1993 йылдан Вәсилә ханым мөдир булып тәғәйенләнгәс, бина тулыһынса үҙгәртеп ҡорола, заманса төҙөкләндерелә, йыһаздар алына, өҫтәмә кабинеттар булдырыла, яңы ҡулланма материалдар туплана, уҡыу-методика эше камиллаштырыла. Бөгөн кафедрала белем биреүҙең яңы технологиялары, компьютер класы, уҡытыуҙың техник саралары кабинеты, заманса микроскоптар, гистология, фото лабораториялары, эксперименталь операция бүлмәһе бар. Улар тикшеренеүҙәрҙе иң юғары фәнни кимәлдә алып барыу мөмкинлеге бирә. Анатомия музейы майҙаны 130 квадрат метрға тиклем киңәйтелгән, студенттар уҡыу барышында ҡулланһын өсөн препараттар, күргәҙмә материалдар йыл һайын яңыртыла.
Ныҡлы, эшсән кадрҙар туплауға айырым әһәмиәт бирә Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы. Бында дүрт профессор (барыһы ла медицина фәндәре докторы) эшләй, ике доцент, өлкән уҡытыусылар, ассистенттар медицина фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжәгә эйә. Улар Вәсилә ханымдың элекке уҡыусылары булыу менән бергә үҙ фәненә башкөллө сумған, анатомияға ғашиҡ арҡаҙаштар ҙа. Ғөмүмән, кафедра үҙе бер институт кеүек ҡайнап тора.
— Ғилми эҙләнеү йүнәлеше итеп тубыҡ быуынын алдыҡ, сөнки ул — иң ҙур көсөргәнеш төшкән тән ағзаһы: йыш йәрәхәтләнә, бәрелә, һуғыла, һына, төрлө сир яфалай, һөҙөмтәлә кеше инвалид булып ҡала. Кафедра хеҙмәткәрҙәре тубыҡ быуынының бығаса фәндә билдәле булмаған элементтарын, төҙөлөш механизмдарын, функцияларын асыҡлау менән мәшғүл. Был өлкәлә өлгәшелгәндәр, асыштар, уйлап табыуҙар байтаҡ, эҙләнеү һөҙөмтәләре буйынса ғәмәли тәҡдимдәр индерелгән. Мәҫәлән, тубыҡ быуыны эсендәге шыйыҡса барлыҡҡа килеүҙең һәм ағыуҙың механизмы асыҡланған; элек быуын эсендәге яры өлөштәрҙән тора тип иҫәпләнгән, һәр өлөшсә төрлөсә аталып йөрөтөлгән, әле уның быуынды япма кеүек ҡаплаған бер бөтөн яры икәнлеге билдәләнгән. Был яңылыҡ та ҙур әһәмиәткә эйә медицинала. Ҡыҫҡаһы, ҡарында яралғанынан алып кешенең ҡартайғанына тиклем тубыҡ быуыны үҙгәрештәре өйрәнелә.
Вәсилә Шәрифйән ҡыҙының лекцияларын тыңлау — үҙе бер һабаҡ. Үҙенә генә хас мөләйемлек менән өс йөҙләгән студенттың иғтибарын йәлеп итеү маһирлығы киң мәғлүмәтлелек, фәнде тәрән белеү, эске мәҙәнилек, итәғәтлек, яғымлы тауыш, дөрөҫ интонация, юмор кеүек сифаттарҙан туҡылған. Студенттар менән яҡыныраҡ аралашыу, лекция материалын нисек үҙләштереүҙәрен асыҡлау өсөн Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы яңы алымдар ҡуллана. Педиатрия факультеты деканы һәм методик совет рәйесе булып эшләгәндә белем биреүҙә тест ҡулланыуҙы индерә, һуңғараҡ “Педиатрия” специальносы буйынса сығарылыш студенттарын йомғаҡлау дәүләт аттестацияһын өс этапта үткәреүҙе башлап ебәрә. Тәүгеһендә студенттың дөйөм белеме асыҡлана, икенсеһендә тән ағзалары менән эш итеүҙә ғәмәли оҫталығы, һуңғыһында теоретик белеме билдәләнә. Башта вуз уҡытыусылары: “Был нимәгә кәрәк?” — тип ризаһыҙлыҡ белдергән булһа, уның отошло яғы асыҡланғас, медицина университеты етәкселеге: “Вәсилә Шәрифйәновна, һәр ваҡыттағыса һеҙ хаҡлы”, — тип әйтергә мәжбүр. Профессор Ваһапова һәм кафедра хеҙмәткәрҙәре эшләгән кеше анатомияһы буйынса студенттарҙың белемен тикшереүҙә рейтинглы баһалау Рәсәй вуздарының барыһына ла таратылған.
Кафедра эргәһендәге студенттарҙың ғилми түңәрәгендә йыл һайын 30–50 уҡыусы шөғөлләнә, улар реферат яҙа, ғилем донъяһына сума, имтихандар өсөн препараттар яһай, тикшеренеүҙәре буйынса кафедра ултырыштарында, университет һәм халыҡ-ара кимәлдә сығыш яһай, призлы урындар ала. Түңәрәккә йөрөүселәрҙең күптәре, мәҫәлән, А. Стрижков, А. Әхмәлетдинов, А. Еникеев, О. Борзилова, Д. Рыбалко артабан профессор, доцент булып киткән.
Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы ойошторған Артроморфологтарҙың фәнни мәктәбендә (ә ул Рәсәйҙә берҙән-бер!) бай тәжрибә тупланған. Бөтә Рәсәй Анатом, гистолог һәм эмбриологтарҙың фәнни ойошмаһы президенты Л.Л. Колесников профессорҙан ошо байлыҡты туплап, монография яҙыуын ашыҡтыра. Кафедра ойошторолоуҙың 70 йыллығына арналған БДМУ-ның “Кеше анатомияһы кафедраһы” (әле яңыһы өҫтөндә эшләйҙәр), “С.З. Лоҡманов уҡыусылары хәтерендә” тигән йыйынтыҡтар, гистология һәм гематология буйынса дауалаусы табиптарға ғәмәли ҡулланмалар ҙа башҡа авторҙар һәм Вәсилә ханым ҡатнашлығында әҙерләнгән, нәшер ителгән.
Ил азаматына торорлоҡШағир Фәнил Күзбәковтың Вәсилә Шәрифйән ҡыҙына бағышлаған шиғырында:
Ил азаматына торорлоҡ шул –
Булғас Әминәләр затынан:
Бергә яуҙар сабыр, усаҡ яғыр,
Бала бағып, йондоҙ-һырға тағыр
Алып етенсе күк ҡатынан.
Бындай ҡыҙҙар башҡорт затынан, –
тигән юлдар бар. Автор Вәсилә ханымдың булмышын, эшмәкәрлеген, фән өлкәһендәге саялығын, бынамын тигән ойоштороусы һәм етәксе булыуын оҫта тотоп алған. Ошо сифаттарға уның иркә һәм мәрхәмәтле бала икәнен дә өҫтәгем килә. Был һыҙаты йәш сағында ата-әсәһе менән һәр ваҡыт кәңәш-төңәш итеүендә сағылғайны инде. Үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫҡас, йәғни ҙур донъяға сығып, йәмғиәттең уртаһында өйөрөлә башлағас, Вәсилә ханым заманы өсөн ныҡ уҡымышлы, дини тәрбиәнең иң матур өлгөләрен туплаған, бер-береһенә һөйөү ҡатыш ихтирам тулы, наҙлы ғаиләлә үҫкәнлеген нығыраҡ аңлаясаҡ. Һуңлабыраҡ та тыуған төпсөк ҡыҙыҡай атай-әсәй һөйөүе солғанышында үҫә. “Әнейем ҡул тирмәне менән ярма ярғанда мине тирмән тәгәрмәсе өҫтөнә ултырта ла йырлай-йырлай әйләндерә торғайны”, — тип йылмайып хәтерләй Вәсилә ханым. Ә бит Йәнсуриндар бик тынғыһыҙ, аңлайышһыҙ ауыр заманда йәшәгән.
Күгәрсен районының Санъяп ауылы кешеһе Әғзәм төпсөк улын ун алты йәше тулыр-тулмаҫтан өйләндерә. 1915 йылда 17 йәшлек Шәрифйән армияға алына. Революция, граждандар һуғышы болғансығы үтеп, донъя бер аҙ тынысланғас, тормошто үҙ көсө менән яйға һалып ебәргәс, белеме етмәгәнлеген тойоп, ике бала атаһы булыуға ҡарамаҫтан, бер нисә ҡыш Сапыҡ ауылы мәҙрәсәһендә уҡый. Унда Ғәлләм хәҙрәттең аҡ йөҙлө, йәшел күҙле, матур тауышлы, зирәк аҡыллы ҡыҙына күҙе төшә һәм уның ҡулын һорай. Шәрифйәндең уҡыуға отҡорлоғон, уңғанлығын күреп, хәҙрәт ризалығын бирә. Ғаилә ҙурайған. Ике ҡатындың өлкәненә балалар “әсәй”, кесеһенә “әней” тип өндәшеп, икеһен дә тиң күргән.
Ҡыпсаҡ ҡыҙы Бәхрелхаяға оло ҡатын менән көндәш булып йәшәүе еңелдән булмағандыр. Шулай ҙа ул иҫ киткес сабырлыҡ күрһәтә. Бала һәм үҫмер сағы боларыштар заманына тура килгәс уҡыу эләкмәй, ликбездар асылыу менән ул уҡырға-яҙырға өйрәнә һәм ғәрәпсәне лә, кириллицаны ла бик тиҙ үҙләштерә. Йор һүҙле, йомшаҡ телле йәш ҡатын Ғ. Туҡайҙың, Ш. Бабичтың шиғырҙарын яттан белә һәм кәрәк саҡта бик урынлы ҡуллана, фекерен мәҡәлдәр менән нығытып ҡуя торған булған.
“Атайым туған-тыумасаның етем-еһерен ярҙамынан өҙмәне, — тип хәтерләй Вәсилә ханым. — Яҡын туғанының етем улын ҡарап үҫтереп, өйләндереп башҡа сығара. 1930 йыл башында батрак тотҡан тип, атайымдан кулак яһайҙар, мал-тыуарын, йорт-ҡураһын, ер эшкәртеү ҡоралдарын тартып алып, туғыҙ кешенән торған ғаиләһен ҡорт баҙына ҡыуып сығаралар”. Шәрифйән ауылдан ҡасып китергә мәжбүр була. Үзбәкстандың Рамитан районы үҙәгенә барып урынлаша, бер йылдан ике балаһы менән йәш ҡатынын алдыра. Тыуған ерендә ҡалған ҡарт әсәһен, өс балаһын (Менәүәрә, Хәҙисә, Ғәфүрйән), оло ҡатынын уйлап, күңеле тыныс булмай. Дүрт йылдан ғына ауылына ҡайтып төпләнә ул. Оло ҡатыны Ғәләмшә уның ризалығы менән, балаларын Шәрифйәнгә ҡалдырып, сит ауылға кейәүгә китә. Ғәфүрйән һуғышҡа алынып, ун һигеҙе тулыр-тулмаҫтан һәләк була. “Ләкин ике ғаилә — атайым менән әнейем, әсәйем менән уның ире аралашып, ҡунаҡҡа йөрөшөп йәшәне һәм әле лә туғанлыҡ ептәрен өҙмәйбеҙ”, — ти Вәсилә ханым.
Мәсеттәр ауҙарылып, тормош ҡымғыуыт булып китһә лә, Йәнсуриндар диндән айырылмай, үҙҙәрен кәмһеткән кешеләрҙе ҡарғамай, “Хоҙай Тәғәлә – ғәҙел хөкөм эйәһе” тип, мосолман йолаларына ихтирамдарын һүндермәй, кешеләргә ярҙамлашып ғүмер кисерә. Был күркәм холоҡ Вәсилә ханыма ла күскән. Ул — Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте президиумы ағзаһы, йәмғиәт ойошторған мәрхәмәтлек акцияларында йыш ҡатнаша, тыуған ауылы Санъяп дөйөм белем биреү мәктәбенең иң яҡшы өс уҡыусыһына йыл да шәхси стипендиялар бирә.
1967 йылда ныҡ хәтерле Шәрифйән Йәнсурин, ауылдаштарының үтенесен үтәп, тыуған ауылының тарихын яҙған. Унда урман-тау-шишмәләрҙе һүрәтләү менән бергә Атайсал-Бөрйән ырыуына исем биргән Атайсал тархандан башлап (Шәрифйән уның унынсы быуыны) ҡиммәтле мәғлүмәттәр ҡалдырған, санъяптарҙың бәләкәй ватанын урыҫ колонизаторҙарынан ҡурсалап, йылдар буйы көрәш алып барыуын тасуирлаған, ырыуының бөйөк улы Нурҡас Усмановтың 1798 йылда халыҡты ер-һыуынан ҡыҫырыҡлаған помещик Тимашев өҫтөнән Ырымбур генерал-губернаторына яҙған хаты теркәлгән. Был яҙмалар Йәнсуриндың балаларына һәм артабанғы быуындарына бынамын тигән йәдкәр булып тора. Атаһының яҙмаларын туплап, уның шиғырҙарын да ҡушып, Вәсилә ханым бик матур йыйынтыҡ нәшер иткән, баш һүҙҙә ғаилә тураһында яҡты хәтирәләрен биргән. Ул юлдарҙа атаһына, әнейенә, әсәһенә булған рәхмәт тулы балалыҡ хистәре ташып-түгелеп тора. Уның әнейе Бәхрелхая, күптән түгел вафат булған апаһы Мөнирә тураһында бик матур хәтирәләре әҙер, әсәһе Ғәләмшә тураһында ла фекерҙәрен туплап ҡуйған.
Алты йыл хистәр ташҡынын ҡәҙерләп һаҡлап өйләнешкән Вәсилә һәм Файыҡ Зәкир улы Ваһаповтар, ҡыҙҙары Зөлфиә һәм уның тормош иптәше Алексей Меньшиковтар ҙа табип һөнәренә ғашиҡ. Ваһаповтарҙың ейән-ейәнсәре Динислам һәм Камила Атайсал тархандың ун ике быуынын да яттан һөйләй, үҙҙәренең ун өсөнсө быуын икәнен әйтеп ебәрергә онотмай. Тимәк, быуындар сылбыры лайыҡлы дауам итә.
(Аҙағы. Башы 140-сы һанда).Фәүзиә ЛАТИПОВА.