Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәҙәниәтле кеше тайғаҡ юлға баҫмаҫ
Мәҙәниәтле кеше тайғаҡ юлға баҫмаҫӘле мәҙәниәт усаҡтарының ялға туҡтаған мәле. Тимәк, сираттағы ижад миҙгеленә тиклем көс тупларға ваҡыт бар. Ләкин йәй улар өсөн етди әҙерлек осоро ла. Артистар республикабыҙ буйлап, хатта сит өлкәләргә гастролдәргә юллана.
Форсаттан файҙаланып, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республикабыҙҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм АБУШАХМАНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– "Әҙәм балаһының мәҙәни кимәле юғары булған һайын, уның хеҙмәте лә юғары баһалана", – тигән бер аҡыл эйәһе...
– "Ошо фекергә ҡарашығыҙ нисек?" – тип һорамаҡсыһың инде. Килешәм, уның киреһенсә булыуы мөмкин дә түгел. Мәҙәниәтле кеше менән әңгәмә ҡороу – үҙе бер кинәнес, ул төплө фекер йөрөтә, уның йәшәү девизы аныҡ, тормош позицияһы көслө.
Мәҙәниәтте мөнәсәбәт тигән төшөнсә менән бәйләү – миңә ҡалһа, дөрөҫөрәк. Бер-беребеҙ менән тығыҙ бәйләнеш тотоу, үҙ сиратында йәш быуындың күңелендә ыңғай сифаттар тәрбиәләү хаҡында уйланам. Мәҙәниәтле кеше бер ҡасан да тайғаҡ юлға баҫмаҫ.
– Ҡала кешеһенең мәҙәни тормошон ауылда йәшәүселәрҙеке менән сағыштырыу мөмкин түгел. Ҡайһы бер урындарҙа клубтарҙың бикле тороуы берәүгә лә сер түгел. Ә клуб – ауылдың тотҡаһы ла, күрке лә. Ошо йәмһеҙ күренеш мәҙәнилек тәрбиәләүҙе тотҡарламаймы?
– Заманында тыуған ауылым Буранғолда (Әбйәлил районы. – Автор) клуб мөдире тигән бик тә яуаплы йөктө тарттым. Колхоз-совхоздарҙың гөрләп торған сағы, халыҡта энтузиазм шул тиклем көслө, һәр кем дәррәү. Шунда бер түрәнең клубты кис бикле тотоуҙы талап итеүе тамам аптыратты. Имеш, уныңса, йәштәр төнгө уйындан һуң эшкә һуңлап килә йәки бөтөнләй сыҡмай. Таң һыҙылыр-һыҙылмаҫтан ҡыҙҙар менән егеттәрҙең дәртләнеп яланға ашығыуына шаһитмын, тегегә шуны аңлаттым. Иң мөһиме: үҙемдең фекеремдә ҡалдым. Мәҙәниәт усаҡтарында төрлө саралар үтеп тора икән, был насармы ни, уның эшкә ҡамасаулағанын ҡасан күргәнегеҙ бар?!
– Әхтәм Әхәт улы, заманында һеҙ күренекле драматург Азат Абдуллиндың "Онотма мине, ҡояш!" тигән әҫәрендә Саҙрый образын оҫта башҡарҙығыҙ.
– "Һыйырҙарҙы бороп алып, үҙенең артынан һөҙәк ярға сығарыусы ла ине ул. Боҙло һыуға иң беренсе булып һикергән дә. Ул көндө малдарҙың яртыһын Саҙрый үҙе һөйрәп алып сыҡты. Яртыһын ғынамы! Бөтәһен дә бәләнән ҡотҡарып алып ҡалды..." Зоотехник Сергей Саҙрый менән яғалашҡандан һуң ошо турала уйланып уңайһыҙлана. Мәҙәнилек, мәҙәни кимәл ошо һүҙҙәрҙә сағылыш тапҡан да инде.
– Стәрлебаш районында "Алтын тирмә" төбәк-ара милли театрҙар фестиваленең жюри рәйесе булараҡ, ошо хаҡта ни әйтерһегеҙ?
– Әбйәлил районының Дәүләт ауылында халыҡ театры бар. Вәт, исмаһам, артистар! Эргәлә генә город (Магнитогорск ҡалаһын әбйәлилдәр шулай йөрөтә. – Автор), күп халыҡ ошо ҡалала эшләй, шулай булыуға ҡарамаҫтан, бынамын тигән труппа төҙөгәндәр. Минеңсә, бөтә осраҡта ла уңыштың төп сере – эште тейешенсә ойоштора белеүҙә.
Республикабыҙҙа халыҡ исемен йөрөткән 120-нән ашыу театрҙың эшләүе күп нәмә тураһында һөйләй. Һәүәҫкәрҙәр әллә күпме! Белорет ҡалаһындағы "Дефицит" халыҡ театры менән яҡындан танышмын. Һәр сығыштарының тамашасылар тарафынан көслө алҡыштарға күмелеүен дә яҡшы беләм. Белорет районы етәкселеге уларға өр-яңы бина һалып бирергә уйлай. Сәнғәткә һәм мәҙәниәткә йылы ҡараштың бүтән яҡтарҙа ла ошолай булыуын теләр инем. Быйыл төп бүләкте бәләбәйҙәр эләктерҙе. Ысынлап та, "Браво" урыҫ халыҡ йәштәр театры студияһы быға лайыҡ. Уның етәксеһе Олег Данилин артистар әҙерләүгә ныҡлы тотонған.
Республика халыҡ ижады үҙәге йыл буйы бихисап саралар уҙғара, ләкин, минеңсә, фольклор менән бәйлеләрен күберәк үткәрергә кәрәк. Уға ғилми нигеҙ һалыу зарур.
Мәҙәнилекте юғалтмаһаҡ ине, шул саҡта ғына киләсәгебеҙ ышаныслы булыр.
Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә