Өфөлә Башҡортостандың ишле ғаиләләре тәбрикләнде26.11.2026

Өфөлә Башҡортостандың ишле ғаиләләре тәбрикләнде

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Өфөлә Әсә көнө алдынан күп балалы ғаиләләрҙе һәм әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатын-ҡыҙҙарға балалар тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштары өсөн Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Наградаға традицияларға тоғролоҡ өлгөһө булған ғаиләләр лайыҡ булды.

Октябрьский ҡалаһынан Березовскийҙар (8 бала тәрбиәләй), Бәләбәй районынан Матвеевтар (7 бала) һәм Баймаҡ районынан Шәйәхмәтовтар (18 бала, уларҙың 10-һы тәрбиәгә алынған) «Ата-әсә даны» ордены менән бүләкләнде. Баҡалы районынан 12 балалы Баһрамовтар ғаиләһе «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән билдәләнде.

Тормош иптәше, МХО геройы һәләк булғандан һуң биш балаһын яңғыҙы тәрбиәләгән Зилә Андрющенко (Өфө) һәм Рәсәй Геройы Владислав Бочаровтың әсәһе Юлия Бочарова (Белорет районы) «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнде. Ауырғазы районынан Мартыновтар (7 бала), Өфөнән Мостафиндар (7 бала), Бөрө районынан Фәтхинуровтар (10 бала) ғаиләләре лә ошо дәүләт наградаһы менән билдәләнде.

Биш бала тәрбиәләп үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙар – Дәүләкән районынан Илвира Ғәлиева, Көйөргәҙе районынан Светлана Илгилдина, Ҡалтасы районынан Оксана Манаева, Кушнаренко районынан Рәзилә Фәхертдинова, Мишкә районынан Алена Шәймәрҙәнова, Өфө райондарынан Инера Япарова «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды.

Республика етәксеһе демографик күрһәткестәрҙең ыңғай динамикаһын билдәләне. Бөгөн Башҡортостанда 76 меңдән ашыу ишле ғаилә йәшәй. Юғары дәүләт наградаһына ҙур иғтибар бүленә. Республикала «Герой-әсә» тигән маҡтаулы исемгә эйә 17 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә, быйыл 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләп үҫтергән биш ҡатын-ҡыҙ ошондай мәртәбәле исемде алды.



Вернуться назад