Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дыуамал йәшлек менән сабыр ҡартлыҡ берҙәм
Бала саҡта инәйҙәрҙең: “Әкрен генә һиҙҙермәйсә үтә икән был ғүмер!” — тип йырлағаны әле лә иҫкә төшә. Бәләкәйҙән һуғыштың ауырлығын, тормоштоң әсе-сөсөһөн татып үҫкән быуын хәҙерге замандың ҡытыршылыҡтарына иҫе китмәгән кеүек һәүетемсә йәшәп ята. Алған пенсиялары ла самалы ғына. Күбеһенең биш мең һумдан артмай. Ошо ғына аҡсаға халыҡ нисек түҙеп йәшәй икән тип аптырап та ҡуяһың.

Ҡала пенсионерҙары ҡайҙа ла булһа урынлашып, иш янына ҡуш булыр, тип эшләргә тырыша, аҡсаһыҙлыҡтан, эшһеҙлектән йонсоған балаларына ярҙам итергә ынтыла. Ауылдағы ҡорҙаштарым олоғайыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрап көн күрә, ситкә эш эҙләп таралған ул-ҡыҙҙарына ла өлөш сығара. Йәш-елкенсәк тә ата-әсәһенә бесән әҙерләүҙә, картуф-йәшелсә үҫтереүҙә ярҙам ҡулы һуҙа. Ҡасандыр ауыл менән ҡала араһында упҡын ятҡандай тойолһа, бөгөн улар бер төптән егелеп тормош көткәндәй. Заман берҙәм йәшәүҙе талап итә. Элегерәк күҙҙе ҡыҙҙырған ҡаласа уңайлыҡтар, яҡшы шарттар яйлап ауыл йорттарына ла күсте, донъя көтөү еңеләйә төштө. Ҡаланыҡылар, киреһенсә, тәбиғәт ҡосағына тартыла, ауыл ерҙәрендә йорт, ер ала.
Тик халыҡты бөлгөнлөккә төшөргән, аҙҙырған эскелек кенә күңелде ныҡ ҡыра. Минеңсә, был касафаттың башы ҡәһәрле һуғыш менән бәйле төҫлө. Ир-аттың күбеһе фронттан беҙҙең халыҡҡа хас булмаған алама ғәҙәткә — эсергә өйрәнеп ҡайтты. Балаларына иғтибар булмағас, улары ла ошо юлды һайланы. Тотош зәғиф быуын үҫеп сыҡты. Айырыуса әсәләрҙең, ағинәйҙәрҙең “йәшел йылан” менән дуҫлашыуы милләттең бәкәленә һуҡты. Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул, ти халыҡ. Был ғаиләләрҙә тыуған балаларҙың күбеһе булдыҡһыҙ һәм эшлекһеҙ быуынды тулыландырҙы. Байтағы тормошҡа яраҡлаша алманы, ваҡытынан алда һәләк булып бөттө.
Бөгөн дә урамдарҙа иҫереп, тәнтерәкләп йөрөгән әбейҙәр осрап тора. Бына ҡайҙа ул бәлә! Ҡатын-ҡыҙ өсөн иң ҙур әҙәпһеҙлек ул — эскелек. Нәҫел-нәсәбеңдең, балаларыңдың йөҙөнән көлөү бит был.
Шулай ҙа донъяның яйға һалынырына, замананың яҡшы яҡҡа үҙгәреренә, эскелектең яйлап тамыры ҡороясағына ышанам. Мин быны бөгөнгө йәштәребеҙҙең ең һыҙғанып донъя көтөүенә, мал табыуына, ғаиләләренә ышаныслы ҡалҡан булыуына таянып әйтәм. 25–35 йәшлек егеттәребеҙҙең күбеһен эскелек, тәмәке тартыу бөтөнләй ҡыҙыҡтырмай. Улар донъялағы, илдәге яңылыҡтарҙы күҙәтеп, заман һулышын тойоп, алға ынтылырға, күңеленә яратҡан шөғөлдө табып, үҙ эшенең оҫтаһы булырға тырыша, балаларын кеше итеү, аяҡҡа баҫтырыу өсөн оло яуаплылыҡ тоя. Хәҙерге заман йәштәре элеккесә ҡунаҡ йыйып, төнө буйы шаулашып ултырыуҙы хуп күрмәй. Улар өсөн ғаиләләре менән файҙалы ял, донъя мәшәҡәттәрен хәл итеү, ата-әсәһенә ярҙам күрһәтеү мөһимерәк. Булдыҡлы йәштәребеҙҙең донъя йәмен, ғаилә ҡәҙерен, бала тәмен белеп, ғүмерҙең бик ҡыҫҡа икәнен тойоп йәшәүенә һоҡланам.
Донъя булғас, ҡаршылыҡтар ҙа, ҡатмарлыҡтар ҙа етерлек. Һәр быуын ғәҙелһеҙлеккә, кәртәләргә ҡаршы үҙенсә көрәшкән. Әлегә йәштәребеҙгә берҙәмлек, ойошҡанлыҡ етешмәгән төҫлө. Бер төйөнгә төйнәлгән бау нығыраҡ була. Ә беҙ, өлкәндәр, ул-ҡыҙҙарыбыҙҙың уңыштарына шатланып, кәңәш, йүнәлеш биреп, ярҙам ҡулы һуҙырға бурыслыбыҙ. Оло һәм йәш быуындың берҙәмлегендә аҡыл иң алда йөрөргә тейеш. Күҫәк күтәреп урамға сығып, нимәлер даулау, яулау замандары тарихта ҡалды.
Милләтебеҙҙе һаҡлау — һәр беребеҙҙең үҙ урынында тәғәйен эшен намыҫ менән үтәүе, балаларына яҡшы тәрбиә, белем биреүе, халҡына, тарихына һөйөү уятыуы ул. “Аҡыллы эшләй, аҡылһыҙ өйрәтә” тигән халҡыбыҙ мәҡәлен онотмайыҡ.
Ләлә БЕЙЕШЕВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә