Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өмөтһөҙлөккә бирелмәһәң...
Буйҙаҡлыҡ йүнлегә илтмәй

“Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә”, ти халыҡ. Ауылдарҙа айыу йығырлыҡ ҡайһы бер ғәйрәтле егеттәрҙең, эш юҡлыҡҡа һылтанып, түшәмгә төкөрөп ятыуы борсоуға һала. Бер яҡтан ундайҙар хаҡ та һымаҡ, сөнки элекке дәүерҙә гөрләп эшләгән байтаҡ хужалыҡтар юҡҡа сыҡты, хәллеләрендә лә сәсеү, ураҡ осоронда ғына эшләп алыу мөмкинлеге бар. Әйтергә кәрәк, бындай “ир-азаматтар”ҙың күбеһе, утыҙ-ҡырҡты уҙып китеүенә ҡарамаҫтан, һаман буйҙаҡ.
— Ҡустым, ни өсөн һаман өйләнмәйһең? — тип һорайым шундайҙарҙың береһенән.
— Их, ағай! Миңә кем сыҡһын? Хәҙер ҡыҙҙар аҡсалы, бай егеттәрҙе генә ярата, ә минең йүнле-рәтле туй үткәрергә лә кеҫә тапҡыр, — тип яуаплай ул.
Замана талаптарына яраҡлаша алмаған, бәлки, яраҡлашырға теләмәгән бындай буйҙаҡтарҙың күбеһе эскелеккә һабыша, үҙ йөҙөн юғалта. Инде олоғайған ата-әсәһенең пенсия аҡсаһын кимереп, еңел тормош көткән буйҙаҡтар ҡала ерендә лә етерлек. Иртәнән башлап кискә тиклем һырахана юлын тапаусылар тышҡы ҡиәфәтенән үк билдәле: шешенгән йөҙ, томанлы ҡараш... Тағы шуныһы: урам ҡыҙырып йөрөгән берәҙәктәр араһында типһә тимер өҙөрлөк егеттәр ҙә юҡ түгел. Йорто-мөлкәтенән, ғаиләһенән төрлө сәбәп арҡаһында ҡолаҡ ҡаҡҡан, халыҡта “бомж” тип исемләнгән берәҙәктәрҙең күбеһе сүп һауыттары тирәләй өйөрөлә, ташландыҡ эсенән ниҙер эҙләй...
Шундайҙарҙың береһе менән һөйләшеп торҙоҡ.
— Ҡасандыр Төмән яҡтарында быраулаусы булып эшләнем, — тине ул. — Вахта ысулы менән мул ғына аҡса ла тупланым, ғаиләмде һөйөндөрөп, яңы фатир һатып алдым. Үкенескә ҡаршы, предприятиебыҙ шәхси ҡулдарға күсте, күптәр минең кеүек үк эшһеҙ ҡалды. Ҡайтҡас, ары һуғылдым, бире һуғылдым, әммә күңелгә ятышлы эш таба алманым. Асыуҙан шешәгә үрелә башланым, ғаиләлә лә ыҙғыш артынан ыҙғыш китте. Аҙағы шул: ҡатынымдан да, улымдан да, айырылышҡандан һуң бүленгән фатирымдан да ваз кистем.
— Яңы тормош башларға тырышып ҡараманығыҙмы һуң?
— Үҙемдең упҡын төбөндә икәнлекте төшөнгәс, талпынып ҡарағайным да һуң... Ләкин тиҙ һүрелдем — быға минең көсөм дә, теләгем дә һүнгәйне.
Урамда ҡалғандарҙың яҙмышы төрлөсә, ләкин уларҙы бер нәмә берләштерә — хәмер. Утты-һыуҙы кискән, иҫ киткес ауырлыҡтар алдында теҙ сүкмәгән ир-арыҫландарҙы ла бөгөп һала был шайтан эсемлеге.

Иң ҡурҡынысы — билдәһеҙлек

Илебеҙ тарихы биттәренең ҡараһы ла, ағы ла бар. Үткәндәрҙе хурлап, өмөтлө киләсәккә нигеҙ ҡороп булмай. Торғонлоҡ заманы тип исемләнһә лә, дәүләт хәстәрен тоя ине халыҡ. Нисек кенә булмаһын, айырым етешһеҙлектәргә ҡарамаҫтан (бөгөн юҡмы ни һуң улар?), йәмғиәтебеҙ, әҙәм балаһы алдында иртәгәһе көнгә һорау торманы. Айырыуса йәштәр тураһында хәстәрлек көслө ине. Белем алыу ҙа, йәш белгестәрҙе мотлаҡ эш, фатир менән тәьмин итеү — барыһы ла бушлай булды. Йәш парҙарға туй балдағының хаҡын да кире ҡайтара ине дәүләт! Ошо хаҡта бөгөн йәштәргә һөйләһәң, күптәре ышанмай: “Булмағанды һөйләйһегеҙҙер, ағай, нисек инде бушлай фатир бирһендәр”, — тип иҫ-аҡылдары китә. Яңы өйләнешкәндәрҙе бөгөнгө тормош ҡаты һынау алдына ҡуя. Тәүге һынау — торлаҡ мәсьәләһе, бер бүлмәле фатир өсөн генә лә 2 миллион һумды үҙаллы тормошҡа саҡ аяҡ баҫҡан йәш пар ҡайҙан алһын? Ярай әле атай-әсәйҙәренең аҡса янсығы ҡалын булһа. Торорға үҙ мөйөшө булмаған кейәү-кәләш өсөн атай йортонда йәшәү ҙә бәхет килтермәй — килен һәм ҡәйнә, кейәү араһында мөнәсәбәт боҙолоп китеүе бик ихтимал. Ҡатын-ҡыҙ үҙ аҡылы менән түгел — әсәһенеке менән йәшәй башлаһа, ир-ат оҙаҡҡа сыҙар тимә. Шуға күрә замана йәштәренең күбеһе ипотека юлы менән торлаҡ алырға мәжбүр, ләкин уныһын да “мә” тип тормайҙар. Бының өсөн тәүҙә торлаҡ хаҡының 15 процентын түләргә, йәғни тәүге иғәнә индерергә кәрәк. Ошонан һуң банк аша оҙайлы ипотека кредиты юллайһың. Бында тағы бер кәртә бар — ир һәм ҡатындың айлыҡ хеҙмәт хаҡы түбән булһа, кире бороп сығарыуҙары мөмкин. Шуға ла йәштәргә ике юл ҡала: юғары хеҙмәт хаҡы булған эш табыу йә иһә ваҡытлыса йәшәү өсөн иғлан буйынса фатир юллау. Миҙалдың ике яғы бар. Яңы торлаҡҡа эйә булған йәш парҙар 10–15 йыл ипотека бурысын түләй, тимәк, ғаилә бюджетының мул өлөшө бурыс ҡаплау өсөн китә, кейем-һалымға, хатта ашауға аҡса етмәй башлай. Өсөнсө йән — бала тыуһа, бындай наҡыҫлыҡ әле тормош һынауын татымаған йәштәрҙе тамам сығырҙарынан-сығарыуы ихтимал. Ике арала ғауға йышайғандан-йышайып, был күбеһенсә айырылышыу менән тамамлана, күптән түгел яратам тип типкән йәш йөрәктәр бер-береһенә ҡарата нәфрәт менән тула...
Кешене өмөт йәшәтә. Әгәр ҙә киләсәгебеҙҙең ныҡлы нигеҙе булырлыҡ йәштәрҙе алдағы көндә билдәһеҙлек көтә икән, илебеҙ яҙмышы ла томанлы. Бындай хәлгә юл ҡуймаҫ өсөн дәүләт тәү сиратта тормош ҡорған йәштәргә йөҙ менән боролорға, йәш ғаиләләрҙе ҡурсалау өсөн етди социаль программалар булдырырға һәм бойомға ашырырға бурыслы.

Ситтән ярҙам көтмәй

— Үҙ йүнеңде үҙең күрмәһәң, һуҡбайлыҡҡа төшөүеңде көт тә тор. Нисек кенә булмаһын, ситтән ярҙам көтмәй, киләсәгеңде үҙеңә хәстәрләргә кәрәк — заманы шулай, — тип һүҙ башланы Краснокама районы егете Ринат. — Мәктәпте тамамлағас та, нефть институтына юл тоттом, имтихандарҙы тапшыра алмағас, ауылға кире ҡайтырға тура килде. Хәрби хеҙмәттән һуң яратып йөрөгән ҡыҙым менән өйләнешергә һүҙ ҡуйышҡайным, ләкин башҡа уй төштө: аҡсам да, йортом да, һөнәрем дә юҡ көйө ғаилә ҡорһам, һуңынан үкенмәҫменме? Шуға күрә ауылыбыҙҙағы эшһеҙ бер нисә егет менән һөйләшеп, аҡса артынан сит яҡтарға сығып киттек, һөйгәнем дә ике йыл көтөп торҙо. Ҡайтҡас, ҡаланан фатир һатып алырға иҫәп тотҡайным, әммә кире уйланым. Ҡалала ни ҡалған? Быға тиклем унда төпләнгән бер нисә тиҫтерем дә, атайҙарының нигеҙен яңыртып, ауылда тормош ҡороп ебәргән, мал һатып алып ишәйткән. Атай-әсәй, кәләш менән кәңәшләшкәндән һуң мин дә шундай фекергә килдем. Ағас алып, йорт күтәрҙек, бер йыл тигәндә шунда гөрләтеп туй ҙа яһаныҡ. Тәүҙә ике һыйыр бар ине, ишәйтә барып, ун бишкә еткерҙек, баҡсабыҙҙы киңәйтеп, төрлө йәшелсә үҫтерәбеҙ. Ер эшкәртергә техника, тора-бара йөк машинаһы ла алдым. Һөттө ихатабыҙға уҡ килеп алалар, йәшелсә, итте баҙарға, магазиндарға тапшырабыҙ. Әлбиттә, икебеҙгә лә таң һарыһынан ҡара төнгә тиклем егелеп эшләргә тура килә, ләкин быға һис зарланмайбыҙ. Ауылда эшһеҙ ятҡан ҡайһы бер тиңдәштәремә иҫ-аҡылым китә — үгеҙ үлһә — ит, арба ватылһа — утын, тип йәшәр заман түгел бөгөн...
Эшләһәң, эш ҡарышмай, тиҙәр. Ринат кеүек бураҙнаға тирен тамыҙып, “егелеп” эшләгәндәр генә уңа ауылда. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа ҡаланан ауыл еренә күсенгән ғаиләләр артҡандан-арта бара. Яңы йорттар, хатта йәш ғаиләләрҙең тотош урамдары барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер ауылдарҙа ундай урамдарҙы, ярым шаяртып, “ҡәйнәһеҙҙәр” урамы тип йөрөтәләр. Тыуған ерендә төпләнеп, шәхси хужалығын үҫтергән ғаиләләрҙең байтағы эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә — ит, һөт, йәшелсә, емеш менән сауҙа итә, бер өлөшө, ҡуртымға ер алып, иген үҫтерә, крәҫтиән (фермер) хужалығы булдыра. Ауыл ерендәгеләрҙең төп шөғөлө, әлбиттә, малсылыҡ. Хатта һикһәнде ҡыуып барыусылар ҙа һыйырһыҙ тороуҙы күҙ алдына килтерә алмағанда дәрт-дарманы ташып торған ир-егеттәр ситтә ҡалһынмы! Шуға күрә һуңғы тиҫтә йыл эсендә тотош республика буйынса шәхси хужалыҡтарҙағы мал һаны күпкә артты, хатта ҡайһы бер райондарҙа шәхси малдар дөйөм хужалыҡтарҙағынан өсләтә күберәк. Эш башлап ебәреү өсөн, әлбиттә, аҡса кәрәк. “Әҙергә — бәҙер” фекерләүенән ҡотола алмай, булған аҡсаһын хәмер, тәмәкегә генә тотонғандарҙан рәт сыҡмаясағы көн кеүек асыҡ. Әҙәмсә йәшәйем тиһәң, әҙәмсә эшләргә лә кәрәк, заманаһы шулай.
Марат МОРАТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872