Башҡортостанда 38 торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекты яңыртылды 26.11.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда 38 торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекты яңыртылды...
Өфөлә Башҡортостандың ишле ғаиләләре тәбрикләнде

Өфөлә Әсә көнө алдынан күп балалы ғаиләләрҙе һәм әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатын-ҡыҙҙарға балалар тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Наградаға традицияларға тоғролоҡ өлгөһө булған ғаиләләр лайыҡ булды.
Октябрьский ҡалаһынан Березовскийҙар (8 бала тәрбиәләй), Бәләбәй районынан Матвеевтар (7 бала) һәм Баймаҡ районынан Шәйәхмәтовтар (18 бала, уларҙың 10-һы тәрбиәгә алынған) «Ата-әсә даны» ордены менән бүләкләнде. Баҡалы районынан 12 балалы Баһрамовтар ғаиләһе «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән билдәләнде.
Тормош иптәше, МХО геройы һәләк булғандан һуң биш балаһын яңғыҙы тәрбиәләгән Зилә Андрющенко (Өфө) һәм Рәсәй Геройы Владислав Бочаровтың әсәһе Юлия Бочарова (Белорет районы) «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнде. Ауырғазы районынан Мартыновтар (7 бала), Өфөнән Мостафиндар (7 бала), Бөрө районынан Фәтхинуровтар (10 бала) ғаиләләре лә ошо дәүләт наградаһы менән билдәләнде.
Биш бала тәрбиәләп үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙар – Дәүләкән районынан Илвира Ғәлиева, Көйөргәҙе районынан Светлана Илгилдина, Ҡалтасы районынан Оксана Манаева, Кушнаренко районынан Рәзилә Фәхертдинова, Мишкә районынан Алена Шәймәрҙәнова, Өфө райондарынан Инера Япарова «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды.
Республика етәксеһе демографик күрһәткестәрҙең ыңғай динамикаһын билдәләне. Бөгөн Башҡортостанда 76 меңдән ашыу ишле ғаилә йәшәй. Юғары дәүләт наградаһына ҙур иғтибар бүленә. Республикала «Герой-әсә» тигән маҡтаулы исемгә эйә 17 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә, быйыл 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләп үҫтергән биш ҡатын-ҡыҙ ошондай мәртәбәле исемде алды.
Башҡортостанда 38 торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекты яңыртылды 26.11.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда 38 торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекты яңыртылды...
Туймазы районына БПЛА һөжүм иткән 26.11.2026 // Йәмғиәт
Туймазы районына БПЛА һөжүм иткән...
Өфөнөң почетлы граждандары өсөн автобустарҙа йөрөү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе 26.11.2026 // Йәмғиәт
Өфөнөң почетлы граждандары өсөн автобустарҙа йөрөү ҡағиҙәләре үҙгәрҙе...
Башҡортостанда М-5 «Урал» трассаһының ике участкаһында хәрәкәт сикләнә 25.11.2026 // Йәмғиәт
Был саралар ваҡытлыса....
Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 25.11.2026 // Йәмғиәт
Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана...
Радий Хәбиров башҡорт теленең һанлы платформаһы хаҡында һөйләне 25.11.2026 // Йәмғиәт
Радий Хәбиров башҡорт теленең һанлы платформаһы хаҡында һөйләне...
Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне 25.11.2026 // Йәмғиәт
Редакция ҡарамағында ошондай документ бар....
Яҡташтарыбыҙ «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булды 24.11.2026 // Йәмғиәт
Яҡташтарыбыҙ «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булды...
Торатауҙа Ҡыш бабай тирмәһе асыла 24.11.2026 // Йәмғиәт
Торатауҙа Ҡыш бабай тирмәһе асыла...
Республикала боҙло ямғыр яуыуы көтөлә 24.11.2026 // Йәмғиәт
Республикала боҙло ямғыр яуыуы көтөлә...
26 декабрҙә Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асыла 24.11.2026 // Йәмғиәт
26 декабрҙә Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асыла...
Өфөлә Гордеевтар ғаиләһендә унынсы бала донъяға килгән 23.11.2026 // Йәмғиәт
Өфөлә Гордеевтар ғаиләһендә унынсы бала донъяға килгән...