Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Татарстандың күренекле ғалимы, республиканың Фәндәр академияһы ағзаһы, әҙәбиәт, тел һәм сәнғәт институтына етәкселек иткән профессор Мирфәтих Зәкиев яҡын дуҫы, хеҙмәттәше, халҡыбыҙҙың олуғ төркиәтсе ғалимы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевҡа арналған китабын “Моңло бер йыр” тип исемләгәйне.

Туғандаш ике ҡәүемдең данлыҡлы улдарының хеҙмәттәшлеге, серҙәш һәм моңдаш булып йәшәүе беҙҙең өсөн легенда булып та, эскерһеҙ саф дуҫлыҡ өлгөһө рәүешендә лә ҡалды. Уҡытыусыбыҙ Жәлил Ғиниәт улы Советтар Союзында ла, сит дәүләттәрҙә лә яҡшы билдәле шәхес ине. Тимәк, ҙур ғалимдың дуҫтары ла күп булғандыр, әммә Мирфәтих ағай менән уның мөнәсәбәте телдәрҙән, мәҙәниәттәрҙән дә өҫтөн торғандыр. Ә инде ул замандарҙа, рәсми идеология сикләүҙәрен иҫәпкә алмағанда, ғалимдар, яҙыусылар, композиторҙар, артистар өсөн сәйәсәт һәм дәүләт сиктәре юҡ ине.
Башҡортостан менән Татарстан Республикаларын, шөкөр, әле лә сик буйы бағаналары айырмай. Өфө менән Ҡазан юлы гөжләп тора. Эшлекле даирәләр, әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәре үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе һыуытмай. Был — ике дәүләт араһында булырға тейешле тәбиғи хәл.
Әммә хәтер мине үткән быуаттың алтмышынсы йылдарына алып ҡайта. Ул саҡтағы хәл-ваҡиғаларҙың буяуы сағыуыраҡ, аралашыуҙар йылыраҡ, йырҙар моңлораҡ һымаҡ тойола. Бәлки, был кешеләр араһындағы ихласлыҡ һәм сафлыҡты һағыныуҙан киләлер, сөнки һиңә нимә етмәй, күңелең шуны һорай башлай бит.
Халыҡтың нәфис һүҙ менән фәлсәфәүи фекергә тартылыуы шул ҡәҙәре булдымы — шиғыр кисәләре бик йыш үткәрелә ине. Сәйәси мәғариф йортоноң ҙур залы һәр кисә һайын шығырым тула. Беҙҙең кеүек йәш-елкенсәктең бар маҡсаты — яҙыусылар, шағирҙар менән танышып ҡалыу, уңайы сыҡһа, автограф алыу.
Олпат кәүҙәле Ғариф Ғүмәр, Хәниф Кәрим, Әкрәм Вәли ағайҙар. Үткер телле Сәғит Агиш, Динис Исламов. Әлегә йәштәр иҫәбендә йөрөгән Рәми Ғарипов, Әнғәм Атнабаев, Марат Кәримов. Һирәк-һаяҡ булһа ла, ипле һүҙле, күпереп торған сәсле Мостай Кәрим күренеп ҡала. Шулай ҙа һәр кисәнең йәме һәм йәне — Ҡазан ҡунағы Хәсән ағай Туфан. Ул Башҡортостанда уҙғарылған бер генә мәҙәни сараны ла ҡалдырмай ине шикелле. Ҡаҡса оҙон буйлы, һарғылт сәсле, зәңгәр күҙле Хәсән ағай мөнбәргә сығып баҫһа, сығышын шиғыр уҡыуҙан түгел, ә залдағылар менән ихлас иҫәнләшеүҙән, Башҡортостан, Өфө, дуҫлыҡ-туғанлыҡ хаҡында уйланыуҙарҙан башлар ине. Ул бер ваҡытта ла ялҡытҡыс дежур һүҙҙәр әйтмәне. Һәр һүҙенән, ҡарашынан, хатта килеш-килбәтенән йылылыҡ, яҡтылыҡ бөркөлә ине. Башҡортостанға, башҡорт халҡына шул ҡәҙәре лә яҡынлыҡ Туфан ағайҙа ниндәй сәбәптәр менән хасил булғандыр, әле булһа төшөнөп еткермәйем. Бәлки, аңларға тырышырға ла кәрәкмәйҙер. Бер әсә балаларына бер-береһенә үҙ хистәрен тел менән сисеү зарурлығы юҡ — яҡын кешеләр һүҙ менән түгел, йөрәк аша аңлаша. Күренекле татар шағиры Шәйхи Маннур: “Татар менән башҡорт араһы — бер әсәнең ике балаһы”, — тигән бит. Ғаиләләге балаларҙың төрлө һөнәр һайлауы, төрлө тарафта йәшәүе ихтимал, әммә туғанлыҡ бер генә булып ҡала.
Башҡорт менән татар боронғо замандарҙан тел һәм мәҙәниәт уртаҡлашып, рухын берләштереп йәшәгән. Беҙҙең Башҡортостандың Урал аръяғында, мәҫәлән, мөғәллимдәр, табиптар, тегенселәр, һөнәрселәр булып эшләгән татар халҡы вәкилдәренә оло хөрмәт менән ҡарайҙар. Ғөмүмән, төпкөл башҡорт ауылдарында ла татар белгестәре йәки ҡатнаш милләтле ғаиләләр булмаған осраҡты таба алмаҫһығыҙ.
Ә инде киңерәк күҙлектән сығып ҡарағанда, төрлө милләт йәшәгән райондарҙың үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә һәм хеҙмәттәшлектә йәшәүе — үҙе ҙур ҡыуаныс. Мәҫәлән, Баймаҡ менән Илеш райондары араһында күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек ике төбәк халҡы өсөн дә фәһемле. Әйткәндәй, Баймаҡ — татар әҙәбиәте һәм мәҙәниәте өсөн айырым әһәмиәткә эйә булған төбәк. Юлыҡ ауылында һәм Темәстә күренекле татар драматургы Мирхәйҙәр Фәйзиҙең бер ни ҡәҙәр ваҡыт йәшәүе һәм ижад итеүе, үлемһеҙ “Ғәлиәбаныу” драмаһын ижад итеүе — романтик эҙ ҡалдырған ваҡиғалар.
Өфөлә һәм Башҡортостанда эшләүсе татар белгестәре, Ҡазанда һәм Татарстанда хеҙмәт итеүсе башҡорттар туған фәненә йәки мәҙәниәтенә генә хеҙмәт итеп ҡалмай, дөйөм хазинаны тулыландырыу хаҡына эшләй. Хужалыҡ, фән, техника үҙенең үҫеш процесында уға ниндәй милләт вәкиленең күберәк өлөш индереүен һанамай. Иң мөһиме — ул өлөш тос булһын һәм уртаҡ маҡсаттарға хеҙмәт итһен. Был йәһәттән мин Әбйәлил районының Ярлыҡап ауылында тыуып үҫеп, Ҡазанда фәндең оло үрҙәренә күтәрелгән академик Марат Илһамовтың тормош һәм эшмәкәрлек юлын фәһемле тип иҫәпләйем. “Ғүмеремдең айырыуса емешле, бәхетле йылдары Ҡазанда үтте. Башҡортостан менән Татарстанды мин айырып ҡарай алмайым”, — ти ул. Хис кенә түгел, күп осраҡта айыҡ аҡыл менән йәшәгән ҙур ғалим нимә һөйләгәнен беләлер.
Ике халыҡтың бер тормош һәм уртаҡ маҡсат менән ҡайнашып йәшәүе — яҙмыш бүләк иткән бәхет. “Почет Билдәһе” орденлы Татарстан дәүләт йыр һәм бейеү ансамбленең художество етәксеһе булып оҙаҡ йылдар Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Әбйәлил районы ҡыҙы Лима Ғәли ҡыҙы Ҡустыбаева эшләне. Татарстандың Рәссамдар берлегенә нисәмә йыл инде Баймаҡ егете Абрик Абыҙгилдин етәкселек итә. Өфөлә, геофизик йыһаздар етештереү сәнәғәтендә, ҙур етәксе вазифала Татарстандың Мамадыш районы егете, яҡын дуҫым Миңлефәрғәт Вәлиев эшләй. Бындай миҫал бихисап, әммә дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ тойғолары өсөн статистик иҫәпләүҙәр кәрәкмәй, улар — йөрәктә яралған емештәр.
Бөйөк ғалимыбыҙ Жәлил Кейекбаев беҙҙе бигерәк иртә ҡалдырып китте. Уның фекерҙәше һәм арҡаҙашы Мирфәтих ағай Зәкиев, иншалла, ғүмерле булды. Ошо ике шәхестең үҙ-ара мөнәсәбәте генә лә башҡорт менән татар араһында һис ниндәй сәйәсәт һәм имеш-мимешкә бирелмәҫлек яҡынлыҡтың булыуын дәлилләй ине. Әгәр беҙ дәүләт-ара, иҡтисади мөнәсәбәттәрҙә лә шул яҡынлыҡты, бер-беребеҙгә ышанысты һаҡлап ҡала алһаҡ, ике республикабыҙ ҙа — ҡеүәтлерәк, халыҡтарыбыҙ бәхетлерәк булыр.
Мәшһүр татар яҙыусыһы, Башҡортостандың яҡын дуҫы Ғариф Ахуновтың: “Һеҙҙең алтын һүҙҙәрегеҙҙе көмөш ҡәмәр менән уратып ҡуяйым әле”, — тип әйтә торған ғәҙәте бар ине. Ғариф ағай уны күңеле ризалыҡ менән тулған ваҡытта, төплө фекерҙе ҡеүәтләп ебәрергә теләгәндә әйтер булды. Ә был һүҙ уйнатыу түгел, ҡәләм оҫтаһы бары һәммәбеҙ ҙә уйлап йөрөгәнде образлы итеп әйтә белгән.
Һуғыш — ҡаза. Аслыҡ — бәлә. Яңғыҙлыҡ шуларҙың икеһен дә үҙ эсенә алалыр. Күмәк кеше араһында йәшәп тә, күңелең менән япа-яңғыҙың булырға мөмкин. Бер-береңдең ҡәҙерен белеү, йотом һыу һәм бер телем икмәкте лә уртаҡлашып йәшәү — тәбиғәт биргән бүләк тә, замандарҙан килгән аманат та, бурыс та. Шундай тормош ҡына кеше өсөн моңло бер йыр була ала.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола...

Тотош уҡырға 40

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар...

Тотош уҡырға 31

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр...

Тотош уҡырға 25

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй...

Тотош уҡырға 38

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә 07.05.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 31

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша...

Тотош уҡырға 44

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 49

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла...

Тотош уҡырға 31

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 29

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте...

Тотош уҡырға 35