Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » 25 июнь — 1 июлгә йондоҙнамә
Аҙна һәр йәһәттән көсөргәнешле булыр. Эшлекле даирәлә лә, шәхси тормошта ла араларҙы көйләү өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәк. Хис-тойғоларға ирек бирмәҫ өсөн үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ. Тормошҡа ашырҙай ғына эшкә тотоноғоҙ. Сәмләнеп башлаған проектығыҙ тәүҙә бик уңышлы барыр, ләкин хәл-ваҡиғаларҙың ҡапыл үҙгәреүе барлыҡ пландарығыҙҙы ла селпәрәмә килтерер. Шуға алдағы көндәргә план ҡорғанда тормошҡа ашыра алмаҫтайҙарына тотонмағыҙ.
Дүшәмбе – әүҙем көн. Ҡарашығыҙҙы үҙгәртеү, уйланыу өсөн уңайлы мәл. Көтмәгәндә хыялдарығыҙ тормошҡа ашасаҡ. Шишәмбе көндөң беренсе яртыһында хәл итәһе мөһим мәсьәләләрҙе кисектереп тороғоҙ, уларҙы төштән һуң хәл итеү хәйерлерәк. Электр йыһаздары һәм ут менән һаҡ булығыҙ. Шаршамбы көндөң икенсе яртыһы бик көсөргәнешле булмаҡсы. Кесе йома эшләнгән хаталарҙы төҙәтеп маташмағыҙ. Киреһенсә, хәл-ваҡиғаларҙың киҫкенләшеүе бар. Йома — башлаған эшегеҙҙе ахырына еткереү өсөн һәйбәт көн.

ҠУҘЫ (21.03 — 20.04).

Хәл-ваҡиғаларға бай аҙна. Хаҡлы икәнегеҙҙе иҫбатлау өсөн һүҙ көрәштерергә лә тура килер, аяҡ салып маташыусылар ҙа бар. Шулай ҙа үҙегеҙҙекен һүҙ итерһегеҙ һәм уңырһығыҙ.

БУҒА (21.04 — 21.05).

Үҙ-үҙегеҙгә сикһеҙ ышаныу эште боҙор. Яҡындарығыҙҙың, хеҙмәттәштәрегеҙҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, яңылыш юлдан китерһегеҙ.

ИГЕҘӘКТӘР (22.05 — 21.06).


Әле килеп сыҡҡан ауыр мәсьәләне бары тик юғары даирәлә эшләүсе таныштарығыҙ аша ғына хәл итә алырһығыҙ. Тартынмайынса уларға мөрәжәғәт итегеҙ, сөнки ваҡыт һеҙҙең файҙаға түгел.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 23.07).

Яҡшыға өмөтләнегеҙ. Был аҙналағы кәйефегеҙ һәр эшкә ҙур йоғонто яһар. Уйлағандар тормошҡа ашыр.

АРЫҪЛАН (24.07 — 23.08).

Көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларға бай аҙна. Шуға ла алдан пландар ҡороу һеҙҙең өсөн түгел. Тормоштан йәм табып, ағымға буйһоноп ҡына йәшәгеҙ.

ҠЫҘ (24.08 — 23.09).

Яҡындарығыҙҙың ярҙамына өмөт итмәйенсә, һәр йомошто үҙегеҙ атҡарығыҙ. Уларҙың ярҙам ҡулы һуҙырға ваҡыты булмаясаҡ, ә һеҙҙең сәбәпһеҙ үпкәләүегеҙ ихтимал.

ҮЛСӘҮ (24.09 — 23.10).

Аҙ һөйлә, күп эшлә тигән әйтем был аҙнала тап һеҙҙең өсөн. Артығын ысҡындырһағыҙ үкенерһегеҙ, тик һуң булыр.

САЯН (24.10 — 22.11).

Иғтибарлылығығыҙ, һәр аҙымды үлсәп яһауығыҙ эште еренә еткереп башҡарырға ярҙам итер. Тик хеҙмәттәштәрегеҙҙе шелтәләмәгеҙ. Иҫкәрмәне хаҡлы яһаһағыҙ ҙа, әллә күпме ғауға сығарасаҡтар.

УҠСЫ (23.11 — 21.12).

Аҙнаны һәүетемсә генә үткәрергә тырышығыҙ. Көтмәгәндә килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе лә ҡапылдан ғына хәл итмәгеҙ. Яңылышып ҡуйыуығыҙ бар.

ЫЛАҠ (22.12 — 20.01).

Һеҙҙең алда ике юл. Береһен һайлаһағыҙ, етәкселек итерһегеҙ, икенсеһенән китһәгеҙ, артабан кемдеңдер ҡул аҫтында эшләрһегеҙ. Ҡайһы юлды һайларға? Был ауыр һорауға яуап бирер өсөн һуңғы айҙарҙа булған хәл-ваҡиғаларҙы ҡайтанан күҙҙән үткәрегеҙ.

ҺЫУҒОЯР (21.01 — 19.02).

Көнәркәшлек көслө булыр. Бирешмәҫ өсөн бөтөн сараларҙы ла ҡулланырға кәрәк. Йондоҙҙар һеҙҙең яҡта, тимәк, еңеүсе булырһығыҙ.

БАЛЫҠ (20.02 — 20.03).

Аҡса туплау өсөн һәйбәт аҙна. Ҡулға ингән килемде тәләфләмәй тотонһағыҙ, ҙур әйбер алырһығыҙ йәки сәйәхәткә сығырһығыҙ.
Өмөтбикә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 5

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 4

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 6

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә