Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өсөнсө тағанды нығытһаҡ...
Өсөнсө тағанды нығытһаҡ...Президент Рөстәм Хәмитов “сей” нефть менән сауҙа итеп кенә иҡтисадтың киләсәгенә ҙур ышаныс бағлау мөмкин түгеллеген йыш иҫкәртә. Уның фекеренсә, “ҡара алтын”ды тәрәнерәк эшкәртеү, химия сәнәғәтен үҫтереү хаҡында етди уйланырға ваҡыт. Эште дөрөҫ ойошторған хәлдә халыҡ-ара баҙарҙа үҙ урынын алырлыҡ, дәғүәселек шарттарында аяғында ныҡлы баҫып торорлоҡ заманса иҡтисад булдыра алабыҙ. Бының өсөн, әлбиттә, фәнгә лә иғтибарҙы арттырыу зарур.

Республика башлығы “Башҡортостандың нефть химияһы һәм эшкәртеү институты” дәүләт унитар предприятиеһына эш сәфәрен фәнни-техник парк менән танышыуҙан башланы. Фәнни тикшеренеү, яңы технологиялар уйлап табыу, проекттар төҙөү, продукция эшләп сығарыу кеүек күп төрлө эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүсе был үҙәк, һис шикһеҙ, илдең иң алдынғы ойошмалары иҫәбендә. Заман талаптарын иҫәпкә алып, бында сәнәғәттең тирә-яҡ мөхиткә зыянын кәметеү, энергияны һаҡсыл тотоноу хәстәрен күрәләр.
Артабан ойошманың хәҙерге хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары Башҡортостан Президенты менән осрашыу өсөн тамаша залына йыйылды. Араларында әлеге институт директорының атаһы, заманында ошо фәнни үҙәккә уңышлы етәкселек иткән, уны үҫтереүгә күп көс түккәне һәм ҡаҙаныштары өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә, “Алтын Йондоҙ”, Ленин ордендарына лайыҡ булған техник фәндәр докторы, профессор Ғүмәр Теләшев та бар ине.
Башта институттың һуңғы йылдарҙағы үҫеше, эш йүнәлештәре хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән директор Эльшад Теләшев сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, предприятие Рәсәйҙә нефть эшкәртеү өлкәһендә ғилми тикшеренеү менән шөғөлләнгән берҙән-бер дәүләт институты булыуы менән үҙенсәлекле. “Бер ваҡытта ла, хатта совет осоронда ла ҡаҙнанан сығым бүлеүҙе талап итмәнек. Фәҡәт контракттар буйынса алынған килем иҫәбенә йәшәйбеҙ, — тине ойошма етәксеһе. — Институтҡа финанс ағымы кәмемәй, ул шул рәүешле үҙен булдырыуға тотонолған аҡсаны дәүләткә күп тапҡырға арттырып ҡайтарғандыр, тип ышаныслы әйтергә мөмкин”.
Институт үҙенең һәр эшләнмәһе менән ғорурлана алалыр. Мәҫәлән, кокс ҡыҙҙырыу буйынса технологиялары Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип табылған. Бынан тыш, нефтте көкөртлө водородтан таҙартыу, “ҡара алтын”ды һәм битумды ер өҫтөндәге тоҡомдарҙан алып эшкәртеү, көкөрт һәм битум етештереү буйынса алдынғы технологиялар, тәбиғәтте зарарламай торған таҙартыу ҡорамалдары уйлап табып, сәнәғәттә ҡулланыуға индергәндәр. Башҡортостан институты менән Рәсәйҙең ҙур компаниялары тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
Фәнни ойошмала бөгөн 500-ләп кеше эшләй, араларында тиҫтәләрсә фән докторы һәм кандидаты бар. Һуңғы йылдарҙа коллективтың йәшәреүе, өмөтлө белгестәр менән тулыланыуы күҙәтелә. Эш урындары ла, хеҙмәт хаҡы ла арта бара. Замансалығы, даими нигеҙҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн үҙәк “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 институты” исемлегенә лә индерелгән.
— Ышаныслы аҙымдар менән алға барыу өсөн “власть — етештереү — фән” өсмөйөшө ныҡлы булырға тейеш. Беҙҙә тәүге ике өлкә, әлбиттә, көслө, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фән яңы саҡ аяғына баҫа башланы, — тине Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында. Президент коллективтың хеҙмәте лайыҡлы баһаланасағына, институттың артабан да үҫеш юлынан барып, барлыҡ проекттарының ғәмәлгә ашасағына ышандырҙы.
Даян МӘЖИТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә