Һәр ғаиләнең нигеҙен атай-олатайҙар тәшкил итә. Ғаилә төбө ныҡ икән, уның киләсәк быуыны – ейән-ейәнсәрҙәре лә ырыҫлы, ҡотло булыр. Үҙ сиратымда мин ғаиләбеҙҙең нигеҙе булып торған, көслө рухы менән беҙҙе хаҡлаған олатайым Муллахәлитов Хөснөтдин Шәрәфетдин улы тураһында әсәйемдең хәтирәләрен бәйән итмәксемен.
***
“Хөснөтдин Шәрәфетдин улы Хәлитов Таналыҡ йортона ҡараған Буранбай ауылында 1881 йылдың көҙ айында донъяға килгән. Бөрйән ырыуының бер вәкиле булыуы менән ғорурланып, тамғаһын, ҡошон, оранын теҙеп сығырға яратҡан.
Ул ваҡытта башҡорттар малды күп көткәнлектән, йәй көнө — йәйләүгә, ҡыш көнө ыҙмаға ҡайтып йөрөгән, йәғни күсмә тормошта йәшәгән. Аҙаҡ халыҡ, Буранбай ауылынан йәйләүгә күсенеп йөрөп, Аҫыл ауылына төпләнгән.
Билдәле шәхес, “Буранбай” йырында телгә алынған Буранбай Ҡотдос улы Һөйөндөковты Себергә ебәргәс, уның ике туған ҡустыһы Аҫыл Юныс улы Һөйөндөковты йорт старшинаһы итеп ҡуялар. Тарихсы, ғалим Әнүәр Әсфәндиәров “История сел и деревень Башкирской АССР” тигән китабында (1991, 39 – 40-сы биттәр) яҙыуынса, Таналыҡ йортона ҡараған Аҫыл ауылында 28 өйҙә 184 кеше йәшәгән. Шулар араһында атайым да булған. Тик бөгөн ул ауыл юҡ инде.
Аҫыл ауылында йәшәгәндә халыҡ малын бер урындан икенсе уңайлы, һыулы ерҙәргә күсереп йөрөткән. Атайым Мерәҫ янындағы район һабантуйына барғанда, ауыл тарихы, ата-әсәһе, туғандары тураһында рәхәтләнеп һөйләй торғайны.
Мин белгәндә атайымдың ике ҡатыны бар ине: тәүгеһе — Һандуғас — Үрге Шырмай ауылы ҡыҙы, атайымдан ете-һигеҙ йәшкә олораҡ. Уларҙың ун ике балаһы булып, дүртәүһе иҫән ҡалған. Ә икенсеһе — минең әсәйем Хәҙисә Ишбирҙина — Йәнйегет ауылы ҡыҙы (туғандары әле лә бар). Өс ҡыҙ, өс ул тапҡан, малайҙары сабый саҡта гүр эйәһе булған. Ҡыҙҙарҙың икәүһе әле иҫән. Хәнифә Маликова Өфөлә йәшәй, икенсеһе — мин.
Атайым, малайҙары тормағанлыҡтан, беренсе ҡатыны кинйә улын тапҡас, Аҫыл ауылы халҡынан ризалыҡ, сауап алыу маҡсатынан 1928 йылдың йәйендә бәпес туйы үткәргән. Ауыл эргәһендәге ҡалҡыулыҡты әйләндереп, бәйге ойошторған: беренсе килгән атлыға — ҡолонло бейә, икенсе килгәнгә — быҙаулы һыйыр, өсөнсөһөнә һыйыр бүләк иткән. Уйын-көлкө, йыр-моң, сәсәндәр ярышынан Аҫыл ауылы гөрләп торған. Бәпәй туйы шулай үткән. Ат ярыштырып, доға уҡып, теләктәр теләп алған малайы иҫән ҡалған. Ул — Биктимер Хөснөтдин улы Шәрипов. Ни өсөн Хәлитов түгел тип һораусылар булыр, сөнки олатаһының исемен ҡыҫҡартып, фамилия итеп алыу ул ваҡытта рөхсәт ителгән.
Атайым олпат кәүҙәле, ҡара сәсле, ҡара ҡашлы, түңәрәк аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, яҡшы күңелле, яҡты уйлы, йор һүҙле, мөләйем кеше булып күҙ алдымда әле лә баҫып торғандай.
1968 йылда Юлыҡ ауылында йәшәгәндә уны һуңғы юлға оҙаттыҡ. Көҙ. Мин Стәрлетамаҡ пединститутына өсөнсө курсҡа уҡырға киттем. Атайым ауырый ине. Өҫтөндә — тун, башында — кәпәс, аяғында — быйма, баҫҡысҡа сығып, мине оҙатып ҡалды...
28 сентябрҙә миңә ҡайғылы телеграмма тотторҙолар. Мин ҡайтҡансы, уны ерләгәйнеләр. Шулай ҙа атайым бер ҙә үлгән кеүек түгел, ә баҫҡысҡа баҫып мине оҙатып торған кеүек.
Васыяты ҡолағымда һаман да сыңлап тора, ҡырын эштәрҙән ҡурсалай.
— Һәр намаҙ артынан мин һеҙгә бәхет, тәүфиҡ, ғүмер, матур тормош теләйем, — тиер ине.
Атайым “Ҡөрьән Кәрим”, “Мөхәммәдиә” һәм башҡа дини китаптарҙы уҡып, тәржемәһен һөйләп, беҙгә аҡыл өйрәтте. Буш ваҡыттарында ҡулынан китап төшмәне.
Белемде ул Ырымбур мәҙрәсәһендә алған. Ҡөрьәнде һыу кеүек эсә, яттан һөйләр ине. Олоһо-кесеһе ярҙам һорап килһә, һәр береһенә ярҙам итте: кеселекле, кешелекле, дауалаусы табип та булды. Юлыҡтан ғына түгел, тирә-яҡ ауылдарҙан да ауырыуҙар килеп, тәненә, йәненә дауа алып ҡайтты.
Уның дауаһы кешеләргә килеште: “Хөснөтдин мулланың име шифалы”, — тиерҙәр ине.
Совет власы осоронда Аҫыл ауылында яңыса уҡыта башлайҙар. Атайым да балалар уҡыта. Ә ауыл ҡарттары ҡаршы төшә, уға эшләргә ризалыҡ бирмәйҙәр.
“Ауыл муллаһы” тип атайымды Баймаҡ төрмәһенә ябалар. Ат, арба-сана, һыйыр, сапҡыс, тырма, йорт кеүек мөлкәттәрен тартып алып, ғаиләһен урамға ҡыуып сығарғандар, йәнәһе, олатайым — совет дошманы.
Ике ҡатынға унлап баланы урамда аҫрауы ауыр булһа ла, улар түҙгән, дөрөҫлөк еңеренә өмөт итеп йәшәгән.
Атайымды, төрмәлә бер нисә көн булғандан һуң, ғәйебе юҡлығы асыҡланғас, сығарғандар. Баш һау булһа, мал табылыр, тип, Баймаҡҡа күсенгән. Бер ҡатынын балалары менән — бер өйгә, икенсеһен — икенсе өйгә, үҙе өсөнсө өйгә өйҙәш булып ингән. Атайым Кәкрауылда, Ольховкала алтын йыуыу эшенә тотонған, ғаиләһен туйындырыу өсөн ныҡ тырышҡан, оҙаҡламай ҙурыраҡ балалары ла ҡул аҫтына инә башлаған.
Башҡорттарға хас булғанса, атайым аттан айырылманы. Район түрәләренән ат тоторға рөхсәт һорап, бейә алып ебәрҙе.
Пенсияға сыҡҡас та (ун ике һум пенсия алды) тик ятманы: үҙ аты менән колхозға төрлө эштә ярҙам итте. Ә ҡышҡыһын фермаға утын ҡырҡып, көн һайын икешәр йөк утын алып ҡайта торғайны. Ул ваҡытта уға 75 йәш ине инде.
Ауылда мулла вазифаһын да үтәне атайым: исем ҡушыу, йәштәргә — никах, үлгәндәргә йыназа, аят уҡыу. Гүр хәйерен — аҡсамы, һарыҡмы — атайым алманы, ярлыларға, етем-еһергә таратты. Колхозсы булды, ауырып түшәккә йығылғансы эшләне. Әммә биш ваҡыт намаҙын ҡалдырманы, Ҡөрьән уҡырға ла, ҡунаҡ саҡырырға ла өлгөрҙө, үҙен дә аятҡа алып йөрөнөләр.
Бөйөк Ватан һуғышына, өлкән булыу сәбәпле, атайымды алманылар. Фронтҡа киткәндәр урынына тылды нығытыуҙа, икмәк әҙерләүҙә ең һыҙғанып эшләй — бик ауыр ваҡыттар! Был саҡта ғаилә Юлыҡта йәшәй ине.
Атайым шиғыр сығарып, көйгә һалып, таҡмаҡлап өйгә килеп инһә, әсәйем әрләшкән була:
— Кит, кит, зимак, балаларың да үҙеңә оҡшаған, йыр-моңға маһир...
Ә йомшаҡ күңелле атайым һүҙҙе көлкөгә бора:
— Ана, әсәйегеҙҙең танауы ҡыҙара башланы, ҡарағыҙ әле, — тигәнгә әсәйем көлөп тә ебәрә, асыу ҙа бөтә. Әрләшкәндәрен һис тә хәтерләмәйем.
“Буранбай”, “Шәүрәкәй”, “Зөлхизә”, “Төйәләҫ” кеүек халыҡ йырҙарын атайымдан отоп алдым. Уйлаһам, иҫем китә. Ул беҙҙе холоҡ-фиғеле менән дә, һүҙе менән дә тәрбиәләй алған! Эскене, тәмәкене ене һөймәне, кеше араһында үҙеңде тоторға ла өйрәтте.
Беҙ мәктәптә атеист булып тәрбиәләндек.
— Хәҙер заманы шундай инде. Уҡығыҙ, кеше булырһығыҙ, тик Алланы онотмағыҙ, киләсәктә дин ҡайтасаҡ, — тип доғалар өйрәтте атайым. Тауышы бик моңло ине. Сүрәләре хәтергә ныҡ һеңеп ҡалған, дүртенсе класта уҡығанда “Аятөл-Көрси”ҙе ятлатты, һаман да онотолмай.
Шул осорҙағы дин әһелдәре Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдинов, Сыңғыҙҙан Мөхлис мулла Үтәбаевтар менән табындаш, әңгәмәсе булып, ҡунаҡҡа йөрөшөрҙәр ине. Беҙгә килһәләр, дин, ил-тормош ваҡиғалары, тәртип тураһында һөйләшеүҙәренә ҡолаҡ һалам.
Атайымдың йәшлек йылдары Аҫыл ауылында үткән. Ғаиләләге бер бөртөк кенә малайҙы бик иртә өйләндергәндәр. Әсәйемде, етем ҡалғас, Баймаҡтағы инәһе тәрбиәгә алып, ун ике-ун өс йәштәр тирәһендә утыҙ биш йәштәрҙәге атайыма икенсе ҡатынлыҡҡа биргәндәр. Ул әсәйемде үҫеп буй еткәнсе һаҡлап ҡына үҫтергән. “Әсәйеңде, тауҙан сана шыуып туйғас, өйгә алып ҡайта инем”, — тип шаяртыр булды.
...Атайымдың ата-әсәһе, туғандары ерләнгән зыярат та шул Аҫыл ауылында. Хәҙер ул ташландыҡ хәлдә, Баймаҡтың һыйыр көтөүе ҡәберҙәрҙе тапап ашап йөрөй.
Юлыҡҡа ҡайтҡан саҡта Аҡморон боролошона тиклем машина менән киләм дә төшөп ҡалам. Шундағы бейек тауҙар менән уратып алынған Аҫыл ауылы. Ауыл эргәһендәге тауҙар, ағаслыҡтар, ҡәберлек — һәммәһе лә яҡын миңә. Атайымдың һыбай килеүе, балаларының һәм ҡатындарының йүгереп ҡаршы сығыуҙары күҙ алдыма килә. Рух, көс, илһам алғандай булам хәтирәләрҙән. Әммә ул бәхет оҙаҡҡа һуҙылмай, арттан килгән үткенсе машина мине ултыртып алып китә...
Тәбиғәткә лә үҙ ҡарашы булды атайымдың. “Хәҙерге быуын тау-урман, йылға-күлдәребеҙҙең ҡәҙерен белмәй, һанға һуҡмай. Ер ҡыртышын ашап бөттөләр, һыуҙы, юлды бысраталар, — тип һуҡрана-һуҡрана йылғаны таҙартыуы, юлда ятҡан ағас-ташты йыйыуы күҙ алдымда. — Тәбиғәтте һанға һуҡмаһаң, кейәһе тейеүе бар бер заман”. (Кейә — шашыныуҙың, насарлыҡ ҡылыуҙың һуңынан килгән язаһы, ҡоһор).
Атайым беҙҙе лә халыҡ ижады байлығын ҡулланып тәрбиәләне. Бына уның ҡайһы бер өгөт-нәсихәттәре: “Ҡояш байығанда уҡымағыҙ, күҙ күреүе насарая”, “Өйгә ингәндә тупһаға баҫмай, уң аяғығыҙ менән инегеҙ”. “Ҡояш байығанда сүп-сар түккән ергә баҫмағыҙ, һыу түкмәгеҙ”. “Мал салған урында йөрөмәгеҙ”, “Кеше ризығын “бисмилла” итеп ашағыҙ”, “Эскән ҡоҙоғоңа төкөрмә”, “Кеше таш менән атһа ла, аш менән ат”...
Әгәр апайым еҙнәм менән һүҙгә килешеп, өйгә ҡайтып инһә, һис килештермәне. “Ирҙән айырылған ҡатынға Бохаранан килгән эт һарый”, — тип, айырылышыуҙы хуп күрмәй, апайымды еҙнәм йортона кире илтеп ҡуйыр ине.
Ябай ғына тормош хәҡиҡәттәрен вәғәз менән байытып, күҙ алдына баҫтырып һөйләй белде. “Бер батша ҡыҙы таҙ малайға кейәүгә сыҡҡан. Таҙын дауалап бөтөргән дә уға тоғро ҡатын булып донъя көткән, балалар үҫтергән. Батша үлгәс, таҙ егет хакимлыҡты үҙ ҡулына алған. Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын”, —тип ул беҙҙе, ҡыҙҙарын, үҙаллы тормош көтөргә әҙерләне.
Йылдар үткәс кенә, үҙем әсәй, ҡартәсәй булғас ҡына белдем ата-әсә ҡәҙерен. Йәшерәк саҡта уларҙан тормош юлын һорашмағаныма хәҙер бик үкенәм, ләкин һуң инде.
Атайымды ҙурлап, хөкүмәтебеҙ “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһэткән хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләне. Ата-әсә тәрбиәһе бушҡа китмәне: тормош юлына дүрт уҡытыусы һәм бер табибәне сығарҙылар”.
***
Ошондай фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла ғүмер йомғағын систе миңә әсәйем. Эйе, олатайым яҙмышы беҙгә лә өлгө. Ул сәскән изгелек орлоҡтары матур уңыш биргән. Уның игелектәре бөгөн ейән-ейәнсәрҙәре йөҙөндә дауам итә.
Роза ХӨСНУЛЛИНА,
филология фәндәре кандидаты,
БДУ-ның Нефтекама филиалының өлкән уҡытыусыһы.