Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зыярат өҫтөндә... балалар баҡсаһы
Зыярат өҫтөндә... балалар баҡсаһыӘруахтар тынысланырмы?

“Инде йылдан ашыу Малаяҙ ауылындағы иҫке ҡәберлектә үҫкән ағастарҙы ҡырҡып, ерен машиналарға тейәй башланылар. Тупраҡ араһында кеше һөйәктәре лә килеп сыҡты. Түгергә лә урынын таптылар — Шәрҙәле йылғаһы аша һалынасаҡ күпергә нигеҙ була, йәнәһе.
Халыҡ Малаяҙ ауылы мәсетенең имам-мөхтәсибе Мөҙәрис Фәрхиевкә мөрәжәғәт итте. Митинг артынан митинг. Әле эш тикшереү өҫтөндә.
Ә бит балалар баҡсаһы өсөн урын генпланда 2002 йылда уҡ Көньяҡ-Көнбайыш һәм Көньяҡ биҫтәләрендә билдәләнгән була. Шуға ҡарамаҫтан, балалар баҡсаһын зыярат урынына һала башланылар. Санитар-эпидемия хеҙмәте лә, экологтар ҙа рөхсәт бирмәгән. Прокуратура ла ҡаршы. Балалар баҡсаһына тәғәйенләнгән урында магазин, кирбес йорттар, автомобиль йыуыу урыны барлыҡҡа килде.
Былай ҙа төҙөләсәк бинаға яҡын ғына ике балалар баҡсаһы, ике мәктәп, һөнәрселек уҡыу йорто урынлашҡан. Пионерҙар йорто, район хакимиәте, полиция ла ошо тирәлә.
Ситке урамдарҙан балаларҙың баҡсаға нисек йөрөүҙәрен уйланылармы икән? Ярай, кемдер машина менән килтерһә, икенселәр коляска йәки күтәреп өс-дүрт саҡрым араны, ниндәй һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, һәр көн үтергә тейеш була. Унан да бигерәк, Шәрҙәле йылғаһына түгелгән һөйәктәр һыу алыусы ҡоролмаларға йәнәшә генә. Салауат районы халҡы ундай һыуҙы эсергә теләмәй, сөнки күпме халыҡ йоғошло ауырыуҙан үлгән: ҡорһаҡ тифы, сәсәк, ваба...
Ҡәҙерле редакция! Зинһар өсөн ошо хәлде тикшереп, сара күрешһәгеҙ ине.
Ҡ. МӘҒӘФҮРОВ.
Салауат районы,
Малаяҙ ауылы.”


Ҡайҙа ҡарама, зыярат урынымы?

Хатты тетрәнмәйенсә уҡып булмай. Уйлап ҡараһаң, һәр райондан, ҡаланан яҙыуҙары ла мөмкин. Беҙ хатта зыяраттарҙа төҙөлөш йәйелдерелеүенә иғтибар ҙа итмәй Зыярат өҫтөндә... балалар баҡсаһыбашланыҡ шикелле. Әлеге борсоулы хат эҙенән барғас, ошо урындан алыҫ йәшәмәгән бер ҡатын: “Йөрөйһөгөҙ инде юҡты бар итеп. Ер шары һөйәк менән тулған, ҡайҙа ҡарама — зыярат урыны”, — тигәйне. Нимә был — ата-бабалар рухын һанламаумы, тамам маңҡортҡа әйләнеүме? Әллә әҙәм балаһына башҡа — донъяуи ҡиммәттәр өҫтөнөрәкме? Һорауҙар, һорауҙар...
Ошондай риүәйәт йәшәй: Сыңғыҙхан үлгәс, уны иге-сиге күренмәгән далала ерләйҙәр, ҡәберен дошмандар белмәһен өсөн өҫтөнән көтөү-көтөү мал үткәрәләр, ерләшеүҙә ҡатнашҡан ҡолдарҙың барыһын да үлтерәләр; һуңынан аҡ дөйә килтереп, быҙауын уның күҙ алдында салалар. Сыңғыҙхандың улдары, атаһының ҡәберенә килеп баш эйеү өсөн, йылдың тәғәйен бер көнөндә ошо дөйәне далаға сығарып ебәргән дә үҙҙәре артынан барған. Мал балаһының йән биргән, һөйәктәре ятҡан урынын йәһәт тапҡан!
Хат тетрәндерҙе. Тыуған ауылым Иҫке Мусала ла үткән быуаттың 70-се йылдарында ауылға нигеҙ һалыусыларҙың ҡәберлектәре аҡтарылып, урынына колхоз идараһы төҙөлдө, һуңыраҡ мәктәп баҡсаһының бер өлөшө инде. “Изгеләрҙеке” тип йөрөтөлгән был зыярат ауыл уртаһында ҡалғайны. Ололар, әлбиттә, ҡаршы сыҡты. Тик төҙөлөш туҡтатылманы, сөнки... зыярат урынына иң тәүҙә Ленинға һәйкәл ҡуйҙылар. (Юлбашсыға кем ҡаршы төшһөн инде?!) Артынан уҡ нигеҙ соҡоро ҡаҙа башланылар, ҡәбер таштарын шунда һалдылар, ауыр бульдозерҙар зыярат урынын тигеҙләне. “Партия заманы ине бит...” Ошолай аҡланабыҙ хәҙер, үҙебеҙҙең йүнһеҙлекте, маңҡортлоҡто аҡлайбыҙ. Бөгөн төрлө йомошҡа йөрөйбөҙ идараға — справкалар, башҡа ҡағыҙҙар кәрәк. Хатта бәҙрәфенә лә алыҫ бараһы түгел — эсендә генә...

Зыярат өҫтөндә... балалар баҡсаһыБәхәс. Шикләнеүҙәр, икеләнеүҙәр...

Район үҙәге Малаяҙға яҡынлашҡан һайын күңел, яҙылғандар дөрөҫ булмаһын ине, тип теләй.
— Бында зыярат булғанлығы тураһында бер генә документ та юҡ. Кешеләр һөйләүенсә, яҡындағы өйҙәр урынында ҡәберҙәр табылған. Бәлки, ошонан һөйәктәрҙе алып килеп, бында күмгәндәрҙер. Бер генә һөлдә лә тотошлайы менән сыҡманы. Ҡәберлек икән, тимәк, һөлдә лә булырға тейеш бит, — ти Салауат район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Владислав Килдейәров. — Тәүге ике көндө нигеҙ ҡаҙған саҡта эш яҡшы барҙы. Өсөнсөһөндә һөйәктәр сыҡты, тауыш китте. Баҡса бинаһын башҡа урында ла төҙөп булыр ине. Төҙөүселәр килеп эшләп тә китер. Тик коммуникация селтәрен һуҙыу бик күп сығым талап итә, район ғына күтәрә алмаясаҡ. Иң мөһиме — канализация. Ә ул тик үҙәктә генә бар. Шунан һуң, төҙөлөш башланғансы әллә күпме документ йыйырға кәрәк, төрлө анализдар ҙа алалар, грунтты тикшерәләр. “Капиталстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эш башланы, аҡса күсерелде.
Урындағы етәкселәрҙе бер яҡтан аңлап та була. Ысынлап та, был урында зыярат булғанлығын раҫлаусы документ юҡ. Балалар баҡсаһы Малаяҙға бик кәрәк. Бөгөнгө көндә 288 сабый сиратта тора. Әле эшләп килгән икәүһендә урын етмәй.
Кире төҙөлөш урынына әйләнеп ҡайтайыҡ. Ололар һөйләүенсә, был урында элек Ҡаратаулы зыяраты булған.
— 1918 йылда боларыш киткәс, халыҡ һигеҙ саҡрымда ятҡан Яңы Ҡаратаулы ауылына күсә. Шулай ҙа 35-се йылға тиклем мәрхүмдәрҙе ошо зыяратҡа килтереп ерләйҙәр. Күмергә урын ҡалмағас, Яңы һәм Иҫке Ҡаратаулыға уртаҡ зыярат асалар, — тип һөйләй имам-мөхтәсиб Мөҙәрис Фәрхиев. — Бында зыярат булғанлығын шунан беләм: ошо урында атайымдар һуғыштан һуң ике ҡатлы ағас клуб төҙөнө. Мин килеп йөрөй инем. Хәтеремдә, нигеҙен ҡаҙғанда һөйәк күп сыҡты. Уны бер бабай ситкәрәк күмеп йөрөнө. Ә зыярат таштарын клуб нигеҙе итеп һалдылар. Үҫкәс, ғүмер буйы урман хужалығында эшләнем. Элекке силсәүит рәйесе Ямаев менән һөйләшеп, был урынға ағас ултырттыҡ, парк яһаныҡ...
Тәүге тапҡыр төҙөлөш урынын ҡарағанда “бында зыярат булмағандыр” тигән фекергә киләһең. Урын тәрән итеп, тейешле кимәлдә ҡаҙылып, ере Шәрҙәле йылғаһы ярына түгелгән. Хакимиәт башлығы урынбаҫары Владислав Килдейәров әйтеүенсә, яр буйы яҡында йәшәүселәрҙең һорауы буйынса күтәртелгән. Шикләнеүҙәр нимәнән ғибәрәт булды: соҡор эсендә ер, балсыҡ ҡатламы буй-буй һуҙылған — тәүҙә ҡара тупраҡ, һуңынан балсыҡ китә. Ҡәберҙәр булғас, һөлдәләр ятҡан урындарҙа улар бергә ҡушылып, уҡмашып, уйҙым-уйҙым күренеп торорға тейеш тәһә! Шулай тине башҡа шикләнеүселәр ҙә. Ләкин, аҫҡа төшөп, соҡор сите буйлап барғанда, барлыҡ шик-шөбһәләр тарала: аяҡ аҫтында ваҡ ҡына, һынған, онталған аяҡ-ҡул һөйәктәре күренә, тупраҡ ҡатламы менән балсыҡ араһында, ер өҫтөнән 40 – 50 сантиметр тирәһендә ҡәберлектәрҙән айырым һөйәктәр тырпайған. Таяҡ менән һаҡ ҡына ҡуҙғалтабыҙ: һынған янбаш һөйәге менән бот һөйәгенең “шары” килеп сыға. Имам-мөхтәсиб Мөҙәрис Фәрхиевтән Малаяҙҙа ҡибланың ҡайһы яҡта икәнен һорағас, ул ҡәберлектәрҙең урынлашыу тәртибен, мәйеттәрҙең баш яғы ҡайһы яҡҡа ҡаратылып ерләнгәнен күрһәтте. Быларҙы ни өсөн яҙаммы? Сөнки бында зыярат булғанлығын инҡар итеүселәр тотошлай һөлдәләр сыҡмайынса, айырым һөйәктәр генә табылыуын, балалар баҡсаһы урынына уларҙың ҡайҙандыр килтереп күмелеүенә нығыраҡ баҫым яһай. Ләкин әллә нисәмә тонна замана техникаһы сүмесе, көрәге аҫтынан боронғо һөйәктәр, ҡәберлектәр бөтөн килеш килеп сыға аламы? “Башҡа һөйәктәр бар, ә баш һөйәге юҡ”, — ти шикләнеүселәр. Бар баш һөйәге лә. Бүтән һөйәктәр ҙә бында зыярат булыуын иҫбатлай.

Хәүеф юҡ һымаҡ. Шулай ҙа...


Редакцияға яҙған хат авторы ла, Малаяҙ мәсете имам-мөхтәсибе Мөҙәрис Фәрхиев тә мәрхүмдәрҙең күпселеге аслыҡ ваҡытында ваба, ҡорһаҡ тифы ауырыуҙарынан вафат булыуы тураһында борсолоп һөйләне. Мәйеттәрҙең ҡара тупраҡ ҡатламын төшкәс үк ерләнеүе хәлһеҙ кешеләрҙең артабан ҡәбер ҡаҙа алмағанлығы, үлгәндәрҙе ер ҡуйынына йоланан тайпылып булһа ла бирергә мәжбүр булыуҙары тураһында һөйләй. Йола буйынса, борон ҡәберҙе ирҙәрҙең кендеге, ҡатын-ҡыҙҙың күкрәге күренмәҫлек тәрәнлектә ҡаҙғандар, бөгөн иһә 170 – 180 сантиметр тирәһе төшөлә.
“Ауырыуҙар”ға килгәндә, төҙөлөш эштәре урынында тикшереү үткәргән Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы идаралығының Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарындағы территориаль бүлегенең протоколы күсермәһенән дә белеп була (1 июнь, 2012 й.). Табип-бактериолог С. Мостафина тарафынан 29 майҙа Шәрҙәле йылғаһынан анализға 1,5 литр һыу, төҙөләсәк балалар баҡсаһы урынынан 0,6 килограмм тупраҡ тикшереү өсөн алына. Бактериологтар, һыуҙың таҙалығы барлыҡ гигиена нормаларына тап килә, тигән һығымта яһай. Тупраҡ та санитар-эпидемиологик талаптарға яуап бирә. Протоколға, С. Мостафинанан тыш, экспертиза бүлеге мөдире И. Захарова ла ҡул ҡуя. Тимәк, был йәһәттән шикләнеүселәр тыныслана ала.
Осрашыу ваҡытында имам-мөхтәсиб Мөҙәрис Фәрхиев: “Ғәҙәттә, ер ҡаҙған саҡта ерҙән тәмле еҫ килә. Бында тын ҡурыла, малдар үкерә”, — тип һауаның бысраныуы тураһында ла әйткәйне. Шәрҙәле йылғаһы буйында йәшәгән Раиса Волощук та һауаның тынсыу булыуы, түгелгән балсыҡ өйөмөнә ҡоштар йыйылыуы хаҡында һөйләне. Был йәһәттән тағы белгестәргә мөрәжәғәт итеп, протоколға беркетелгән күсермәгә күҙ һалайыҡ. Һаулыҡ һаҡлау федераль бюджет учреждениеһының Башҡортостан Республикаһындағы гигиена һәм эпидемиология үҙәге табиптары (баш табип Г. Минин) ошондайыраҡ яуап бирә: “Зыяраттарҙы, ерләү мәнфәғәтендә ҡулланылған ҡорамалдарҙы, биналарҙы урынлаштырыу, төҙөкләндереү һәм ҡарау нормалары”на (СанПин 2.1. 2892-1) ярашлы, Шәрҙәле йылғаһы ярына түгелгән грунттың һауаһын тикшереү өсөн алыу ҡаралмаған. Ләкин “Зыяратты күсереү һәм территорияны рекультивациялау эштәрендәге гигиена талаптары” (IV бүлек) түбәндәгеләрҙе тайпылмайынса үтәүҙе талап итә:
4.1. Зыяратты һәм ҡәберлектәрҙе күсергәндә майҙанда рекультивация (һөрөү, тигеҙләү һ.б.) үткәрелергә тейеш. Ҡәберлектәрҙән алынған грунтты кеше йәшәгән территорияла файҙаланыу тыйыла.
4.2. Зыярат, ҡәберлектәрҙең урынын күсергәндән һуң 20 йыл үткәс кенә файҙаланырға мөмкин. Был осраҡта майҙан тик ағас ултыртыу, йәшелләндереү өсөн генә ҡулланыла ала. Ҡоролмалар, биналар төҙөү тыйыла.

Шәрҙәле аға ла аға...

Йылға яры. Шәрҙәле йылғаһы, йәй уртаһы етеп барыуға ҡарамаҫтан, мул ғына һыулы, ағымы ла бәләкәй йылғаларға ҡарағанда көслөрәк төҫлө. Беҙ бараһы, йәғни грунт түгелгән урында йылға ярына ике яҡлап өйҙәр теҙелгән. Ысынлап та, яҙын Шәрҙәле ташып, киңәйеп, яҡындағы йорттарҙы баҫыу ҡурҡынысы бар. Дөрөҫөрәге, баҡсаларҙы, сөнки өйҙәр ҡалҡыулыҡта ултыра. Ярҙарҙы кеше атлап сығырлыҡ күпер тоташтыра.
— Беҙ ярҙы нығытыуҙы һораманыҡ. Эйе, яҙын йылға күпергә тиклем күтәрелә. Ләкин урамдарҙы әле балсыҡ түккән яҡлап түгел, ә баҡса яҡлап баҫа. Кем бында зыярат балсығын түгергә рөхсәт биргән, килеп ҡараһын ине: күперҙән барған тротуарҙы күмделәр, хәҙер атлап сығырлыҡ та түгел, бигерәк тә ямғырлы көндәрҙә, — тип зарланып һөйләй 1998 йылдан бирле яр ситендә йәшәүсе Раиса Волощук. — Күренеп ятҡан һөйәктәрҙе йыйып сыҡтылар. Ләкин бит ҡәберҙәр өҫтә булған, тимәк, әле улар балсыҡ, тупраҡ аҫтында ята. Был өйөмдәрҙе яҙын йылға бөтөнләй йыуып алып китәсәк...
Шәрҙәле йылғаһы Йүрүҙәнгә ҡоя. Түбәнгә табан, Малаяҙҙан тыш, унан һыу эскән башҡа ауылдар теҙелгән...
“Гигиена талаптары” иҫкә төшә: “Ҡәберлектәрҙән алынған грунтты кеше йәшәгән территорияла ҡулланыу тыйыла”. Ә бында түгелгән балсыҡты ситке өйҙәрҙән бер нисә генә аҙым айырып тора...
Гигиена талаптарынан, сығымдарҙан тыш, эштең әхлаҡи яғы ла бар бит әле — әруахтарҙың рухы алдында гонаһты бизмәнгә һалып ҡына үлсәп булмай. Быны, әлбиттә, барыһы ла аңлай. Етәкселәр ҙә зыярат өҫтөндә балалар баҡсаһы төҙөргә теләгәндән эшкә тотонмаған. Ике ҡатлы 110 урынлыҡ баҡса төҙөү өсөн киләсәктә урын да ҡаралған бит. Моғайын, эш әлеге хәлгә закон күҙлегенән ныҡлап баһа бирелгәс башланыр. Ни тиһәң дә, яҡын арала суд буласаҡ, аңлашылмаусанлыҡтарға нөктә ҡуйыласаҡ. Хикмәт тә, хәҡиҡәт тә шуға ҡайтып ҡала: хата ҡылынған икән, һөйләшеп төҙәтеү, уйлап эш итеү юлын табыу фарыз.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Салауат районы.



Урта йәштәрҙәге ҡатын, төҙөлөш урынына яҡын йәшәй (исемен атаманы):
— Ер шары һөйәк менән тулған, ҡайҙа ҡарама — зыярат урыны. Нисәмә йыл йәшәйем, бында бер нәмә лә күргәнем юҡ. Ә бына хакимиәт йортонда төндә тауыш ишетелгәнен һөйләүселәр бар. Хакимиәт тә зыярат өҫтөндә ултыра. Аҡтарҙылар, төҙөнөләр. Партия ваҡытында һүҙ ҙә әйтә алманылар. Бында балалар баҡсаһы төҙөһәләр насар булыр инеме ни? Хәҙер ташландыҡ урын булып ятасаҡ.

Ф., Мөрсәлим ауылынан:
— Зыярат урыны булһа, таштар, башҡа нәмә сығыр ине. Ә бында урман үҫте. Ағаслыҡ. Шунан һуң, мәйетте бит элек төрлө нәмә менән ерләгәндәр: кейемдәрендә сулпылар булған, башҡа нәмәһе. Юҡтыр. Булмағандыр...

Самат, ике бала атаһы:
— Мин балаларымды был баҡсаға бирмәҫ инем. Улар бит шунда бешкән ашты ашаясаҡ, һөйәк өҫтөндә уйнаясаҡ, ял иткәндә — йоҡлаясаҡ. Эйе, зыяраттар урынында төрлө биналар төҙөлә, тик балалар баҡсаһы... Ҡуй, уйлауы ла ҡурҡыныс.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872