Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ильясов һымаҡтар зарланмай
Ильясов һымаҡтар зарланмайБереһе лә эшҡыуар булып тыумай. Заман талабы шулай. Элек был йәһәттән барыһы ла асыҡ, хатта ғүмер юлыңды бер ни тиклем күҙаллап була торғайны: мәктәп, буласаҡ һөнәрең буйынса уҡыу йорто, дипломлы белгес булараҡ — эш... Хәҙер заман башҡа — заң башҡа: уй-хыялдарың көнөндә үҙгәреүе, пыран-заран килеүе, яңылары тыуып, артабан әйҙәүе мөмкин.

Йәмил Ильясов менән дә шулай була. Хәйер, алған һөнәре буйынса эшләй ул, тик элек уйлағанса, колхозда түгел, ә үҙе өсөн, ғаиләһе өсөн тырыша. Бәләкәйҙән ер эшенә тартылған егет, мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт аграр университетына юллана. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, агроном һөнәре буйынса уҡырға инә. Ошо арала Силәбе өлкәһендә һалдат һурпаһын да татып өлгөрә — ил алдындағы бурысын үтәй. Икенсе йылына инде ауылына дипломлы белгес булып ҡайта. Ләкин колхоздан һуң төҙөлгән, дөрөҫөрәге, исемен үҙгәрткән ауыл хужалығы кооперативы таралыу алдында тора. Ошо мәл йәш, әле үҙаллы тормош та ҡормаған егет алдында Гамлетса һорау тыуа: булырғамы, булмаҫҡамы? Йәғни күпселек тиҫтерҙәре һымаҡ ауылдан сығып китергәме, әллә... Йәмил икенсеһен һайлай — район фондынан һигеҙ гектар ер ала. Быға саҡлы атаһы Кәфил ағайҙың “Эврика” фермер хужалығы була. Ул да кәңәш бирә: “Мин пенсияла, әйҙә, улым, һин алып бар дөйөм хужалыҡты”. Шулай итеп, яңы — “Ильясов” фермер хужалығы барлыҡҡа килә. Бөгөн ул 160 гектар ерҙе биләй, иген культуралары, көнбағыш үҫтерә.
Былтыр, алдағы йылдарға ҡарағанда, ауыл хужалығы өсөн уңышлы йыл булды. Иген уңды, бесән күпереп үҫте. Һәр минутын файҙаланып, Ильясов үҫтерелгәнде йыйып ала. Тик... иген культураларының хаҡтары бигерәк осһоҙға төшә. Шуға ла ҡайһы бер хужалыҡтар көнбағышҡа өҫтөнлөк бирә. Бөгөн уның центнерын 9 һум менән алалар. Игенде 2 һумға һорап йөрөйҙәр. Ләкин көнбағыш, файҙалы тармаҡ булһа ла, ерҙең көсөн ала.
Ильясов һымаҡтар зарланмай— Көнбағышты кәметер инем. Эшләгәс, сығымдарҙы ҡаплар өсөн аҡса ла кәрәк бит әле. Ике һумға игенде бөтәһе лә һорай, ә ҡиммәтерәккә юҡ, — тип аптырай Йәмил. — Эш мал бөтөүҙә түгел, мәҫәлән, беҙҙең ауылда күп аҫрайҙар. Иген осһоҙ икән, тимәк, уны тағы ла арзаныраҡҡа һатыусылар ғына күп...
Осһоҙға һатыусылар тигәндән, Хөкүмәт йыл һайын үҙ крәҫтиәненән ҡиммәткә һатып алыуҙы ойошторорға вәғәҙә итә. Ләкин күпселектә был ҡарар үтәлмәй ҡала йәки башҡалары менән алыштырыла. Улайһа, Ильясов һымаҡ шәхси эшҡыуарҙар, фермерҙар ни сәсһәң отошло булыр икән тип аптырамаҫ ине. Ер ҡәҙерен белмәгәндәр, киләсәген уйламағандар ғына, файҙалы тармаҡ тип, бер урында әллә нисәмә йыл рәттән көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереп, тупраҡ ҡатламын ярлыландыра, төрлө химикат менән яндыра, сәсеү әйләнешен бар тип тә белмәй. Йәмил Кәфил улы һымаҡтар башҡа юл һайлаған: осһоҙ игенде мал аша иткә әйләндереп, табыш ала.
Бөгөн Ильясов йорт-ҡураһында дүрт баш һыйыр, шунса уҡ үгеҙ-тана, быҙау аҫрай — бөтәһе 12 баш. Бынан тыш, 30-ҙан ашыу сусҡаһы бар, 100-ләп тауыҡ-себеше, 80 ҡаҙ бәпкәһе...
Быларҙың барыһын, әлбиттә, бер кеше алып бара, атҡарып сыға алмай. Йорт мәшәҡәттәренең күбеһе ҡатыны Гөлшат иңенә төшөүен яҡшы аңлай ир кеше. Етмәһә, хәләл ефете үҙе һымаҡ уҡ эшҡыуарҙың магазинында һатыусы булып та эшләй. Баҫыуҙа мәшәҡәттәр етерлек булһа ла, ваҡытын йорт-ҡаралтыға ла бүлергә тырыша. Малайҙары ла ныҡлы терәк: V класты тамамлаған Динар, унан бер генә йылға кесе Тимур ҙа ҡул араһына ингән. Ауыл ерендә тәрбиә эш, хеҙмәт аша алып барыла бит — малайҙар яҡшы уҡый, техникаға тартылып үҫә, компьютерҙы һыу кеүек “эсә”. Ҡыҫҡаһы, ата-әсәһенә оло ярҙамсылар.
Техника яғына килгәндә, атаһы Кәфил ағай ваҡытында — 92-се йылда — колхоздан сығып, ер пайы менән милек пайын алып ҡалған булған, Ельцин Хөкүмәте ярҙамын ҡулынан ысҡындырмаған. Әсәһе Рәйлә Шәмсетдин ҡыҙы һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙамға килә.
— Хөкүмәт хәҙер һиҙелерлек ярҙам итә башланы, — ти шәхси эшҡыуар. — Мәҫәлән, яғыулыҡ-майлау материалдарына дотация бирҙе. Ашламаны иң тәү түләп алһаҡ та, документтарын тапшырһаҡ — 50 процентҡа тиклем кире ҡайтаралар, элиталы орлоҡ алһаң да шулай. Техникаға 30–40 процентын бирәләр. Химик утауға килгәндә иһә, уның 90 проценты тиерлек кире ҡайта, был бит бушҡа тигән һүҙ. Беҙҙән бер генә нәмә талап ителә: яҡшы эшләп, отчеттарын дөрөҫ итеп, ваҡытында биреү...
Әлбиттә, Ильясов һымаҡ йәштәрҙең, һуңыраҡ эшен башлағандарҙың, хәл итәһе мәсьәләләре күп. Әйтәйек, колхоздарҙан ҡалған емерек ферма, келәтте алайым тиһәң, һатыусы бар — банкрот булғас, арбитраж управляющий һата ала. Һатыусы булараҡ, уларҙы закон ҡабул итә, ә фермерҙарҙы һатып алыусы булараҡ, юҡ. Ни өсөн тигәндә, күп объекттарҙың бер генә документы ла, смета хаҡы ла юҡ икән.
Тағы бер мәсьәлә — йәштәр ер пайы өлөшөнән мәхрүм. Улар тик ҡуртымға ғына алыу хоҡуғына эйә. Ауылда торғас, шул уҡ уҡытыусы, хатта ауыл хакимиәтендә йомошсо, йыйыштырыусы булып эшләүсегә пай ере бар, ә бына ерҙә тир түгеүсегә — 92-се йылға тиклем колхозда иҫәпләнмәһә — юҡ.
Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булмаһын, зарланмай Ильясов һымаҡтар. Улар шуны ныҡлы аңлаған: үҙ хужалығында үҙе өсөн үҫтереп, етештергәнен үҙе һатып табыш алған кеше генә етеш йәшәй, балалары хеҙмәт тәрбиәһе алғанда ғына артабанғы тормоштарында һынатмаясаҡтар. Илдең аграр тармағы, ауылдарҙың киләсәге лә бөгөн ерҙә тир түгеүселәр ҡулында.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ.
Федоровка районы,
Батыр ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә