Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эштән йәм табып
Эштән йәм табыпЯратып һайлаған һөнәреңә ғүмер буйы тоғро ҡалып, яҡты нур булып йәшәү, үҙеңә тиң парҙы һайлап, бына тигән ғаилә ҡороп, балалар үҫтереү, тирә-йүндәгеләргә изгелек ҡылыу һәм йылылыҡ өләшеү — бәхеттең иң олоһо. Ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлап, бөгөн Төлгөҙбаш ауылында йәшәгән Венера Заһирова ысын мәғәнәһендә лайыҡ бындай бәхеткә!

Венера Фәйез ҡыҙы Ҡыйғы районының Дүшәмбикә ауылында тыуып үҫә. Әсәһе Лена Әхмәт ҡыҙы һәм атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәйез Харис улы ла уҡытыусы була. Бәләкәй ҡыҙҙың йөрәгендә педагог һөнәренә һөйөү нәҡ уларҙан күсә лә инде. Шуға күрә бәләкәстән белемгә ынтылған Венера, мәктәпте тамамлағас, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Студент йылдарында ла бик дәртле була: тырышып уҡыуынан тыш, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай, төрлө түңәрәктәргә йөрөй, ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Байрам һайын концерт, спектаклдәрҙә ҡатнаша. Венера апай әйтеүенсә, нәҡ студент йылдарында ул оҫта итеп бейергә, йырларға, мандолинала уйнарға өйрәнә. Ә был һәләттәрҙең барыһы ла уға артабанғы эшендә бик кәрәк була.
Ҡулына диплом алған йәш белгес, 1971 йылда юллама буйынса районыбыҙға килеп, Ҡышлауйылға мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта башлай. Нәҡ ошо ауылда Венера апай буласаҡ тормош иптәшен — “Дружба” совхозының комсомол комитеты секретары Йәрис Рәфҡәт улын осрата.
Йәш ғаилә Иҫке Ҡаҙансы ауылында төпләнә. Мөхәббәт емештәре булып ҡыҙҙары Лидия донъяға килә. Ике йылдан һуң Йәрис ағайҙы Төлгөҙбаш мәктәбенә эшкә күсерәләр. Йәрис Рәфҡәт улы — математиканан, Венера Фәйез ҡыҙы рус теленән балаларға белем бирә башлай. Венера апайҙың хыялы тормошҡа аша: татыу ғаилә ҡора, һөйөп туя алмаҫлыҡ ҡыҙҙары үҫә, тик йәшлектәге бер хыялы — юғары белем алыу теләге тынғы бирмәй. Кәңәшләшеп, улар икеһе лә (Йәрис ағайҙың да юғары белеме булмай) Башҡорт дәүләт педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә. Ҡуйған маҡсаттарына өлгәшергә өйрәнгән Йәрис ағай менән Венера апай, ауырлыҡтарҙы еңеп, береһе — тарих, икенсеһе урыҫ теле һәм әҙәбиәте факультетын уңышлы тамамлап, диплом ала.
Ошо йылдар эсендә уларҙың ғаиләһенә тағы ла йәм һәм шатлыҡ өҫтәп икенсе ҡыҙҙары Гүзәл донъяға килә. Ойоштороу һәләтенә эйә Йәрис Рәфҡәт улын 1976 йылда директор урынбаҫары, ә 1997 йылда мәктәп директоры итеп үрләтәләр. Венера Фәйез ҡыҙы ла үҙ бурысына һәр саҡ яуаплы ҡарауы, кешеләргә иғтибарлы, ярҙамсыл булыуы, эшсәнлеге менән хөрмәт ҡаҙана. Үҙ эшен, балаларҙы яратҡан педагогтың дәрестәре һәр ваҡыт йәнле үтә. Яңынан-яңы программалар төҙөп байрамдар үткәрә, йыр-бейеүҙәр өйрәтеп, концерт-спектаклдәр ҡуя, уҡыусыларының белемен камиллаштырыу, һәләтен үҫтереү өсөн түңәрәктәр алып бара. Ғәҙел, яуаплы, талапсан, шул уҡ ваҡытта һәр уҡыусыһын үҙ балаһындай күреп ярата белгән, үҙ һөнәренә мөкиббән уҡытыусыны уҡыусылары, хеҙмәттәштәре, ата-әсәләр бик ихтирам итә.
— Миңә өс мәктәптә эшләргә тура килде. Төлгөҙбашта иһә уҡыусыларҙың тырышлығы, ҡыҙыҡһыныусанлығы, һәр саҡ өй эштәренә яуаплы ҡарауы, ата-әсәләрҙең балаларының уңыштары һәм мәшәҡәттәре менән ҡыҙыҡһынып тороуы хайран итте. Быларҙың барыһы ла миңә тағы ла тырышыбыраҡ, дәртләнеберәк эшләргә ярҙам иткәндер, сөнки хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен күреү, уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең ярҙамын тойоу киләсәккә этәргес бирә, ҡанатландыра, — тип иҫкә алды хеҙмәт йылдарын Венера апай.
Хеҙмәтенән йәм табып, бәхет сығанағы күреп эшләгән уҡытыусының фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана. 1997 йылда ул “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының, район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
— Милли мәктәптә уҡыусыларға урыҫ теле нескәлектәрен өйрәтеү уҡытыусынан ҙур оҫталыҡ, ныҡышмаллыҡ талап итә. Венера Фәйез ҡыҙы ла нәҡ шундай юғары профессионаллеккә эйә булған уҡытыусыларҙың береһе. Уҡыусыларға үҙ фәне буйынса төплө белем биреүҙән тыш, уларҙың һәләтен, яҙма һәм һөйләү телмәрен, логик фекерләүен үҫтереүгә ҙур урын бирә. Шуғалыр ҙа уның уҡыусылары, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай, сығарылыш имтихандарында ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, юғары уҡыу йорттарына инә. Әлбиттә, еңеү бер көндә генә яуланмай. Күп йыллыҡ хеҙмәт осоронда бай тәжрибә туплаған, алдынғы уҡытыу алымдарын үҙләштергән юғары категориялы уҡытыусы хеҙмәттәштәре алдында асыҡ дәрестәр бирә, район семинарҙарында тәжрибә уртаҡлашып сығыш яһай, сығарылыш класс уҡыусыларының эшен тикшергәндә район комиссияһы ағзаһы ла булып тора, — тип һөйләне Венера Фәйез ҡыҙының фиҙаҡәр хеҙмәте хаҡында мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Әхмәтова. Хеҙмәттәштәре лә ыңғай яҡтан ғына баһаланы уны.
— Венера Фәйез ҡыҙы менән Төлгөҙбаш мәктәбендә 23 йыл эшләнек. Оҙаҡ йылдар мәктәптә тел уҡытыусыларының методик берләшмәһен етәкләгән хеҙмәттәшем үҙенең сығыштарында, асыҡ дәрестәрендә эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, методик ярҙам күрһәтте. Хаҡлы ялға сыҡҡансы класс етәксеһе булды. Уҡыусылары менән экскурсияларға, походтарға йөрөнө, йыр-бейеүгә өйрәтте. Эшен ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә алып барғанлыҡтан, улар балаларының уңыштары һәм етешһеҙлектәре тураһында гел хәбәрҙар булды. Һәр эшкә лә оҫта, тәртип-таҙалыҡты яратҡан хужабикә, береһенән-береһе һылыу дүрт ҡыҙына матур тәрбиә биргән һөйөклө әсә, тормош иптәшенә ышаныслы тоғро ҡатын. Йәрис ағай менән баҡсаларында үҫтергән емеш-еләктән, йәшелсәнән ҡышҡылыҡҡа телеңде йоторлоҡ ҡайнатмалар, салаттар, һуттар әҙерләй. Тирә-яҡҡа йәм биреп үҫкән баҡса гөлдәренә ҡарап, һоҡланып туймайһың, — тип хеҙмәттәше тураһында һоҡланып һөйләне татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнисә Талипова.
Был бәхетле парҙың уҡытыусылыҡ стажы — 77 йыл! Ошо йылдар дауамында күпме бала, уларҙың йөрәк йылыһын тойоп, белем-тәрбиә алып, ҙур тормош юлына аяҡ баҫҡан! Венера апай менән Йәрис ағай эштә лә, өйҙә лә бер-береһенә терәк-таяныс булып тормош юлынан бына 40 йыл инде бергә атлай. Бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап, тулыландырып торған был матур пар йәмәғәт тормошонда ла ихлас ҡатнаша. Заманында ауыл клубында концерт, спектаклдәрҙә уйнап, халыҡты шатландырырға ла өлгөрәләр, агитатор ҙа булалар.
— Тормош юлын Венерам һымаҡ уңған, изге күңелле, сабыр ҡатын-ҡыҙ менән үтеүемә сикһеҙ шатланам һәм ғорурланам. Уға рәхмәт. Һәр ваҡыт хеҙмәтемде аңланы, ярҙам итте. Балалар тәрбиәләү, донъя көтөү ҙә күберәге уның иңенә төштө, — тип Венера апайға рәхмәтен белдерҙе Йәрис ағай.
Эйе, һоҡланырлыҡ ғүмер юлы үтә улар! Гөл-сәскәгә тиң донъя ҡорғандар, ҡыҙҙарының дүртеһенә лә юғары белем биреп, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам иткәндәр. Бөгөн ике ейәнсәрен һөйөп ҡыуана улар.
Наилә ИМАЕВА.
Асҡын районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә