Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөркөттәй сая ҡыҙ ине...
Бөркөттәй сая ҡыҙ ине...Янып ҡалһын ғүмерең маяҡ булып,
Үҙеңдән һуң килгән быуынға...
Муса Йәлил.

Был донъяла үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырған кеше байтаҡ. Мәңге һүнмәҫ йондоҙҙары ла бар. Күктә генә түгел, ерҙә лә нур сәсеп, бөгөн дә балҡый улар.
Шуныһы мәғлүм: республикабыҙҙы ғына түгел, илебеҙҙе данлап, гүзәл Башҡортостан ерендә берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы, полковник Муса Гәрәев һәм мосолман ҡатын-ҡыҙҙары араһынан берҙән-бер Советтар Союзы Геройы, шулай уҡ осоусы, өлкән лейтенант Мәғүбә Сыртланова тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда барлығы 93 ҡатын-ҡыҙға Советтар Союзы Геройы исеме бирелһә, уларҙың береһе беҙҙең яҡташыбыҙ булыуы оло ғорурлыҡ түгелме ни?! Легендар Мәғүбә Сыртланова. Исеме тарих ташына алтын хәрефтәр менән яҙылған шәхес, яҡты киләсәгебеҙ өсөн илебеҙ күгендә ҡаһарманлыҡ күрһәткән батыр ҙа, һөйкөмлө лә, матур ҙа ҡыҙ булған ул. Уның кешелек сифаттарын ниндәй генә эпитеттар менән биҙәһәк тә, әҙ булыр һымаҡ. Һуғыш осоронда ҡыҙ кеше төндәрен һигеҙ йөҙләп хәрби осош яһаһын әле! Бындай тәүәккәл аҙымға теләһә ниндәй осоусы ир-егет тә бара алмағандыр, моғайын. Ә бына ҡаһарман йөрәкле Мәғүбә Сыртланова, ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеп, һуғыш афәтенән иҫән-имен ҡалды. Билдәле, был күренекле шәхес тураһында китаптар ҙа нәшер ителде. Әйткәндәй, әлеге мәҡәлә иҫтәлектәргә, документаль материалдарға нигеҙләнеп яҙылды.

“Барыбер һуғышҡа китәм!”

Данлыҡлы Бәләбәй ҡалаһында донъяға билдәле шәхестәр тыуыуы күңелдә ғорурлыҡ хисе уята, әлбиттә. Осоусы Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы Сыртланованың да тәүге аҙымдары ошо бәрәкәтле ерҙә башланған. Ул бында 1927 йылда татар-башҡорт мәктәбен тамамлай. Ҡалалағы ун ете йыл ғүмере бала саҡтың онотолмаҫ сәхифәләре булып Мәғүбәнең күңелендә ҡала. Иҫтәлектәрендә ул былайыраҡ яҙа: “Шулай бер ваҡыт Бәләбәй янына самолет килеп төштө. Был көтөлмәгән хәлде ишетеп, беҙ — бала-саға, ир-ат, ҡатын-ҡыҙ — һәммәбеҙ ҙә шунда йүгерҙек. Мин бына шунда беренсе тапҡыр серле, ғәжәйеп техниканы һәм тере осоусыны күрҙем. Күп тә үтмәне, самолет ерҙән күтәрелде. Ул күҙҙән юғалғансы һоҡланып ҡарап торҙом. Әйтерһең, ул үҙенең ҡанаттарында күңелемдәге хистәремде, хыялымды алып китте...”
Кешегә күп кәрәкмәй бит. Бына ошо бер миҙгел баланың күңелен яулап ала. Яулап ала ла, йылдар үтеү менән хыялдағы орлоҡтар шытып, һуңыраҡ уңыш бирә. Хыялы уның осоусы булыу ине...
1932 йылда Мәғүбә комсомол юлламаһы буйынса Балашов осоусылар мәктәбенә ебәрелә. Уҡый ҙа, бер үк ваҡытта эшләй ҙә. Тырышып белем ала, инструктор-уҡытыусыларҙың һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңлай, самолеттың техник төҙөлөшөн ныҡлап өйрәнә, практик дәрестәргә лә ҙур иғтибар бирә.
Бына бала саҡ хыялының сәғәте лә һуҡты. Аэродром өҫтөндәге беренсе осош ғүмергә хәтерендә ҡала Мәғүбәнең. Ә инде 1935 йылда ул көмөш һымаҡ ялтыр “У-2” самолетында күкте иңләп, күп тапҡыр осоштар яһай. Шулай бер мәлде ҡыҙҙарҙы осоусылар мәктәбенән сығарыу тураһында фарман килеп төшә.
Хыялымдың селпәрәмә килеүе шулмы икән ни, тип өҙгөләнә башлай Мәғүбә. Ихтыяр көсө ныҡ булған ҡыҙ, күҙҙәренә йәш килһә лә, яҙмышын ҡарғамай, бөтөнләй ҡойолоп та төшмәй. Ул һуңыраҡ Тбилисиҙа аэроклубта, планеристар мәктәбендә уҡый.
Тбилисиҙа хәрби-авиация мәктәбе асылғас, кесе лейтенант Мәғүбә Сыртланованы шунда звено командиры итеп ебәрәләр. Яңы хеҙмәт майҙанында ул үҙенең һөнәри оҫталығын, ойоштороу һәләтен күрһәтә. Штаб начальнигы Ю. Курочкина уның тураһында былай тип яҙа: “Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы Сыртланова — иң яҡшы звено командиры. Махсус отрядта ни бары биш ай самаһы булып, ул иптәштәре араһында оло абруй һәм хөрмәт яуланы. Күнегеүҙәрҙән тыш, звено командиры Сыртланова отрядта күп кенә транспорт эштәре лә башҡара. Быға ҡәҙәр беҙҙә уның кеүек оҫта, тәжрибәле звено командиры булманы. Урындағы линияларҙа пассажирҙарҙы ташыу бурысы ла башлыса уға йөкмәтелде. Көнөнә биш-алты, ҡайһы берҙә унан да күберәк рейс яһай”.
Һуғыш башланғас, Мәғүбә Сыртланова яралыларҙы медсанбаттан тылдағы госпиталдәргә ташый. Был эште ул бөтә күңелен биреп, тырышлығын һалып, ихлас башҡара. Яраланған һалдаттарҙы, офицерҙарҙы инструкцияла ҡаралғандан күберәк ташый.
Тора-бара Мәғүбә Сыртланова тәжрибәле хәрби осоусыға әүерелә. Ә бит ул яҙмышының былай булырын күҙ алдына ла килтермәгәйне. Ил өҫтөндә ҡара болоттар ҡуйырып, күпмелер ваҡыт үткәс, Мәғүбә, үҙен фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, рапорт артынан рапорт яҙа. “Һин беҙгә бында кәрәк”, — тип начальниктар уның үтенесен кире ҡаға тора.
Мәғүбә Сыртланова алдына ҡуйылған маҡсатынан тайпыламы һуң? Ул 4-се һауа армияһы командующийы К.А. Вершининдың ҡабул итеү бүлмәһенә рапорт менән килә. Генерал йәш осоусыны иғтибар һәм сабырлыҡ менән тыңлай ҙа былай ти: “Фронтта төнгө осоштар бик хәүефле, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ өсөн. Унда романтика юҡ, атыш та ҡырылыш, аҙым һайын — үлтереш. Был уйын эш түгел, ныҡлап уйла, һеңлем!..”
Генерал янына барғансы, Мәғүбәнең башында ниндәй генә уйҙар өйөрөлмәне икән?! Ә бит ул илебеҙгә киң билдәле осоусы, Советтар Союзы Геройы Марина Раскова ойошторған ҡатын-ҡыҙҙар авиация полкы тураһында хәбәрҙар ине.
Мәғүбә өҫтәл артында ултырған, күкрәге орден менән тулған, оло кәүҙәле хәрби кешегә ялбарып, йәнә былай ти:
— Зинһар өсөн, фронтҡа ебәрегеҙ мине, иптәш генерал! Ярҙам итегеҙ инде...
— Ә һеҙ беләһегеҙме: һуғышта һәр секундта үлем һағалай. Унда ирҙәр ҙә етерлек, һеңлем. Етмәһә, полкта төндә генә осалар. Йыш ҡына самолеттарҙы папирос утына ҡарап ултыртырға тура килә.
— Уныһынан да ҡурмайым. Башҡа ҡатын-ҡыҙ булдырғанды, мин дә был бурысты башҡарырмын, тип уйлайым. Фронттың барлыҡ ауырлыҡтарын да күҙ алдына килтерәм, иптәш генерал. Шуның өсөн дә китергә теләйем. Мин унда еңеү өсөн күберәк файҙа килтерәсәкмен!
Бер аҙҙан Мәғүбә йөрәк түренән сыҡҡан һуңғы һүҙен әйтә:
— Әгәр ебәрмәһәгеҙ, үҙем китәм. Барыбер китәм!
Генерал берсә йылмайып, берсә уйланып, алдында баҫып торған ҡыҙға ҡарай ҙа, урынынан тороп, Мәғүбә янына килә.
— Ярай, һеҙҙеңсә булһын, иптәш Сыртланова. Иртәгә йүнәлтмә алырһығыҙ. Шуныһын белегеҙ: полкка үҙегеҙ бараһығыҙ.
Яңы хеҙмәт урынына юлды Мәғүбә техника һәм кеше менән шығырым тулы хәрби эшелондарҙа үтә. Полкка килеп еткәс тә берләшмә командиры Бершанскаяға осоусылыҡҡа бәйле биографияһы хаҡында ҡыҫҡаса ғына һөйләй. Әлеге лә баяғы, ул тиҙерәк фронтҡа ебәреүҙәрен үтенә. Мәғүбә үҙенең теләһә ниндәй һынауға ла әҙер булыуын әйтә.
Бында уның яҡшы осоусы икәнен белһәләр ҙә, тиҙ генә ризалыҡ биреп бармайҙар. Ул тағы инструкциялар, күрһәтмәләр өйрәнергә тотона, полк ветерандарының өгөт-нәсихәттәрен иғтибар менән тыңлай. Яңы әхирәттәре фронт линияһына киткәндә Мәғүбә инструктор менән төндә күккә күтәрелә, тиҙлек менән маневр яһарға, прожекторҙарҙан, зенит утынан ҡасырға, йондоҙҙар буйынса ориентир тоторға өйрәнә.
Эскадрилья командиры урынбаҫары Марина Чечнева иһә Мәғүбәне ике аҙна эсендә дошманға нисек теүәл итеп бомба ташларға һәм башҡа нескәлектәргә өйрәтә. Бына шулай беренсе осоштар башлана.

“Төн убырҙары” дошманды йоҡлатмай

Полк штурманы Женя Руднева тәүге көндәрҙән үк Сыртланованың шул ҡәҙәр оҫта осоуына һоҡлана. Мәғүбә самолетты фронт аэродромына ултыртҡас, ул командованиеға былай тип еткерә: “Бына был осоусы, исмаһам! Уның менән теләһә ниндәй заданиеға барырға була!”
Сыртланованы тәүге уңышлы яу осошо менән полк командиры Бершанская ихлас ҡотлай. Нисек кенә ауыр булмаһын, Мәғүбә берәүгә лә һиҙҙермәй. Самолет тауышы ҡолағынан оҙаҡ китмәй тора.
Осош артынан осош. Мәғүбәгә төрлө һауа шарттарында киң диңгеҙ, бейек тауҙар өҫтөнән дә осорға тура килә. Һәр осош тәүәккәллек, батырлыҡ талап итә. Шуға ҡарамаҫтан, Сыртланова хәрби бурысын уңышлы башҡарып сыға.
“По-2” самолетына тиҙ эйәләшеп китә Мәғүбә. Һәр осоусы маҡтап телгә ала был машинаны. Былай ҡарағанда иҫ китерлек ере лә юҡ кеүек. Бәләкәй генә. Тиҙлеге лә ҙур түгел. Көслө тип тә булмай. Шулай ҙа ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һалдаттар өсөн ҡәҙерлегә әйләнә. “Кукурузник”, “Баҡсасы” тип тә атайҙар уны, яратып. Тора-бара “По-2” самолеты дошман өсөн хәүефле техникаға әүерелә. Башлыса төндә оса торған был самолет тауышһыҙ ғына тиерлек, көтмәгәндә килеп сыға ла, теләһә ниндәй объектты утҡа тотоп, кире осоп китә. Фашистар һиҙмәй ҙә ҡала. Уларҙың “Урыҫ фанераһы” тураһында ишеткеһе лә килмәй, сөнки немецтарҙың күптән теңкәһенә тейгән, ҡурҡыуға һалған етеҙ техника төндәр буйы тынғылыҡ бирмәй.
Ҡайҙарға ғына осмай Мәғүбә Сыртланова үҙенең бәләкәй генә самолеты менән. Уның беренсе фронт аэродромы Краснодон ҡалаһында була. Һуңыраҡ Төньяҡ Кавказ күген байҡай. Ҡыйыу осоусы ҡыҙ Ставрополь, Кубань, Ҡырым, Белоруссия, Польша ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Арыу-талыуҙы белмәй йәш осоусы. Мәғүбә ҡайһы саҡта бер төн эсендә тиҫтәләгән осош яһай. Уларҙың һәммәһе уңышлы була.
Шулай бер һуғыш операцияһында немецтар уның самолетын утҡа тота. Самолет яна башлай, бер цилиндр эшләмәй, мотор зарарлана. Үлергәме, әсирлеккә төшөргәме?
(Аҙағы бар).
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ,
Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фәтих Кәрим һәм Динис Бүләков исемендәге премиялар лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 704

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 830

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 776

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 486

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 110

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 805

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 049

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 181

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 783

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 622

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 877