Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ижадты ваҡыт менән сикләргә ярамай”
“Ижадты ваҡыт менән сикләргә ярамай”Һуңғы ваҡытта, уҡыусылар китап уҡымай, нимәгә кәрәк ул китап, тигән һүҙҙәрҙе ишетеүгә күнегеп тә киттек, буғай. Әммә әҫәрҙәре һыуһынды ҡандырырлыҡ яҙыусы тарафынан күтәрелгән проблемалар уҡыусыны битараф ҡалдырмай, күңелдәрҙе сафландырыр, киләсәккә ышаныс тыуҙырыр әҫәрҙәр яҙыла икән, ниңә китап уҡымаҫҡа, ти?! Күпселек уҡыусылар, замана һорауҙарына яуап эҙләп, тап яҙыусыларҙың әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итеүсән. Бөгөнгө прозаның һаман төрләнә, киңәйә, үҫә барыуында йәш прозаиктарҙың өлөшө лә бар. Күптән түгел әҙәбиәт һөйөүселәр йәш яҙыусы Рәмилә Торомтаеваның “Тамғалы кейеҙ” китабын ҡулына алып һөйөндө. Өмөтлө йәш яҙыусының өс бала әсәһе булыуы ла уға оло мәртәбә өҫтәй. Балалар үҫтереү, ир ҡатыны булыу, уҡытыу эше менән шөғөлләнеүҙән тыш, ижадҡа ваҡыт табыуы һоҡландыра.

— Рәмилә, һеҙ өс бала әсәһе булыуығыҙ менән бәхетле...
— Рәхмәт! (Йылмая). Кескәйем Кәрим донъяға килгәс, үҙем дә ғаиләлә балалар кәм тигәндә өсәү булырға тейеш икәненә төшөнгәндәй булдым, сөнки тап өсөнсө бала ҡалған икәүһен берләштерә, кәрәк саҡта яраштыра. Белеүегеҙсә, ҡустыһы йәки һеңлеһе булғандарға тәбиғәт тарафынан яуаплылыҡ тигән тәрән төшөнсә һалына. Ә был — тормошта иң кәрәкле сифаттарҙың береһе. Иптәшем Зәбир ҙә шундай ҡарашта. Күптәр, заман ауырлыҡтарына һылтанып, бер генә бала менән сикләнгәндә, беҙ иптәшем менән ике ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Халыҡта ла бит “бер баланы — юҡҡа, икене берәү тип һана” тигән мәҡәл бар. Өлкән улыбыҙ Ғәлим VIII класты уңышлы тамамланы, бигерәк тә теүәл фәндәрҙе үҙ итә. Математика менән ҡыҙыҡһына, ҡала һәм республика олимпиадалары призеры. Ҡыҙыбыҙ Йәмилә IV-не бөттө, бейергә ярата. Төрлө ҡул эштәренә маһир, сигеү, бәйләүҙе үҙ итә. Төпсөгөбөҙ Кәрим беренсе класҡа барасаҡ, әле үк уҡыу кәрәк-ярағы таптыра.
— Шул уҡ ваҡытта мәктәптә уҡытыусы булып та эшләйһегеҙ бит әле...
“Ижадты ваҡыт менән сикләргә ярамай”— Яратҡан эш — ярты бәхет тигәндәй, эшемдән дә уңдым. Сибай ҡалаһының “Ирәндек” лицейында башланғыс кластар уҡытыусыһымын. Бала саҡтан әсәйемдең эшен аҙ ғына булһа ла еңеләйтәйек тигән уй менән, уға күргәҙмә материалдар әҙерләй торғас, беҙҙең ғаиләләге биш бала ла артабан ошо һөнәрҙе һайланы. Шуға күрә, институтҡа ингәнсе, бер аҙ тәжрибә лә алдым, тип әйтә алам.
Уҡыусыларымдың бер-береһенә тамсы ла оҡшамағаны хайран итә. Беҙҙең, ололарҙың, ҡолаҡтарыбыҙ, күҙҙәребеҙ күптән күнегеп бөткән иҫке әйберҙәргә уларҙың яңы ҡараштары аптырата. Үҙ-ара мөнәсәбәт ҡорғанда, бер-береһенә фекерҙәрен асыҡтан-асыҡ әйтә алыуҙары һоҡландыра. Шул уҡ ваҡытта уларҙың ихтирамын, хөрмәтен яулай алыуым оло бер ҡәнәғәтлек килтерә. Шуны юғалтҡы килмәй...
— Өс бала, ир ҡатыны, мәктәптә уҡытыу... Ижадҡа ҡасан ваҡыт ҡала һуң?
— Ижадты ваҡыт менән сикләргә ярамай. Ижад иткәндә хәҙер төнмө, көнмө тип ултыраһыңмы икән? Онотолаһың бит ул. Башкөллө ижад тигән утрауға инәһең дә, унан китке килмәй. Яҙаһың да яҙаһың... Әммә был тормошта һин — әсә, ир ҡатыны, апай, һеңле, килен, еңгәй, инәй, әхирәт тә бит әле. Һин — ижад кешеһе, тип шуларҙан нисек баш тартаһың?! Мин дә башҡалар кеүекмен, әммә яҙырға яратыуым менән саҡ ҡына айырыламдыр, бәлки.
— Уҙған йыл тәүге китабығыҙҙы алыу бәхетенә өлгәштегеҙ. Тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙсы...
— Иҫ киткес! Әле булһа ла шул хис-тойғолар шауҡымы таралмай: яңы хикәйәләр яҙғанда, үҙ-үҙеңә ышаныс нығый, яуаплылыҡ арта.
— Йәш булыуыңа ҡарамаҫтан, хикәйәләрең шул тиклем тормошсан, теле һутлы, фәлсәфәүи фекерле...
— Ғәҙәттә, хикәйәләрҙе яҙыу өсөн тормош тәжрибәһе талап ителә, тиҙәр. Миңә ҡалһа, тормош тәжрибәһенең ниндәйҙер бер өлөшө атай-олатайҙарыбыҙ ҡаны аша ла, уларҙың әйткән һүҙенән дә торалыр ул. Һәр кем донъяға, теләйме-юҡмы, үҙе лә һиҙмәҫтән атай-әсәй, уҡытыусылары, яҡындары күҙлеге аша ҡарай. Һәр хәлдә үҙем тураһында шулай тип әйтә алам. Хикәйәләремде яҙғанда өгөт-нәсихәт, аҡыл өйрәтеү, һығымталар яһау менән мауыҡмаҫҡа, уҡыусыларым ғына түгел, үҙемдең дә күңелем ҡабул итмәҫтәйҙе аҡ ҡағыҙ битенә төшөрмәҫкә тырышам.
Ауылыбыҙҙа урта мәктәп булмау сәбәпле, күрше Ҡолсораға йөрөп уҡырға тура килде. Унда Зәйтүнә Һамарбаеваларҙа фатирҙа торҙом. Зәйтүнә инәйемдең һүҙ араһында ғына әйткән “Һин яҙ, һин яҙырға тейеш” тигән һүҙҙәре ни өсөндөр хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған. Ул саҡта ун бер-ун ике йәшлек балала нимәлер күргәнме, әллә үҙем ныҡ төпсөнгәнменме, ырыу-нәҫелемә ҡағылышлы бәйәндәрен тыңларға ярата торғайным. Хәҙер ҡайтанан һөйләтәм дә ни өсөн шулай икәнлегенә төшөнәм. Матур һөйләй икән. Һөйләгәнен һүҙмә-һүҙ теҙеп яҙырға ғына кәрәктер. Шуныһы ҡыуаныслы: арабыҙҙа инәйем кеүектәр аҙ түгел. Ғөмүмән, шағир Рәми Ғарипов әйткәнсә, “көслө лә, бай ҙа, яғымлы ла” телеңдә нисек ҡоро һөйләйһең, яҙаһың?
— “Диван” хикәйәһендә өй эсендәге күптәнге ултырған иҫке диван менән утынлыҡта ятҡан тутыҡҡан үтмәҫ балта әҙәби герой булараҡ ҡабул ителеүе менән үҙенсәлекле. Хатта күптәр уны төп геройға ла тиңләй...
— “Диван”ға килгәндә, ул минең иң тәүге яҙылған хикәйәләремдең береһе. Тәүҙә уның аҙағы яҙылды, һуңынан — башы. Йәнһеҙ әйберҙең, дивандың һәм эскелектән кешелек сифаттарын тамам юйған Ғәйнисламдың диалогы формаһында ҡоролғанға күрә, диван, ысынлап та, был осраҡта “герой” булараҡ сығыш яһай. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенттары менән әҙәби осрашыуҙа бер студенттың: “Һеҙ, Ғәйнисламға ата-әсәһе, туғандары әйтә торған һүҙҙе бер “диван” аша әйттергәнһегеҙ, шуға ла ул уҡыусы күңеленә ныҡ тәьҫир итә...”, — тигән һүҙҙәренә нимәлер өҫтәү кәрәкмәй.
Хикәйәләремә ҡарата төрлө фекер ишетергә тура килә. Хатта мотлаҡ рәүештә килеп, “шулай тип яҙғанһығыҙ ҙа инде” тип әйтеп китеүселәр ҙә юҡ түгел. Шул саҡта кешеләрҙең ижадыма ҡарата ни тиклем битараф булмауын тояһың. Һинең хикәйәңә генә түгел, хатта тормошҡа, йәмғиәткә лә. Шуныһы — яҙыусы өсөн иң мөһиме.
— Һеҙҙең ижадты үҙ итеүселәр киләсәктә ниндәй хикәйәләрегеҙҙе уҡып ҡыуанасаҡ?
— Пландар, идеялар күп инде ул. Бер туҡтауһыҙ уйланаһың... Ләкин һәр бер идеяны йөкмәтке итерлек бер төйөнсәккә төйнәү мөмкин булған эшме икән ул?! Хәйер, яҙылған әҫәрҙәр ҙә юҡ түгел. Улар яҙыла, эшкәртелә һәм киләсәктә үҙ уҡыусыларын табыр тигән өмөттәмен.
Кәримә Усманова




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21