Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юл бирегеҙ, “Ашығыс ярҙам” килә!
Юл бирегеҙ, “Ашығыс ярҙам” килә!Ҡала урамы буйлап “Ашығыс ярҙам” машинаһы елә. Уның геүләүе күңелгә һәр ваҡыт шом һала. Өлгөрөрҙәрме икән, ҡотҡарырҙармы? Өлгөрөр, ҡотҡарыр, шуның өсөн ашығыс ярҙам бит! Бында эшләүсе табиптар тылсым эйәләре кеүек күҙ алдына баҫа. Хәҙер килеп етерҙәр ҙә ауыртыу-һыҙланыуҙы ҡулдары менән һыпырып алырҙар төҫлө.

Журналист һөнәре еңел булмаһа ла, уның ыңғай яҡтары бихисап. Хәбәрсе танытмаһы күптәр инә, күрә алмаған ергә үтергә, сит күҙҙән йәшерелгән тормошҡа күҙ һалыу мөмкинлеге бирә. Шуға күрә “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең нисек ойошторолоуы, табиптарҙың эше ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғас, туп-тура уларға мөрәжәғәт итергә булдым. Аҡ халатлыларҙың һүҙ һөйләп ултырырға ваҡыты юҡ, шуға ла барыһын да “үҙ елкәмдә” һынап ҡарарға тәҡдим иттеләр. Бына, ниһайәт, мин бер көнгә “Ашығыс ярҙам” табибы! Дөрөҫөн генә әйткәндә, бала саҡта медицина хеҙмәткәре булыу хыялы ла бар ине. Әлбиттә, ул тормошҡа ашманы, шулай ҙа бер көнгә генә булһа ла аҡ халатлылар араһында йөрөйәсәкмен.
Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы станцияһына ете подстанция, ике филиал, оператив бүлек һәм башҡа ярҙамсы ойошмалар инә. Подстанциялар ҡала райондары буйынса бүленгән. Беҙ фотохәбәрсе менән Киров районыныҡына юлландыҡ. Ҡыҙыҡһыныуҙың сиге юҡ! Бына ишек алдына машина килеп туҡтай һәм шунда уҡ зәңгәр махсус кейем кейгән табип менән фельдшер йәһәт кенә сығып ултыра ла елдерәләр. Уларҙың ҙур ҡыҙғылт-һары сумаҙанын тотоп сыҡмауы тәүҙә сәйер тойолһа ла, аҙаҡ аңлашылды: ул һәр саҡ машинала йөрөй икән.
Юл бирегеҙ, “Ашығыс ярҙам” килә!Ишектән килеп инеү менән диспетчерҙар ултыра. Бында барыһы ла бик етди. Беҙҙе дежурлыҡ иткән Наталья менән Рөстәм исемле хеҙмәткәрҙәр ҡаршы алды. Һөйләшеп тә өлгөрмәнек, саҡырыу килде. Уларҙы 03 номерына килгән шылтыратыуҙы ҡабул итә икән тип уйлағайным. Яңылышҡанмын. Ашығыс ярҙамға мохтаждарҙың шылтыратыуҙарын дөйөм үҙәктә ҡабул итәләр һәм адресына ҡарап район подстанцияларына ебәрәләр икән. Диспетчерҙың компьютерына сирленең адресы, йәше, ауыртҡан ере һәм ялыуҙары килә. Диспетчер шунда уҡ подстанциялағы буш бригаданы эске рация буйынса саҡырта.
— Көнөнә 100-ҙән ашыу саҡырыу ҡабул итәбеҙ. Был уртаса һандар. Ә эпидемия, грипп осоронда, байрам һәм ял көндәрендә саҡырыуҙар бермә-бер арта. Быйыл Яңы йыл төнөндә, мәҫәлән, 300-гә яҡын булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡ һаман ял итергә өйрәнмәй, шуға күрә бәләгә йыш тарый һәм беҙҙең хеҙмәткә мохтаж, — ти Наталья.
Һүҙҙәрен әйтеп тә өлгөрмәне, яңы саҡырыу килде. 50 йәштәрҙәге ир, хроник туберкулез, тын алыуы ауырлашҡан, адресы күрһәтелгән.
— Әһә, ә бына һеҙгә тәүге саҡырыу, — тине ул миңә һәм шунда уҡ рация аша бригаданы саҡырта һалды. — 73-сө бригада, табип Ғисматуллин, юлға!
Миңә тиҙ генә аҡ халат кейҙереп ҡуйҙылар. Кемдер йүгереп килеп маска тотторҙо. “Мотлаҡ кей, туберкулез бит, хәйерле юл”, — тип оҙатып та ҡалдылар.
Диспетчер саҡырып та өлгөрмәне, икенсе ҡаттан табип Ғисматуллин менән фельдшер Латипова килеп төштө лә, Натальянан тейешле ҡағыҙҙар алып, ишек төбөндә көтөп ултырған машинаға йүнәлде. “Унда кеше тын ала алмай, тонсоғалыр, йәһәтерәк булырға кәрәк”, — тигән уйҙар ҡайнай башта. Табиптарҙың етеҙ хәрәкәттәре артынан өлгөрә алмай, үксәле туфлиҙар кейеп килеүемә үкенә башланым. “Ашығыс ярҙам” машинаһына менеп ултырыу менән шунда уҡ юлға сыҡтыҡ. Аллаға шөкөр, тип әйтергәме икән, ошоғаса был машинала йөрөгән юҡ ине. (Бынан ары ултырырға яҙмаһын инде). Ауырыуҙарҙы һала торған кушетка, кәрәк була ҡалһа каталка, ике яҡлап оҙатыусыларға, табипҡа тәғәйенләнгән урын, төрлө аппаратура — барыһын да шым ғына күҙәтеп, өйрәнеп барам.
Ә был саҡта оҫта водитель Өфө тығындарын урай-урай алға елә. Халыҡта “Сиғандар яланы” тип йөрөтөлгән биҫтәгә барырға кәрәк булып сыҡты. Шәхси йорттарҙы уратып, оҙаҡ буталып йөрөрбөҙмө тигәйнем, юҡ, кәрәкле йортто шунда уҡ таптыҡ. Машинала GPS-юл күрһәтеүсе, ҡаланың ентекле картаһы ла бар икән.
Тормоштоң ысынбарлығы бына ҡайҙа күренә, тигән уй үтте ауырыу ятҡан йортҡа килеп етеү менән. Кешеләрҙең ошондай шарттарҙа ла йәшәй алыуын күреп иҫ китте. Яртылаш емерек барак, тыштан уҡ бысраҡ. Тиҙ генә битлегемде кейеүемде һиҙмәй ҙа ҡалдым. Азат менән Зилә лә шулай эшләне. Ишек төбөндә үк ауырыуҙың улы ҡаршылап тора ине. Йортҡа килеп ингәс, артыма саҡ тәгәрәмәнем. Был тиклем дә антисанитарияны ғүмерҙә күргән юҡ. Иҙәнме ул, ерме — аңламаҫһың. Ауырыуҙың ятҡан урыны ла бысраҡлыҡтан төҫөн айырып булмаҫлыҡ хәлгә еткән. Бәләкәс, тоноҡ тәҙрәләрҙән ҡояш та инмәгән кеүек, өй уртаһында торған тумба кеүек нәмәгә аҙыҡ-түлек өйөлгән, ауыр еҫ тын алырға ирек бирмәй. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡот осҡос!
Күргәндәрҙән һушымды ла йыя алмай торған арала, табиптар хис-тойғоһоҙ ғына эшкә кереште. Азат ауырыуҙың документтарын алып нимәлер тултыра, уның хәлен һораша. Зилә иһә ҡулдарына бирсәткә кейеп алды ла ҡан баҫымын үлсәй һалды, табип менән кәңәшләшеп алғандан һуң, укол һалыу өсөн дарыуҙар әҙерләй башланы. Ауырыуға килгәндә, уның хәле ысынлап та хөрт ине. Меҫкен йүнләп тын да ала алмай, бер туҡтауһыҙ уфтана һәм йүткерә. Ҡарауы ҡурҡыныс: ир ҡаҡ һөйәккә ҡалған, яп-ябыҡ, тәне лә һарғылт-күк төҫкә ингән. Табиптың уның менән әллә ҡасанғы танышы кеүек һөйләшеүе аптыратты.
— Һаман элекке кеүек көнөнә өс ҡап тәмәке тартаһыңмы?
— Юҡ, көнөнә бер ҡаптың яртыһы ғына, кых-кых, — булды яуап.
— Ә бында һеҙҙең онкология диспансерына һәм терапевҡа юлланмаларығыҙ ята. Барҙығыҙмы әле?
— Тора алмайым, әҙерәк шәбәйгәс барырмын...
Улар аралашҡан арала Зилә ауырыуҙың ҡан тамырын көскә табып укол яһаны. Күп тә үтмәй, ул тәьҫир итте, ахырыһы: меҫкен иркен һулыш алды.
— Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, иҫән-һау булығыҙ, — тип хушлашып сығып киттек.
Минең аптырауҙан ҙурайған күҙҙәремә ҡарап етди күренгән Азат йылмая биреп ҡуйҙы.
— Был нисауа әле, бынан да ҡурҡынысыраҡ урындарға, хәле хөртөрәк кешеләргә лә барабыҙ, — тине. — Ә был ағайҙы беҙҙә эшләгән күптәр белә. Хроник сирле ул, йыш ҡына хәле хөртәйә һәм беҙҙе саҡыра. Асыҡ формалағы туберкулез ине, хәҙер ҡурҡынысы үтте. Үҙен ҡарамай бөтөрҙө инде, көнөнә өс-дүрт ҡап тәмәке тарта ине бит. Күп тә ҡалмағандыр инде уға...
Ауыр уйҙарға бирелеп, һәр кем үҙенекен уйлай-уйлай кире станцияға юлландыҡ. Яңы саҡырыу көткән арала медиктарҙың ял иткән урынын ҡарарға булдым. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәргә айырым бүлмәләрҙә ятып хәл йыйыр өсөн кушеткалар тора, телевизор бар, гәзит-журналдар, китаптар ята. Саҡырыу булмағанда улар ошонда ял итә, серем итеп ала икән. Яҡында ғына аш-һыу бүлмәһе. Һәр кем үҙе бешереп килтергән менән туҡлана. Тамаҡ ялғау өсөн һәр бригадаға ярты сәғәт ваҡыт бирелә. Кемде ҡасан ашарға ебәреүҙе лә диспетчер хәл итә, һәм артыҡ күп саҡырыу булмаһа, уларҙы борсомай, тыныс ҡына ашап бөтөргә мөмкинлек бирә. Шул саҡ тағы ла “беҙҙең” бригаданы саҡыртыуҙарын ишетеп ҡалдым. Был юлы инде етеҙерәк атлап машинаға юлландым. Тик сығып етеүемә Азат менән Зилә инеп тә ултырғайны. Туҡталышта кемгәлер ҡыйын булып киткән икән. “Утыҙ йәштәге ир, йөрәгенә зарлана”, — тине ҡыҫҡа ғына итеп табип.
Аэропорт яғындағы туҡталышҡа тиклем үк барырға кәрәк булып сыҡты. Юл алыҫ ҡына. Көн эҫе. Утыҙ ғына йәшлек егеттең дә әленән үк йөрәге ауыртҡас, һәйбәт түгел тип уйланып барам. Былай ҙа ирҙәрҙең ғүмере ҡыҫҡара, ә улар үҙҙәрен аямай ауыр эштә йөрөй, бәғзеләре алкоголь һәм никотин менән ағыулана... Юлда ремонт, урын-урыны менән тығындар ҙа осрай. Бер ерҙә боролоп китергә мөмкинлек булмағас, оҙаҡ ҡына ултырҙыҡ. Башҡа автомобилдәрҙе лә әйтер инем, “Ашығыс ярҙам” машинаһын күреп торалар. Тик юл биреүсе юҡ! Водитель махсус сигналын тоҡандырып геүелдәтә башлағас ҡына ситкә тайпылдылар.
Туҡталыштағы эскәмйәгә терәлеп ултырған егет янына халыҡ йыйылып киткән. Ул йөрәгенә йәбешеп йығыла башлағас, бер ҡыҙ “Ашығыс ярҙам” саҡырған, валидол табып ҡаптыра һалған. Килеп етеү менән егетте машинаға индереп кушеткаға һалдыҡ. Ҡан баҫымын үлсәп пульсын тикшерҙеләр. Зилә, ЭКГ эшләү өсөн сумаҙан килтереп сығарып, ауырыуҙың йөрәген тикшерҙе.
— Мин яңы ғына дауахананан сыҡтым, ашҡаҙан аҫты биҙе, үт ҡыуығын дауаланым, — тип һөйләп алып китте егет, табип уның сирҙәре тураһында ҡыҙыҡһынғас. — Йөрәгем быға тиклем ауыртҡаны юҡ ине, аптырайым...
ЭКГ күрһәткестәрен ҡарағас, уның йөрәгенең һау-сәләмәт булыуы асыҡланды.
— Әллә эскәйнеңме?
Машинаны араҡы еҫе баҫып алыуға ҡарамаҫтан, егет баш ҡаға башланы.
— Юҡ, юҡ, ҡайҙан. Миңә ярамай бит. Теге аҙнала саҡ ҡына эскәйнем, шулдыр.
— Ошондай сирҙәрең барлығын белә тороп та һаулығыңды ҡайғыртмайһың. Ай-һай, егет, һиңә спиртлы эсемлектәр эсергә, майлы, ҡурылған, ауыр аҙыҡ ашарға ярамай бит.
Уға ла тейешле укол яһанылар. Дауаханаға барып тикшерелергә тәҡдим иттеләр. Ауырыу шунда уҡ баш тартты. Хәленең яҡшырыуы, өйөнә ҡайтып бер-ике көн ял иткәс, тулыһынса һауығасағына ышанды ул.
— Әлдә килдегеҙ, рәхмәт инде, килмәҫһегеҙ тип уйлағайным. Мине кеше итеп һанауығыҙға рәхмәт, — тип ҡат-ҡат ҡабатланы ул хушлашҡанда.
Кире ҡайтҡанда яйыраҡ барҙыҡ. Үтәлгән бурыс тойғоһо кисерәм, әйтерһең, ауырыуҙы үҙ ҡулым менән дауалағанмын. Ә Азат менән Зиләнең ҡиәфәте шул килеш, бер ни тиклем арыу ғына һиҙелә. Эйе, улар өсөн был ҡәҙимге көндәлек эш. Табип менән һөйләшеп барабыҙ. Азат Ғисматуллин әйтеүенсә, төрлө холоҡло ауырыуҙар осрай. Күптәре был һеҙҙең эшегеҙ тип ҡараһа, ҡалғандар уларҙы борсоуҙарына уңайһыҙланыу ҙа кисерә икән.
— Тик ундайҙар әҙ. Күпселек беҙҙе хеҙмәтләндереүсе персонал ғына итеп күрә. Яһилдар, эшкә ҡыҫылыусылар, аҙаҡ ялыу яҙып йөрөүселәр ҙә осрай. Төрлө кеше бар шул, — ти ул.
Подстанцияға ҡайтып етеп 10-15 минут та үтмәне, тағы саҡырыу килде, тағы юлға. Был юлы ҡала үҙәгенә генә барырға ине. 74 йәшлек инәйҙең йөрәге ауырта, ҡан баҫымы юғары. Үҙәктә генә тиһәм дә, унда барып етеү ауырыраҡҡа тура килде. Ни өсөнмө? Ихаталар араһында йөрөүе ҡыйын. Эйе-эйе, ҙур юлдарҙы киңәйтәләр, матурлайҙар, ә ихаталар иғтибарҙан ситтә ҡала. Аҙым һайын теләһә нисек ҡалдырып кителгән автомобилдәр, ихаталарҙың күпселегендә әллә ҡасандан ремонт булмаған, юлдарҙағы тишек-тошоҡ, ҡамасаулап тороусы гараждар. Теләһә ҡайҙа ҡалдырып кителгән автомобилдәр арҡаһында кәрәкле йортҡа барып етеп тә булмай, подъездар алдына туҡтау ҙа һәр саҡ килеп сыҡмай. Ә сирле ауыр хәлдә булһа, уны сығарып машинаға ултыртырға кәрәк. Шулай ихаталар араһында машинаны һикертә-һикертә саҡ барып еттек. Подъезға етмәҫ борон уҡ водитель беҙҙе төшөрҙө лә туҡтап тороу өсөн уңайлыраҡ урын эҙләп ҡалды.
Ишекте борсоулы йөҙлө бабай асты. Ҡатынына ҡыйын булып киткәс саҡыртҡан икән. Фатирға килеп инеү менән дарыу еҫе аңҡыны. Хужалар бик ипле генә кешеләр: эстә таҙалыҡ һәм бөхтәлек хөкөм һөрә. Сал сәсле инәй йөрәге ауыртыуға зарланды. Зилә шунда уҡ уның ЭКГ-һын яҙҙырып алды, ҡан баҫымын үлсәне. Табип уны ҡарап сыҡҡас дарыуҙар тәғәйенләне, укол ҡаҙаны. Инәйҙең хәле лә күҙгә күренеп яҡшыра башланы. Дауаханаға алып китергә тәҡдим иткәс, иртәгә үҙем барам, тип баш тартты. Баҡтиһәң, “Ашығыс ярҙам” табиптары һәр саҡырыусыға ошондай тәҡдим яһарға тейеш икән. Әгәр ауырыуҙың теләге булһа, уны дауаханаға алып барып ҡалдыралар.
Кискә ҡарай тамам хәл ҡалманы. Әйтерһең, үҙем дауалайым, ауыр сумкалар тотоп йөрөйөм. Инде быныһы һуңғы саҡырыуҙыр тип базаға әйләнеп ҡайтып килгәндә көн кискә ауышҡайны инде. Эҫенән, ас йөрөүҙән тамам хәл бөттө. Тик подстанцияға ҡарай китеп барған ерҙән машиналағы рацияға саҡырыу килеп төштө. Баҡһаң, саҡырыуҙар күп булған саҡта, компьютерҙағы карта аша машинаның ҡайҙалығын белеп торған диспетчерҙар бригаданы ҡайтып етмәҫ элек яҡындағы адресҡа ебәрә икән. Ауырлы ҡатындың хәле хөрт. Тиҙ генә әйтелгән адрес буйынса елдерҙек. Йөклө ҡатын тураһында һүҙ барғас, күңелде шом баҫты: балаһы иҫәнме икән? Тағы ла Өфө ихаталарына инеп аҙаштыҡ. Аҙаштыҡ тиеүем яңылыш икән, тәжрибәле водитель бик ышаныслы бара, әленән-әле тишек-тошоҡҡа һәм үтергә юл бирмәгән автомобилдәргә генә һуҡранып ала.
Фатирҙа биш-алты ҡатын-ҡыҙ һәм утыҙ йәштәр тирәһендәге ауырыу бар ине. Асыҡланыуынса, ҡатындың алты аҙналыҡ ауыры төшкән булып сыҡты. Тик буласаҡ әсәнең бер ҙә бошонмауы аптыратты. Бары һыҙланыуҙан ғына уфтанып ҡуя. Ә аш-һыу бүлмәһендәге өҫтәлдә шау-шыулы табын булғанына ишара, буш шешәләр ҙә күҙгә ташлана. Әйберҙәрен алдан уҡ әҙерләп ҡуйған икән, уны шунда уҡ дауаханаға алып киттек.
Тау-таш аҡтарған кеше кеүек арытты был көндө. Ә Ғисматуллин менән Латипованың эш көнөнөң яртыһы ла тамамланмағайны. Иртәнге туғыҙҙан икенсе көнгә тиклем теүәл бер тәүлек эшләй улар. Шунан ике көн хәл алғандан һуң, тағы эшкә. Байрам, ял тигән нәмә юҡ. Дежурлыҡ ваҡытында йоҡо ла арлы-бирле эләгә, йәки бөтөнләй тәтемәй. Ял, байрам көндәрендә эшкә сығыу айырыуса ҙур бәлә икән. Был көндәрҙә саҡырыуҙар бермә-бер арта, эсеп фажиғәгә тарыусылар күбәйә. Диспетчер Наталья әйтеүенсә, ҡайһы саҡта бригадалар етмәй, улар ялһыҙ, станцияға ҡайтып та өлгөрмәй сабыша. Кешеләр бөтөнләй етешмәһә, күрше подстанциялар ярҙамға килә. Шулай ҙа, иң мөһиме, ярҙам көтөп ятҡан кешегә табиптар ваҡытында өлгөрә.
Ял итеү бүлмәһендә саҡырыу көтөп ултырғанда йәш фельдшер Гөлназ Исмәғилева менән таныштыҡ. Ул бында өсөнсө йыл эшләй. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, бик тәжрибәле белгес.
— Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та инде ул беҙҙең эш. Һин бер көн күргәнең менән аптырап ултыраһың, ә беҙ көн һайын ошо тормошта ҡайнайбыҙ. Кешенең нисек йәшәүе, кимәле, үҙ-үҙен тотошо — барыһы ла күренә, — ти ул.
Саҡырыу ваҡытында ҡурҡыныс хәлгә тарыу ҙа осрап тора икән. Мәҫәлән, иҫерек йәки көнсығыш яҡтарынан эшкә килгән ирҙәр бәйләнә, хатта өйҙән сығармаҫҡа тырышҡандары ла була икән. Был осраҡта һәр табиптағы “хәүефһеҙлек төймәһе” ярҙамға килә. Уға баҫыу менән машинала көтөп ултырған водителгә сигнал килә һәм ул тиҙ арала сара күрергә, полиция саҡыртырға тейеш.
— Һәйбәт кенә инәйҙәр, апайҙар, хәлдәре яҡшырғас, йыш ҡына сәй эсергә тәҡдим итә, күстәнәс, аҡса ла бирергә тырыша. Әлбиттә, бер нәмә лә алмайбыҙ. Беҙгә ихлас рәхмәттәре һәм, иң мөһиме, һауығыуҙары ҡәҙерле, — ти ул.
Гөлназ әле йәш ҡыҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, киләсәк тураһында етди уйлана. “Ниндәй генә сир менән саҡыртмайҙар. Йәштәр араһында төрлө ВИЧ ауырыуҙар менән сирләүселәр, наркомандар бихисап. Ҡарап тороуға һәйбәт кенә кейенгән егет ысынында алама йоғошло сирле йәки наркоман булып сыға. Урамда егеттәр менән танышыуы ла ҡурҡыныс хәҙер. Сәләмәтлегенә иғтибар итмәүселәр күп, нисек һау нәҫел тураһында уйланаһың инде ошондайҙы көн һайын тиерлек күргәндән һуң?” — ти ул.
Көндәлек эшенә тыныс ҡарарға өйрәнә башлаған Гөлназ. Башта һәр ауырыуҙы йөрәге аша үткәреп, борсолоп, ҡайғырып ҡабул итһә, хәҙер күпкә тынысыраҡ. Кире осраҡта, ошондай үтә яуаплы һөнәрҙе үҙ итеп булмайҙыр ҙа ул.
... Бригада менән ярты көндән ашыу ваҡыт ҡына йөрөһәм дә, был эштең ни тиклем ауыр, яуаплы һәм ... ҡәҙерһеҙ икәнлегенә төшөндөм. Эйе, “Ашығыс ярҙам”да эш хаҡы маҡтанырлыҡ түгел шул. Табиптарҙыҡы 15 — 18 мең һумдан башлана һәм тәжрибәгә ҡарап арта. Ә фельдшерҙарҙыҡы 7-8 меңдән саҡ ҡына күберәк! Үҙ башыңа төшкәс кенә бының ни тиклем ғәҙел булмауына төшөнәһең. Эйе, һәр теләгән кеше лә табип йәки фельдшер булып эшләй алмай. Бында мыштырлап, уйланып ултырыу мөмкинлеге юҡ. Һинең белемең һәм тиҙлегеңдән кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуын аңларға тейешһең.
Әлфиә ӘЙҮПОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872