Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡояшҡа иркәләнеп, Ағиҙелгә һоҡланып үҫерҙәр
Ҡояшҡа иркәләнеп, Ағиҙелгә һоҡланып үҫерҙәрҺәр сабый йортҡа шатлыҡ алып инә. Улар ишәйгән һайын ҡыуаныс та, кинәнесле мәшәҡәт тә арта: бәләкәстәргә айырым иғтибар, үҫеш өсөн уңайлылыҡ, үҙен хужа итеп тойор мөйөш кәрәк. Ҙур ғаиләгә тиң төбәгебеҙҙә был бурыс һәр саҡ алға ҡуйыла.

Һуңғы осорҙа көнүҙәккә әүерелгән мәсьәлә — балалар баҡсаһында урын етмәү проблемаһы ҙур тырышлыҡ, берҙәм көс арҡаһында сигенә барғандай. Президент Рөстәм Хәмитовтың ҡарары менән республикала быйыл 1 сентябргә тиклем 52 балалар баҡсаһы асылырға тейеш. Шуларҙың унауһы — Өфөлә.
Төҙөлөштөң иң ҡыҙған сағынан файҙаланып, баш ҡаланың көньяҡ-көнсығышындағы яңы биҫтәлә ҡалҡып килгән балалар баҡсаһына юл тоттоҡ. Киров районы хакимиәте Ҡояшҡа иркәләнеп, Ағиҙелгә һоҡланып үҫерҙәрмәғариф бүлегенең баш белгесе Әнисә Баймөхәмәтова менән алдан һөйләшеп ҡуйғайныҡ, ул ҡаршы алды. Өс ҡатлы объект тау башында урынлашҡан. Ағиҙел, уның бирге ярындағы тормош ус төбөндәгеләй күренеп тора. “Бында киләсәк сабыйҙар ҡайһылай бәхетле! — тигән уй йүгерҙе шунда уҡ. — Күпселек тиңдәштәре кеүек ҙур-ҙур йорттарҙың ҡараңғы ышығында, тығыҙ шарттарҙа тәрбиәләнмәйәсәктәр. Уларҙы көноҙоно ҡояш иркәләйәсәк, киңлек, гүзәл тәбиғәт һоҡландырасаҡ!”
Ҡояшҡа иркәләнеп, Ағиҙелгә һоҡланып үҫерҙәр Ә әлегә бында эшселәр гөж килә. Элек буш торған ерҙе тигеҙләгән трактор тауышынан һөйләшә алмайынса, тиҙерәк эскә инәбеҙ.
— Балалар баҡсаһы санитар ҡағиҙәләрҙең, янғын хәүефһеҙлегенең яңы талаптарына ярашлы төҙөлә, — Әнисә Ғибәтулла ҡыҙы бүлмәләр буйлап алып китте. — Учреждение 12 төркөмгә иҫәпләнгән. Берәүһен логопедик йүнәлешле итәбеҙ. Яңы ҡағиҙә буйынса, урта һәм әҙерлек төркөмдәре 20-шәр баланан, иң бәләкәстәр 15-әрҙән тупланасаҡ. Тимәк, 230 тирәһе урын булдырыла.
Төҙөлөшкә төрлө йүнәлештәге 12 бригада йәлеп ителгән. Әле беренсе һәм икенсе ҡаттарҙа буяу, биҙәкләү буйынса эш ҡайнай.
Өсөнсө ҡатҡа күтәреләбеҙ. Ул тулыһынса тиерлек түңәрәктәр, өҫтәмә күнекмәләр өсөн тәғәйенләнгән. Бында спорт, тамаша залдары, туған телде өйрәнеү, психологик үҫеш кабинеттары, һынлы сәнғәт студияһы, медицина блогына урын әҙерләнгән.
— Балаларҙың ижади һәләтен, зиһенен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленәсәк, — ти Әнисә Ғибәтулла ҡыҙы. — Был йәһәттән тышта ла барлыҡ шарттар тыуҙырырға ниәтләйбеҙ: Ҡояшҡа иркәләнеп, Ағиҙелгә һоҡланып үҫерҙәрһәр төркөмдөң уйын биләмәһе йыһазландырыласаҡ, ҙур спорт майҙансығы буласаҡ.
Ул арала төҙөлөштөң подрядсыһы “ГКСУ-10” йәмғиәтенең директор урынбаҫары Владислав Сидоркин килеп етте.
— Бинаны һалыу, түбәһен ябыуҙы яҙ уҡ тамамлағайныҡ, — тине ул. — Хужалыҡ блогы айырым буласаҡ, уның да төп эштәрен теүәлләнек. Беренсе ҡатта инженерлыҡ коммуникациялары үткәрелде. Уны аҙағына еткереп, биҙәкләү, буяу эштәрен тамамлағандан һуң биләмәне, уйын майҙансыҡтарын төҙөкләндерәһе бар.
Владислав Анатольевич һәр бригаданың мастерҙары, эшселәре менән ихлас аралашты, проблемаларҙы асыҡланы, күрһәтмәләр бирҙе. “Объект 1 сентябргә әҙер булырға тейеш. Эш ифрат күп, төҙөүселәргә ял да тәтегәне юҡ. Әммә кәйеф көр. Эш булғас, аш та бара. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләйбеҙ”, — ти етәксе.
Яңы биҫтәлә йәш ғаиләләр ифрат күп. Быға тиклем унда балалар баҡсаһына ҙур ихтыяж булған. 1 сентябрҙә был проблема ниндәйҙер кимәлдә яйға һалынасаҡ, өр-яңы бина балалар тауышына күмеләсәк!
Дилбәр ИШМОРАТОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә