Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөҙөмтә юғары түгел, әммә ышаныслы
Һөҙөмтә юғары түгел, әммә ышаныслыБДИ-ның төп этабы тамам. Рәсәйҙең барлыҡ субъектында, шулай уҡ 49 сит дәүләттә (вәкиллектәр ҡарамағындағы мәктәптәр, хәрби частар һәм башҡа урындарҙа) үткәрелгән һынауҙа 843 меңдән күберәк кеше ҡатнашты. Уларҙың 786 меңдән ашыуы — быйылғы сығарылыш уҡыусылары.

Имтихан элеккегә ҡарағанда күпкә тыныс үтте. Уҡыусылар һынауҙарҙы еңелерәк атҡарып сыҡты, ҡағиҙә боҙоу осрағы ла кәмерәк. Был белем сифатының күтәрелеүеме, яңы алымға өйрәнә барыумы, әллә йәшерен “ҡоралланыу”ға оҫтарыумы? Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса федераль ведомство етәксеһе Любовь Глебова әйтеүенсә, төп сәбәп — һынауға етди әҙерлек.
— Имтиханда техник саралар ҡулланыуҙы ҡәтғи тыйыу, талапты һәр яҡлап көсәйтеү үҙ һөҙөмтәһен бирҙе, — ти ул. — Ялған юғары балл йыйған төбәктәрҙә лә эш ыңғайға китте.
Башҡортостанға килгәндә, быйылғы һөҙөмтә былтырғыға ҡарағанда түбәнерәк. Төрлө предмет буйынса 100 балды 25 уҡыусы йыйған (былтырғыға ҡарағанда икәүгә аҙ). Улар араһынан 15 кешенең юғары уңышы — информатика һәм мәғлүмәт коммуникацияһы технологияларынан. Шулай уҡ химиянан һигеҙ, биология менән әҙәбиәттән берәр уҡыусының белеме иң юғары баһа алған.
Һөйөнөсһөҙ яңылыҡ күберәк. Мәҫәлән, урыҫ теленән тыш барлыҡ предметтан, айырыуса физика, математика, инглиз теленән, уртаса балл төшкән. Математиканан өлгәш үткән йылға ҡарағанда ике тапҡырға насар: былтыр һынауҙы 668 уҡыусы тапшыра алмаһа, быйыл был һан — 1330.
Юғары баллы (80 һәм унан күберәк) эштәр ҙә кәмегән. Был айырыуса физика, химия, математика, инглиз һәм француз телдәренә хас. Ә география һәм әҙәбиәттән, киреһенсә, бер аҙ күтәрелеш бар.
Имтихан ҡағиҙәләрен боҙоуҙың эҙемтәләрен көсәйтеү ҡайһы берәүҙәрҙе ҡурҡыта алмаған: контроль-үлсәү материалындағы мәғлүмәтте интернетҡа урынлаштырыуҙың 30 осрағы теркәлгән.
Һөҙөмтәлә быйыл 296 уҡыусы аттестат алыу мөмкинлегенән мәхрүм ҡалды. Былтыр был һан 209 ине.
Һәр хәлдә, уңыштың былтырғыға ҡарағанда түбән булыуын белем кимәленең төшөүе тип ҡабул итергә ярамай. Үрҙә әйтеүебеҙсә, имтихан мәлендә контроль һәм күҙәтеү саралары көсәйҙе, тимәк, һынауҙың ғәҙел үткәненә ышаныс та артты. Шулай ҙа хәл итәһе мәсьәлә байтаҡ. Мәҫәлән, тотош илдә һаман да йәмәғәт күҙәтеүселәре институты эшләп китә алмай. Берҙәм дәүләт имтиханының асыҡлығын, законлылығын тәьмин итеүҙә ҡатнашырға әҙер түгелбеҙме, әллә теләк юҡмы?
— Күҙәтеүселәр ебәреүҙәрен һорап, Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау ойошмаһына йыл да мөрәжәғәт итәбеҙ, — тигән күптән түгел яһаған бер сығышында Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса федераль ведомство етәксеһе Любовь Глебова. — Әммә берәүҙең дә бушлай эшләргә ниәте юҡ. БДИ-ны тәнҡитләгән барлыҡ кешене имтихан биреү пункттарына индереп ултыртырға ине. Күрһендәр, өйрәнһендәр.
Ғөмүмән, хәҙер “Берҙәм дәүләт имтиханы кәрәкме, юҡмы?” тигән бәхәс тынды кеүек. Интернетта ла һуңғы осорҙа бындай һорау күтәрелмәгән. Халыҡтың күпселеге ризалашты, күнде, буғай. “БДИ ни өсөн кәрәк?” тигән темаға фекер алышыуҙар ғына күҙгә салына. Яңы төр имтихандың төп өҫтөнлөктәре — тест нигеҙендә белем кимәлен аныҡ билдәләү, төпкөлдә йәшәгән уҡыусыларҙың башҡа тиңдәштәре менән бер рәттән алдынғы юғары уҡыу йорттарына инеү мөмкинлеге, коррупцияның кәмеүе, киләсәктә халыҡтың фекеренә ҡолаҡ һалынып, кире яҡтарҙа ла үҙгәреш булырына ышаныс тыуҙырҙы һымаҡ. Мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусыларҙың фекеренсә, башланғыс кластан алып системалы шөғөлләнгәндә БДИ-ның бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ. Яңы алымды, ришүәтселек майҙанына әйләндермәйенсә, камиллаштырыу зарур. Уҡыусылар тест һорауҙарына яуап эҙләүҙе генә түгел, ә элеккесә белем алыуҙы маҡсат итеп ҡуйһын өсөн эшләргә лә эшләргә кәрәк.

Зәки МЫРҘАҒӘЛИН, Башҡортостан Мәғариф министрлығының белем сифатын баһалау һәм Берҙәм дәүләт имтиханы бүлеге начальнигы:
— Быйыл, ысынлап та, уртаса балл былтырғыға ҡарағанда түбән булды. Мәҫәлән, математиканан — алтынан ашыу, физиканан 11 балға кәм һөҙөмтә күренде. Урыҫ теленән генә өлгәш бер аҙ күтәрелде.
Контроль-үлсәү материалындағы мәғлүмәтте интернетҡа урынлаштырыу осрағы артты: былтыр 20 ине, быйыл 30-ға етте. Был йәһәттән айырыуса Кушнаренко, Мәләүез райондары, Өфөнөң Калинин районы “тырышлыҡ” күрһәтте.
Был етешһеҙлектәр киләсәктә бөтөр, тип ышанайыҡ. Һәр хәлдә, хәҙер күптәр БДИ-ның уңайлы алым икәнен аңланы.

Таңсулпан БИКБУЛАТОВА, сығарылыш класс уҡыусыһы, Бөрйән районы:
— Имтиханға йыл башынан уҡ ныҡлы әҙерләндек. Уҡытыусылар, атай-әсәйебеҙҙең дә талабы ҙур булды. Шуғалыр ҙа һынауҙы тапшырыу бик ауырға төшмәне. Мотлаҡ предметтар — урыҫ теле менән математиканан уртаса балл йыйҙым. Үҙ теләгем буйынса һайлаған биология менән химиянан да яҡшы һөҙөмтәгә өлгәштем. Документтарымды Башҡорт дәүләт медицина университетына, Башҡортостан дәүләт аграр университетына, БДУ-ның Сибай институтына тапшырҙым.
Берҙәм дәүләт имтиханы төпкөл райондарҙа йәшәгән уҡыусылар өсөн бик ҡулайлы, тип иҫәпләйем. Тик ялҡауланмаҫҡа, тырышып белем алырға кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә