Күңелдәргә илһөйәрлек һалды12.07.2012
Беҙҙең Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй. Уны асыу тарихы менән ҡыҙыҡһынып, байтаҡ мәғлүмәт менән таныштым, музейға нигеҙ һалыусы уҡытыусы Ғәйникамал Мирхәйеваның тормош юлына күҙ һалдым.

Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙы 1927 йылда Ҡыйғы районының Ыйыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан Алағуҙ ауылында тыуа. Бала сағынан ураҡ урыу, ашлыҡ һуғыу, утын ҡырҡып ташыу кеүек ауыр эштәрҙе үҙ иңендә татып үҫә.
1942 йылда ғаилә ҙур юғалтыу кисерә: Әкрәм ағай Мәскәү янындағы фронтта һәләк була. Биш бала менән яңғыҙ ҡалған Мәхмүҙә апай балаларын тәрбиәләүгә барлыҡ көсөн һала.
Ғәйникамал, юғары уҡыу йортон тамамлап, уҡытыусы һөнәренә эйә була. Юллама менән Мәсетле районына эшкә килә. Ләмәҙ-Тамаҡ, аҙаҡ Дыуан-Мәсетле мәктәптәрендә географиянан белем бирә, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса мөдир вазифаһын башҡара.
Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙы хеҙмәт дәүерендә тыуған яғын өйрәнергә лә ваҡыт таба — әйле башҡорттарының тарихы, этнографияһы тураһында бай мәғлүмәт туплай. Һөҙөмтәлә тыуған яҡты өйрәнеү музейын аса, йәш эҙәрмәндәр түңәрәген ойоштора. Был уҡыусыларҙа илһөйәрлек, хеҙмәткә, халҡына, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай.
Әй йылғаһы буйында табылған мамонт һөйәктәре, боронғо һуғыш ҡоралдары, Салауат Юлаев, Емельян Пугачев, Мәсетле урта мәктәбен тамамлаған Советтар Союзы Геройы, летчик Ҡотдос Латипов, Социалистик Хеҙмәт Геройы Ричард Аллаяров, ике тапҡыр Ленин ордены кавалеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Хөсәйен Фәтҡуллин һәм башҡа шәхестәр тураһында бай мәғлүмәт һаҡланған музей хаҡында заманында район, республика гәзиттәрендә байтаҡ мәҡәлә донъя күрә.
Утыҙ йылдан ашыу география уҡытыусыһы булып эшләү осоронда йыйылған бай мәғлүмәттәренең бер өлөшө 2011 йылда “Китап” нәшриәтендә “Тарих яҙыр инем ташына” тигән йыйынтыҡта баҫылып сыҡты. Был китап — тарих, география уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн бик яҡшы методик ҡулланма.
Оло йөрәкле уҡытыусы, танылған йәмәғәт эшмәкәре, киң ҡарашлы, һәр яҡлап өлгөр шәхес булыуы менән һоҡландыра Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙы. Гүзәл әсә лә ул. Һуғыш ветераны, уҡытыусы Ишмөхәмәт Абдуллин менән үҙҙәре кеүек эшлекле, белемле, тәрбиәле балалар үҫтерҙеләр. Барыһы ла юғары белемле, матур ғаилә ҡороп, төрлө өлкәлә намыҫлы хеҙмәт итә. Балаларының, ете ейән-ейәнсәренең, өс бүләсәһенең уңыштарына ҡыуанып, ғорурланып ғүмер итә ветеран-уҡытыусы.
Ғәйникамал Мирхәйева 30 йылдан ашыу инде Өфөлә йәшәй. Шулай ҙа төньяҡ-көнсығыш райондарында ул башлаған, нигеҙ һалған эштәр дауам итә. Дыуан-Мәсетле мәктәбендәге музей “Янғантау” шифаханаһының элекке директоры Рәмил Бәҙретдиновтың ярҙамы менән яңы бинаға күсте. Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙын ауылдаштары, уҡыусылары онотмай: һәр саҡ аралашып тора, төрлө тарафтан ихлас рәхмәт хаттарын, ҡотлауҙарын еткерә. 2009 йылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” йыйынында уға “Ауылдың почетлы гражданы” исемен дә бирҙеләр. Оло абруй ҡаҙанған шәхестәргә генә тейә бындай бәхет!
Зөлфиә МИҢЛЕКӘЕВА,
Дыуан-Мәсетле мәктәбенең тарих уҡытыусыһы.
Мәсетле районы.


Вернуться назад