Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тамырҙарын юллап атайҙың...
Тамырҙарын юллап атайҙың...Ураллыларға ҡәрҙәштәрен табырға ярҙам итәйек!

Рәшит Ниғмәтиҙең: “Урал! Үҙе Боҙ диңгеҙҙең һыуын эсә, ә ҡойроғо ҡойона Аралда”, тигән шиғри юлдарын бала саҡта уҡығанда мөһабәт, күккә ашҡан тауҙар теҙмәһе күҙ алдына баҫып, күңелдә ғорурлыҡ, илһөйәрлек тойғоларын ҡуҙғытып ебәреүе иҫтә. Төркиә тарафтарынан Башҡортостанға сәфәргә юлланған ҡунаҡтар өсөн “Урал” һүҙенең ғүмер буйы серле йомғаҡ, тылсымлы асҡыс булып оҙатып йөрөүен ишетеү ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы, ихтирамыбыҙҙы бермә-бер арттырҙы.

Дүрт бер туған — Эрол, Өзәр бейҙәр, Арзу, Ниһаль ханымдарҙы “ҡан-ҡәрҙәш” тип атауыбыҙ ҙа һис юҡҡа түгел: улар аталары тыуып үҫкән Башҡортостан ерен, Әхмәт Мәхмәт улы (Мөхәмәт йәки Мәхмүт булыуы бик ихтимал) тигән уҙамандың эҙҙәре ҡалған, нәҫел-нәсәбе ғүмер иткән башҡорт ерен үҙ күҙҙәре менән күреп танышыу теләге менән республикабыҙға ҡанатланып, аҡ өмөттәр менән аяҡ баҫҡан. Аталары ни өсөн “Ураллы” фамилияһын йөрөткән һуң, тигән һорауға Өзәр бей бына нимә тип яуапланы:
— Атайымдың һөйләгәндәрен, иҫтәлектәрен яҙып бармауыма бик үкенәм. Ғүмер буйы тыуған ерен, Башҡортостанын һағынып, юҡһынып йәшәне. Кем уйлаған инде бала саҡта, хаҡлы ялға сыҡҡас, атайҙың тыуған төйәге беҙҙе шундай ҙур көс менән үҙенә тартыр тип. Уның йәш сағында Әхмәтзәки Вәлиди Туған менән аралашыуын, хатта ғәскәренә ҡушылып китеүен ишетеп беләбеҙ.
Тарихтың беҙгә ҡараңғы, асылмаған яҡтары күп әле. Бер туғандарҙың әйтеүенсә, Әхмәт көрәштәштәре менән эҙәрлекләнә-эҙәрлекләнә Камчаткаға барып етә. Аяғы яралана, операция эшләгәндән һуң яһалма быуын ҡуялар. Аҙаҡ яҡташыбыҙ Японияға барып сыға, күпмелер ваҡыт йәшәгәндән һуң Малайзия, Һиндостан, Афғанстан, Иран аша ауыр, бормалы юлдар менән 1925 йылда Төркиәгә килә. Уландары әйтеүенә ҡарағанда, аталары Риза Шаһ Пәхләүи һарайында биш йылға яҡын хәрби именлек хеҙмәтендә эшләй. Заманына күрә белемле, отҡор, сәмле кеше булғандыр, күрәһең, сөнки уны таможня хеҙмәтенә лә ҡуш ҡуллап эшкә саҡыралар (әйтеүҙәренсә, Октябрь революцияһы башланған көндәрҙә ул Мәскәүҙә университетта белем алған). Төркиәнең Ыгдыр ҡалаһында йәшәгәндә өйләнә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыны бала тапҡанда вафат була. Икенсе хәләл ефете — Зөһрә исемле азербайжан ҡыҙы менән алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
— Иң оло ағайыбыҙ вафат булып ҡалды. Бер ҡустыбыҙ Төркиәлә, — ти Арзу ханым. — Ә беҙ дүртәүләшеп ғүмер буйы башҡорт илен юҡһынған атайымдың тыуған ере менән танышырға, насип булһа, ҡәрҙәштәребеҙҙе күрергә тип ашҡынып килдек. Атайыбыҙ юҡҡа ғына, Төркиәгә килгәс, тыуған яғының иҫтәлеге һәм мираҫы итеп үҙенә Ураллы фамилияһын алмағандыр. Беҙҙә ул саҡта башҡорт милләте, Башҡортостан хаҡында ишетеп тә белмәгәндәр. Йышыраҡ курдтар менән бутағандар. “Беҙ башҡорт тигән милләтте белмәйбеҙ, һин татар бит, Әхмәт”, — тип йыш ҡына сәменә тейәләр атайымдың. Беҙ бәләкәйҙән уның башҡорт булыуын ишетеп үҫтек. Хәҙер инде Башҡортостан тигән гүзәл ил барлығын төрөктәр ҙә яҡшы белә. Һеҙҙең театрҙарығыҙ килһә, бер спектаклде ҡалдырмай, телегеҙҙең һығылмалылығына, байлығына һәм дә беҙҙекенә бик оҡшаш, аңлайышлы булыуына һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Ә һабантуйҙарығыҙ төрөктәр өсөн көтөлмәгән, үҙенсәлекле сағыу байрамға әүерелде. Бик алсаҡ, ҡунаҡсыл, талантлы икән ҡәрҙәштәребеҙ. Төркиәлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге парктың асылыуы ла — башҡорт милләтенә оло хөрмәт билдәһе.
— Атайыбыҙ вафат булғанда мин биш айлыҡ ҡына булып ҡалғанмын. Шулай ҙа туғандарҙың һөйләүенән уның йылҡы итен, ҡымыҙҙы һағыныуын, тыуған яҡтарын күргеһе килеүен беләм. Бына әле ун көнлөк сәфәр барышында Башҡортостандың төрлө төбәгендә йылҡының, мал-тыуарҙың эркелеп йөрөүен күреп ғәжәпләнеүебеҙҙең сиге булманы. Беҙҙә йылҡы юҡ бит, — тип сәфәр менән ҡәнәғәтлеген йәшермәй Ниһаль ханым. — Ҡайҙа ғына булманыҡ, ҡайҙа ғына беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршыламанылар! Милли һәм этнография музейҙары менән танышыу, Ҡырмыҫҡалы районында үткән һабантуйҙа республика Президенты менән осрашыу, Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһендә булыу, Өфө мэры менән күңелле сәй эсеү, танылған “Янғантау”, “Йоматау” шифаханаларын күреү оҙаҡ йылдарға етерлек матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.
— Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылында Әхмәтзәки Вәлиди иҫтәлегенә таҡтаташ асыу ваҡиғаһына шаһит булыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ, — тип һүҙгә ҡушыла Эрол бей. — Талҡаҫтың, Асылыкүлдең хозурлығы таң ҡалдырҙы. Башҡортостан — гүзәл ил... Сәфәрҙән бик ҡәнәғәтбеҙ, ҡунаҡсыллығығыҙ, хөрмәтегеҙ өсөн рәхмәт!
Әллә ҡайҙағы ер башы — ер аяғында ятҡан Төркиә һынлы Төркиәнән килгән ҡунаҡтарҙың тормошо, хәл-әхүәле менән ҡыҙыҡһынмаған хәбәрсе буламы ни?! Редакция ҡунаҡтары һәр беребеҙҙең һорауына иғтибарлыҡ күрһәтеп, ихлас яуап ҡайтарҙы. Уларға иң оҡшаған ризыҡ ваҡ бәлеш булһа, һоҡландырғаны — исемдәрҙең оҡшашлығы, телдәрҙең яҡынлығы икән. Ҡунаҡтарҙың күҙенә эләккән етешһеҙлек — юл буйында санитария-гигиена уңайлыҡтарының (бәҙрәф, ҡул йыуыу урындары) юҡлығы. Ураллыларҙың барыһы ла юғары белемле, әле хаҡлы ялдалар. Кемдер өсәр, кемдер икешәр бала тәрбиәләгән, вафат булған ағаларының биш балаһы бар. Төркиә пенсионерҙарының матди хәле, тормош сифатының беҙҙәгегә ҡарағанда бер башҡа юғарылығы, “май сүлмәге тышынан билдәле” тигәндәй, былай ҙа аңлашылып тора. Табип, хәрби хеҙмәткәр, уҡытыусы һәм косметология белгесенең пенсия аҡсаһына рәхәтләнеп сит илдә сәйәхәт итеүе улар өсөн ҡәҙимге күренеш. Туғандарҙың икәүһе ҡышын Анкарала фатирҙарында йәшәһә, йәйен Анталияла диңгеҙ буйындағы үҙ йорттарында ял итә. Арзу ханым Германияла донъя көтһә лә, Төркиәлә бик йыш ҡунаҡ була.
Төрөктәрҙең эшҡыуарлыҡ маһирлығы, эшһеҙлек кимәленең үтә түбән булыуы, юғары уҡыу йорттарының һәм ер биләмәләренең ифрат күплеге, халыҡтың егәрлелеге, эскелектән азат булыуы, етәкселәрҙең булдыҡлылығы бай, мул тормоштоң ныҡлы нигеҙен билдәләйҙер, күрәһең. Яңыраҡ пенсияға сығыу йәше арттырылһа ла (ир-ат — 63, ҡатын-ҡыҙ 60 йәштән хаҡлы ялға сыға), төрөктәр әллә ни ризаһыҙлыҡ тойғоһо кисермәй.
Төркиә ҡунаҡтары бер килгәндә архивтарҙа булып, ата-бабалары хаҡында ҡош телендәй генә булһа ла хәбәр табыуҙарына өмөтләнә. Гәзит уҡыусыларҙың ярҙамына таянып та, бәлки, тарих төпкөлөндә ҡалған ваҡиғаларға асыҡлыҡ индереүе, 1896 йылғы, 1917 йылда Мәскәүҙә студент булған Әхмәт Мәхмәт (Мәхмүт йәки Мөхәмәт булыуы ла ихтимал) улының нәҫел тамырҙарын табыуы мөмкин булыр? Яҡташыбыҙҙың әсәһенең исеме — Мәмдүһә (бәлки, Мәмдүҙә йәки Мәмдүхә). Алыҫ юлды яҡын итеп, ата-бабаларының изге төйәге менән танышырға, һағыштарын таратырға килгән Ураллыларҙың яҡты өмөттәре аҡланһа ине.

* * *

— Башҡортостандың йомарт тупрағында тыуып үҫеү үҙе оло бәхеттер. Атайыбыҙҙы һарыларға һабыштырған бәрәкәтле ерҙе, уның ҡунаҡсыл, нурлы йөҙлө, ихлас күңелле халҡын, ниһайәт, күреү бәхетенә ирешеүебеҙ менән ифрат ҡәнәғәтбеҙ. Изге ергә хаж ҡылғандай тоябыҙ үҙебеҙҙе. Сәфәрҙең тәүге көнөндә бик тулҡынланып, күҙҙәребеҙгә эркелгән йәштәрҙе тыя алмай, алда ниндәй тәьҫораттар — үкенеслеме, һөйөнөслөмө — көтәсәген белмәйенсә, самолет трабынан ҡаушабыраҡ төшөүебеҙ хәтерҙә. Ғәжәп, хыялыбыҙҙа йөрөткән рухлы башҡорт халҡы менән бөгөн бер туғандарҙай айырылышабыҙ, — тине Төркиә ҡунаҡтары хушлашҡанда.
Ауылдарҙа халыҡтың тырышып-тырмашып донъя көтөүе, йорт-ихаталарын тәртиптә, бөхтәлектә тотоуы, яландарҙа эркелгән мал-тыуар, күл-йылғаларҙағы ҡош-ҡорт һәм, әлбиттә, хозур тәбиғәт уларҙы әҫәрләндергән. “Башҡорттар — тәбиғәт балаһы, артығына өмөт итмәй, булғанына шөкөр итеп, ығы-зығыһыҙ йәшәй белә, — тигән һығымтаға килгән Эрол әфәнде. — Ҡайҙа ла төҙөлөш, матур-матур йорттар ҡалҡыуына, алыҫ ауылдарға ла асфальт юлдар илтеүенә ҡыуандыҡ. Милләттең оло шәхесе Әхмәтзәки Вәлидиҙең музейы менән танышҡанда башҡорттарҙың азатлыҡҡа ынтылышын, ҡыйыулығын, атайыбыҙҙың рухын көслөрәк тойғандай булдыҡ. Оҙаҡ сығып китә алмай ыҙаландыҡ был мөғжизәле йорттан”.
Хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙҙың “күҙе лә, теле лә” булған тәржемәсе, радиожурналист Сәмиға Ғафарованың хеҙмәтен юғары баһалағы килә. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының төрөк теле бүлексәһен тамамлаған ҡыҙ — ике илдең дуҫлыҡ, теләктәшлек мөнәсәбәттәрен нығытыуҙа ышаныслы “күпер” һалыусыларҙың береһе. Төркиә ярҙары менән Башҡортостан ерен 3,5 сәғәт ваҡыт арауығы ғына тоташтырһа ла, күңелдәрҙең яҡынайыуына, туғандашлыҡ хистәренең ҡабыныуына ҡайһы саҡ кеше ғүмеренә тиң дәүерҙең үтеүе лә кәрәк икән.
Динә АРЫҪЛАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 104

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 459

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 992

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 902

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 662

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 249

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 568

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 526