Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күлдә ятып... китап уҡы!
Күлдә ятып... китап уҡы!Был күлдә көн һайын иҫәпһеҙ-һанһыҙ кеше һыу инә, әммә берәүҙең дә батҡаны булмаған. Хатта донъянан ваз кисеп, бер минут та йәшәгем килмәй, тип иҫереп һыуға ташланған әҙәм дә иҫән-һау өҫкә ҡалҡып сыҡҡан икән. Бының сере нимәлә тиһегеҙме? Хәҙер барыһын да аңлатып үтәм.

Ҡурған өлкәһенең күпселек ерҙәре — аҫаба башҡорт төйәге. Сафакүл, Әлмән райондарында әле булһа ла саф башҡорт ауылдары бар. Нәҡ Сафакүл районындағы Шамилә исемле үҙенсәлекле күл хаҡында яҙмаҡсымын. Халыҡта уны Сульфатлы тип тә йөрөтәләр.
Ҡурған ерендә аҙым һайын тиерлек күлдәр осрай, әммә Шамилә кеүектәр — Рәсәйҙә һирәк күренеш. Уның төп үҙенсәлеге — ныҡ тоҙло булыуы. Шуға ла кеше һыуға сумам тиһә, кире өҫкә ҡалҡып сыға. Алдаша тимәгеҙ, күл өҫтөндә ятып китап уҡыған кешеләрҙе лә күрергә мөмкин.
Шамиләнең кеше организмына файҙаһы бихисап. Әгәр быуының һыҙлаһа, сәсең ҡойолһа, тәнеңдең берәй ере яраланһа йәиһә һәр иртә тешең ҡанаһа, бөгөндән үк ошо күлгә юллан. Аталған тәбиғи ҡомартҡының тағы бер үҙенсәлеге бар: уның төбөндә күк балсыҡ түшәлеп ята. Шул балсыҡты сығарып, тәнгә һылаһаң, йәшәрәһең дә ҡуяһың. Кешеләр бында ҡайҙан ғына килмәй! Яр буйлап йөрөгәндә, машиналарға иғтибар иттем. Баҡтиһәң, Ҡурған, Силәбе өлкәләренән генә түгел, Башҡортостандан, Күлдә ятып... китап уҡы!Татарстандан, Себер тарафтарынан, хатта Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан да ҡунаҡтар бар икән. Кешеләр бында палатка ҡороп, усаҡ яғып, аҙналар буйы ял итә. Шуныһы уңайлы: күлдең янында ҡала ла, күңел асыу үҙәге лә юҡ. Яр буйында урынлашҡан өсөн дә, машиналарҙы ҡалдырғанға ла бер тин дә түләргә кәрәкмәй.
Республикабыҙҙан ял итергә килгән бер ғаиләне күреп, һүҙ ҡушырға булдым. “Утыҙ йәштән һуң ғаилә ҡорғас, оҙаҡ бала таба алмай яфаландым, — ти Ҡырмыҫҡалы районынан килгән Нурия ханым. — Шамиләлә һауығып ҡайтҡас, игеҙәк тыуҙы ла ҡуйҙы!” Бына бит күлдең тылсымлы көсө ҡайҙа! Хәҙер бәхетле ғаилә йыл да ошонда килеп, аҙналап кинәнә икән.
Күлдән сыҡҡас, тәнеңдән тоҙ һыпырылып тора. Сәстәрең дә ҡата. Әммә бының өсөн борсолаһы түгел. Ярға сығып, егерме метр ситкә атлаһаң, ҙур булмаған һыу ятҡылығы бар. Шуныһы ғәжәп: ул һис тә генә тоҙло түгел. Бер-икене сумһаң, сәстәрең йомшарып китә, тәнең дә сабыйҙыҡы кеүек йәшәреп ҡала.
Шамилә күлен күптәр тикшереп ҡараған икән. Һәм, ни ғәжәп, уның дауалы сифаттары Үле диңгеҙҙекенә тап килгән. Тимәк, һыуҙа ятып китап уҡып, тәнгә дауа алыр өсөн әллә ҡайҙағы Израилгә бараһы түгел. Сит ил паспорты юлларға, алыҫ яҡҡа олағам тип, бер нисә айлыҡ эш хаҡын да сарыф итергә кәрәкмәй. Ҡурған өлкәһендәге йомарт Шамилә күленә рәхим итегеҙ!
Беҙҙең халыҡ тәфсирләп аңлатҡанды ярата бит. Ул күлгә нисек барып етергә кәрәклеген дә өйрәтәйем әле. Һеҙгә тәү сиратта Силәбе ҡалаһы аша Сафакүл ҡасабаһына барып етергә кәрәк. Сафакүл — Ҡурған өлкәһенең район үҙәге. Артабан ҡасабанан алыҫ түгел урынлашҡан Мартынов ауылына юл тотабыҙ. Ә инде унда һеҙгә һәр әбей юлды күрһәтергә әҙер. Ун биш минут эсендә Шамилә күленә барып етерһегеҙ. Ял итеп ҡайтҡандан һуң редакцияға шылтыратып, тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашырға онотмағыҙ. Күл һыуы шифаһын татып, күңелле ял итеүегеҙҙе теләйбеҙ!
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.
Ҡурған өлкәһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Cабир
    Cабир от 26.07.2012, 21:58
    эх бер барып ятып китап укып карарга ине)))

Комментарий өҫтәргә