Баймаҡтан Гөлнәрисә Әбелғәзина мотоциклда Ҡаҙағстан буйлап 4 мең саҡрым үткән27.09.2026

Баймаҡтан Гөлнәрисә Әбелғәзина мотоциклда Ҡаҙағстан буйлап 4 мең саҡрым үткән

Фото: Гөлнәрисә Әбелғәзина

Баймаҡ районынан Гөлнәрисә Әбелғәзина мотоциклда Ҡаҙағстан буйлап 4 мең саҡрым юл үткән. Байкер ҡыҙ «Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында үҙенең үҙенсәлекле сәйәхәте тураһында һөйләне.

Гөлнарисә ике йыл элек мотоцикл руле артына ултыра. Ул техниканы шунда уҡ үҙ итә, тиҙҙән дуҫтары менән бергәләп сәйәхәт итә башлай. Тәүҙә республика буйлап йөрөй, һуңынан Ҡаҙағстанға сәйәхәткә сығырға тәүәкәлләй.

«Интернеттағы байкерҙарҙың видеояҙмаларын ҡарап, алыҫҡа сәйәхәт итергә хыял итә инем. Тәүге сәфәремдә ут күршеләребеҙгә — Ҡаҙағстанға барып ҡайтырға булдым, миңә тағы бер дуҫым ҡушылды», — ти Гөлнәрисә.

Байкерҙар Сибайҙан сығып китә һәм тәүге көндә үк 500 саҡрым ара үтә. Гөлнәрисә, электән техниканы белгән ҡыҙ булараҡ, ваҡ-төйәк ремонт эштәрен үҙе атҡара, ә мотоцикл боҙолған саҡта юлдағы кешеләрҙән ярҙам һорай.

«Икенсе көндө яғыулыҡ эҙләп тура юлдан киттек һәм насар трассала мин «тимер атым» менән ҡоланым. Ярай әле, үҙемә бер ни ҙә булманы. Дуҫым ярҙам итте. Бергәләп эвакуатор саҡырып, Атырауға ҡалаһына юлландыҡ. Унда биш көн буйы мотоциклды ремонтланылар. Артабан Аҡтау, Аҡтүбә, Бозжыра тарлауығына сәйәхәт иттек.

Ҡайтыр юлды яңғыҙым дауам иттем. Аҡтүбәгә тиклем 300 саҡрым самаһы ҡалғас, Тоҙло Илектән байкерҙарҙы осраттым. Сәйәхәттең бер өлөшөн улар менән бергәләп үттем. Юлда кешеләр бик ярҙамсыл, ҡайҙа туҡтаһам да, ярҙам тәҡдим итәләр. Дөйөм алғанда, мин туғыҙ көн юлда булдым һәм 4 мең саҡрым ара үттем», — тип уртаҡлашты байкер.

«Башинформ» быға тиклем Башҡортостан сәйәхәтсеһе Ғәзим Мөхәмәдйәновтың Азия буйлап мотоциклда сәйәхәт итеүе хаҡында хәбәр иткәйне.



Вернуться назад