Йәйге осор — күптәр өсөн күңелле ял итеү, сәләмәтлеген нығытыу, тәбиғәттең аҫыл бүләктәре — йомарт ҡояш, шифалы еләк-емеш, мөғжизәле һыу байлыҡтарынан кинәнеп файҙаланыу, сынығыу өсөн бик ҡулайлы мәл. Бынан биш ай элек кенә “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһының директоры итеп тәғәйенләнгән медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Рәмил Бәҙретдинов менән әңгәмәбеҙ ҙә тәбиғәттең бай мөмкинлектәрен тулыраҡ, әһәмиәтлерәк файҙаланыу тураһында барҙы.
— “Янғантау” шифаханаһын Рәсәй, хатта донъя кимәлендә танытыу өсөн һалған хеҙмәтегеҙҙе бер кем дә инҡар итә алмаҫ, ун бер йыл эсендә уның Европа стандарттарына ярашлы мөһабәт курортҡа әүерелеүе барыбыҙҙа ла ғорурлыҡ тойғоһо уята. Ә бына “Йәшел сауҡалыҡ”ҡа ниндәй уй-пландар менән килдегеҙ?
— Мине күптән шундай һорау борсой ине: 2001 йылда 800-ҙән ашыу хеҙмәткәр эшләгән шифаханала ни өсөн бөгөн 350 генә кеше? Ни өсөн 600-ҙән ашыу урынға иҫәпләнгән шифаханала ял итеүселәр ни бары 20 – 30 процент ҡына тәшкил итә? Ни өсөн “Йәшел сауҡалыҡ” медицина реабилитацияһы, сәләмәтлекте тергеҙеү
йүнәлешенән тыш, шифахана-курорт стандарттарына ярашлы дауалар тәҡдим итмәй?
Эше ниндәй — табышы ла шундай булыуы бәхәсһеҙ.
— Ә һеҙ үҙгәртеүҙе ниҙән башламаҡсы булдығыҙ?
— Иң тәүҙә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙән башланыҡ. Профессионалдарҙы саҡырҙыҡ. Бөгөн беҙҙә ике медицина фәндәре докторы, туғыҙ медицина фәндәре кандидаты эшләй. Бер курортта ла бындай көслө команда юҡтыр. “Яңы һепертке яңыса һеперер инде, ҡыҫҡартыуҙар булыр” тигән икеләнеүҙәргә сик ҡуйҙыҡ. Киреһенсә, алтмышҡа яҡын кешене эшкә алдыҡ. Хеҙмәт хаҡын арттырҙыҡ: 1 марттан — 19, 1 июндән — 36,5 процентҡа. Килеп-китеп йөрөүҙәр бөттө тиерлек. Халыҡтың эшкә мөнәсәбәте үҙгәреүен тоям. Табиптарҙы конкурс буйынса ҡабул итәбеҙ. Мин килгәндә бары 19 табип ҡына ҡалғайны, хәҙер уларҙың һаны 28-гә етте.
— Заманында көкөртлө водород сығанағы шифахананың барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булһа ла, һуңғы осорҙа был тәбиғәт мөғжизәһенә иғтибар кәмеүе үкенесле. Ошо тәңгәлдә ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
— Иҫ киткес ҙур һауыҡтырыу көсөнә эйә булған был сығанаҡ үҙенең составы буйынса Сочиҙағы “Мацеста”, Дағстандағы “Талга” курорттарының шифалы һыуҙарынан һис ҡалышмай. Көкөртлө водород сығанағы — “Йәшел сауҡалыҡ”тың төп хазинаһы, бренды. Терәк-хәрәкәт аппараты, периферик нервы, тире сирҙәрен дауалауҙа бик яҡшы һөҙөмтә бирә, урология һәм гинекологияла уңышлы ҡулланыла. Көкөртлө водород процедуралары путевка хаҡына индерелгән. Июль айы башында 13 ваннанан торған көкөртлө водород бүлексәһен асып, ниһайәт, “Йәшел сауҡалыҡ”тың курорт булараҡ “икенсегә тыуыуын” билдәләнек.
— Курорт үҙ асылына ҡайта, тимәксеһегеҙ инде.
— Комплекстың нисек үҙгәргәнен күргәнһегеҙҙер: инженер коммуникациялары, стеналар, ванналар — барыһы ла яңыртылды. Тағы ла бер һөйөнөсөбөҙ бар: май айында Эстетика медицинаһы һәм косметология үҙәге асылды. Гинекология, урология, һөлөк менән дауалау, эсәктәрҙе таҙартыу, озон терапияһы бүлексәләре эшләй башланы.
— Эштәрегеҙҙең осо-ҡырыйы күренмәй. Яҡын арала ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итмәксеһегеҙ?
— “Нурлы” минераль һыуы — бик ҡеүәтле дауалау сараһы. Әлегә тиклем уны эсеү өсөн генә файҙаландыҡ. Хәҙер беҙ уны төрлө сирҙәрҙән арындырыу маҡсатында дауалау ванналарында ҡулланырға ниәтләйбеҙ.
Шифахананы киләсәктә гөл-сәскә диңгеҙе итеп күҙ алдына килтерәм. Килгән һәр кем саф һауаһын һулап, тәбиғәттең матурлығына, беҙ үҫтергән газон һәм клумбаларға
хайран ҡалып, оҙаҡ йылдарға етерлек ләззәт, ҡыуаныс алып ҡайтырлыҡ булһын. Биләмәләрҙе таҙартыу, серегән ағастарҙы киҫеү, яңыларын ултыртыу буйынса өмәләр ойошторабыҙ. Ландшафтты биҙәү, матурлау буйынса уйланылған аҙымдар кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ. Күрерһегеҙ, бер нисә йылдан биләмә һис көтөлмәгән биҙәктәр, ял урындары менән хайран ҡалдырасаҡ әле.
Заман һулышына яуап бирерлек итеп ике корпусты ремонтланыҡ. Хеҙмәтләндереүҙә “ваҡ-төйәк” мәсьәлә юҡ — ишек асҡыстарынан алып йыһаздарға, сантехникаға тиклем барыһының да юғары стандартҡа яуап биреүе шарт.
— Кардио- һәм нейрореабилитация эшмәкәрлеген үҫтереүҙе өҫтөнлөклө йүнәлеш итеп алғанһығыҙ, йыл аҙағынаса өс мең ауырыуҙы һауыҡтырырға бурыслыһығыҙ тип ишеттек. Социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн шифахананың табышлы эшләүе мөһим. Аҡса табыуға ышаныс бармы?
— Яҡшы табыш алыу өсөн сифатлы хеҙмәттәр һәм Европалағылай шәп сервис менән халыҡты йәлеп итергә тырышасаҡбыҙ. Башҡа юлы юҡ. Һуңғы осорҙа туҡланыуҙы яҡшырттыҡ, “швед өҫтәле” ысулын индерҙек. Дүрт ай эсендә 6 миллион һумлыҡ алдынғы дауалау технологиялары алдыҡ. Аҡса түләп ял итергә килгән кешенең ихтыяжын, көйһөҙлөктәрен, үтенесен тулыһынса ҡәнәғәтләндереү — беҙҙең бурыс.
Дөрөҫөн әйткәндә, ҡала эргәһендәге курортты үҫтереү өсөн мөмкинлектәр ифрат күп бит ул. Баш ҡалабыҙ — тарихи, мәҙәни үҙәк, ял итергә килгәндәрҙе Өфө буйлап экскурсияға, музей-театрҙарға йөрөтөү, теплоходта сәйәхәт ойоштороу онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырасаҡ. “Йәшел сауҡалыҡ” логотибы яҙылған матур, уңайлы автомобилебеҙ ҙә баш ҡала буйлап йөрөй башланы.
Ҡала халҡы — үҙе үк оло табыш сығанағы. Беҙ уларҙың һаулығын хәстәрләү, ялын йөкмәткеле уҙғарыу буйынса бай программа тәҡдим итәбеҙ. Мәҫәлән, хатта эштән һуң да сәләмәтләндереү саралары уйланылған. Һаулығын хәстәрләргә “онотҡан”, ваҡыт тығыҙлығына һылтанған эшлеклеләр өсөн уңайлы режим булдырҙыҡ. Курсовка буйынса ял итергә килгәндәрҙең сәләмәтлеген табиптарыбыҙ тәүҙә мотлаҡ тикшерә һәм һауыҡтырыу сараларын билдәләй.
“Социаль туризм” проектында әүҙем ҡатнашырға уйлайбыҙ. Йәйге осорға өлкәндәр өсөн путевкалар хаҡын бер ни тиклем кәметеү үҙ “емештәрен” бирҙе. Иглин районы хакимиәте 48 ветеранына путевка һатып алып, беҙгә ял итергә ебәрҙе. Иглиндәрҙең башланғысын башҡа район-ҡалаларҙа ла күтәреп алып, ветерандарына хөрмәт, иғтибар күрһәтеүселәр булыр тип ышанабыҙ.
Шуныһы һөйөнөслө, күрше төбәктәрҙән беҙгә ял итергә килергә теләүселәр арта. Яңыраҡ барыбыҙға билдәле гениаль конструктор, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, Рәсәй Геройы — 95 йәшлек Михаил Тимофеевич Калашников “Йәшел сауҡалыҡ”та ял итеп ҡайтты.
— Йәштәрҙе генә иғтибар уңынан ысҡындырҙығыҙ, шикелле. Хәйер, һау-сәләмәт ҡыҙ-егеттәргә шифаханала ял итеү ҡыҙыҡ та, кәрәк тә түгелдер...
— Тап шул хаҡта һүҙ башларға ине уйым. Йәштәрҙең ялын, буш ваҡытын йөкмәткеле итеп уҙғарыу өсөн спорт комплексын үҫтереү теләгебеҙ ҙур. Әле тренажер залы, бассейн эшләй. Йәш ғаиләләр өсөн бына тигән ял урыны ул “Йәшел сауҡалыҡ”. “Рәсәйҙә иң яҡшы баш ҡала шифаханаһы” исемен яулау өсөн, һис һүҙһеҙ, йәш-елкенсәкте үҙебеҙгә күберәк йәлеп итеү кәрәк. Күҙаллап ҡуйғанмын инде, оҙаҡламай ҡайҙа йәйге эстрада, ҡайҙа яңы спорт майҙансығы, балалар менән ял итеү урыны буласағын. Хәҙер беҙҙә педиатр һәм пульмонолог эшләй башланы. Балаларҙы йәшәп өйрәнгән, күнеккән мөхиттә һауыҡтырыу күпкә уңышлыраҡ, тәьҫирлерәк икәнен башҡа коллегаларым да хуплар.
— 2014 йылда Өфөлә Шанхай ойошмаһының саммитын үткәреү мәсьәләһе хәл ителә. Әгәр ҙә, ысынлап та, ошондай ҙур ышаныс республикабыҙға күрһәтелә ҡалһа, яуаплылыҡтың мул өлөшө һеҙгә лә төшөүе ихтимал бит әле. Баш ҡала йөҙөн, урамдарын, аэропортын тәртипкә килтереүҙән тыш, ул хәтлем делегацияны урынлаштырыу өсөн күпме торлаҡ, ҡунаҡхана кәрәк — күҙ алдына баҫтырыуы ла ауыр.
— Президентыбыҙҙың шундай мөһим эшкә заявка биреүен оло тәүәккәллек тә, республика ҡеүәтенә һәм халҡыбыҙға ҡарата ҙур ышаныс та тип баһалайым. Әгәр ҙә юғары даирәләрҙә ошондай ҙур сараның Өфөлә үткәрелеүенә ризалыҡ бирелә ҡалһа, дәрәжәле ҡунаҡтарҙы хеҙмәтләндереүҙә бер кемдең дә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйәсәкбеҙ, тип ышандырам.
Баш ҡалабыҙҙа халыҡ-ара спорт ярыштары, чемпионаттар киләсәктә лә даими үтеп торасаҡ, “Йәшел сауҡалыҡ”тың матди нигеҙен нығытыу, алдынғы илдәр кимәлендәге комфортабелле корпустар төҙөү, дизайн өҫтөндә эшләү, ысынлап та, хәҙерге көн талабы.
Динә АРЫҪЛАНОВА