Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Атта ла бар, тәртәлә лә...
“Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында халыҡ бер аҙна инде һыуһыҙ яфалана” тигән хәбәр Өфөнөң үҙенә үк барып еткән. Түҙеп торғоһоҙ бынауындай 33–35 градуслыҡ эҫе көндәрҙә бер тамсы һыуға зар-интизар булып ултырсы! Яңылыҡты минең ҡолаҡҡа төшөргәс, киттем күгәрсендәрҙе ҡотҡарырға...

Беренсе көн

Ауыл ҡапҡаһы тәңгәлендә туҡтап, тирә-яҡҡа күҙ һалам — урамда эт тә күренмәй. Ауыл хакимиәте башлығына барып еткәнсе кешеләрҙән хәлдең асылын белешергә ине... Әһә, арба таҡҡан бер “Беларусь” килә, бер йорт янына барып туҡтаны ул. Һыу тураһында һүҙ башлағас, тракторҙан төшкән ике ир ауылдың Ҡарабаш һәм Комсомол урамдарында йәшәүселәр өсөн һыуҙың ошо арала алтын бәрәбәренә әйләнеүен аңлатты.
Һүрәм ауылы хакимиәте башлығы Дамир Ғүмәров әйтеүенсә, уның ҡулында аҡса ла, техника ла юҡ. Ул бик күп һандар һәм факттар килтерҙе. Әйтәйек, Күгәрсендә бөгөн 323 йорт һәм унда меңгә яҡын кеше йәшәй. Һыу торбалары һуҙыуға федераль бюджеттан 23 миллион һум аҡса бүленгән. 2010 йылдың көҙөндә генподрядсы субподрядсылар ярҙамында эшкә тотона — урамдарҙы ҡаҙып, 11 саҡрымға һуҙылған һыу үткәргес төҙөй, башняларын һәм башҡа ҡоролма-йыһаздарҙы урынлаштыра. Ғәжәп, ауылды һыу менән тәьмин итеү өсөн һыу һурыу станцияһы ла, скважиналар ҙа төҙөргә кәрәкмәгән — был функцияны шишмәләр үҙҙәре тәбиғи рәүештә (бына бит Хоҙайҙың ҡөҙрәте) башҡара! Ике башняға тәүлегенә 205 мең тонна һыу килә. Ул ауыл халҡы өсөн артығы менән етерлек. Августа генподрядсы һыу үткәргесте файҙаланыуға тапшырған, ләкин бер нисә урамда бер аҙна тирәһе һыу булмау сәбәбен ул былай аңлатты: “Ҡарабаш һәм Комсомол урамдарында йәшәүселәр Ҡасим Мәсәғүтовтың тырышлығы менән төҙөлгән һыу үткәргесте файҙаланған. Әле өр-яңы һыу үткәргес төҙөлөп, башҡа урамдарҙа йәшәүселәргә лә заман уңайлыҡтары менән ҡуллана алыу форсаты бирелгәс, элек һыуҙан рәхәт күреүселәр өсөн һыу проблемаһы килеп сыҡҡан. Улар бөтә республикаға яу һала ла инде”.
Һораша торғас, бер ҡыҙыҡ хәл асыҡланды: һыу үткәргескә — иҫкеһенә лә, яңыһына ла — һәр йорт тоташҡан. Әммә бер кемдән дә бер ниндәй ҙә рөхсәт ҡағыҙы һәм башҡа документтар бер ҡасан да талап ителмәгән, халыҡ тотонған һыу өсөн бер кемгә лә бер тин дә түләмәгән һәм әле лә түләмәй. Бына ҡайҙа ул хөрриәт! Халыҡ әйтмешләй, бүре лә туҡ, һарыҡ та иҫән.
Башлыҡтан сыҡҡас, шишмәгә йүнәлдем. Ике башня әллә ҡайҙан “беҙ бында” тип ҡысҡырып ултырғандай. Ысынлап та, мөғжизә икән бында: шишмә сылтырап ағып ята, уның тирәләй — “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән ағастар һәм үҫемлектәр...

Икенсе көн

Башлаған эште ярты юлда ҡалдырып булмай. Икенсе көндө иртә менән Күгәрсенгә һыу үткәргес төҙөүгә яуаплы генподрядсы — “Зианчурагазспецстрой+” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә юлландым. Етәксеһе Дим Мөьминов урынында ине. Һыу мәсьәләһе тураһында һүҙ башланғас, ул йәнләнеп китте:
— Бына, минең алдымда ла — күгәрсендәрҙең шундай уҡ ялыуы. Шуның буйынса эш алып барабыҙ.
Күгәрсендә килеп сыҡҡан хәл-торош менән яҡынданыраҡ танышыу һәйбәтерәк булыр тип, тағы юлға сыҡтыҡ. Әлбиттә, “бутҡаны кем бешергән, үҙе ашарға тейеш тә баһа”.
Рейдыбыҙҙы Йәштәр урамынан башланыҡ. Колонкаларҙы тикшереп ҡарайбыҙ: рәхмәт төшкөрө, һыу шаулап килә.
— Был урамда яңы үткәргестән килә һыу, — тигән аңлатма бирә “генеральный”.
Тыныслыҡ урамына күсәбеҙ: бында ла шөкөр, барыһы ла һәйбәт. Юлдашым һүҙен дауам итә.
— Ошонда һәм Ямашлы урамында янғын гидранттары эшләп ҡуйҙыҡ. Һыу баҫымы көслө. Бына, күрәһегеҙме, люкты урлағандар. Халыҡҡа аптырарһың, үҙҙәренә үҙҙәре боҙоҡлоҡ эшләй, — тип кәйефе ҡырылды уның. Әйткәндәй, бындай хәл башҡа урамдарҙа ла асыҡланды.
Шоссе, Ямашлы урамдарын үттек. Шуныһы ҡыуаныслы: һәр ерҙә лә һыу бар. Күгәрсендәрҙән бигерәк юлдашым ҡыуана колонкаларҙан гөжләп һыу ағып торғанға.
— Күрәһегеҙҙер, бер кеше лә һыуға тип колонкаға сыҡмай — һәр береһе өйөнә һыу үткәргән, – тине әңгәмәсем.
Үҙәк урам менән аҫтағы урамдарҙы тоташтырыусы күпергә яҡынлаштыҡ.
— Бына бында беҙҙекеләр эшләп йөрөй, — ти ул. — Һыу аҫҡы урамдарға ғына китеп бөтмәһен өсөн тейешле урынға махсус калибрлаусы шайба ҡуйырға тура килә. Ул сағында өҫкө урамдарға ла һыу ҡаласаҡ...
Артабан Ҡарабаш урамына боролабыҙ.
— Бына бында, беҙҙең бурысҡа инмәһә лә, таш түшәнек. Был эшкә 700 мең һум аҡса китте... — тип дауам итә башлыҡ. Тимәк, улар һыу үткәреү менән дә, юлдарҙы төҙөкләндереү менән дә шөғөлләнә?
Өс урам сатындағы колонка янына килеп туҡтаныҡ. Унан һыу килмәй, сөнки кемдер, һыуҙы колонканан өҙөп, үҙ ихатаһына табан торба һуҙған...
Ҡапҡа ҡағыуыбыҙ бушҡа булды — һиллек.
— Улар өйҙә юҡтыр. Ҡатыны мәктәптәлер. Уҡытыусы ул. Ә ире ситтә эшләй, — тип ары атланы үткенсе ир.
Күршеләге ике йортта ла 80 йәшлек инәйҙәр йәшәй, уларҙы ҡараған социаль хеҙмәткәр һыуҙы әлеге колонканан түгел, ә мөйөштәге Фәүзи Ғүмәровтың өйөнән ташый...
Параллель дә, арҡыс-торҡос та урынлашҡан Ҡарабаш урамдары бер нисәү булып сыҡты. Нәҡ уларҙың Хоҙайы башҡамы икән әллә, бөтә ауылда ла тип әйтерлек һыу бар, ә интегеүселәр — тик ҡарабаштар!?
Был көндө һыуһыҙ яфаланыусыларҙы осратманыҡ: колонкаларҙан да, һәр йорт тапҡырындағы шлангы-торбаларҙан да һыу урғылып тора. Уларҙың тирә-яғы өйрәк-ҡаҙ йөҙөрлөк күлгә әйләнгән хатта. Бына һиңә “һыуһыҙ яфа сиккән” бисара халыҡ...
Һәр йортҡа тип әйтерлек туҡтап, йәше-ҡарты менән һыуһыҙлыҡ хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. Өс-дүрт көн һыуҙың булмай тороуына һәр кемдең, әлбиттә, үҙ фекер-ҡарашы һәм мөнәсәбәте.
Был ауылда ни өсөн һыу мәсьәләһен күтәргәндәр? 80-се йылдарға тиклем Күгәрсен ауылы халҡы һыу үткәргестең ни икәнлеген дә белмәгән. Һөтсөлөк фермаһы төҙөлгәс, үрҙә әйтеп үтеүебеҙсә, колхоз рәйесе фермаға һыу торбалары һуҙа. Ысынлап та, һыу баҫымы көслө — ул ферманы тулыһынса тәьмин итә. Был проект халыҡҡа бик оҡшап ҡала, һәм һәр кем, форсаттан файҙаланып, өйҙәренә һыу үткәрә.
Әҙәм балаһы рәхәткә тиҙ күнә, әҙ генә ауырлыҡтарға ла сыҙай алмай. Йылдар үтә. Заманалар үҙгәрә. Ҡасандыр һалынған һыу торбалары иҫкергән. Донъянан артта ҡалып булмай: район етәкселеге Күгәрсенгә (ни өсөндөр нәҡ унда?) районда иң беренселәрҙән булып газын, ә хәҙер һыуын үткәрергә уйлай.
Генподрядсы объектты августа файҙаланыуға тапшырырға тейеш. Әммә район етәкселеге менән урындағы башлыҡ, кешеләрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртып, уларҙы һыуһыҙ ҡалдырмаҫ өсөн шишмә һыуын әлегә иҫке трасса буйлап бирергә рөхсәт итә. Төп хата бына нәҡ ошоға ҡайтып ҡала: һыуҙы яңы трасса буйлап ебәрһәләр, иҫкеһенә тоташҡандар ҡороғул ҡаласаҡ. Бөтә шау-шыу, ығы-зығыны тап ана шулар күтәрә лә инде...
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә