Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халҡы өсөн янды йөрәге
Халҡы өсөн янды йөрәгеБынан 20 йыл элек “ХIХ–ХХ быуаттарҙа башҡорттарҙа ғаилә тормошо” тигән китап донъя күргәйне. Был үҙенсәлекле баҫманың беренсе өлөшөн — йәш этнограф Флизә Фоат ҡыҙы Фәтихова, икенсеһен билдәле ғалим Наил Вәли улы Бикбулатов яҙғайны. Китапта һүҙ тәүҙә башҡорттарҙа ауырлы ҡатынға бәйле йолалар, ҡағиҙәләр һәм тыйыуҙар, бала табыу, уны тәрбиәләү һәм үҫтереү, был эшкә бәйле ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында бара.

Автор шулай уҡ мәрхүмде тәрбиәләү йолаларына туҡтала, һәр күренеште ентекләп тикшерә. Китаптың икенсе өлөшө башҡорт туйына арналған. Наил Бикбулатов, күбеһенсә үҙе йыйған материалдарға таянып, туйға бәйле тормош күренештәрен тикшерә, борондан килгән һыҙаттарҙы билдәләй, тик башҡорт халҡына хас булған үҙенсәлектәргә туҡтала. Авторҙар башҡарған эштәрҙең ғилми әһәмиәте шунда: беренсенән, башҡорттарҙың ғаилә тормошо тулыраҡ һәм киңерәк итеп һүрәтләнһә, икенсенән, быныһы бигерәк тә мөһим, башҡорт ғаиләһе тормошондағы традицион күренештәр һәм алымдар этнографик күҙлектән сығып тикшерелә.
Әлбиттә, башҡорт туйы буйынса этнографик сығанаҡтарҙа ла, әҙәбиәттә лә, фольклорҙа ла материалдар бар. Ләкин Флизә Фәтихова өйрәнгән өлкәләр ошоғаса этнографик яҡтан бик ярлы булды. Башҡорттарҙа бала табыу, уны үҫтереү һәм тәрбиәләү буйынса, бигерәк тә мәрхүмдәрҙе ерләү һәм башҡалар тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Шуға ла Ф. Фәтихова башҡарған хеҙмәт этнографик яҡтан баһалап бөткөһөҙ. Бының менән авторҙар үҙҙәре тураһында фәндә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Үкенескә ҡаршы, Н. Бикбулатов та, Ф. Фәтихова ла хәҙер беҙҙең арала юҡ. Әгәр иҫән булһа, беҙ быйыл Флизә Фоат ҡыҙының ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләр инек.
Флизә Фәтихова Яңауыл районының Ҡарман ауылында 1957 йылдың 22 июлендә тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының Халҡы өсөн янды йөрәгефилология факультетында белем ала. Ошо саҡта уҡ уны башҡорт тарихы ҡыҙыҡһындыра башлай. Әгәр ҙә ул диплом эшен “Башҡорттарҙа терминдар һәм туғандашлыҡ системаһы” тигән темаға яҙған икән, был осраҡлы хәл булмаған, әлбиттә. Тап ошо хеҙмәт уға Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә урынлашырға мөмкинлек бирә.
...Ғинуар баштарында ошо институттың этнография бүлеге мөдире Н. Бикбулатов бик яғымлы һәм һөйкөмлө бер ҡыҙ менән беҙҙең эш бүлмәһенә килеп керҙе. Иҫәнләшкәндән һуң оҙаҡҡа һуҙмайынса һүҙ башланы: “Танышайыҡ, был ҡыҙҙың исеме — Флизә. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Диплом эшен телсе Талмас Мәғәсүм улы Ғарипов етәкселегендә яҙған. Эшен юғары баһаланым һәм яҡшы тип таптым”.
Бына шулай башланды был ҡыҙҙың хеҙмәт юлы. Ул беҙҙең коллективҡа тиҙ ҡулайлашты. Тәүге осорҙа лаборант булып эшләне. Тиҙ арала үҙен бик тырыш, эшһөйәр итеп танытты.
Алсаҡ һәм һөйкөмлө коллегабыҙ һәр ваҡытта, хатта ифрат ауыр шарттарҙа ла тормоштан йәм, көс табып йәшәй белде. Көтөлмәгән ҡаршылыҡтарға бирешмәйсә, ата-әсәһенә, улы Дауытҡа һәм яратҡан ире Әхнәфкә ышаныслы терәк булды.
Флизә Фәтихова, тормош ниндәй генә ауырлыҡтар килтермәһен, һәр ваҡыт үҙ һөнәренә тоғро ҡалды. Бөтөн Рәсәй, Халыҡ-ара конгрестарҙа һәм конференцияларҙа, Башҡортостанда ойошторолған форумдарҙа әүҙем ҡатнашты. Тик бәхетһеҙлек кешенән һорап килмәй шул. Ғүмеренең һуңғы осоронда ул ҡаты ауырыуына ҡарамаҫтан, студенттар өсөн Башҡортостан халыҡтары тураһында фәнни-популяр китап яҙҙы. Монография артынан монография сығарманы, ләкин башҡорт этнографияһында тәрән эҙ ҡалдырҙы. Юғарыла атап үтелгән хеҙмәт — Ф. Фәтихова менән Н. Бикбулатов башҡарған эш — еңелдән булманы, бигерәк тә йәш ҡыҙ өсөн. Ул аҙ көс талап итмәне ғалимәнән. Һәр ауылда тиерлек Ф. Фәтихова экспедиция эшен зыяраттарҙан башлар ине. Иҫке ҡәберҙәрҙең йүнәлешен билдәләү, ҡәбер ташын табыу, уларҙағы яҙыуҙарҙы уҡыу, йә булмаһа тамғаларҙы таныу — быларҙың барыһы ла еңел эш түгел. Тәүге осорҙа: “Мирза ағай, зыяратҡа керергә, унда эшләргә бер үҙем ҡурҡам”, — тип мине лә был эшкә йәлеп итер ине. Миҫал өсөн, Һикеяҙ ауылындағы зыяраттарҙа башҡарған эштәрҙе бәйән итәм. Был бик боронғо ауыл, зыяраттарының береһе ифрат ҙур. Беҙҙең экспедиция осоронда унда меңдән ашыу кеше йәшәй ине. Тәүҙә ауылдың ҙур зыяратын тикшереп сыҡтыҡ, ниндәй хәлдә икәнлеген асыҡланыҡ.
Халҡы өсөн янды йөрәгеАҙаҡ уны эс яҡтан тикшерҙек, ҡәберҙәрҙе ҡарап сыҡтыҡ, уларҙың йүнәлешен билдәләнек. Ҡәбер таштары бик һирәк осраны. Ҡайһылары ергә һеңгән тиерлек, уларҙы тикшереү өсөн эргә-тирәһендәге үләндәрҙе йолҡоп, бер аҙ ерҙән таҙартырға кәрәк ине. Ф. Фәтихова быларҙың барыһын да ихласлыҡ менән башҡарҙы. Ошонда үҙенең ысын мәғәнәлә этнограф булыуын раҫланы ла инде. Арыу-талыуҙы белмәгән, зыяраттан һәм ҡәберҙәрҙән бер ҙә тартынмаған кеше ине ул. Быны дәлилләү өсөн шуны ғына әйтеү ҙә етә: беҙ зыяратта эште иртә таңдан башлаһаҡ та, кискә саҡ тамамланыҡ.
Үҙ йүнәлеше буйынса эш алып барһа ла, ул этнографик яҡтан әһәмиәте булған йорттарҙы, ихаталарҙы, ә аҙаҡ ауылды ла бер нисә тапҡыр фотоға төшөрҙө. “Мирза ағай, был ауылға ҡасан киләбеҙ әле тағы, былар бит беҙгә кәрәк”, — тигәне һаман да хәтерҙә. Ф. Фәтихованы бик тоғро, үҙ һүҙендә торған ғалимә тип тә белә инек. Үҙе менән бергә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең барыһына ла оло ихтирам менән ҡараны. Мәҫәлән, һәр беребеҙҙең тыуған көнөн хәтерендә тотто. Ул, ҡотлау открыткаһы табып, кабинеттан кабинетҡа йөрөп ҡултамғалар йыйыр ине.
Йәнә бик кеселекле, кеше йәнле булыуы менән дә айырылып торҙо. Ул бигерәк тә Санкт-Петербург ғалимы, этнограф Александр Михайловичты ололай торғайны. Уның берҙән-бер туғаны — һеңлеһе үлгәс, Флизәнең тәҡдиме буйынса был ағайға күстәнәс һалдыҡ.
Флизәнең теләге буйынса Александр Михайловичҡа Бөрйән яҡтарын да күрһәтергә хыялланғайныҡ. Ләкин ағайҙың ауырып китеүе арҡаһында быны тормошҡа ашыра алманыҡ.
Флизә Фоат ҡыҙын иҫкә алғанда, тағы ла бер ваҡиға тураһында әйтмәйенсә булмай. Уның институтта эшләүенең өсөнсөмө, әллә дүртенсе йылындамы булды был хәл. Бер мәл иртән беҙгә килеп керҙе лә былай ти: “Мирза ағай, бер йомошом бар. Һеҙ сер һаҡлай беләһегеҙме? Ҡыҫҡаһы, мин бер егетте яратып йөрөйөм. Ошо мәсьәлә буйынса ниндәй кәңәш бирәһегеҙ? — тип һораны. Мин:
— Тәүҙә күрһәт әле миңә уны... — тип яуапланым. Күрһәтте. Коллега һорағас, ни хәл итәһең — тыңланым. Ярҙам иттем. Ул егет миңә лә оҡшаны. Төҫ һәм кәүҙә яғынан матур, бик тыныс кеше. Йыйып әйткәндә, тап кейәү булырлыҡ. Һуңынан Флизә һылыу йыш ҡына шулай ти торғайны.
— Иремдән дә, ҡәйнә-ҡайнымдан да уңдым! Бигерәк тә мине ҡайным ҡәҙер итә, — тип, уны һәр саҡ ололай торғайны. Ысынлап та, ул һәйбәт һәм абруйлы ғаиләгә эләкте: ҡайныһы Әмир Хәбиб улы Фәтихов — танылған ғалим-педагог, Башҡорт дәүләт университетының данлыҡлы уҡытыусыһы, ҡәйнәһе — Зөһрә Сәйфелмөлөк ҡыҙы Ҡоҙашева ла уҡытыусы.
Күп тә үтмәне Флизәгә Сипайлово биҫтәһенән фатир бирҙеләр. Ҡыҫҡаһы, шатланышып матур итеп йәшәй башланылар. Дауыт исемле улдары тыуҙы, шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәлде. Хәҙер ул — Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты.
Тура һүҙле лә ине Флизә Фоат ҡыҙы. Алдына ҡуйған маҡсатын бер нәмәгә ҡарамай үтәй торғайны. Бер саҡ экспедиция аҙағында беҙгә ҙурайған инкубатор себештәрен бүләк иттеләр. Өс-дүрт көн улар беҙҙең менән сәйәхәттә йөрөнө. Экспедициянан ҡайтып барғанда, ҡараңғы төшә башланы. Туҡтаныҡ. Палаткалар ҡорҙоҡ. Ул арала сәй ҙә ҡайнап сыҡты. Ятыр алдынан тауыҡтарыбыҙҙы автобус янына төйәккә ултырттыҡ. Иртән торһаҡ, себештәребеҙ юҡ. Улар өсөн иң ныҡ ҡайғырғаны Ф. Фәтихова ине: йә берәй йәнлек ашаған йәки йыртҡыс ҡош алып киткәндер тип ҡайғырҙы. Тирә-яҡты күҙҙән үткәрҙек — күренмәйҙәр. Исмаһам, бер генә эҙ ҡалдырмағандар. Тиҙ генә сәй эстек тә, әйберҙәрҙе тейәп юлға йыйындыҡ. Элек-электән килгән ғәҙәт буйынса мин машинанан төшөп тирә-яҡты байҡай башланым. Ул арала Флизә Фәтихова ла төшкән икән. Бер саҡ мине саҡыра. “Мирза ағай, автобус аҫтына ҡарағыҙ әле”, – тип йылмая. — Тауыҡтарыбыҙ автобустың карданный валына теҙелеп ултырған икән, уртала — әтәс.
Башҡалар ҙа түҙмәне, килеп төштө. Тауыҡтар бер-береһе менән бауға сеймәлешеп бөткәйне. Уларҙы ысҡындырыу еңел булманы. Фәтихова бер нәмәгә ҡарамай уларҙы ысҡындырырға тотондо. Дүрт-биш минут эсендә был эште башҡарып та сыҡты.
Шуны әйткем килә: хәҙерге заманда кешелек донъяһы тамырҙан үҙгәргән саҡта, үкенескә ҡаршы, халыҡтың теле, милли йөҙө юғала бара. Шуға күрә уларҙың тормошон яҙып ҡалдырыу — бик мөһим эш. Ә китаптағы этнографик материалдар эҙһеҙ юғалмай. Халыҡ фекерендә, иҫтәлегендә һәм зиһенендә мәңгегә һаҡлана, бер быуындан икенсеһенә, унан киләһеләренә күсә. Был йәһәттән Ф. Фәтихованың хеҙмәте лә баһалап бөткөһөҙ. Иманым камил: халҡым тип тырышҡан был эшсән ҡыҙ бер ваҡытта ла онотолмаҫ.
Мирза МУЛЛАҒОЛОВ,
тарих фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872