Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөркөттәй сая ҡыҙ ине...
Бына шундай уйҙар өйөрөлә осоусының башында. Үлергә! Шундай ҡарарға килә, аптырағас. Алда — Ҡара диңгеҙ. Мотор тигеҙ эшләмәй. Мәғүбә, самолетты әкрен генә бороп, күҙҙәре менән ер киҫәген эҙләй. Самолет диңгеҙ өҫтөнән осоуын дауам итә. Бер мәл мотор бөтөнләй һүнә. Бәхеткә, бер нисә секундтан һуң самолеттың бәләкәй тәгәрмәстәре ҡомло ярға килеп терәлә, ҡойроғо һыуҙа ҡала. Осоусы һәм штурман башы менән приборҙар панеленә бәрелә. Иҫән-аман ҡалғас, ҡыҙҙар шатлыҡтан ҡосаҡлаша. Һуңынан улар карта менән ҡоралды алып, хәрби часҡа йүнәлә. Был осошто Мәғүбә ғүмерлеккә хәтерендә ҡалдыра.
Шуны ла әйтергә кәрәк: төндә бомба ташлаған гвардия авиация полкы Ҡыҙыл Армияла ғына түгел, хатта тотош донъяла берҙән-бер була. Ул тотошлай ҡатын-ҡыҙҙарҙан тора. Был данлыҡлы 46-сы полк, дошманға бихисап зыян килтереп, Энгельс ҡалаһынан алып Кавказ, Белоруссия, Украина, Польша, Румыния, Венгрия ерҙәрен гиҙә, шулай уҡ Германияның Шецин ҡалаһына тиклем барып етә. Әлеге полктың ҡыйыу ҡыҙҙары — “төнгө убырҙары” — тураһындағы легенда хатта “Нормания-Неман” француз авиация полкы осоусыларына ла барып ишетелә.
Ысынлап та, осоусы ҡыҙҙарҙың батырлығы тотош илгә мәғлүм була. Был — үҙе оло ғорурлыҡ. Полктың барлыҡ хәрбиҙәре орден, миҙал менән бүләкләнә, 23 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә (бишеһенә — үлгәндән һуң).
Илебеҙҙең был юғары бүләгенә, әлбиттә, 782 хәрби осош яһаған яҡташыбыҙ Мәғүбә Сыртланова ла лайыҡ була. Быны әйтеүе генә еңел. Йәш ҡыҙ күктә шундай ҡаһарманлыҡ эшләһен әле! Уларҙың һәммәһе лә тәүәккәллек, батырлыҡ, юғары оҫталыҡ талап итә бит. Һөҙөмтәлә дошман өҫтөнә йәмғеһе 140 тонна ауырлыҡта бомба ташланған, ике тимер юл эшелоны, байтаҡ яғыулыҡ һаҡлағыс яндырылған, дошмандың күпме техникаһы, ғәскәре юҡ ителгән!
Мәғүбә һуғышты Көнсығыш Пруссияла тамамлай. 1945 йылдың 5 майы уның яуҙағы һуңғы осошо булып иҫәпләнә.
Ә өҫтә әйтелгән юғары бүләк уны бер йылдан һуң ғына эҙләп таба. Бынан тыш, М. Сыртланова ике Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Байраҡ ордендары һәм күп кенә миҙал менән бүләкләнә. Ябай осоусынан эскадрилья командиры урынбаҫары вазифаһына тиклем күтәрелә ул.
1945 йылдың майында Мәғүбә Сыртланова хәрби самолеты менән Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнаша. Һуғыштан һуң Кавказ яҡтарына ҡайта, Грузияның граждандар һауа флоты идараһында звено командиры булып хеҙмәт итә. Ә ауырый башлағас, уға Ҡазан ҡалаһына күсеп китергә тура килә.
Фронт сынығыуы алған Мәғүбә эшһеҙ тора алмай. Ул бында бер предприятиела шаҡтай ғына ваҡыт контролер була. Шул уҡ ваҡытта йәмәғәт эшен дә алып бара.
Йылдар үтә тора. Нисек кенә булмаһын, ҡәһәрле һуғыш үҙен нығыраҡ һиҙҙерә. Дауаханала ятҡанда Мәғүбә Сыртланованың янында тәүлек әйләнәһенә яҡындары, туғандары, медицина институты студенттары була.
Ниндәй үкенес! Һәр төрлө ҡыйынлыҡтар алдында ла туҡтап, һуғыштың иң ауыр минуттарында ла юғалып ҡалмаған, һәр саҡ дошманға ҡыйыу бөркөттәй ташланған Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы Сыртланованың йөрәге йәшәрҙәй йылдарында ғына тибеүҙән туҡтай.
Был уңайҙан күренекле татар яҙыусыһы Шамил Рәҡипов “Кипаристар йыры” китабында былай тип яҙып сыҡты: “Мәғүбә апайҙы 1971 йылдың 4 октябрендә ерләнек. Һағышлы музыка уйнаны, һуғыш шаңдауы булып залптар яңғыраны. Күпте күргән, күпте кисергән ҡарт өйәңке лә, Мәғүбә апайыбыҙ туңмаһын, һөйәктәренә йомшаҡ булһын тигәндәй, табут өҫтөнә һары япраҡтарын ҡойҙо... Шулай ҙа зыяраттан сығып киткәндә Мәғүбә апайҙың рәсеме беҙгә нисектер моңайып ҡарап ҡалған һымаҡ тойолдо. Ҙур батырлыҡтар күрһәткән ил ҡыҙын беҙ, яҡты донъяла ҡалыусылар, тейешенсә баһалап еткерҙекме һуң?..”
Эйе, был һорау күптәрҙе уйландыралыр, моғайын. Ә бына ил батырына уның тыуған ерендә ниндәй ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелә икән?

Бәләбәйҙәр үҙ ыласынын онотмай

Нисек кенә булмаһын, урғылып сыҡҡан шишмә һыуының тәме, тәбиғәттең ҡабатланмаҫ йәме тыуған-үҫкән ер менән бәйле бит. Мәғүбә Сыртланованың балалыҡ йылдары данлыҡлы Бәләбәй ҡалаһында үтә. Кем уйлаған, йылдар үтеү менән уның күкрәгендә “Алтын Йондоҙ” балҡыр ҙа илебеҙҙе данлар тип. Хәҙер уға тыуған яғы мәҙхиә йырлай. Бәләбәйҙәр Мәғүбә апай менән сикһеҙ ғорурлана. Ҡаланың 2-се урта мәктәбе уның исемен йөрөтә. Бында Герой хеҙмәт иткән 46-сы полктың осоусыларына бағышланған музей ойошторолған. 1981 йылда мәктәптең элекке директоры Нина Степанова тарафынан булдырылған үҙәктә ике меңдән ашыу кеше экскурсияла булып өлгөргән. Бәләбәйҙәрҙән тыш, музейға Миәкә, Бишбүләк, Әлшәй, Йәрмәкәй райондары мәктәптәренән дә уҡыусылар килгән һәм әле лә килә. Бинаның эсе иллюминаторлы самолет салонын хәтерләтә. Бында шлемофондар, карталар, парашют макеттарын күрергә мөмкин. Уртала Мәғүбә Сыртланованың Бәләбәй рәссамы Борис Зайцев тарафынан эшләнгән бюсы урын алған. Музейҙың мөйөшөндә “По-2” самолетының макеты, парашют сумкаһы, туп йәҙрәһе, самолет ҡыйпылсыҡтары ҡуйылған.
Батырлыҡ дәрестәре, китап, шиғриәт яратыусылар менән осрашыуҙар ҙа бында үтә. Агитбригадалар ҙа сығыш яһай. Шулай уҡ балалар рәсемдәренә конкурстар иғлан ителә, иншалар, изложениелар яҙыу ойошторола, махсус стена гәзиттәре сығарыла. Бында уҡ тантаналы шарттарҙа уҡыу алдынғыларына, мәктәп, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыусыларға Мәғүбә Сыртланованың символик рәүештә эшләнгән миҙалдары тапшырыла.
Мәктәп музейы бөгөн Рәсәйҙәге егермеләп мәктәп уҡыусыһы менән хат алыша. Улар, үҙ сиратында, музейҙы документаль яҡтан тулыландырыу маҡсатында төрлөсә ярҙам итә.
Бәләбәйҙәр үҙҙәренең ҡыйыу, данлыҡлы ҡыҙын бер ҡасан да онотмай. Ҡалала бер урам атаҡлы яҡташыбыҙ исемен йөрөтә. Мәғүбә Сыртланованың Бәләбәй ситендәрәк Ватанды һаҡлаусыларға бағышланған мемориаль комплекстағы бюсы йыраҡтан уҡ кешеләрҙе үҙенә йәлеп итеп тора. Шуны ла әйтергә кәрәк: бәрәкәтле Бәләбәй ерендә батыр яҡташтарға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү, уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү йөҙөнән китаптар ҙа нәшер ителә. Денис Курганов менән Павел Фединдың “На алтарь Победы” исемле китабы — шуның асыҡ миҫалы. Унда легендар осоусы тураһында ла материал бар.

Ҡазанды ла данланы яҡташыбыҙ

Әлеге яҙмаларҙы нәшриәткә әҙерләгәндә, күп кенә сығанаҡҡа мөрәжәғәт итергә, Мәғүбә апайҙы белгән кешеләргә, Ҡазан менән, дөрөҫөрәге, уның ҡыҙы Наталья Бабкина менән дә элемтәгә инергә тура килде.
Бәхәсһеҙ, Ҡазан халҡы беҙҙең ҡурҡыу белмәҫ осоусыбыҙ Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы Сыртланова менән сикһеҙ ғорурлана. Бөгөн 52-се мәктәптә музей эшләй, Иҙел буйы районында урынлашҡан бер урам Мәғүбә Сыртланованың исемен йөрөтә, шулай уҡ уның хөрмәтенә һәйкәл-бюст ҡуйылған. Тыуған яҡты өйрәнеү музейында легендар осоусыға бер мөйөш булдырылған. Еңеү паркында иһә Советтар Союзы Геройҙарының исемлегендә уның да исеме ташҡа уйып яҙылған.
“Минең әсәй бик теремек кеше булды, эшһеҙ ултырырға яратманы, — тип һөйләй Наталья Максимовна. — Хаҡлы ялға сыҡҡас та бәйләү, сигеү һәм башҡа эштәр менән мәшғүл булды. Йырларға яратты, бигерәк тә үҙебеҙҙең йырҙарҙы. Беҙ апайым менән музыка мәктәбенә йөрөнөк. Тик бына беҙҙең туған телдә һөйләшмәүебеҙ, белмәүебеҙ бик борсой ине әсәйебеҙҙе. Ул тәбиғәт ҡосағында булырға, кешеләр менән осрашырға яратты, үҙен һәр саҡ тыйнаҡ, ябай тотто. Уның ысын күңелдән ихлас көлөүен хәҙер инде беҙгә һағынып һөйләргә генә ҡалды.
Йыш ҡына ғаиләбеҙ менән Иҙел буйына урманға бара торғайныҡ. Әсәй менән атайҙың дуҫтары ла күп булды. Ә бына байрамдар етһә, почта йәшниге илебеҙҙең төрлө яҡтарынан килгән ҡотлау телеграммалары, открыткалар менән тула торғайны. Әсәйем полкташтары менән оҙаҡ йылдар дауамында хат алышты. Улар ауыр саҡтарҙа бер-береһенә мөмкин тиклем ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Заманында ҡәҙерлебеҙгә мәктәптәрҙә, хәрби училищеларҙа, юғары уҡыу йорттарында сығыш яһарға тура килде. Дәһшәтле һуғыш осорон иҫкә төшөрөү күңеленә ауыр булһа ла, ул һәр саҡырған урынға барырға тырышты, һорауҙарға яуап бирҙе, фәһемле кәңәштәрен әйтте. Мәскәүгә, шулай уҡ башҡа ҡалаларға осрашыуҙарға барыуҙан да баш тартманы.
Беләм: сәләмәтлегем ҡаҡшау сәбәпле, әсәйемә күп борсолоу килтерҙем. Ҡаты ауырығанда, уға минең янда байтаҡ төн үткәрергә тура килде. Наҙлы ҡарашын, иркәләүен, хәстәрлеген минут һайын тойҙом. Ә бына әсәй үҙе кинәт ҡаты ауырып киткәс, быны тағы нығыраҡ аңланым. Миңә ул саҡта 10 йәш кенә ине. Беҙ апайым менән әсәйҙең йөрөй алмаясағын күҙ алдына ла килтермәнек. Янына дауаханаға барғанда ул һәр ваҡыт тыныс булды, сире тураһында һөйләмәҫкә тырышты, беҙҙе йыуатты, уҡыуыбыҙ хаҡында һорашты, ҡайғырмауҙы үтенде. Ә бит бының өсөн уға күпме түҙемлек, сыҙамлыҡ кәрәк булған...”
Әсәһе вафат булғанда Натальяға ун һигеҙ йәш була. Хәҙерге ваҡытта улы менән Ҡазанда йәшәй. 1992 йылға тиклем инженер-программист булып эшләй. Атаһы Максим Федорович иһә заманында Ҡазан авиация заводында эшләгән, 1978 йылда вафат булған.
Мәғүбә апайҙың икенсе ҡыҙы Светлана Ҡазанда төпләнгән, ике балаһы, ике ейәне бар. Ҡыҙы — “Эфир” телекомпанияһында, улы эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итә. Светлана — биология фәндәре кандидаты, Татарстан Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Биология институтында эшләй.
Мәғүбә Сыртланованың ҡустыһы Үзбәк менән һеңлеһе Роза Мәскәүҙә йәшәй. Улар туған-тыумасаһы, дуҫтары менән хәбәрләшеп тора.
Һүҙ аҙағында шуны әйтергә кәрәк: данлыҡлы яҡташыбыҙ Мәғүбә Сыртланованың ҡыҙҙары әсәһенең тыуған яғында, бигерәк тә Бәләбәй ерендә уға ҡәҙер-хөрмәт күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәтле һәм бындағы изге күңелле етәкселәргә ялҡынлы сәләмдәрен юллай.
Тимәк, хуш күңелле Бәләбәй халҡы донъяны шаулатҡан, киләсәгебеҙ өсөн йән атҡан үҙенең батыр ҡыҙын бөгөн дә онотмай һәм бер ҡасан да онотмаҫ, сөнки халыҡ хәтере — мәңгелек.
(Аҙағы. Башы 136-сы һанда).
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ,
Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фәтих Кәрим һәм Динис Бүләков исемендәге премиялар лауреты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 131

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 480

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 118

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 926

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 691

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 269

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 590

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 971

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 452

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 528

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 353

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536