Аҙна һәр йәһәттән көсөргәнешле булыр. Эшлекле даирәлә лә, шәхси тормошта ла араларҙы көйләү өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәк. Хис-тойғоларға ирек бирмәҫ өсөн үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ. Тормошҡа ашырҙай ғына эшкә тотоноғоҙ. Сәмләнеп башлаған проектығыҙ тәүҙә бик уңышлы барыр, ләкин хәл-ваҡиғаларҙың ҡапыл үҙгәреүе барлыҡ пландарығыҙҙы ла селпәрәмә килтерер. Шуға алдағы көндәргә план ҡорғанда тормошҡа ашыра алмаҫтайҙарына тотонмағыҙ.
Дүшәмбе – әүҙем көн. Ҡарашығыҙҙы үҙгәртеү, уйланыу өсөн уңайлы мәл. Көтмәгәндә хыялдарығыҙ тормошҡа ашасаҡ. Шишәмбе көндөң беренсе яртыһында хәл итәһе мөһим мәсьәләләрҙе кисектереп тороғоҙ, уларҙы төштән һуң хәл итеү хәйерлерәк. Электр йыһаздары һәм ут менән һаҡ булығыҙ. Шаршамбы көндөң икенсе яртыһы бик көсөргәнешле булмаҡсы. Кесе йома эшләнгән хаталарҙы төҙәтеп маташмағыҙ. Киреһенсә, хәл-ваҡиғаларҙың киҫкенләшеүе бар. Йома — башлаған эшегеҙҙе ахырына еткереү өсөн һәйбәт көн.
ҠУҘЫ (21.03 — 20.04).Хәл-ваҡиғаларға бай аҙна. Хаҡлы икәнегеҙҙе иҫбатлау өсөн һүҙ көрәштерергә лә тура килер, аяҡ салып маташыусылар ҙа бар. Шулай ҙа үҙегеҙҙекен һүҙ итерһегеҙ һәм уңырһығыҙ.
БУҒА (21.04 — 21.05). Үҙ-үҙегеҙгә сикһеҙ ышаныу эште боҙор. Яҡындарығыҙҙың, хеҙмәттәштәрегеҙҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, яңылыш юлдан китерһегеҙ.
ИГЕҘӘКТӘР (22.05 — 21.06).Әле килеп сыҡҡан ауыр мәсьәләне бары тик юғары даирәлә эшләүсе таныштарығыҙ аша ғына хәл итә алырһығыҙ. Тартынмайынса уларға мөрәжәғәт итегеҙ, сөнки ваҡыт һеҙҙең файҙаға түгел.
ҠЫҪАЛА (22.06 — 23.07). Яҡшыға өмөтләнегеҙ. Был аҙналағы кәйефегеҙ һәр эшкә ҙур йоғонто яһар. Уйлағандар тормошҡа ашыр.
АРЫҪЛАН (24.07 — 23.08).Көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларға бай аҙна. Шуға ла алдан пландар ҡороу һеҙҙең өсөн түгел. Тормоштан йәм табып, ағымға буйһоноп ҡына йәшәгеҙ.
ҠЫҘ (24.08 — 23.09).Яҡындарығыҙҙың ярҙамына өмөт итмәйенсә, һәр йомошто үҙегеҙ атҡарығыҙ. Уларҙың ярҙам ҡулы һуҙырға ваҡыты булмаясаҡ, ә һеҙҙең сәбәпһеҙ үпкәләүегеҙ ихтимал.
ҮЛСӘҮ (24.09 — 23.10). Аҙ һөйлә, күп эшлә тигән әйтем был аҙнала тап һеҙҙең өсөн. Артығын ысҡындырһағыҙ үкенерһегеҙ, тик һуң булыр.
САЯН (24.10 — 22.11).Иғтибарлылығығыҙ, һәр аҙымды үлсәп яһауығыҙ эште еренә еткереп башҡарырға ярҙам итер. Тик хеҙмәттәштәрегеҙҙе шелтәләмәгеҙ. Иҫкәрмәне хаҡлы яһаһағыҙ ҙа, әллә күпме ғауға сығарасаҡтар.
УҠСЫ (23.11 — 21.12).Аҙнаны һәүетемсә генә үткәрергә тырышығыҙ. Көтмәгәндә килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе лә ҡапылдан ғына хәл итмәгеҙ. Яңылышып ҡуйыуығыҙ бар.
ЫЛАҠ (22.12 — 20.01).Һеҙҙең алда ике юл. Береһен һайлаһағыҙ, етәкселек итерһегеҙ, икенсеһенән китһәгеҙ, артабан кемдеңдер ҡул аҫтында эшләрһегеҙ. Ҡайһы юлды һайларға? Был ауыр һорауға яуап бирер өсөн һуңғы айҙарҙа булған хәл-ваҡиғаларҙы ҡайтанан күҙҙән үткәрегеҙ.
ҺЫУҒОЯР (21.01 — 19.02).Көнәркәшлек көслө булыр. Бирешмәҫ өсөн бөтөн сараларҙы ла ҡулланырға кәрәк. Йондоҙҙар һеҙҙең яҡта, тимәк, еңеүсе булырһығыҙ.
БАЛЫҠ (20.02 — 20.03).Аҡса туплау өсөн һәйбәт аҙна. Ҡулға ингән килемде тәләфләмәй тотонһағыҙ, ҙур әйбер алырһығыҙ йәки сәйәхәткә сығырһығыҙ.
Өмөтбикә.