Республикала Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә дикторҙар конкурсы иғлан ителде 13.11.2026 // Йәмғиәт
Конкурста мәктәп уҡыусыларынан ике эш көтөлә....
Баймаҡтан Гөлнәрисә Әбелғәзина мотоциклда Ҡаҙағстан буйлап 4 мең саҡрым үткән

Баймаҡ районынан Гөлнәрисә Әбелғәзина мотоциклда Ҡаҙағстан буйлап 4 мең саҡрым юл үткән. Байкер ҡыҙ «Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында үҙенең үҙенсәлекле сәйәхәте тураһында һөйләне.
Гөлнарисә ике йыл элек мотоцикл руле артына ултыра. Ул техниканы шунда уҡ үҙ итә, тиҙҙән дуҫтары менән бергәләп сәйәхәт итә башлай. Тәүҙә республика буйлап йөрөй, һуңынан Ҡаҙағстанға сәйәхәткә сығырға тәүәкәлләй.
«Интернеттағы байкерҙарҙың видеояҙмаларын ҡарап, алыҫҡа сәйәхәт итергә хыял итә инем. Тәүге сәфәремдә ут күршеләребеҙгә — Ҡаҙағстанға барып ҡайтырға булдым, миңә тағы бер дуҫым ҡушылды», — ти Гөлнәрисә.
Байкерҙар Сибайҙан сығып китә һәм тәүге көндә үк 500 саҡрым ара үтә. Гөлнәрисә, электән техниканы белгән ҡыҙ булараҡ, ваҡ-төйәк ремонт эштәрен үҙе атҡара, ә мотоцикл боҙолған саҡта юлдағы кешеләрҙән ярҙам һорай.
«Икенсе көндө яғыулыҡ эҙләп тура юлдан киттек һәм насар трассала мин «тимер атым» менән ҡоланым. Ярай әле, үҙемә бер ни ҙә булманы. Дуҫым ярҙам итте. Бергәләп эвакуатор саҡырып, Атырауға ҡалаһына юлландыҡ. Унда биш көн буйы мотоциклды ремонтланылар. Артабан Аҡтау, Аҡтүбә, Бозжыра тарлауығына сәйәхәт иттек.
Ҡайтыр юлды яңғыҙым дауам иттем. Аҡтүбәгә тиклем 300 саҡрым самаһы ҡалғас, Тоҙло Илектән байкерҙарҙы осраттым. Сәйәхәттең бер өлөшөн улар менән бергәләп үттем. Юлда кешеләр бик ярҙамсыл, ҡайҙа туҡтаһам да, ярҙам тәҡдим итәләр. Дөйөм алғанда, мин туғыҙ көн юлда булдым һәм 4 мең саҡрым ара үттем», — тип уртаҡлашты байкер.
«Башинформ» быға тиклем Башҡортостан сәйәхәтсеһе Ғәзим Мөхәмәдйәновтың Азия буйлап мотоциклда сәйәхәт итеүе хаҡында хәбәр иткәйне.
Республикала Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә дикторҙар конкурсы иғлан ителде 13.11.2026 // Йәмғиәт
Конкурста мәктәп уҡыусыларынан ике эш көтөлә....
Башҡортостанда ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел көтөлә 13.11.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел көтөлә...
Республиканың өс районында һауа торошо боҙолоу сәбәпле трасса ябылды 13.11.2026 // Йәмғиәт
Республиканың өс районында һауа торошо боҙолоу сәбәпле трасса ябылды...
Башҡортостандың 38 ҡала һәм районында ауыл хужалығы йәрминкәләре була 13.11.2026 // Йәмғиәт
Республикала йәшәүселәрҙе сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләрендә көтәләр....
Республикала М-5 «Урал» трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнә 12.11.2026 // Йәмғиәт
Республикала М-5 «Урал» трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнә...
Республикала хәрби комиссариаттарҙа контракт төҙөргә мәжбүр итеү тураһында фейкты кире ҡаҡтылар 12.11.2026 // Йәмғиәт
Республикала хәрби комиссариаттарҙа контракт төҙөргә мәжбүр итеү тураһында фейкты кире ҡаҡтылар...
Республикала ноябргә хас булмаған йылы һауа торошо көтөлә 12.11.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостанда алдағы көндәрҙә плюс температураһы һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә, тип фаразлай ......
Салауат Юлаевтың элекке һәйкәлен ҡуйыу урыны билдәле булды 12.11.2026 // Йәмғиәт
2027 йылда Өфөгә Ағиҙел йылғаһы ярына Салауат Юлаев һәйкәле урынлаштырыласаҡ. Хәҙер уны скульптор ......
Башҡортостан Башлығы: Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк 12.11.2026 // Йәмғиәт
Башҡортостан Башлығы: Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк...
Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн квоталар тураһында һорауға яуап бирҙе 11.11.2026 // Йәмғиәт
Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн квоталар тураһында һорауға яуап бирҙе...
Башҡортостан Башлығы Иҫәнғол поликлиникаһын ремонтларға ҡушты 11.11.2026 // Йәмғиәт
[isimage=thumb][/isimage]Район дауаханаһын төҙөкләндереү 1 декабргә тамамланырға ......
Радий Хәбиров Өфө – Ырымбур трассаһы участкаһын асыу көнөн әйтте 11.11.2026 // Йәмғиәт
Радий Хәбиров Өфө – Ырымбур трассаһы участкаһын асыу көнөн әйтте...