Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дуҫлыҡ, дуҫлыҡ...
Дуҫлыҡ хаҡында халҡым ниндәй генә һығымталар яһамаған!

“Дуҫ — дуҫтың көҙгөһө”. Ысынлап та, әгәр дуҫың ышаныслы икән, ул, һис шикһеҙ, көҙгө кеүек һинең кәйефеңде сағылдыра. Һиңә һөйөнөс килгән икән, уға ла күңелле, ҡайғыға юлыҡһаң, уның да йөрәге әрней. Улай ғына ла түгел, дуҫ — был йәһәттән уртаҡ фекерҙәш тә. Ошондай осраҡта дуҫлыҡ ныҡлы, бер-береһенә таяныс кешеләр берҙәм була. “Дуҫ булһаң, дуҫ ҡәҙерен онотма”, “Дуҫы ныҡты яу алмай”, “Дуҫтың дуҫ икәне бәлә килгәндә беленер” кеүек мәҡәлдәр ҙә тап юғарыла әйтелгәндәрҙе нығыта.
Тик халыҡ дуҫлыҡ бар ерҙә дошман барлығын да иҫкәртмәй ҡалмай. Ә инде ысын дуҫ тип йөрөгән кешең аҫтыртын дошман булып сыҡһа, был — иң хәтәре! Шуға ла “Боҙолошҡан дуҫ дошмандан да яман” тигән аҡыл эйәләре. “Дошмандан илең һаҡла, дуҫыңдан серең һаҡла”, “Дошманыңды танырға тырыш — дуҫ кейемендә булмаһын”, “Дуҫың тип серең һөйләмә, дуҫыңдың да ысын дуҫы булыр, ул да һөйләр дуҫына”, “Ысын дуҫ артыңда маҡтар”, “Ялған дуҫ ялағай булыр” кеүек мәҡәлдәр ҙә ысын дуҫты ялған дуҫтан айырырға өйрәтә.
Эс серҙәрен бушатырҙай ысын дуҫ күп булмай. Ундай дуҫты табыу һынауҙар аша үтә. Дуҫтың иң яманы — ике йөҙлө булыуы. “Ике йөҙлө дуҫтан дошман яҡшы”, тип киҫәтә был турала халыҡ мәҡәле. Аҡһаҡалдар, дуҫыңа баш булма, иш бул, ти. Утты-һыуҙы кискән, күпте күргән оло быуын кешеләренең һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк, сөнки уларҙа халыҡ аҡылы ята. Дуҫ булғас, уның ҡәҙерен дә белеү мөһим, әммә халыҡ әйткәнсә: “Ысын дуҫ көлгәндә түгел, ә бөлгәндә беленә”.
Заман башҡа — заң башҡа, тиҙәр. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренә дуҫлыҡҡа аҡсалы кешеләрҙе генә “һайлай”. Тимәк, аҡсаң күп булһа, имеш, дуҫтарың да күп булыр. Был хаҡта халыҡ бик үткер итеп: “Кеҫәң ҡалын булһа, дуҫтар табыла”, — тигән. Ләкин аҡсаға ғына ҡоролған дуҫлыҡты ысын дуҫлыҡ тип әйтергә телем әйләнмәй. Был осраҡта аҡса бөтһә, “дуҫлыҡ” та селпәрәмә киләсәге көн кеүек асыҡ. Донъяла үҙенең ысын дуҫын ғүмере буйы таба алмаған яңғыҙ кешеләрҙең булыуы ла ғәжәп түгел. Уларҙың тормош рәүеше, моғайын, “Кешенең иң ышаныслы һәм тоғро дуҫы — ул үҙе” тигән әйтемгә ҡайтып ҡалалыр.
Дуҫ — ул һинең шатлығыңды уртаҡлашыусы, ҡайғыңды таратыусы, йыуатыусы, күңелеңә иң яҡын кешең. Дуҫтарҙың ҡараштары тап килеүе — оло ҡыуаныс. Береһе — бер, икенсеһе икенсе төрлө һүҙ һөйләгәндәр тиҙ хушлаша. Дуҫлыҡҡа тап төшмәһен өсөн һәр саҡ үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлай белергә кәрәк. “Дуҫҡа баш булмайҙар, тиң булалар”, тип өйрәтә халыҡ аҡылы. Дуҫыңа вәғәҙә биргәнһең икән — мотлаҡ үтәргә тейешһең. “Алдаҡсы дуҫың булғансы, ғәҙел дошманың булһын”, ти ошо хаҡта халыҡ мәҡәле.
Иң насары — көнләшеү. Дуҫыңдың уңышына, байлығына көнләшеү йүнһеҙлек, күңел боҙоҡлоғо хаҡында һөйләй, киреһенсә, уның һөйөнөстәренә һөйөнөп, бер ғаилә кеүек йәшәргә кәрәк. Ошо хаҡта халҡымдың мәңге йәшәр мәҡәлдәренең береһе шулай ти: “Дуҫҡа дуҫ бул, йөк булма”. Дуҫлыҡ — иң изге, йылы мөнәсәбәтте аңлатыусы төшөнсә. Мәҫәлән, “Кеше — дуҫы менән, ҡар бөртөктәре менән көслө”, тиҙәр. Донъяла кеше бер үҙе генә бөтә ауырлыҡты еңә алмай, уға һәр саҡ дуҫтар кәрәк. Дуҫлыҡ һынауы ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, бергә булырға, күҙгә ҡарап бер-береңә дөрөҫлөктө әйтергә өйрәтә.
“Дуҫ күҙеңә ҡарап әйтер, дошман артыңдан ғәйбәт һатыр”, ти халҡыбыҙ. “Дуҫ илатып өйрәтер, дошман көлдөрөп көйрәтер”, тип тә әйтәләр. Кем һине саманан тыш маҡтай — ундай дуҫтың булмауы хәйерлерәк, быны боронғоларҙың “Дуҫ битлеген кейгән дошман хәтәр” тигән мәҡәле дәлилләй.
Ысын дуҫлыҡты ауыр саҡта беләһең. Иң ҡәҙерле дуҫ тип һанаған кешең һине ҡайғылы мәлдә ташлап китһә, был дуҫлыҡ түгел инде. Ҡыйын саҡта ысын дуҫлыҡтың һыналыуы хаҡында “Өйөңдөң өй икәнен — ҡыш төшкәндән, дуҫыңдың дуҫ икәнлеген эш төшкәндән һуң белерһең” тигән мәҡәл бар. Дуҫ тип йөрөгәнең юлыңа соҡор ҡаҙып ҡуйһа, дуҫлыҡ тураһында һүҙ ҙә йөрөтөү мөмкин түгел. “Йылан менән дуҫ булһаң, ағыуланырһың”, тигән был турала халыҡ.
Яңы дуҫтарың күп булһа ла, иҫке дуҫтар ҡәҙерлерәк, яҡыныраҡ, сөнки улар менән һин һыуҙы ла, утты ла кискәнһең. Тимәк, “Кейемеңдең яңыһын маҡта, дуҫтың иҫкеһен маҡта”, йә иһә “Бер иҫке дуҫ ике яңы дуҫтан яҡшы”. Дуҫһыҙ йәшәү — йәшәү түгелдер. Дуҫлыҡ юлы өҙөлмәһен өсөн кеше бер-береһенә ышанырға, иғтибарлы булырға, ярҙамлашырға тейеш. Гел бергәләшеп йәшәү кәрәк, сөнки берлектә — көс.
Марат МОРАТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә