Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡартлығыңды үҙең хәстәрләргә өйрән
Ҡартлығыңды үҙең хәстәрләргә өйрәнПенсия мәсьәләһенең йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырыуы хәҙер сәйер тойолмай

Уҡыусыларыбыҙҙың һорауҙарын, үтенестәрен иҫәпкә алып, “Башҡортостан” гәзите редакцияһы Рәсәй Пенсия фондының идара ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Ғәләүетдин улы ХАНТИМЕРОВ менән “тура бәйләнеш” ойошторҙо. Өҙлөкһөҙ шылтыратыуҙарҙан телефон сымдары ҡыҙҙы, билдәләнгән бер сәғәт эсендә бөтөн һорауҙарҙы ла ҡабул итергә өлгөрмәүебеҙ өсөн уҡыусыларыбыҙҙан ғәфү үтенәбеҙ һәм был көнүҙәк мәсьәләгә яңынан әйләнеп ҡайтырбыҙ, тип вәғәҙә бирәбеҙ.

— Алло, алло! Тура бәйләнешме? Фоат Ғәләүетдин улына бер нисә һорауым бар. Ишембай ҡалаһынан Рәфҡәт Сәғәҙиев булам. Ғүмер буйы яуаплы вазифаларҙа, йәмәғәтселек эшендә йөҙөп хеҙмәт иттем. Намыҫлы хеҙмәттең ғәҙел баһаланмауын пенсияға сыҡҡас яҡшы тойҙом. Ни өсөн пенсия күләмен билдәләгәндә кешенең йәмғиәткә индергән өлөшө лайыҡлы баһаланмай? Янып-көйөп эшләгәне лә, илке-һалҡы йөрөгәне лә бер иш пенсия ала.
Икенсе һорауым балаларым һәм ейәндәремдең киләсәк яҙмышына, имен ҡартлығына ҡағыла. Береһе лә дәүләт ойошмаһында эшләмәй, өҫтәүенә, йәшлектәре менәндер инде, әллә ҡайҙа тойолған ҡартлыҡ көнө хаҡында уйланырға яратмайҙар. Бөгөнгө йәштәр олоғайған көндәрендә лайыҡлы пенсия алырмы икән, тип борсолам.
— Пенсия реформаһының төп маҡсаты ла — һәр кемдең лайыҡлы пенсия алыуына өлгәшеү бит. Стаж — граждандарҙы пенсия менән тәьмин итеү хоҡуғына һәм күләменә тәьҫир итеүсе мөһим факторҙарҙың береһе. Ул ике төргә: страховка һәм дөйөм хеҙмәт стажына бүленә. Страховка стажы — хеҙмәт пенсияһына хоҡуҡты билдәләгәндә иҫәпкә алынған иғәнәләр түләнгән эш осоро. Дөйөм хеҙмәт стажы — граждандарҙың пенсияға хоҡуҡтарын баһалағанда иҫәпкә алынған 2002 йылдың 1 ғинуарына тиклемге хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге оҙайлығы.
2002 йылға тиклем хеҙмәт стажы булғандарҙың пенсияһы 10 процентҡа арттырылды һәм өҫтәмә рәүештә 1991 йылға ҡәҙәрге хеҙмәт стажының һәр йылына берәр процент өҫтәлде. Киләсәктә хаҡлы ялға сығыусыларҙың пенсияһы эш биреүсе тарафынан пенсияның тупланма өлөшөнә күсергән һәм өҫтәмә страховка иғәнәләренә, шул иҫәптән дәүләт менән берлектә финанслау программаһына ярашлы, тулыланасаҡ. Әсәлек капиталы аҡсаһын да хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөнә йүнәлтергә мөмкин.
Ғөмүмән, йәштәргә пенсия капиталын булдырыу өсөн бөгөндән мөмкинлектәр бар. Дәүләт ярҙамында пенсияны арттырыуҙың үҙенсәлекле ысулы менән дә таныштырайыҡ. Әгәр граждан уның тупланма өлөшөнә йылына 2 мең һумдан 12 мең һумға тиклем аҡса күсерә икән, дәүләт уның шәхси иҫәбен шул уҡ суммаға тулыландырасаҡ. 2013 йылдың 1 октябренә тиклем Программаға инергә була, уның эшләү срогы — тәүге иғәнә түләгәндән һуң ун йыл. Иң мөһиме: эш биреүсенең һеҙҙең иҫәпкә ваҡытында иғәнә күсереүе. Эш хаҡын түләү буйынса “һоро” схемаларҙың ҡулланылыуы, һалым түләмәү маҡсатында аҡсаны “конверт”та биреү йәштәрҙең пенсияһына кире йоғонто яһаясаҡ.
Тупланма өлөштәге аҡсаны дәүләттеке булмаған пенсия фондына йәки үҙегеҙ һайлаған идарасы компанияға тапшырып та арттырырға мөмкин.
— Һеҙгә Белорет районының Манышты ауылынан Нурулла Миһранов тигән уҙаман шылтырата. Минең һорауым шундай: быйыл пенсия бер аҙ булһа ла арттырылырмы икән? Аҙыҡ-түлеккә хаҡ арта, бына июлдән электр энергияһына, коммуналь хеҙмәттәргә лә түләүҙәр күтәреләсәк. Инфляция ашап бөтә бит бар булған артымды, тип көйөнәбеҙ...
— Пенсияны арттырыу коэффициенты инфляцияның артыу коэффициентынан кәм була алмай тип тынысландырғым килә һеҙҙе. Быйылға пенсия күләмен арттырыу ҡаралмаған. Белеүегеҙсә, февраль айынан хеҙмәт пенсияһы 7 процентҡа индексацияланды, апрелдә ул йәнә арта төштө. Һөҙөмтәлә республикала ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме — 9200, хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме — 8850, башҡа пенсияларҙың уртаса күләме 8600 һум тәшкил итте.
— Тимәк, үпкә һүҙен аҙыҡ-түлеккә көн дә тиерлек хаҡты күтәргән эшҡыуарҙарға белдерергә кәрәк инде. Шулай шул, “пенсия фәлән һумға арттырыласаҡ” тигәнде ишетеү менән улар йәһәт кенә хаҡтарын үҙгәртеп тә ҡуя.
— Өфө ҡалаһындағы дәүләт учреждениеһында эшләйем. Әлегә пенсионер түгелмен, әммә оҙаҡламай уларҙың рәтенә мин дә аяҡ баҫасаҡмын бит әле, тип уйланам. Ни өсөн ғүмер буйы намыҫлы, яҡшы эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандарҙың хеҙмәте лайыҡлы баһаланмай? Кемдән генә һораһаң да, хеҙмәт өлөшөнөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, барыһының да пенсияһы бер үк күләмдә. Икенсе һорау: пенсиямды ҡайһы хеҙмәт йылдарында алған эш хаҡынан сығып иҫәпләйәсәктәр? Минең үҙем теләгән йылдарҙы һайлау хоҡуғым бармы?
— Һис һүҙһеҙ үҙегеҙ теләгән, юғары хеҙмәт хаҡы алған биш йылды бер рәттән һайлап, тап ошо дәүерҙе пенсия күләмен билдәләү өсөн тәҡдим итә алаһығыҙ.
2002 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә башланған пенсия реформаларының төп маҡсаты — хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң граждандарҙы лайыҡлы пенсия менән тәьмин итеүҙе тормошҡа ашырған күп кимәлле пенсия системаһын төҙөү. Тарихта тәү тапҡыр пенсия системаһы нигеҙенә страховкалау принциптары һалынды. Быға тиклем йәшәп килгән пенсия бүлеү системаһы тупланма өлөш һәм дәүләттең һәр граждан алдындағы страховка йөкләмәләрен персональ иҫәпкә ҡуйыу менән тулыландырылды. Яңы моделдә пенсия күләме тәү сиратта 2002 йылға ҡәҙәрге хеҙмәт стажы менән түгел, ә кешенең хеҙмәт хаҡы күләменән һәм Пенсия фондына күсергән иғәнәләренән сығып билдәләнә. Тимәк, һеҙҙең дә бөгөн үҙегеҙҙең пенсияғыҙҙы арттырыу өсөн мөмкинлегегеҙ бар.
— Хәйерле көн! Мин Дүртөйлөлә йәшәйем. 77 йәштәмен. Мине шундай һорау ҡыҙыҡһындыра. Һау-сәләмәт, үҙ эшен биш бармағылай белгән һөнәр эйәләрен йәше алтмышҡа етеү менән хаҡлы ялға оҙатыу яғын ғына ҡарайҙар. Һеҙҙеңсә, был ғәҙелме?
— Мин һеҙҙең менән килешмәйем, сөнки етмеш йәшлек хирургтарҙың да, уҡытыусыларҙың да маһирлыҡтары менән шәкерттәрен хайран ҡалдырып, уңышлы эшләүен беләм. Хаҡлы ялға сыҡҡандарҙың байтағы һөнәрен уңышлы дауам итә. Үҙең эштән китеү тураһында ғариза яҙмаһаң (ҡыҫҡартыуға эләкмәгән хәлдә), бер кем дә һине ебәрә алмай. Ҡулынан килә икән, ниңә эшләмәҫкә тейеш кеше?
Бөгөн пенсияға сығыу йәшен арттырыу тураһында фекерҙәр күп. Киләсәктә һәр кем үҙ көсөнә, хәленә, сәләмәтлегенә ҡарап, пенсияға сығыу ваҡытын үҙаллы билдәләһә, отошло булыр ине. Хаҡлы ялға ни тиклем һуңыраҡ китһә, шунса ҙурыраҡ пенсия аласағын аңлаған кешенең күңеле тыныс буласаҡ. Был осраҡта пенсияға сығыу йәшен арттырыу хаҡында һүҙ алып барыуҙың да кәрәге ҡалмаясаҡ. Әгәр ҙә беҙ хаҡлы ялға сығыу йәшен арттырһаҡ, дәүләтебеҙ хеҙмәт баҙарында ҙур проблемаларға тарыясаҡ, эшһеҙлек сәскә атасаҡ. Ҡабатлап әйтәм, киләсәктә пенсия аҡсаһының “тигеҙ”, “бер тиң” булыуын тәнҡитләү туҡтаясаҡ, сөнки уның күләме һәр кемдең тәғәйен индергән өлөшөнән, эш биреүсенең күпме аҡса күсереүенән, хеҙмәт хаҡы күләменән сығып билдәләнәсәк. Алтмышҡа еткәс кенә пенсияңдың күпме буласағы менән ҡыҙыҡһыныу егетлек түгел, бик һуң...
— Һеҙгә Учалы районының Өргөн ауылынан Флүрә Әхмәтйәнова шылтырата. 1964 — 1999 йылдарҙа колхозда һөт ташыу менән шөғөлләндем. Пенсиям бик аҙ — 5220 һум. Өҫтәүенә шәкәр диабеты менән сирләйем, инвалидлыҡ бирмәйҙәр. Шул ҡәҙәре эшләп тә ниңә пенсиям аҙ икән?
— Хөрмәтле Флүрә ханым, һеҙгә медик-социаль экспертизаға яңынан мөрәжәғәт итергә тәҡдим итәбеҙ. Бер барғанда инвалидлыҡ бирмәһәләр, икенсеһендә тәғәйенләүҙәре бик ихтимал. Олоғайған һайын һаулыҡ яҡшырмай бит, үкенескә ҡаршы, был мәсьәләне бары табиптар ғына хәл итә.
Минималь пенсия күләме Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан ҡабул ителгән закон нигеҙендә билдәләнә. Әгәр ҙә пенсияғыҙ ошо күләмдән аҙ икән, һеҙгә төбәктең йәшәү минимумы кимәленә еткәнгә ҡәҙәр социаль өҫтәмә түләнә. Күберәк эш хаҡы түләнгән йылдарҙы яңынан барларға, белешмәләр алырға кәңәш итәбеҙ, белеүегеҙсә, элекке йылдарҙа ҡайҙа эшләүең, күпме эш хаҡы алыуың бер кемде лә ҡыҙыҡһындырманы, иҫәп тә алып барылманы. Пенсия реформаһы тап ошо хаталарҙы төҙәтеү, кешеләрҙең хеҙмәтен лайыҡлы баһалау буйынса эшләй ҙә инде.
— Һеҙгә Бөрйән районынан шылтыратабыҙ. Әсәйебеҙҙең пенсияһы бик бәләкәй. Ҡайһы берәүҙәр, “ул атайығыҙҙың пенсияһын алырға хоҡуҡлы бит, шулай эшләргә кәрәк”, тип кәңәш итә. Атайыбыҙ II группа һуғыш инвалиды ине, бынан ике йыл элек вафат булды. Әсәйем уның пенсияһын алыуға күсһә, отошло булырмы?
— Эйе, әсәйегеҙҙең ҡараусыһын юғалтыу сәбәпле билдәләнгән пенсияны алырға тулы хоҡуғы бар. Әммә 82 йәшлек инәйҙең пенсияһы юғарыраҡ булыуы ла ихтимал, сөнки уның пенсияһының нигеҙ өлөшө ике тапҡырға арттырылды, өҫтәүенә 80 йәште уҙған өлкәндәрҙе ҡараған өсөн 1380 һум күләмендә аҡса түләнә. Уларҙы тәрбиәләүсенең эшкә һәләтле йәштә, әммә эшләмәгән булыуы шарт. Туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек ептәренең булыу-булмауы мөһим түгел. Райондағы пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшләшегеҙ, улар һеҙгә ҡайһы пенсияның отошло булыуын иҫәпләп сығарыр.
— Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Гөлдәр булам. Миңә хаҡлы ял тураһында уйларға бик иртә, әммә буласаҡ пенсияның күләме әле үк ҡыҙыҡһындыра. Минең кеүек йәш-елкенсәккә ҡартлыҡты лайыҡлы ҡаршылау буйынса ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
— Бөгөндән пенсияңдың күпме буласағын хәстәрләп дөрөҫ эшләйһегеҙ, һеңлем. Ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөн әле үк тулыландыра алаһығыҙ. 1967 йылғы эшләүсе граждандарҙың һәм уларҙан йәшерәктәрҙең Рәсәй Пенсия фондына эш биреүсе тарафынан күсерелгән страховка иғәнәләре иҫәбенә пенсияның ошо өлөшө арта бара (граждандың хеҙмәткә түләү фондынан — 6%). Эш хаҡың ни тиклем күберәк, пенсияң да шунса мулыраҡ була тигән һүҙ. Пенсияңдың тупланма өлөшө мотлаҡ пенсия страховкаһы системаһында формалашҡан хәлдә лә, һеҙ өҫтәмә рәүештә килешеү төҙөп, дәүләткә ҡарамаған пенсия менән тәьмин итеү программаһында ҡатнаша алаһығыҙ. Әлбиттә, иң тәүҙә уларҙың йылына күпме процент артым вәғәҙә итеүен дә белешергә кәрәк.
Әгәр ҙә һеҙ бер тапҡыр ҙа идара итеүсе компанияны йәки дәүләттеке булмаған пенсия фондын һайлау хоҡуғынан файҙаланмаһағыҙ, шәхси иҫәбегеҙҙең махсус өлөшөндәге тупланма аҡса Рәсәй Пенсия фондына, “ВнешЭкономбанк” дәүләт идарасы компанияһының инвестиция портфеленә тапшырыласаҡ.
Минеңсә, йәштәргә ирекле рәүештә страховка иғәнәләрен күсереү иҫәбенә дәүләт ярҙамында пенсияны финанслау программаһында ҡатнашыу отошло. Ҡыҙым да уның шарттарын өйрәнгәндән һуң тәҡдимемде хуп күрҙе. Ул йыл һайын пенсияһының тупланма өлөшөнә 12 мең һум аҡса күсерә, Хөкүмәт ошо суммаға йәнә шунса күләмдә аҡса өҫтәй.
— Дәүләттеке булмаған пенсия фондынан сығыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫмы?
— Юҡ, бер ниндәй ауырлығы ла, ҡатмарлығы ла юҡ. Бары 31 декабргә тиклем ниндәй идарасы компанияны һайлауың йәки ҡайһы пенсия фондына күсергә теләүеңде белдереп ғариза яҙырға тейешһең.
— Баймаҡ районынан Мәҙинә шылтырата. Алла бирһә, быйыл 55 йәшем тула. Оҙаҡламай хаҡлы ялға сығасаҡмын тип ҡыуанып йөрөйөм. Өс бала тәрбиәләгәндәргә ниндәй ҙә булһа льготалар ҡаралғанмы?
— Ҡыуандырырлыҡ хәбәр әйтә алмам, Мәҙинә ханым. Закон буйынса бары биш бала тәрбиәләп үҫтергән ҡатын-ҡыҙ ғына ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғына эйә.
— Фоат Ғәләүетдин улы, Фондтың сайтында эш биреүсенең күпме иғәнә күсереүе, тупланма өлөштөң күпмегә артыуы хаҡындағы мәғлүмәт менән танышҡым килгәйне. Тик, ниңәлер, ундай мәғлүмәт булмай сыҡты.
— Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы, һәр страховкаланған кешенең пенсияға хоҡуғын тормошҡа ашырыу өсөн мәғлүмәт иҫәбе алып барыла. Һәр кемдең шәхси иҫәбендә кешенең хеҙмәт (страховка) стажы, хеҙмәт пенсияһының страховка һәм тупланма өлөшөнә иғәнәләр, инвестиция килеме тураһында мәғлүмәт бар. Уларҙың барыһын да сер итеп һаҡлау бурысын Рәсәй Пенсия фонды үҙ өҫтөнә алған. Йыл һайын һәр йортҡа хат ебәреп, граждандарҙы шәхси иҫәптәренең торошо менән таныштырабыҙ. Шулай уҡ йылына бер тапҡыр Фонд идаралығына мөрәжәғәт итеп, бушлай мәғлүмәт алыу хоҡуғына ла эйәһегеҙ.
— Мин Хәйбулла районынан Сания Мөхәмәтйәнова булам. Фоат Ғәләүетдин улына үҙемде борсоған һорауҙы бирмәксемен: әсәлек капиталына сертификат ҡулда, ә бына аҡсаһын ҡасан алып ҡыуанырбыҙ икән? Уның ярҙамында торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә ине. “Дефолт була”, “Әсәлек капиталының срогы сыға” тигән һүҙ ҙә йөрөй халыҡта.
— Икенсе сабыйығыҙға өс йәш тулғас, йәшәгән урынығыҙҙағы Пенсия фонды идаралығына ғариза яҙа алаһығыҙ, эште өй һалырға рөхсәт алыуҙан башлағыҙ, ер участкаһы ир йә ҡатындың милкендә булырға тейеш. Өҫтәүенә, нотариусҡа барып, төҙөлөп бөткәндән һуң йорттоң балалар, әсәй һәм атай милке итеп теркәләсәге тураһында йөкләмәне раҫлатыу мотлаҡ. Ер участкаһының үҙ милкеңдә булыуы тураһында таныҡлыҡ менән урындағы үҙидаралыҡ органына мөрәжәғәт итергә, йорт төҙөүгә рөхсәт алырға кәрәк.
Иң тәүҙә банктағы иҫәбегеҙгә тейешле аҡсаның яртыһын күсерерҙәр, ҡалған өлөшөн алты ай үткәндән һуң тотонорға була. Бының өсөн төҙөлөштәге төп эштәрҙе раҫлаған акт кәрәк буласаҡ.
Әсәлек капиталы тураһындағы закондың срогына килгәндә, ул билдәле — 2016 йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк. Ул ваҡытҡа тиклем оҙайтып ҡуйыуҙары ла ихтимал. Ҡулдарында әсәлек капиталына сертификат булған әсәләр аҡсаны үҙҙәре теләгән ваҡытта файҙалана ала, сертификаттың ҡулланыу срогы сикләнмәгән.
— Әсәлек капиталын пенсияның тупланма өлөшөнә күсерергә ниәтләгәйнем. Инфляция “ашап” бөтмәҫме икән тип хәүефләнәм...
— Борсолоуығыҙ урынһыҙ, һеңлем. Федераль бюджетты ҡабул иткәндә әсәлек капиталы инфляциянан юғарыраҡ коэффициент менән арттырыла. Икеләнһәгеҙ, аҡсаның бер өлөшөн генә күсерә алаһығыҙ. Пенсияның тупланма өлөшөн мираҫҡа ҡалдырыу мөмкинлеген дә хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ.
— Баймаҡтан шылтыратабыҙ, Фоат Ғәләүетдин улы. “Башспирт” ойошмаһында эшләйем, эш хаҡы яҡшы. Өс йылдан пенсияға сығам, Алла бирһә. “Пенсияны иҫәпләгәндә һуңғы йылдарҙы индермәйҙәр, артыҡ тырышмаһағыҙ ҙа була”, — тип “төрттөрөүселәр” ҙә бар. Ысынлап та, шулаймы?
— Пенсия 2002 йылдың 1 ғинуарына тиклемге хеҙмәт стажынан сығып иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙағы хеҙмәт осоро өсөн эш биреүсе страховка иғәнәләрен һеҙҙең шәхси иҫәбегеҙгә күсереп бара. Эш хаҡығыҙ ни тиклем юғарыраҡ — иғәнәләр ҙә шунса ҙурыраҡ.
— Бөрйән районынан биш бала әсәһе, III группа инвалиды Фәриҙә ханым Мәжитова һеҙгә мөрәжәғәт итә. Ни өсөндөр пенсиямды кәметтеләр — 4,5 мең һум самаһы ғына аҡса алам.
— Был хәлде мотлаҡ асыҡларбыҙ, Фәриҙә Ғилметдин ҡыҙы. Һеҙгә яҙма рәүештә яуап бирербеҙ.
— Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Фәрит Хәсәнов һеҙгә мөрәжәғәт итә. Быйыл мартта училищела эшләүемә теүәл 25 йыл тулды. Ай ярым курста уҡығайным. Пенсияға сыҡҡанда ана шул осорҙо дөйөм стажға индермәгәндәр. Был дөрөҫмө?
— Эштән айырылған көйө квалификацияны камиллаштырыу курсында уҡыу осоро хеҙмәт стажы иҫәбенә индерелмәне. Әммә 2000 йылдың 1 сентябренән уҡытыусыларҙың квалификацияны камиллаштырыу курсында булыуы был осорҙо ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһын ваҡытынан алда тәғәйенләүгә хоҡуҡ биргән стажға индереү өсөн ҡаршылыҡ түгел. Тик уҡыу йылы барышында эш ваҡыты нормаһы үтәлешенең тулы күләмдә башҡарылыуы шарт.
— Архангел районының Оҙондар ауылында йәшәүсе Мөхәмәт Рәшитов булам. 1930 йылда тыуғанмын. II группа инвалиды. 22-се йыл пенсия алам. “Һуғыш йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән наградландым, юбилей миҙалдары ла бар. Һорауым шул: Еңеү байрамы алдынан, В. Путиндың Указына ярашлы, бик күп ветерандар 1000 һум күләмендә пенсияһына өҫтәмә аҡса алды. Мин дә үҙемде ошондай матди бүләккә лайыҡ тип иҫәпләйем. Ошо хаҡта аңлатма бирһәгеҙ ине.
— Хөрмәтле Мөхәмәт ағай, һеҙгә тәүҙә социаль льготаларға хоҡуҡ биргән “Хеҙмәт ветераны” танытмаһын алыу өсөн район хакимиәтенең халыҡты социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Аҙаҡ барлыҡ тейешле документтарығыҙ менән Пенсия фондының район бүлексәһенә барығыҙ. Бер тапҡыр түләнгән матди ярҙамға һеҙ, ысынлап та, хаҡлыһығыҙ.
— Һеҙгә Учалы районының Ҡолош ауылынан Гөлсирә Әхмәтдинова шылтырата. Ғүмер буйы һыйыр һауҙым, 30 йыл хеҙмәт стажым бар, биш бала тәрбиәләнем. Ни бары 5200 һум пенсия алам. Һеҙҙеңсә, ошо ғәҙелме?
— Хеҙмәт пенсияһы күләме һәр гражданға уның 2002 йылдың 1 ғинуарына тиклемге эш хаҡы һәм хеҙмәт стажынан, Пенсия фондына күсерелгән страховка иғәнәләренән сығып иҫәпләнә. Эшләмәгән, пенсияһы йәшәү минимумы дәүмәленә етмәгән пенсионерҙарға федераль социаль өҫтәмә тәғәйенләнә. Быйыл хаҡлы ялдағыларҙың йәшәү минимумы дәүмәле 5220 һум тәшкил итә.
Динә Арыҫланова




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872