Өфөнән «Тамыр» телеканалының тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» премияһы финалына сыҡты16.10.2026

Өфөнән «Тамыр» телеканалының тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» премияһы финалына сыҡты

Фото: «Тамыр» телеканалы

«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында барған «КӘСЕП. Балаларға — халыҡ кәсептәре хаҡында» тапшырыуы 2026 йылғы «ТЭФИ-KIDS» премияһының финалына сыҡты, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына каналдың директоры Гөлназ Ҡолһарина.

Тапшырыу «Карусель» каналынан «Навигатор» һәм Симферополдең «Первый Крымский» каналынан «Вот это новости» программалары менән көс һынашасаҡ. Быйыл балалар, йәштәр, ғаилә киноһы һәм телевидениеһы өлкәһендәге Рәсәйҙең  «ТЭФИ-KIDS» премияһы һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә. 12 номинация буйынса 200-ҙән ашыу эш тәҡдим ителгән. Финалға сыҡҡандар араһында «Папины дочки. Новые» һәм «Любопытная Варвара» популяр сериалдары, «Буратино» киноәкиәте, «Тауыш. Балалар» һәм «Спокойной ночи, малыши!» алып барыусылары Яна Чурикова һәм Сергей Безруков бар. Быға тиклем «Тамыр» телеканалының «Гора Новостей» һәм «Сәңгелдәк» тапшырыуҙары «ТЭФИ-KIDS» премияһының иң юғары наградаһы тип иҫәпләнгән бронза Орфейына лайыҡ булғайны.

«Тамыр» телеканалы командаһы үҙенең «КӘСЕП» тапшырыуында үҙенсәлекле оҫталар һәм халыҡ йолалары менән таныштыра. Конкурсҡа легендар башҡорт шәле тураһындағы сығарылыш тәҡдим ителгән. Ул Ейәнсура районында төшөрөлгән. Сығарылышта Башҡорт Үргене ауылында йәшәүсе Эльвира һәм Шакир Ейәнбирҙиндар кәзә үрсетеү серҙәре менән уртаҡлаша, «Йырау» фольклор ансамбле шәл бәйләү оҫталығына өйрәтә.

«Халҡыбыҙ мираҫын балаларға еткереү бик мөһим, — ти „Тамыр“ балалар-үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолсарина. — Режиссер Адель Һунарғолова, сценарист һәм мөхәррир Зөлфиә Даянова, рәссам Айгөл Бикбаева йәнле, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле программа әҙерләне. Йәш алып барыусы Нияз Яҡупов „ейәнсура алтынын“ табыу буйынса юлды бик лайыҡлы үтте».

Бүләкләү тантанаһы 26 октябрҙә Мәскәүҙә «Et Cetera» театрында үтә.



Вернуться назад