Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тирәктәр ни өсөн «ҡар яуҙыра»?
Тирәктәр ни өсөн «ҡар яуҙыра»?Һуңғы бер-ике йылда Өфө урамдарында тирәктәрҙе ҡырҡып бөттөләр тиерлек. Сәбәбе: йыл һайын йәй уртаһында улар мамыҡ осора башлай. Кемдәрҙер был тәбиғәт күренешенә вайымһыҙ ҡала, ләкин кемгәлер аллергия синдромы хас, улар өсөн был мамыҡ болоттар ысын мәғәнәһендә бәлә булып тора. Кешегә ул кәрәк түгел, ә тәбиғәткә? Тирәктәрҙе ҡырҡып ташлап дөрөҫ эшләнеләрме, әллә был экологик зыян килтерәсәкме?

Өфө урамдарында тирәктәр уҙған быуаттың 50 — 60-сы йылдарында уҡ ултыртылғайны. Үҫергә лә, тәрбиәгә лә әрһеҙ булғандары өсөн һайлап алғандарҙыр, моғайын. Бик тиҙ үҫеп, улар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡала урамдарын йәшеллендереү «күләмен» арттырырға мөмкинлек бирә. Тирәк ҡышҡы сатлама һыуыҡтарға ла бирешмәй, саң, төтөн һәм газдарҙан да ҡурҡмай. Шуға уларҙы заманында бөтә ҙур ҡалаларҙа ултыртып сыҡҡандар. Бер Мәскәүҙә генә 400 мең самаһы тирәк үҫә.
Экологтар әйтеүенсә, тирәк япраҡтарының бер квадрат метры үҙенә 7 килограмға тиклем саң йыя ала. Бынан тыш, тирәк бактерицид сифаттарга эйә һәм кешенең тын алыу системаһына ыңғай тәьҫир итеүсе эфир майҙары бүлеп сығара. Ә бер тирәк бүлеп сығарған кислород ун ҡайын, ете шыршы йәки өс йүкә биргән миҡдарға торошло. Әйткәндәй, мамыҡ үҙе лә аллерген түгел, ул фәҡәт аллергия тыуҙырыусы үҫемлек өлөшсәләрен генә тарата.
Ләкин беҙҙең урамда үҫеүсе был тәбиғәт баһадирҙарының бер етешһеҙ яғы бар – әлеге шул мамыҡ. Тирәк мамығы янғын сығыуға ла сәбәп була ала – балалар, шаярып, йыш ҡына мамыҡ өйөмдәренә ут төртә. Тирәк көйәһе шулай уҡ күптәрҙең теңкәһенә тейә. Был көйә ағаста йәшәй, шунда йомортҡа һала һәм үрсей. Ә көҙ еткәс, көйә ҡала фатирҙарына ҡышлауға күсә. Мамыҡ автомобиль хужаларына ла мәшәҡәт килтерә, сөнки кондиционерҙарға тула.
Шулай ҙа тирәк мамыҡтарынан иң ҙур зыян күреүселәр – аллергиктар. Табиптар раҫлауынса, был ауырыуҙы мамыҡҡа йәбешеп осоусы үҫемлек споралары аша йоҡторорға була. Мамыҡ үҙе танауға һәм ауыҙға эләгеп, лайлалы тиресәләрҙе ҡуҙғыта, тамаҡты шештерә. Күпселек кешелерҙә тирәк мамығынан сирләү 12 — 16 йәш араһында уҡ барлыҡҡа килә.
Тик шуның өсөн генә тирәктәрҙе ҡырҡып ташларға кәрәкме икән? Был юл менән барһаҡ, ҡаланы “йәшел үпкә”нән мәхрүм итмәҫбеҙме? Йәки уларҙы бүтән ағастар менән алмаштырырғамы? Ҡырағай тәбиғәт фондының матбуғатҡа биргән мәғлүмәттәренә ҡарағанда, тирәктәрҙе ҡырҡыу — уйлап еткерелмәгән аҙым. Белгестәр әйтеүенсә, тирәктең ҡыҙ енесле төрө генә мамыҡ осора, ир енеслеһе мамыҡ бирмәй. Тимәк, һуңғыларын ҡырҡыуҙың һис кәрәге юҡ. Матбуғатта Волгоград ҡалаһында мамығы кешегә аллергия бирмәүсе Болле тигән тирәк ултырта башлауҙары хаҡында ла хәбәрҙәр булғыланы, тимәк, был йәһәттән проблеманы хәл итеү юлдары бар.

Тирәк мамығына аллергиянан һаҡланыуҙың ете ҡағиҙәһе:

1Дарыуханала диңгеҙ һыуы нигеҙендә эшләнгән спрей һатып алығыҙ һәм көнөнә бер нисә тапҡыр танауҙы сайҡатығыҙ. Был танау юлдарын мамыҡтан таҙартып ҡына ҡалмай, ә лайлалы тиресәләрҙе лә еүешләтә һәм шешсәне бөтөрөргә ярҙам итә.
2 Мамыҡ төйөрҙәренең ябыҡ бүлмәләрҙә күп йыйылыуына ирек ҡуймағыҙ. Тирәк аллеялары эргәһенән үткәндә машина тәҙрәләрен ябығыҙ. Ә өйҙә тәҙрәгә һәм балконға серәкәйгә ҡаршы ваҡ селтәр йәки һыуланған марля элегеҙ.
3 Йортоғоҙ тирәктәр менән уратып алынған икән, көнөнә ике тапҡыр – иртән һәм кис – бүлмәләр иҙәнен еүеш йыуғыс менән һөртөп сығыу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Саң һурҙыртҡыстарҙың күпселеге тирәк мамығына ҡаршы көсһөҙ: артыҡ еңел мамыҡты улар һурмай, ә бүлмә мөйөштәре буйлап ҡыуып тарата ғына.
4 Мамыҡ танауға эләккәндә ҡайһы берәүҙәр нафтизин йәки галазолин кеүек дарыуҙар тамыҙа. Ләкин уларҙы көнөнә ике тапҡырҙан да артыҡ ҡулланырға ярамай.
5 Урамдан ингәс тә мотлаҡ битегеҙҙе йыуығыҙ һәм танауығыҙҙы сайҡатығыҙ.
6 Тирәктәр мамыҡ осорған көндәрҙә балды, диңгеҙ аҙыҡтарын, шоколадты, цитрустарҙы, күгәргән сырҙы аҙыраҡ ашарға тырышығыҙ. Шулай уҡ үлән төнәтмәләренән әҙерләнгән спиртлы эсемлектерҙе эсмәгеҙ. Иҫерткес эсемлектәрҙе бөтөнләй ҡулланмаһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ: алкоголь аллергияны көсәйтә генә.
7 Аллергияға ҡаршы дарыуҙар хәҙер күп. Ләкин уларҙың һәр береһе айырым бер симптомды бөтөрөүгә тәғәйенләнгән. Шуға күрә бындай дарыуҙы һатып алғанда уның аннотацияһын ентекле өйрәнегеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә