Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сәбәп эҙләмәйек, ярҙам итәйек!
Сәбәп эҙләмәйек, ярҙам итәйек!(“Мәктәпте һаҡлап ҡалырға ярҙам итегеҙ!” йәки мөхәмәттәрҙең нимәгә йәне әсей?” 2012 йыл, 13 июнь, №114).

Был мәҡәләне тулҡынланып та, тетрәнеп тә уҡыныҡ. Бында күтәрелгән көн үҙәгендәге мәсьәләләрҙе хуплайбыҙ һәм редакцияға рәхмәт белдерәбеҙ.

Мөхәмәт ауылының ҡайһы бер проблемалары тураһында шул уҡ “Башҡортостан” гәзитендә (2008, 23 сентябрь) донъя күргән “Мөхәмәткә сәйәхәт” материалында ла яҙылғайны (авторы — Вил Өмөтбаев). Бында ауылдың туғыҙ йыллыҡ мәктәбен һаҡлап ҡалыу, халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү, эш урындары булдырыу тураһында уйланыуҙар бар ине. Шул уҡ йылдың июлендә мәсет асыу тантанаһында Белорет районы етәкселәренең иғтибарын ауылға йүнәлтеү кәрәклеге тураһында ла һүҙ булғайны.
Мөхәмәт ауылы — 270 йыллыҡ оло тарихҡа эйә, ябай, эшсән, ҙур йөрәкле кешеләре, мөғжизәле һәм бай тәбиғәте менән айырылып торған төбәк ул. Шул уҡ ваҡытта Хрущев заманында райондарҙы, ауылдарҙы ҡушыу һәм тарҡатыуҙың әсе яҙмышын үҙ елкәһендә татыған. Халыҡ теләгенә ҡаршы килеп, Мөхәмәт, Абҙаҡ ауылдарын Әбйәлилдән айырып, Белорет районына биреү ҙур хата булды. Бының эҙҙәре, 50 йылдан ашыу ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан, һаман да һиҙелә, сөнки район хужаларына Мөхәмәттең байлығы ғына кәрәк, ә иҫке мәктәп, емерек күперҙәр һәм клуб (беҙ йәш ваҡытта төҙөлгән), батҡаҡ урам, эшһеҙлек, матур һәм ҡуйы урмандарҙың ҡола далаға әйләнеп барыуы уларҙы әллә ни борсомай кеүек.
Мәктәп — һәр ауылдың кисәгеһе лә, бөгөнгөһө лә, бигерәк тә киләсәге. Был турала йыш яҙыла. Ләкин мәктәп проблемаһын һуңғы йылдарҙа халыҡ мәнфәғәтенән сығып түгел, ә тормошто аңлап бөтмәгән, реформалар менән “зарарланған” чиновниктар уйлап тапҡан закондарға һылтанып, ҡырҡа һуғып хәл итергә яраталар.
Мөхәмәттә эш булмау сәбәпле, кеше килемде мал тотоп йәки айҙар буйы ғаиләһенән айырылып, ситкә эшкә йөрөп таба. Шуға күрә ата-әсәләрҙең күбеһенә Белорет интернатында балаларын уҡытыу ауыр буласаҡ. Көн дә автобус менән уларҙы Абҙаҡҡа йөрөтөү ғәмәлдә еңел эш түгел, сөнки хәүефһеҙлек талабына яуап биргән автобус, ике шофер кәрәк буласаҡ. Бынан тыш, юлдың, күперҙәрҙең сифатын кәрәкле дәрәжәлә тотоу аҙ сығым талап итмәйәсәк. Ә инде ҡышҡы бурандарҙа Мөхәмәт менән Абҙаҡ араһында автомобилдә йөрөү мөмкинлеге булмауын ҡалала йәшәгән чиновниктар белмәйҙер йә иһә онотҡандыр. Был мәсьәләнең өсөнсө яғы ла бар: көн һайын ике яҡҡа 40 саҡрым юл үтеп, аслы-туҡлы йөрөп арып ҡайтҡан балаларҙың кәрәкле кимәлдә дәрес әҙерләргә ваҡыты ла, көсө лә етмәйәсәк. Дүртенсенән, Абҙаҡ мәктәбендә күп фәндәрҙе урыҫ телендә уҡытыу сәбәпле, балалар әхлаҡи һәм психологик баҫым тоясаҡ.
Беҙ Мөхәмәт ауылы мәктәбен 1950 йылда тамамланыҡ, аҙаҡ Абҙаҡ ете йыллыҡ, Асҡар урта мәктәптәрендә уҡыныҡ. Бөгөн тәүге уҡытыусыларыбыҙҙы тулҡынланып, һағынып, рәхмәт әйтеп иҫкә алабыҙ. Улар — бөтә Әбйәлилдә билдәле Сәләх ағай Мөхәмәтов, Гөлсирә апай Хисаметдинова, Әшираф ағай Хәмзин, бөтә ғүмерен Мөхәмәт мәктәбенә арнаған Рәхилә апай Мансурова (Миникәева). Артабанғы дәүер уҡытыусылары ла, бөгөнгөләре лә — үҙ һөнәрен яратҡан, төплө белемле һәм, иң мөһиме, ауылдаштарының, уларҙың балаларының ышанысын аҡлаған үҙ еренең патриоттары. Улар — балаларға белем биреүсе генә түгел, ә үҙҙәре миҫалында йәшәйеш ҡағиҙәләрен өйрәтеүсе уҡытыусылар.
Әйҙәгеҙ, Мөхәмәт ауылын кәрәкле урында ғына төҙөк, матур, айыҡ ауыл тип маҡтау менән сикләнмәйек, уларҙың белем ҡосағына ынтылған балаларына аяҡ салмайыҡ, бай тарихлы яҙмышына һәм уның мәктәбенә нөктә ҡуймайыҡ, ә ярҙам итәйек, халыҡтың да дәлилдәрен, үтенесен ишетәйек һәм аңларға тырышайыҡ.

Вил ӨМӨТБАЕВ,
техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһы Тәбиғәт фәндәре академияһының почетлы академигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре.

Лена ӨМӨТБАЕВА,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә