Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Парижды ла күрҙек беҙ...”
Музейға килеп инеү менән үҙеңде 1812 йылғы хәл-ваҡиға эсендә ҡайнаған кеүек хис итәһең. Ошо осорҙағы уҡ-һаҙаҡлы, хәрби һәм башҡорт милли кейемендәге ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ шау-гөр килә. Әйтерһең дә, француз илбаҫарҙарын Парижда бөгөн генә ҡыйратып, еңеү тантанаһын үткәрәләр.

Сарала ҡатнашыусылар иң элек башҡорт хәрби кейеме, ҡоралдары, фотолар һәм башҡа әйберҙәр күргәҙмәһе менән танышты. Миҙхәт Мәғәсүмов экспонаттарының һәр береһе хаҡында балаларға ентекле һөйләне. Алып барыусылар батша Александр I башҡорттарҙан ярҙам һорап ебәргән мөрәжәғәтенән һуң Урал халҡының, дәррәү күтәрелеп, уҡ-һаҙаҡ, ян әҙерләп, тана-торпо, тәкә һуйып, ит ҡаҡлап, эркет ҡайнатып, ҡорот йәйеп, һаба, турһыҡ тултырып ҡымыҙ йыйып, аттун, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым әҙерләп, түштән шыуған, аяҡҡа баҫҡан бала-сағаһы менән халыҡ батырҙарын яуға оҙатырға йыйылыуы хаҡында бәйән итте.
Сәсәниә Х. Әбүбәкирова ҡобайыры менән өгөт-нәсихәт һамаҡлап, ир-атты яуға “оҙатты”. Башҡорт ғәскәрҙәре: “Илебеҙҙе дошманға бирмәйбеҙ!” — тип тау шишмәһендәй гөжөлдәп, урыҫ ғәскәренә ҡушылып, француздарҙы “ҡыуып алып китте”. Гусев балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Л. Мәғәфүровтың башҡорт халыҡ йыры “Эскадрон”ды ҡурайҙа уйнап, йырлап ишеттереүе күңелдәрҙе тулҡынландырып ебәрҙе (риүәйәттәр буйынса халыҡ йыры “Эскадрон”ды батырҙарыбыҙ 1812 — 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышына киткәндә йырлаған). Улар төрлө милләт халҡы һәм урыҫтар менән Рәсәйҙе дошмандан азат итеп кенә ҡалмай, ә сит илдәргә походтарҙа ла ҡатнаша. Шул осорҙа тыуған Дон казактары йыры менән урыҫ ҡатын-ҡыҙының матур милли кейемендә сығыш яһаусы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Красная Башкирия балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Лидия Улинкинаның “Уралым”, “Любизар” йырҙарын балаларға ҡушылып йырлауы һәр кемдә һоҡланыу тыуҙырҙы.
Ватан һуғышында ирҙәре менән яуҙа булған ҡатын-ҡыҙ яҙмышы һәм “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” әҫәренең нисек тыуыуы, ундағы ролдәрҙе башҡарған райондаш артистарҙың, режиссер Р. Хәкимовтың ижади эшмәкәрлеге юғары баһаланды. Яҙыусы А. Йәғәфәрова китаптары менән таныштырҙы. Әйткәндәй, хәҙер компьютер алдынан китмәгән, рухи ҡиммәттәргә аҙ иғтибар бүлгән балаларға Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары”, Ә. Әсфәндиәровтың “Любезные вы мои” китаптарын уҡып сығыу мотлаҡ тигән фекер еткерелде. Сығыш яһаусылар телмәре балалар күңеленә ойотҡо һалғандыр, моғайын. “Байыҡ” конкурсында гран-при яулаған Р. Хәлиловтың “Генерал Игзаков” бейеүенә һәм оҫталығына хайран ҡалып, “Үәт, исмаһам, бейеүсе!” тип һәр ир бала уға оҡшарға тырышҡандыр.
Ватан һуғышына арналған республика конкурсында өсөнсө урын алған Т. Кусимов исемендәге гимназияның “Аҡбуҙат” фольклор төркөмө (етәксеһе — А. Лотфуллина) күстәнәсе айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булды. Үҙҙәренә генә тамам итеп тектерелгән яугир кейемдәре, ҡоралдары, дошман менән ҡара-ҡаршы алышы, йыр-бейеүҙәре менән таныштырҙылар, “Кутузов”тың “Һөйөклөләрем минең, башҡорттарым!” тип “яратыуы”, оло йәштәгеләрҙең ҡәҙерләп һаҡлаған француз (флюр яулыҡ) яулығының беҙгә килеү тарихын күрһәттеләр.
Эске кисерештәр аша башҡорт яугирҙәре менән бергә сит илдә походта ла, халыҡтар һуғышында ла “ҡатнашып”, беренселәрҙән булып үҙебеҙҙең 6-сы кантондың 14, 15-се полктары менән Сена йылғаһында аттарҙы һуғарып, себен шикелле яуып торған уҡтарыбыҙ менән француздарҙы үҙ өңдәрендә — Парижда тар-мар итеп, урамдарында еңеүебеҙҙе данлап ҡурай уйнап, ҡымыҙ эсеп, данлы, хәрби хеҙмәтебеҙҙән ҡәнәғәт булып ил-йортобоҙға йүнәлдек.
Ҡайтышлай Гете менән “осрашып”, сиркәү көмбәҙендә иҫтәлеккә мәргән атылған башҡорт уғын “ҡалдырып”, аттарыбыҙҙы “дағалатып”, Тыуған илебеҙгә ашҡынып, Мәскәүебеҙгә килеп “еттек” тә, батшаның: “Һеҙгә бүләккә нимә кәрәк?” — тигән һорауына полководецыбыҙ Ҡаһым: “Бер ни ҙә кәрәкмәй, беҙ ярҙам ғына иттек”, — тип яуаплағас, Уралыбыҙға ҡайтып киткәндәй тойҙоҡ. Шулай итеп, “Төньяҡ амурҙары” тип аталған уҡ-һаҙаҡлы башҡорттар ҡаһарманлығы, бик сыҙамлы башҡорт аты, француз генералдарының исемдәре һәм башҡалар тураһында балаларға бик күп мәғлүмәт бирелде.
Кисәгә килгән уҡыусылар ике сәғәткә яҡын барған сараны бер тауышһыҙ, ҡыҙығып, йотлоғоп тыңланы. Беҙ, уҡытыусылар, балаларҙың холоҡ-фиғелен беләбеҙ, ғәҙәттә, ҡыҙыҡһындырмаған ерҙә шаулаша башлайҙар. Ә бында бөтә нәмә киреһенсә булды, сөнки әҙерлек яҡшы, йөкмәткеле һәм уйланылған. Берәй сара үткәрер булһалар, сценарий төҙөргә ситтән кеше саҡыралар. Ә был юлы сценарийҙы Ҡаҙмаш мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, хаҡлы ялда булһа ла үҙенә генә йомолоп ятмай, рухи байлыҡты халыҡҡа әүҙем өләшеүсе Фирүзә Ғәбдинур ҡыҙы Сафина менән республика күләмендә район музейын алдынғылар рәтенә сығарған, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән директор Рәмилә Садиҡ ҡыҙы Лотфуллина төҙөнө һәм бағыусы Нәзирә Исламбаеваның һый-хөрмәте менән йома сәйе эсеп, рухиәт һандығына байтаҡ мәғлүмәт туплап, матур тәьҫораттар алып таралыштыҡ.
Мөнирә КИРӘЕВА,
Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы.
Әбйәлил районы,
Тал Ҡусҡары ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә