Ҡатын-ҡыҙҙы Аллаһы Тәғәлә нәфис, нескә күңелле, хис-тойғоға бай, мәрхәмәтле итеп яралтҡан. Ул — ғаилә тотҡаһы. Ғаилә ағзаларының барыһы тураһында ла хәстәрлек күреп, йорт нигеҙен тотоп тороусы. Әсә кеше ҡыҙында ошо сифаттарҙы тәрбиәләргә тейеш. Тик илдәге сексуаль революция был ҡиммәттәрҙе селпәрәмә килтерҙе тиерлек. Ҡыҙҙар ирҙәр менән ярышып эсергә, тәмәке көйрәтергә “өйрәнеп” алды. Ғөмүмән, Хоҙай биргән сифаттарҙы юғалта башланы. Бының сәбәбе нимәлә? Ҡайһы берәүҙәр, насар сифаттар ғаилә мөхитенән килә, ә икенселәр, баланы урам тәрбиәләй тип фараз ҡылыр. Өсөнсөләр барлыҡ бәләне насар гендарға һылтар һәм алма ағасынан алыҫ төшмәй тип раҫлар. Ҡайҙан килә һуң тәрбиәһеҙлек?
“Бапаҡ”Биш йылға яҡын ауылыма ҡайтҡаным юҡ ине. Быйыл йәй, ниһайәт, барлыҡ эш-мәшәҡәтте ташлап, тыуған яҡҡа юлландым. Атай нигеҙе буш торғас, ҡайтырға ла уңайһыҙ кеүек. Шулай ҙа туғандарым ҡолас йәйеп ҡаршы алды, оҙаҡ ҡайтмай торғанға үпкә лә белдерҙе.
Класташтар, бала саҡ әхирәттәрем дә һағындырған икән. Шуға ла Әнисә ҡунаҡҡа саҡырғас, ҡыуанып риза булдым. Ауылда эш ҡояш байығас ҡына тамамлана. Һыйыр малы ҡураға ябылғас, ҡунаҡҡа йыйындым. Йәшлек йылдарын хәтерләп, оҙаҡ ҡына ултырғанбыҙ. Төн. Әхирәтем мине оҙатырға сыҡты. Ауыл уртаһындағы клуб эргәһендә йәштәр арыу ғына йыйылған. Күңелле музыка уйнай. Беҙҙең иғтибарҙы клубтан сәрелдәшеп килеп сыҡҡан ҡыҙҙар йәлеп итте. Былар шар ҙа шор килеп бер-береһен туҡмай башламаһынмы! Дөрөҫөрәге, икеһе һуғыша, башҡалары уларҙы айырып маташа. Туҙыша торғас, клуб алдындағы ҙур күләүеккә барып еттеләр ҙә бер-береһенә батҡаҡ ырғыта, унан бөтөнләй шул күләүектә аунарға тотондолар. Был күренеш ҡатын-ҡыҙҙың сапсышып, сәс йолҡошоуы ғына түгел, ә боевиктарҙағы ише ысын “мордобой” ине. Ҡыҙҙарҙың һуғышҡанын ситтән күҙәтеп торған егеттәр, былар бер-береһен үлтермәҫ борон “ярай инде, айырайыҡ” тип, икеһен ике яҡҡа алып ташланы. Хәҙер инде шайтанды хәтерләткән ике бәндә һүгенә-һүгенә ҡайтыр юлға ашыҡты.
Һуғышҡан ҡыҙҙарҙың кем икәнен һуңынан белдем. Ауылда ғына түгел, күрше тирә-яҡта ла “Бапаҡ” тигән яманаты сыҡҡан был ҡыҙҙың ғаиләһен өлгөлө тип әйтеп булмай. Ата-әсәһе көнө-төнө эсмәһә лә, ярайһы уҡ йыш “һала”. Ә бындай ваҡытта атай кеше ике ҡыҙын ҡайыш менән “тәрбиәләп” алырға ярата. Үс итеп, “Бапаҡ” өйҙән сығып китә һәм “татлы” булып күренгән тормошҡа башкөллө сума. Һыра эсә, тәмәке тарта, егеттәр менән төн үткәрә башлай. Атаһының ҡайышы ла, әсәһенең сыбыртҡыһы ла үҙ көсөн юғалта. Туҡмалып, ҡыбырҙай алмай ятҡан саҡтары йышайһа ла, ҡыҙ аҙғандан-аҙа.
“Бапаҡ” ХI класта уҡығанда, уҡытыусыларҙың ҡотон алған ысын бапаҡҡа әйләнә. Бер мәл ул ике айға юғала. Ата-әсәһе менән бергә бөтә уҡытыусылар коллективы ҡыҙҙы эҙләргә сыға. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итергә ҡурҡалар, сөнки “Бапаҡ” тағы бер тапҡыр уларҙың ҡулына эләкһә, холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәрелергә тейеш була. Уҡытыусылар уны “йәлләп”, ысынында иһә мәктәптең намыҫына тап төшөрмәү, районда үҙҙәренә һүҙ тейҙермәү маҡсатында ҡыҙҙың юғалыуы хаҡында бер ергә лә хәбәр итмәй.
Ауыл ерендә ғәйбәт йәшен тиҙлегендә тарала. “Һаңғырау телефон” ата-әсәһенә “Бапаҡ”тың ҡайҙа икәнен еткерә. Ул ауылдар буйлап йөрөп, фәхишәлек менән шөғөлләнгән. Ҡыҙ ошо ваҡыт эсендә, кеше һүҙенә ышанғанда, 3 мең һум аҡса эшләгән. Ата-әсәһе, ҡыҙҙарын ҡанға батырғансы туҡмағандан һуң, аҡсаһын тартып алып, эсеп бөтөргән! Рюмка күтәргәндә бер-береһенә ниндәй тост әйтте икән улар? Әллә һүҙһеҙ генә, аҡсаның ҡайҙан килеүе тураһында уйламай ғына эстеләрме?
Нисек кенә булмаһын, ҡыҙыҡай хәҙер ауылда йәшәй. Эшләмәй, уҡымай. Кис етһә, бер шешә һыраға “һатыла”. Тик “клиенттар” ғына көндән-көн кәмей. “Элек клуб артынан сыҡмай торғайны. Егеттәр, сиратҡа баҫып, шунда йөрөнө. Хәҙер ҡыҙығы бөттө. Һәр береһен, һинән ауырға ҡалдым, тип йөҙәтә башлағас, уның менән бәйләнеүселәр аҙ”, — тип һөйләне миңә бер егет.
“Бапаҡ”тың ҡаланан килгән егеттәргә бәйләнә торған яман ғәҙәтен дә еткереп, хайран ҡалдырғайнылар. Бер мәл унан тамам ялҡҡан ҡала егете, клуб алдында ятҡан һыйыр тиҙәген алып, ҡыҙҙың битенә һылаған. Бите ярай, йыуылыр ҙа бөтөр. Ә намыҫтағы бысраҡты бер нисек тә таҙалап бөтөп булмай бит...
“Кәзә һәм уның ете бәрәсе” Был ғаилә беҙҙең ауылға биш йыл самаһы элек Тажикстандан күсеп килде. Үҙебеҙҙең мосолман халҡы. Яман кешеләрҙең милләте булмай, ти торғайны өләсәйем. Ысынлап та шулай, күрәһең. Улар күсеп килгәс тә ауылда “күңелле тормош” башланды.
Әсәләре бер ерҙә лә эшләмәй. Алты балаһын нисектер ҡарарға кәрәк. Ашатырға, кейендерергә генә лә әллә күпме сығым китә. Эшләмәгән кешегә аҡса ҡайҙа килһен? “Кәзә һәм уның ете бәрәсе” тигән ҡушамат алған ғаилә башта ауыл халҡының баҡсаһын “таҙартып” сыға. Ҡайҙа нимә ҡыйыш ята — уларҙыҡы. Хатта халыҡ киптерергә элгән керен төнгөлөккә ҡалдырмай башлай. Тора-бара әсәй кеше менән өлкән улының өйҙәргә төшөүе тураһында хәбәр тарала. Шул сәбәпле ятаҡтың бәләкәй генә бер бүлмәһенә телевизор, һыуытҡыс кеүек кәрәк-яраҡ инеп ултыра. Әлбиттә, уларҙы тоттолар. Улы төрмәгә ултырҙы, ә ҡатын, күп балалы булыу сәбәпле, хөкөм язаһынан ҡотолоп ҡалды.
Тиҙҙән ауылда тағы бер хәбәр тарала: “Кәзә һәм уның ете бәрәсе” ауылда наркотик һата! Утһыҙ төтөн сыҡмай. Был хәбәр, ысынлап та, дөрөҫ булып сыға. Әсәләре, өс үҫмер ҡыҙын биҙәндереп-төҙәндереп, һатырға наркотик тоттороп, клубҡа оҙата икән. Ҡыҙҙар был эшкә ихлас ҡушыла. “Бизнес” сәскә атты тигәндә генә уларҙы тоталар. Әсә кеше, барлыҡ ғәйепте үҙенә алып, хөкөм алдына баҫа. Өс йыл тирәһе ултырып сыҡҡандан һуң, тағы сабый күтәреп ҡайтып инә ул.
Әсә төрмәлә ултырғанда, балалары үҙ тормошон яйға һалып маташты. Төҫкә һылыу ҡыҙҙары тиҙ арала кейәү табып, егеттәрҙән аҡса “һыҡты”. Килен буласаҡ ғаиләгә йәшәргә килеп, уларҙың аҡсаларын, кейем-һалым, башҡа ҡиммәтле әйберҙәрен үҙҙәренең әлеге лә баяғы бәләкәй бүлмәһенә ташыны. Шунан “кейәү”ҙәр менән дә аралар өҙөлә торҙо. Кемдең генә өйҙән сүп сығарғыһы килһен. Һүҙ таралмаһын тип, төп башына ултырған ғаиләләр өндәшмәне. Тик ауыл егеттәре, эштең нимәлә икәнен һиҙеп ҡалғас, был ҡыҙҙарҙы урап үтә башланы. Ләкин ҡармаҡҡа эләккәндәре лә булды. Мәҫәлән, “кәзә”нең өлкән ҡыҙы ауылдың иң уңған ирҙәренең береһе Булат менән йөрөй башланы. Ағай кеше һөйәркәһе булыуын йәшереп маташһа ла, ҡыҙ, тиҙ арала ауырға ҡалып, уның ҡатыны менән ғауғалашып, матур ғаиләне тарҡатты. Булат ағайҙың гөрләп торған йортона хужабикә булып барып та инде. Бер-бер артлы өс бала тапты. Үҙенең хатаһын аңлаған ир эскегә һалышты. Хәҙер инде тотош “кәзә көтөүе” шул йортҡа эйәләшкән. “Кәзә”нең дүрт ҡыҙы ла, кейәүгә сығып, бер нисә бала тапты. Әлбиттә, бала йәнле кеше булғанға түгел. Күп балалы әсәләргә тәғәйен пособие өсөн! Бына хөрриәт! Ә балалар ҡарауһыҙ, бысраҡ, ас. Йәш әсәләр ҙә, өләсәйҙәр ҙә “күңел асыуҙан”, ирҙәр менән типтереүҙән бушамай. Балалар үҫһә — балалар баҡсаһына, артабан мәктәпкә тапшыралар ҙа — вәссәләм. Кәкүк әсәйҙәрҙең тәрбиәүи эше шуның менән тамам.
Мәктәптә уҡыған улдары, ғаилә йолаһын дауам итеп, класташтарынан аҡса таптыра, малайҙарҙы туҡмап, өйҙән төрлө тәм-том килтертә. Хатта уҡытыусыларҙың сумкаһынан аҡса урлаған осраҡтары ла булғыланы. “Кәзә”нең бер “бәрәсе” лә мәктәпте тамамламаған. Береһе лә эшләмәй. Улар кәйеф-сафа ҡороп, күңел асып йәшәүҙе генә белә.
Бала яҙмышының тап ошо миҫалдарҙағы кеүек ҡоролоуында әсә кешенең роле ғәйәт ҙур. Сабый ысын шәхес булып үҫһен өсөн уны биләүҙән түгел, ҡарында ятҡанда уҡ тәрбиәләй башларға кәрәк. Атай-олатайҙарыбыҙ кесене кесе итергә, ололарҙы ололай белергә өйрәткән. Тап шулай тәрбиәләнгән балалар ғына тормошта уңа. Ә өләсәй исемен йөрөткән кеше әсәйең менән бергә араҡы эсә, әшәке һүҙҙәр менән һүгенә, ирҙәр менән типтерә икән, ниндәй тәрбиә тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин?!
Бикә ҠОЛСУРИНА.