Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңелдәргә илһөйәрлек һалды
Беҙҙең Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй. Уны асыу тарихы менән ҡыҙыҡһынып, байтаҡ мәғлүмәт менән таныштым, музейға нигеҙ һалыусы уҡытыусы Ғәйникамал Мирхәйеваның тормош юлына күҙ һалдым.

Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙы 1927 йылда Ҡыйғы районының Ыйыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан Алағуҙ ауылында тыуа. Бала сағынан ураҡ урыу, ашлыҡ һуғыу, утын ҡырҡып ташыу кеүек ауыр эштәрҙе үҙ иңендә татып үҫә.
1942 йылда ғаилә ҙур юғалтыу кисерә: Әкрәм ағай Мәскәү янындағы фронтта һәләк була. Биш бала менән яңғыҙ ҡалған Мәхмүҙә апай балаларын тәрбиәләүгә барлыҡ көсөн һала.
Ғәйникамал, юғары уҡыу йортон тамамлап, уҡытыусы һөнәренә эйә була. Юллама менән Мәсетле районына эшкә килә. Ләмәҙ-Тамаҡ, аҙаҡ Дыуан-Мәсетле мәктәптәрендә географиянан белем бирә, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса мөдир вазифаһын башҡара.
Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙы хеҙмәт дәүерендә тыуған яғын өйрәнергә лә ваҡыт таба — әйле башҡорттарының тарихы, этнографияһы тураһында бай мәғлүмәт туплай. Һөҙөмтәлә тыуған яҡты өйрәнеү музейын аса, йәш эҙәрмәндәр түңәрәген ойоштора. Был уҡыусыларҙа илһөйәрлек, хеҙмәткә, халҡына, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.
Әй йылғаһы буйында табылған мамонт һөйәктәре, боронғо һуғыш ҡоралдары, Салауат Юлаев, Емельян Пугачев, Мәсетле урта мәктәбен тамамлаған Советтар Союзы Геройы, летчик Ҡотдос Латипов, Социалистик Хеҙмәт Геройы Ричард Аллаяров, ике тапҡыр Ленин ордены кавалеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Хөсәйен Фәтҡуллин һәм башҡа шәхестәр тураһында бай мәғлүмәт һаҡланған музей хаҡында заманында район, республика гәзиттәрендә байтаҡ мәҡәлә донъя күрә.
Утыҙ йылдан ашыу география уҡытыусыһы булып эшләү осоронда йыйылған бай мәғлүмәттәренең бер өлөшө 2011 йылда “Китап” нәшриәтендә “Тарих яҙыр инем ташына” тигән йыйынтыҡта баҫылып сыҡты. Был китап — тарих, география уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн бик яҡшы методик ҡулланма.
Оло йөрәкле уҡытыусы, танылған йәмәғәт эшмәкәре, киң ҡарашлы, һәр яҡлап өлгөр шәхес булыуы менән һоҡландыра Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙы. Гүзәл әсә лә ул. Һуғыш ветераны, уҡытыусы Ишмөхәмәт Абдуллин менән үҙҙәре кеүек эшлекле, белемле, тәрбиәле балалар үҫтерҙеләр. Барыһы ла юғары белемле, матур ғаилә ҡороп, төрлө өлкәлә намыҫлы хеҙмәт итә. Балаларының, ете ейән-ейәнсәренең, өс бүләсәһенең уңыштарына ҡыуанып, ғорурланып ғүмер итә ветеран-уҡытыусы.
Ғәйникамал Мирхәйева 30 йылдан ашыу инде Өфөлә йәшәй. Шулай ҙа төньяҡ-көнсығыш райондарында ул башлаған, нигеҙ һалған эштәр дауам итә. Дыуан-Мәсетле мәктәбендәге музей “Янғантау” шифаханаһының элекке директоры Рәмил Бәҙретдиновтың ярҙамы менән яңы бинаға күсте. Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙын ауылдаштары, уҡыусылары онотмай: һәр саҡ аралашып тора, төрлө тарафтан ихлас рәхмәт хаттарын, ҡотлауҙарын еткерә. 2009 йылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” йыйынында уға “Ауылдың почетлы гражданы” исемен дә бирҙеләр. Оло абруй ҡаҙанған шәхестәргә генә тейә бындай бәхет!
Зөлфиә МИҢЛЕКӘЕВА,
Дыуан-Мәсетле мәктәбенең тарих уҡытыусыһы.
Мәсетле районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда минималь эш хаҡы 33,3 мең һумға етергә мөмкин

Башҡортостанда минималь эш хаҡы 33,3 мең һумға етергә мөмкин 16.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда минималь эш хаҡы 33,3 мең һумға етергә мөмкин...

Тотош уҡырға 2

Өфөнән «Тамыр» телеканалының тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» премияһы финалына сыҡты

Өфөнән «Тамыр» телеканалының тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» премияһы финалына сыҡты 16.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән «Тамыр» телеканалының тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» премияһы финалына сыҡты...

Тотош уҡырға 2

Владимир Путин Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовты бүләкләне

Владимир Путин Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовты бүләкләне 16.10.2026 // Йәмғиәт

Рәсәй президенты Владимир Путин илебеҙҙең күренекле граждандарына дәүләт наградалары тапшырыу ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда быйыл 34 мең атай балалар пособиеһы алған

Башҡортостанда быйыл 34 мең атай балалар пособиеһы алған 15.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда быйыл 34 мең атай балалар пособиеһы алған...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды

Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды 10.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды...

Тотош уҡырға 5

2027 йылда Рәсәйҙә страховка пенсияһын ике тапҡыр арттырасаҡтар
Башҡортостанда сирена тауышы яңғыраясаҡ

Башҡортостанда сирена тауышы яңғыраясаҡ 08.10.2026 // Йәмғиәт

9 октябрҙә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр итеү системаһы тикшерәләсәк....

Тотош уҡырға 6

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны 06.10.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә зарланыуы билдәле булды

Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә зарланыуы билдәле булды 06.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә зарланыуы ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан балалар өсөн грипҡа ҡаршы 152 меңдән ашыу доза вакцина алды

Башҡортостан балалар өсөн грипҡа ҡаршы 152 меңдән ашыу доза вакцина алды 06.10.2026 // Йәмғиәт

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында балаларға грипҡа ҡаршы вакцина яһауҙың ......

Тотош уҡырға 7

Республикала көндәр йылына

Республикала көндәр йылына 06.10.2026 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Башҡортостанда көндәр бер аҙ йылыта, тип хәбәр итте синоптиктар....

Тотош уҡырға 11

Башҡорт ауылы Бөтә Рәсәй инициативалар конкурсында иң яҡшыһы булды

Комментарий өҫтәргә