Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уҡытыусылар йылдамыраҡ булһа ине!
“Башҡортостан” гәзите менән мәктәпкә төшмәҫ элек танышмын. Беренсе класҡа барғас, үҙаллы уҡый башланым. Айырыуса атай-әсәйем был баҫманы яратты. Өйөбөҙҙә “Совет Башҡортостаны” (“Башҡортостан”), “Ленинсы” (“Йәшлек”), “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Пионер” (“Аманат”), “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”), “Восход” һәм “Торатау” баҫмалары һәр ваҡыт булды. Почтальон Ишмөхәмәт Дәүләтовтың ауыр сумкаһын күтәреп, беҙҙең урамға килеп етеүен дүрт күҙ менән көтөп ала торғайныҡ. Яңылыҡтар, шатлыҡ-ҡыуаныс алып килә торғайны “Башҡортостан” гәзите беҙгә!

Ошо баҫмала атайымдың ағаһы Хисмәтулла Хәйрулла улы Ҡолмөхәмәтов та (Яҡуп Ҡолмой) эшләне. Беҙ уның да мәҡәләләрен көтөп алдыҡ, шиғырҙары баҫылһа, ҡыуанысыбыҙҙың сиге булмай торғайны! Хисмәтулла бабайым — Маҡар (хәҙер Ишембай) районында башҡортса гәзитте ойоштороусыларҙың береһе. Тырышлығын, белемен һәм ойоштороу һәләтен иҫәпкә алып, уны Өфөгә уҡырға ебәрәләр. Артабан ул “Ҡыҙыл Башҡортостан” (“Башҡортостан”) гәзитенең баш мөхәррире яҙыусы Төхфәт Йәнәбиҙең тәҡдиме менән ошо баҫманың ауыл хужалығы бүлеге мөдире итеп үрләтелә. Хисмәтулла Ҡолмөхәмәтов Бөйөк Ватан һуғышы осоронда хәрби журналист була, ә һуғыштан һуң ҡабаттан яратҡан эшенә ҡайта. Гәзит-журналдарҙа геройҙар хаҡында очерктар баҫтырҙы. Хаҡлы ялға китһә лә, һаулығы насар булыуға ҡарамаҫтан, гәзиткә 80-се йылдар башына тиклем яҙышып торҙо.
“Башҡортостан”ға булған ихтирам бала саҡтан һаҡлана. Тәүге мәҡәләләрем дә ошо гәзиттә мәктәп уҡыусыһы сағымда уҡ донъя күрҙе. Улар минең шәхси архивымда һаҡлана. Шуларҙы уҡып ҡарайым да аптырап ҡуям: бала ғына көйө тыуған ауылымдың кешеләре, хеҙмәт алдынғылары, уңған уҡыусылар, тәбиғәт хаҡында яҙғанмын, ләкин иң ғәжәпләндергәне — ябай ауыл уҡыусыһының хәбәрҙәрен ҙур гәзиттең баҫып сығарыуы. Күңелемә изге орлоҡ сәскәне, алға әйҙәгәне, дәрт-дарман биргәне өсөн “Башҡортостан”ға әле лә рәхмәтлемен!
Миңә ун туғыҙ йыл мәктәптә балалар уҡытырға тура килде. Уҡыусылар менән аралашыу шуны күрһәтте: кеше бала саҡтан гәзит-журнал уҡып үҫһә, ғилем-аҡыл йыя, маҡсат менән йәшәй, шуға хыялына йәһәт өлгәшә, тәрбиәле, тәртипле, әҙәпле була, тормошта үҙ урынын таба. Хисмәтулла Ҡолмөхәмәтов бабайымдың миҫалы өлгөһөндә мин дә хәҙер башҡорт телендәге баҫмаларҙы таратам.
Журналистарға мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә булыу кәрәктер, тип уйлайым. Ә бит һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер башҡорт теле уҡытыусылары башҡортса баҫмаларҙы хатта үҙҙәре лә алдырмай һәм уҡымай ҙа! Туған тел кабинеттарында балаларға тәғәйенләнгән бер нисә гәзит менән журналдан башҡа баҫмалар күренмәй һәм быны улар аҡса юҡлыҡҡа һылтай.
Һәр уҡытыусы “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырыу буйынса мәктәп күләмендә ҙур эш атҡара ала. Гәзиттә тәрбиә сәғәттәрендә ҡулланыу өсөн бына тигән материалдар баҫыла. Уҡыусыларға үҙенә оҡшаған мәҡәләгә ҡарата фекерен яҙырға ҡушаһың икән, тимәк, баланы ижади фекерләргә, уйланырға өйрәтәһең тигән һүҙ. Бынан тыш, башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусылар менән ҡыҙыҡлы яҙмалар тураһында фекер алышырға, хатта бәхәс ойошторорға мөмкин.
Был юлдарҙы ни өсөн яҙам? Тел төбөмдән аңлашыла торғандыр: туған тел уҡытыусыларын йылдамыраҡ булырға саҡырам. Балаларҙы гәзит уҡырға мәктәптән үк өйрәтәйек, ни генә тимә, гәзит уҡыусы бөгөн мәктәптә тәрбиәләнә!
Әгәр баҫма уҡыусы күңеленә ятырҙай мәҡәләләр, уның зауығына тап килерҙәй әңгәмәләр баҫа икән, гәзит бер ҡасан да юғалмаясаҡ. Мәҫәлән, Европала “гәзиткә яҙылайыҡ!” тигән рекламаны бер ҡайҙа ла күрмәҫһең, реклама электрон йәшниккә ташлана. Әгәр кемдер шәхсән гәзиткә яҙылырға һәм гәзитте өйөнә килтереүҙәрен теләй икән, үҙе почтаға барып яҙыла. Бөгөн — интернет заманы. Халыҡ, гәзиттең электрон версияһына яҙылып, өйөндә интернет аша уҡый, яҙылыу өсөн аҡсаны ла интернет аша түләй.
Таратыу хаҡында ла әйтеп китәйем. Европала гәзитте подъездарға йөрөп таратыу бөтөнләй юҡ. Уның ҡарауы, баҫмаларҙы заправкаларҙа, магазиндарҙа, ресторандарҙа, кафеларҙа, киосктарҙа һәм башҡа йәмәғәт урындарында рәхәтләнеп һатып алырға мөмкин. Хаҡы ирекле түгел. Ҡайҙа ла бер төрлө хаҡ. Мәҫәлән, “Днеска”, “Люди и время”, “Магазин”, “Коктейль”, “Мой дом” кеүек гәзит-журналдарҙы беҙ магазиндан йәки киосктан һатып алабыҙ. Киоск хеҙмәткәрҙәре һәр һатып алыусыһын танып тора. Ә журналистар осрашыуҙарға йөрөй, халыҡ менән күҙгә-күҙ осрашып һөйләшә.
Йыйып әйткәндә, “Башҡортостан” гәзите бөгөн йәмғиәт өсөн ифрат файҙалы эш башҡара.
“Башҡортостан” гәзите халыҡ баҫмаһы булды, киләсәктә лә шулай булып ҡалһын, уйланайыҡ, алдырайыҡ, уҡыйыҡ, таратайыҡ, туғандар!
Миләүшә ГОДБОДЬ.
Брно, Чехия.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә