән булған. Дүрт бала әсәһенә кире ҡайтарылған, быға тиклем уныһы эсеп, өйөнә ҡайтмай йөрөгән. Әлеге мәлдә эскелектән дауаланып, йорт алып, әҙәмсә йәшәргә ҡарар иткән. Ләкин урам буйында эсеп йөрөгәндәр һаман да быуа быуырлыҡ, ундайҙарҙың балалары ҡайҙа барһын, әлбиттә, бында киләсәк.
– Эш буйынса район үҙәгенә барғанда күҙгә ташлана: балалары беҙҙә, ә улар урам буйында йә кафела һыра һемереп ултыра. Уңайһыҙланыу ҙа юҡ хатта. Ата-әсәле етемдәрҙе кәметеү өсөн ғаиләнең имен булыуы мотлаҡ. Шуға ла иң тәүҙә эскелекте бөтөрөргә кәрәк. Юғиһә ошондай хәл дауам итәсәк. Балаларҙы ғаиләләренә ҡайтарып ҡарағаныбыҙ булды, әммә ике-өс ай ҙа үтмәй, улар кире килә. Бына бөгөн дә бер ғаиләнән дүрт баланы килтерергә тейештәр, атаһы менән әсәһе әллә нисә ай буйы эскелек һаҙлығынан сыға алмай икән... – Әлиә Зиннур ҡыҙының күҙҙәрендә моңһоулыҡ сағылып ҡалды.
Ҡурғашлы ауылындағы был балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют 2001 йылдан эшләй. Ошо дәүер эсендә 97 бала тәрбиәләнеп оло тормош юлына аяҡ баҫҡан. Араларында хәҙер башлы-күҙле булғандары ла бар. Әммә үҙе ошо мөхиттә тәрбиәләнеп, бер аҙҙан балаһын бында ҡалдырып киткәне лә табылған. Үҙенә әсәй булһаҡ, балаһына беҙ өләсәй инде, тиҙәр тәрбиәселәр был хәл тураһында.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә