Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәш быуынға таянайыҡ
Йәш быуынға таянайыҡФирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор:

— Ҙур тиҙлек менән алға барған заман мәғариф өлкәһенә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Уҡыусы һәр яңылыҡ, асыш хаҡында ваҡытында тулы мәғлүмәт алып, киләсәккә аныҡ маҡсатлы булып үҫһен өсөн тотош белем биреү системаһының алғы сафта барыуы зарур. Тармаҡта үҙгәртеп ҡороу тап ошо маҡсатта башҡарыла.
Ошондай үҫеш заманында һәр предметҡа төбәк компонентын индереү ифрат отошло булыр ине. Мәҫәлән, математика дәресендә борон ата-бабаның ниндәй үлсәү берәмектәрен файҙаланғанын белеү бала өсөн ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә бит.
Хәҙерге уҡыусыға үҫеш өсөн мөмкинлек киң: заманса техник һәм электрон саралар ярҙамында асыштарҙы ғына түгел, тарихты ла ныҡлы өйрәнә ала. Мәҫәлән, “Башҡорт халыҡ тарихы”н яҙғанда йыйылған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, әле халҡыбыҙ тураһында асылмаған сер бихисап. Уларҙы йыйыу, әйләнешкә индереү өсөн бер нисә быуындың тырышып хеҙмәт итеүе кәрәк. Был йәһәттән заман техникаһын яҡшы белгән йәш кешегә өмөт ифрат ҙур. Ә уҡытыусының бурысы — балала үҙ тамырҙарына, халҡының рухи байлығына һөйөү уятыу һәм уларҙы өйрәнеүгә этәргес биреү.
Архив материалдарын, боронғо ҡулъяҙмаларҙы өйрәнеү өсөн тел белгестәре етешмәй. Был мәсьәлә лә мәктәп иғтибар үҙәгендә булһын ине. Беҙҙең институт сығарған “Башҡорт халыҡ тарихы”, “Башҡорт теленең академик һүҙлеге”, “Әҙәбиәт тарихы” кеүек күп томлыҡ хеҙмәттәр мәктәптәрҙә белем биреүгә фәнни нигеҙ булараҡ ҡулланылырға тейеш, тип иҫәпләйем. Ғөмүмән, уҡыу йорттары төрлө йүнәлештәге ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә булһын ине, сөнки барыбыҙ ҙа киләсәк өсөн эшләйбеҙ.
Д. ИШМОРАТОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә