Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Туғаным кеүек яҡын
Туғаным кеүек яҡын1952 йыл. Яҡын-тирәләге һигеҙ ауыл Советынан йыйылған малай һәм ҡыҙҙар 2-се Түбә башҡорт урта мәктәбенең VIII класына уҡырға килгәнбеҙ. Аҙ ғына ваҡыт эсендә танышырға өлгөрҙөк. Ул ваҡытта урта мәктәптә 500-ҙән ашыу уҡыусы белем алды. Балалар күп булғас, уҡыу ике сменала ойошторолдо, ә беҙҙең һигеҙенселәр өс класс ине. Һәр береһендә кәмендә 25 – 30 бала. Беҙҙең һуңғы төркөм класында башлыса II Этҡол, Муллаҡай, Күсей, Таһир, Бетәрә ете йыллыҡ мәктәбен тамамлаусылар уҡыны.

Бына ошо уҡыусылар араһында урта буйлы, бер аҙ шаяныраҡ та, уҡыуға зирәклеге менән айырылып торған Вәкил исемле малай ҙа бар ине. Етмәһә, беҙҙең күрше Байым ауылынан икән.
Түбә урта мәктәбендәге өс йыл уҡыу һиҙелмәй ҙә үтте. Өлгөргәнлек аттестаты алған 18 егет һәм ҡыҙ төрлө ауылдарға таралышты.
Ә класташым Вәкил, һис уйлап тормай, Юлдыбайҙағы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм уны “5”легә генә тамамлай. Училище етәкселеге уҡытырға ҡалыуын һорап өгөтләй, әммә, ата-әсәһе риза булмау сәбәпле, уға ауылына ҡайтып, бер аҙ тракторҙа эшләргә тура килә, аҙаҡ Совет Армияһы сафына саҡырыла. Өс йыл хәрби бурысын үтәгәндән һуң туған “Урал” колхозында бер йыл самаһы тракторҙа, комбайнда эшләп ала. 1966 — 1968 йылдарҙа Байым һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә хеҙмәт, физкультура дәрестәрен алып бара, тәрбиәсе булып эшләй. Шул уҡ йылдарҙа уҡытыусы Мәҙинә менән сәстәрен сәскә бәйләй.
Киләсәктә белем алыу хыялы уға тыныслыҡ бирмәй һәм, ғаиләһе менән кәңәшләшеп, Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрификация техникумына уҡырға инә. Колхоздың баш инженеры вазифаһында өс йыл эшләгәс ауылдаштарының һорауы буйынса уны Байымға бригадир итеп ҡуялар.
Бригада бар күрһәткестәр буйынса тиерлек колхозды артҡа һөйрәп килгән. Шуға күрә лә йәш етәксегә оло өмөт бағлайҙар. Тәүге йылдарҙа, әлбиттә, бригаданың эшен яйға һалыу буйынса бик күп көс түгергә тура килә. Беренсе нәүбәттә барлыҡ ауыл хужалығы техникаһын тәьҫирле файҙаланып, яҙғы-көҙгө осорҙа иген культураларынан юғары уңыш алыуҙы маҡсат итеп ҡуя, малдарға яҡшы сифатлы аҙыҡ әҙерләү ҙә заман технологияларына таянып башҡарыла.
Малдарға етерлек кимәлдә аҙыҡ әҙерләмәй тороп, малсылыҡты алға ебәреп булмаясағын да аңлай етәксе. Ҡуҙаҡлы культуралар менән бер йыллыҡ үләндәрҙе сәсеп, уны ваҡытында йыйып алыу мал аҙығына ихтыяжды бер ни тиклем булһа ла ҡәнәғәтләндерә. Йәш етәксе хеҙмәт тәртибен нығытыуға айырыуса иғтибар бирә һәм оло быуын вәкилдәре менән берлектә кәңәшләшеп эшләй. Ауыл халҡы, бригадирҙы үҙҙәре теләп һайлап ҡуйғас, уның һүҙен һәр саҡ иғтибарға алып, ҡушылған эште ваҡытында үтәргә тырыша.
Етәкселек итеүҙең өсөнсө йылында Байым бригадаһы игенселектә лә, малсылыҡта ла колхозда иң юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Вәкил Ишмөхәмәт улы Ғүмәров эштә юғары ҡаҙаныштары өсөн БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Ун ике йыл эшләп, артта ҡалған бригаданы алдынғылар рәтенә сығара.
Аҙаҡ механик вазифаһын башҡара, 1992 йылда депутаттар уны бер тауыштан II Этҡол ауыл Советы рәйесе итеп һайлай.
Яңы урында ла депутаттар һәм ауыл активистары менән берлектә уға күп кенә мөһим эште атҡарып сығырға тура килә. Байым ауылында клуб, мәктәп, һыйыр аҙбары төҙөлөп файҙаланыуға тапшырыла. Замандашы Д. Ибраһимовтың тырышлығы менән II Этҡолда музей асыла һәм районда беренселәрҙән булып һәр ауылдың шәжәрәһе төҙөлә. Әлбиттә, музейҙың эш башлауында һәм экспонаттар туплауҙа урындағы ауыл Советы эскерһеҙ ярҙам күрһәтә. Бөгөн Д. Ибраһимов исемендәге музей яңынан-яңы ҡомартҡылар менән тулылана бара. Яҡташыбыҙ хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ та ҡуйылған.
Вәкил Ишмөхәмәт улы II Этҡол ауыл Советына ете йылдан ашыу етәкселек иткәндән һуң “Урал” колхозы АТС-ында оператор булып эшләй. Ҡайҙа, кем булып эшләүенә ҡарамаҫтан, ул ҙур яуаплылыҡ менән хеҙмәт итте, район етәкселеге, ауылдаштары араһында абруй менән файҙаланды.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та тынғыһыҙ уҙаман үҙ хужалығын нығытыу буйынса эшкә тотондо. Тормош ҡорғас, бер өй төҙөп ултыртһа, бер нисә йыл элек заманса күркәм икенсе йортона күсеп сыҡты, газ индерҙе.
Баҡсасылыҡ менән дә ихлас шөғөлләнә. Тиҫтәнән ашыу алмағастан йыл да тиерлек мул уңыш ала. Уларға үҙе прививка яһап, һыуыҡҡа сыҙамлы яңы сорттар үҫтерә. 10 умартаһы бар. Был йәһәттән уның уңған хужабикәһе Мәҙинәнең дә өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Тағы ла шуны әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Үҙенең белеме һәм оҫта ҡулдары менән бынан бер нисә йыл элек мини-трактор төҙөп, бесән әҙерләүҙе ҡул көсө менән башҡармай, ана шул техникаһы менән эшләй. Хужалыҡтағы өс баш һауын һыйырға һәм шул самаһы оло малына, өс тиҫтәгә яҡын һарыҡҡа ҡул көсө менән аҙыҡ әҙерләү ҡыйынға төшөр ине. Гөрләтеп донъя көтөргә, өлгөлө итеп йәшәргә лә белә класташым.
Тормош юлдашы, мәғариф ветераны Мәҙинә Ишемғужа ҡыҙы менән бына 46-сы йыл инде бәхетле тормош кисерәләр. Биш бала тәрбиәләп, ата-әсә уларҙың дүртеһенә юғары һәм береһенә урта техник белем биреп, тормош юлына сығарҙы.
Ошо көндәрҙә етмештең үренә егеттәрсә еңеллек менән менгән Вәкил Ишмөхәмәт улы Ғүмәровҡа һис тә ул йәште биреү мөмкин түгел. Элекке һымаҡ ул әле лә тиктормаҫ, егәрле кеше.
Класташыма килгән һайын уның йортонан шатланып ҡайтам. Уларҙың йөҙөнән дә, өйөнән дә нур, ихласлыҡ бөркөлөп тора.
Салауат МӨХӘМӘТШИН.
Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә