Республикала М-5 «Урал» трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнә 12.11.2026 // Йәмғиәт
Республикала М-5 «Урал» трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнә...
Өфөнән «Тамыр» телеканалының тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» премияһы финалына сыҡты

«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында барған «КӘСЕП. Балаларға — халыҡ кәсептәре хаҡында» тапшырыуы 2026 йылғы «ТЭФИ-KIDS» премияһының финалына сыҡты, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына каналдың директоры Гөлназ Ҡолһарина.
Тапшырыу «Карусель» каналынан «Навигатор» һәм Симферополдең «Первый Крымский» каналынан «Вот это новости» программалары менән көс һынашасаҡ. Быйыл балалар, йәштәр, ғаилә киноһы һәм телевидениеһы өлкәһендәге Рәсәйҙең «ТЭФИ-KIDS» премияһы һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә. 12 номинация буйынса 200-ҙән ашыу эш тәҡдим ителгән. Финалға сыҡҡандар араһында «Папины дочки. Новые» һәм «Любопытная Варвара» популяр сериалдары, «Буратино» киноәкиәте, «Тауыш. Балалар» һәм «Спокойной ночи, малыши!» алып барыусылары Яна Чурикова һәм Сергей Безруков бар. Быға тиклем «Тамыр» телеканалының «Гора Новостей» һәм «Сәңгелдәк» тапшырыуҙары «ТЭФИ-KIDS» премияһының иң юғары наградаһы тип иҫәпләнгән бронза Орфейына лайыҡ булғайны.
«Тамыр» телеканалы командаһы үҙенең «КӘСЕП» тапшырыуында үҙенсәлекле оҫталар һәм халыҡ йолалары менән таныштыра. Конкурсҡа легендар башҡорт шәле тураһындағы сығарылыш тәҡдим ителгән. Ул Ейәнсура районында төшөрөлгән. Сығарылышта Башҡорт Үргене ауылында йәшәүсе Эльвира һәм Шакир Ейәнбирҙиндар кәзә үрсетеү серҙәре менән уртаҡлаша, «Йырау» фольклор ансамбле шәл бәйләү оҫталығына өйрәтә.
«Халҡыбыҙ мираҫын балаларға еткереү бик мөһим, — ти „Тамыр“ балалар-үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолсарина. — Режиссер Адель Һунарғолова, сценарист һәм мөхәррир Зөлфиә Даянова, рәссам Айгөл Бикбаева йәнле, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле программа әҙерләне. Йәш алып барыусы Нияз Яҡупов „ейәнсура алтынын“ табыу буйынса юлды бик лайыҡлы үтте».
Бүләкләү тантанаһы 26 октябрҙә Мәскәүҙә «Et Cetera» театрында үтә.
Республикала М-5 «Урал» трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнә 12.11.2026 // Йәмғиәт
Республикала М-5 «Урал» трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнә...
Республикала хәрби комиссариаттарҙа контракт төҙөргә мәжбүр итеү тураһында фейкты кире ҡаҡтылар 12.11.2026 // Йәмғиәт
Республикала хәрби комиссариаттарҙа контракт төҙөргә мәжбүр итеү тураһында фейкты кире ҡаҡтылар...
Республикала ноябргә хас булмаған йылы һауа торошо көтөлә 12.11.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда алдағы көндәрҙә плюс температураһы һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә, тип фаразлай ......
Салауат Юлаевтың элекке һәйкәлен ҡуйыу урыны билдәле булды 12.11.2026 // Йәмғиәт
2027 йылда Өфөгә Ағиҙел йылғаһы ярына Салауат Юлаев һәйкәле урынлаштырыласаҡ. Хәҙер уны скульптор ......
Башҡортостан Башлығы: Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк 12.11.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы: Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк...
Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн квоталар тураһында һорауға яуап бирҙе 11.11.2026 // Йәмғиәт
Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн квоталар тураһында һорауға яуап бирҙе...
Башҡортостан Башлығы Иҫәнғол поликлиникаһын ремонтларға ҡушты 11.11.2026 // Йәмғиәт
[isimage=thumb][/isimage]Район дауаханаһын төҙөкләндереү 1 декабргә тамамланырға ......
Радий Хәбиров Өфө – Ырымбур трассаһы участкаһын асыу көнөн әйтте 11.11.2026 // Йәмғиәт
Радий Хәбиров Өфө – Ырымбур трассаһы участкаһын асыу көнөн әйтте...
«Уйларға кәрәк»: Башҡортостан Башлығы вейптарҙы тыйыуға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе 11.11.2026 // Йәмғиәт
Тура бәйләнештә Радий Хәбиров балаларҙы бәйлелектән һаҡлау өсөн вейптар һәм электрон тәмәке һатыуҙы ......
Башҡортостан Башлығы Нуғай ауылына илткән юлды тиҙ арала тәртипкә килтерергә ҡушты 11.11.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы Нуғай ауылына илткән юлды тиҙ арала тәртипкә килтерергә ҡушты...
Өфө мэры вазифаһына кандидаттың «бик етди кеше» булыуын билдәләнеләр 11.11.2026 // Йәмғиәт
Өфө мэры вазифаһына кандидаттың «бик етди кеше» булыуын билдәләнеләр...
Республика етәксеһе «Өфө муйынсағы»ның киләсәге хаҡында әйтте 11.11.2026 // Йәмғиәт
Республика етәксеһе «Өфө муйынсағы»ның киләсәге хаҡында әйтте...