Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор:— Ҙур тиҙлек менән алға барған заман мәғариф өлкәһенә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Уҡыусы һәр яңылыҡ, асыш хаҡында ваҡытында тулы мәғлүмәт алып, киләсәккә аныҡ маҡсатлы булып үҫһен өсөн тотош белем биреү системаһының алғы сафта барыуы зарур. Тармаҡта үҙгәртеп ҡороу тап ошо маҡсатта башҡарыла.
Ошондай үҫеш заманында һәр предметҡа төбәк компонентын индереү ифрат отошло булыр ине. Мәҫәлән, математика дәресендә борон ата-бабаның ниндәй үлсәү берәмектәрен файҙаланғанын белеү бала өсөн ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә бит.
Хәҙерге уҡыусыға үҫеш өсөн мөмкинлек киң: заманса техник һәм электрон саралар ярҙамында асыштарҙы ғына түгел, тарихты ла ныҡлы өйрәнә ала. Мәҫәлән, “Башҡорт халыҡ тарихы”н яҙғанда йыйылған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, әле халҡыбыҙ тураһында асылмаған сер бихисап. Уларҙы йыйыу, әйләнешкә индереү өсөн бер нисә быуындың тырышып хеҙмәт итеүе кәрәк. Был йәһәттән заман техникаһын яҡшы белгән йәш кешегә өмөт ифрат ҙур. Ә уҡытыусының бурысы — балала үҙ тамырҙарына, халҡының рухи байлығына һөйөү уятыу һәм уларҙы өйрәнеүгә этәргес биреү.
Архив материалдарын, боронғо ҡулъяҙмаларҙы өйрәнеү өсөн тел белгестәре етешмәй. Был мәсьәлә лә мәктәп иғтибар үҙәгендә булһын ине. Беҙҙең институт сығарған “Башҡорт халыҡ тарихы”, “Башҡорт теленең академик һүҙлеге”, “Әҙәбиәт тарихы” кеүек күп томлыҡ хеҙмәттәр мәктәптәрҙә белем биреүгә фәнни нигеҙ булараҡ ҡулланылырға тейеш, тип иҫәпләйем. Ғөмүмән, уҡыу йорттары төрлө йүнәлештәге ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә булһын ине, сөнки барыбыҙ ҙа киләсәк өсөн эшләйбеҙ.
Д. ИШМОРАТОВА яҙып алды.