Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәлилле фекере бар
Дәлилле фекере барТуған телдең матурлығын һәм әһәмиәтен тәрәнерәк аңлатыр өсөн уның бөйөклөгөн, нәфислеген бөтә нескәлегендә тойорға, шул матурлыҡты ҡәҙерләүсе лә, һаҡлаусы ла булырға һәм ошо мөхиттән айырылмай йәшәргә тейешһең. Юғиһә туған телде яҡлау һәм үҫтереү тураһында нисек һүҙ алып барырға мөмкин? Тел аралашыу сараһы ғына түгел, унда — халыҡтың хәтере, бөгөнгөһө һәм киләсәге. Шундай хәстәрҙәр менән янып йәшәү тормошто күпкә мәғәнәле итә лә инде. Башҡорт дәүләт университеты доценты Зөбәржәт Фәнил ҡыҙы Шәйхисламова тураһында һүҙ сыҡҡанда, күңелгә ошондай уйҙар килә. Башҡорт теленең хистәр тип аталған сикһеҙ һәм төпһөҙ океанында ул гәүһәр эҙләүсе, йыйыусы, ә табыштары — халҡы өсөн.

Телсе ғалимә Рәсәйҙең фән әһелдәренә башҡорт теленең матурлығы, бөйөклөгө тураһында үҙенең сығыштары һәм хеҙмәттәре аша күп тапҡыр ишеттерҙе инде. Телде үҫтереү, уға хәстәрлекте арттырыу йәһәтенән фекерҙәре менән дә даими уртаҡлашып тора. Әйтәйек, “Өфө урамдары ни һөйләй?” тигән мәҡәләһе күптәрҙе битараф ҡалдырманы.
“Бала сағымда ҡартинәйем халҡыбыҙҙың үткәне, ер-һыуыбыҙға бәйле төрлө хәл-ваҡиғалар хаҡында һөйләй торғайны. Шуларҙың бөтәһе лә тарихҡа һәм туған телгә һөйөү тәрбиәләне лә инде”, — ти Балаҡатай районының Әшәй ауылында тыуып үҫкән ғалимә. Әсәһе Рәҡибә апай ҙа хаҡлы ялға сыҡҡансы уҡытыусы булып эшләгән. Уның туған телгә ихтирамы, талапсанлығы, һис шикһеҙ, Зөбәржәткә лә йоғонто яһағандыр. Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлағас, ҡыҙҙың алдында артабан белемде ҡайҙа камиллаштырыу тураһында һорау тормай. Ул Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына барырға ҡарар итә. Хәҙер ошо уҡыу йортон тамамлауына ла — 25 йыл. Зөбәржәт Фәнил ҡыҙы үҙе уҡыған филология факультетының башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһында ике тиҫтә йылдан ашыу белем бирә. Студенттарға хәҙерге башҡорт теле (фонетика), башҡорт теленең тарихи грамматикаһы һәм башҡорт диалектологияһы серҙәрен өйрәтә.
Шуныһын танырға кәрәк: төрки телдәрҙә эмотивлыҡ мәсьәләһе әлегә тейешле кимәлдә өйрәнелмәгән. Был йәһәттән ғалимдар алдында ҙур бурыс тора. Зөбәржәт Шәйхисламова ошо проблема буйынса ҡайнап йәшәй һәм төрлө кимәлдәге фәнни-ғәмәли (халыҡ-ара, төбәк, республика) конференцияларҙа башҡорт теленең хис-тойғо үҙенсәлектәре хаҡында сығыш яһай. Ошо эмоция донъяһының сағыу үрнәген ул Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрен тикшергән эштәрендә ышандырырлыҡ итеп дәлилләне. Баҡтиһәң, арҙаҡлы әҙибәбеҙ — кисерештәрҙе антонимик бәйләнеш аша иң көслө һынландырыусыларҙың береһе. Был осраҡта уны кем менәндер сағыштырыу ҙа урынһыҙ.
Зәйнәб Биишева — антагонистик көстәрҙең ҡырҡыу көрәше, йәмғиәттә революцион үҙгәртеп ҡороуҙар мәлендә нығынған быуын вәкилдәренең береһе. Ҡапма-ҡаршылыҡтар тулҡынында уның донъяға ҡарашы формалаша һәм, әлбиттә, был мөнәсәбәт ижадында ла ҙур урын ала. Хатта тыныс хеҙмәт дәүерен һүрәтләгән әҫәрҙәрендә лә антагонистик көстәрҙең һәләкәтле бәрелешен күрәбеҙ. Мәҫәлән, “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”тәге төп персонаждар тормоштағы ике ҡапма-ҡаршылыҡ булып кәүҙәләнә. Авторҙың уларҙың донъяға ҡарашын ниндәй һүҙҙәр менән биреүе, ниндәй эмотив саралар ҡулланыуы — бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле. Ошолай “иләк” аша үтеп, Зәйнәб Биишеваның ижады уҡыусыға тағы ла тәрәнерәк юҫыҡта асыла.
З. Шәйхисламова “Мәҙәни-ара бәйләнештә милли телдең роле” тигән хеҙмәтендә ошо теманы артабан үҫтерә. Был юлы аралашыуҙың хис-тойғо сараларын Мостай Кәримдең “Тел белгәс ни...” тигән әҫәре аша күрһәтә. Ундағы эмотивтар, тип һығымта яһай ғалимә, лингвистика, культурология, этнография, социология фәндәре өсөн берҙәй үк әһәмиәтле.
Зөбәржәт Фәнил ҡыҙы тәүгеләрҙән булып арҙаҡлы ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың “Хәтирәләр”ендәге эмоциялар сағылышына байҡау яһаны. Был мәҡәлә рухи донъябыҙға тәрәнерәк үтеп инергә ярҙам иткән ғилми хеҙмәттәрҙең береһе булараҡ иғтибарға лайыҡ. “Кешенең хис-тойғо эшмәкәрлегенә этнопсихология, милли характер, донъяға дөйөм ҡараш, этник төркөмдөң йәшәү үҙенсәлеге, менталитеты һәм башҡалар йоғонто яһай, — ти автор. — Ул үҙен уратып алған мөхитте йәмғиәттәге ҡиммәттәргә нигеҙләп баһалай”. Ҡиммәттәр системаһы — аңлы юл, шуға ла уның идеологик бурысы барлығын да әйтеп, артабан автор милли идея төшөнсәһенә туҡтала.
Зөбәржәт ханымдың мәҡәләләре әленән-әле республика матбуғатында баҫылып тора. Айырым хеҙмәттәре йыйынтыҡтарҙа ла донъя күрҙе. “Башҡортостан диалектологияһы” курсынан программа әҙерләп бөттө.
Психолингвистика, лексикология, лингвокультурология, диалектология, алтаистика өлкәһендә ныҡышмалы эшләгән ғалимәләребеҙҙең береһе булараҡ, Зөбәржәт Фәнил ҡыҙы уйғыр-башҡорт лексик бәйләнештәренең ҡайһы бер йүнәлештәрен ныҡлап өйрәнде. Ғөмүмән алғанда, З. Шәйхисламованың ғилми мәҡәләләре йөҙҙән ашып китә. Башҡорт теленә булған һөйөүе уны ошо телдең нескәлектәрен, айырыуса эмотивлыҡҡа бәйле йүнәлешен өйрәнергә, һаман алға барырға әйҙәй. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәренә нигеҙләнгән “Һүҙ ҡәҙере һәм аралашыу тәртибе хаҡында”, Һәҙиә Дәүләтшина ижадына байҡау яһаған “Башҡорт теленең хис-тойғо лексикаһы” — ана шул бейеклектең бер үлсәме.
Ғалимәнең телдең әһәмиәте, үҙенсәлеге, киләсәге тураһындағы уйланыуҙары бик тә фәһемле. Уның сығыштары башҡорт теленең бөгөнгө хәле, рухиәте һәм йәшәйештәге урыны хаҡында. Ошо тынғыһыҙ эҙләнеүе уны табыштарға һәм асыштарға юлыҡтыра ла инде. Тел ғилеме — донъя ғилеме. Зөбәржәттең ғилми мәҡәләләре Азербайжан, Ҡаҙағстан, Татарстан, Сыуаш, Удмурт, Дағстан һәм башҡа республикаларҙа донъя күрҙе.
Башҡорт теленең хис-тойғо үҙенсәлектәре, фән өлкәһе булараҡ, психолингвистика, лингвокультурология, этнолингвистика менән тығыҙ бәйле, һәм ул киң ҡарашлы тикшеренеүҙәргә мохтаж. Зөбәржәт Шәйхисламованың был тәңгәлдә тос һүҙе, дәлилле фекере бар.
Фәнирә ХАЛИҠОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 16

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 13

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 16

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 18

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21