Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмер заяға үтмәне
Ауылдан алыҫ түгел яланда ҡыҙыу өмә бара. Ирҙәр бесән саба, ҡатын-ҡыҙ күбә һала, малай-шалай уларҙы фурмандарға тейәп кәбәнгә тарттыра. Ҡояш арыу ғына ҡыҙҙыра. Ашнаҡсылар ҡаҙан тирәләй мәж килә. Егеттәр бер кәбәнде һалып, ел осормаһын өсөн баҫырмалар ҡуйып төштө, “ай-һай, ҙур ҙа булған икән” тиешеп, эштән ҡәнәғәтлек белдерҙе.
Ашнаҡсылар аш бүлеп, һимеҙ һарыҡ ите өлөштәрен таратып тора. Мәһүбә инәйҙең икмәге бик уңған. Тамаҡ ялғап, ҡымыҙ эсеп алғас, халыҡ өйәңке күләгәһенә ял итергә йыйылды. Колхоздың партия ойошмаһы етәксеһе Ҡотләхмәт Абдуллин район хәлдәре менән таныштырып алды. Көтмәгәндә килеп сыҡҡан һыбайлы уға хат тотторғас, өлкәндәрҙең йөҙө етдиләнеп, үҙгәреп китте.
Уйын-көлкө лә, эш ҡайғыһы ла бөттө. Германия беҙҙең илгә ҡаршы һуғыш башлаған тәүге көн шулай хәтерҙә ҡалған.
Кис урамда тәрән тынлыҡ. Көн дә һуғышҡа әзмәүерҙәй ирҙәр китә, ауылды ҡара ҡайғы баҫты. Көндәрҙең береһендә Хәбибрахман Ғирфанов ағай ҙа һуғышҡа алынды. Иң өлкән улы Сафуан — тыумыштан ғәрип, телһеҙ-һаңғырау, ҡыҙы Рәхимәгә — 16 йәш, йәнә туғыҙ һәм 14 йәшлек ике улы бар. Камилаға алты йәш тә тулмаған, кесеһе Түләк өсөнсө генә йәштә.
Һүҙем Ғирфановтарҙың тап ошо кинйә улдары хаҡында ла инде. Ул Ватан һуғышы осороноң бар ауырлығын иңендә татый. 1943 йылдың авгусында атаһының фронтта һәләк булыуы тураһында хәбәр килә, оло ғаиләнең йәшәйешен, көнкүрешен күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Бибиғәмбәр инәй балаларын кесе йәштән яҡшы тәрбиәләй. Түләк Сәтәй-Бөрйәндә IV класты тамамлағас, Әлшәй районының Балғажы ауылында уҡыуын дауам итә. Дим йылғаһын яҙлы-көҙлө кисеп сығырға тура килә. Ҡышҡы бурандарҙа бәкәлдән көрт ярып йөрөүе лә еңел булмағандыр. Артабан уҡыуын Никифар ауылы мәктәбендә дауам итә һәм уны яҡшы билдәләргә генә тамамлай.
Егеткә армия сафында дүрт йыл хеҙмәт итергә тура килә. Аҙаҡ “Миәкә” совхозында — элемтәсе, Илсеғол мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1960 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Белемгә һыуһаған Түләк лекцияларҙы йотлоғоп тыңлай, йәмәғәт эштәрендә ихлас ҡатнаша. Стена гәзитенә мәҡәләләр яҙа. Тырыш егетте университетта эшләргә ҡалдыралар.
Буш ваҡытында сит телдәрҙе өйрәнеү менән мауыға. Ғәрәп, фарсы телдәре менән ҡыҙыҡһына, бер минутын да бушҡа әрәм итмәй. Дәртләнеп эшләп йөрөгәндә әсәһенең ҡаты ауырыуы тураһында хәбәр ала. Тиҙ генә йыйынып ҡайтып төшә. Әсәһе вафат булғас, баш ҡаланы ҡалдырып, Ҡырғыҙ-Миәкәгә ҡайта, Сафар урта мәктәбендә директор булып эш башлай. Районда мәғариф бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнгәс тә, ауылдарҙа уҡыу-уҡытыу эшен яйға һалыуға, яңы мәктәптәрҙе белемле уҡытыусылар менән тулыландырыуға дәррәү тотона, райондың “Октябрь” гәзитендә йыш ҡына сығыш яһай.
Уның ижади һәләтен күреп, етәкселәр район гәзитенә мөхәррир итеп тәғәйенләй. Түләк ижади эшкә сума, республика гәзит-журналдарында шиғыр һәм хикәйәләрен баҫтыра. “Яралы хаттар” тигән тәүге китабы донъя күрә. “Октябрь” гәзитен йөкмәткеле, уҡымлы итеү өсөн бар тырышлығын һала. Бергә эшләгән өс хеҙмәткәренә ситтән тороп уҡырға ярҙам итә. Йәнә биш ауыл хәбәрсеһен, юллама биреп, Ҡазан дәүләт университетына уҡырға оҙата. Тиҫтә йылдан ашыу партияның Миәкә район комитетында бүлек мөдире вазифаһында эшләгәндә лә, Түләк Хәбибрахман улы ҡәләмен ташламай. Бик һирәк эләккән ял сәғәттәрендә ижад иткән очерктары, хикәйәләре республика баҫмаларында донъя күреп тора.
Ошо йылдарҙа районыбыҙҙан сыҡҡан күренекле шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы, ижады менән ҡыҙыҡһына. Мәғрифәтсенең тыуыуына 150 йыл тулыуға әҙерлек барышында Түләк Ғирфанов ғалимдар Рәшит Шәкүр, Әхәт Вилданов менән бергәләшеп эшләй. Туҡһанбайҙа Аҡмулланың йорт-музейын төҙөү, аҙағыраҡ Аҡмулла премияһын булдырыу ҙа тынғыһыҙ яҡташыбыҙ ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Түләк Ғирфановтың китаптары тарихта ҡалырлыҡ иҫтәлектәргә бай.
“Миәкә” совхозын икегә бүлеп “Ҡаран” хужалығын барлыҡҡа килтергәс, Түләк Хәбибрахман улы ҙур теләк менән Ҡаран ауыл Советын етәкләй.
Түләктең эсен бошорған бер мәсьәлә ашыҡтырыуҙы талап итә. Емерелеп килгән мәктәпте тергеҙеү уйы менән район етәкселәренә мөрәжәғәт итә. “Ҡаран” совхозы директоры Хәйҙәр Мусин менән кәңәшләшкәс, элекке Киров исемендәге колхоздың кәнсәһе урынына туҡталалар. Биләмә иркен, өҫтәүенә ауыл уртаһында.
Түләк Ғирфанов яңы проект төҙөргә тотона, төрлөсә һыҙып ҡарай. Бер ҡатлы итһәң, майҙанды күп ала. Ике ҡатлы булһа, музейға ла урын табыласаҡ. Проектын әҙерләп бөткәс тә Өфөгә юллана... Мәктәп файҙаланыуға тапшырылғас, халыҡтың һорауы буйынса Түләк Ғирфановты директор вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем ул шунда эшләне. Әммә яҡташыбыҙ ял итеп, ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел: һәр саҡ халыҡ араһында, йәмәғәт эшендә. 2008 йылда уның М. Аҡмулла исемендәге премияға лайыҡ булыуына барыбыҙ ҙа шатландыҡ.
Замандашыбыҙ тормош иптәше Венера менән матур итеп донъя көтә. Бер ҡыҙ, бер ул үҫтереп аяҡҡа баҫтырҙылар. Бәхетле олатай менән өләсәй — ейәндәренә оло терәк тә, таяныс та.
Фәнир РАФИҠОВ.
Миәкә районы,
Сәтәй-Бөрйән ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20