Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күҙ етмәгән ергә һүҙ етер
Матбуғаттың эшмәкәрлегендә яҙмышын һүҙ менән бәйләгән кешеләргә тынып тороу, тирә-йүндәге хәл-ваҡиғаларға ғафил булып йәшәү форсаты теймәй. Әгәр гәзит редакцияһында эшләүселәрҙең хеҙмәтен игенселәрҙеке менән сағыштырыу урынлы тойолһа, журналист йылдың һәр миҙгелендә йә сәсеүҙә, йә иһә ураҡта булып сыға. Бураҙнаға төшкән орлоҡ шытып сыҡһын, буй тартһын, башаҡ ҡоҫоп, емгә тулышһын өсөн меңдәрсә кеше икмәккә хеҙмәт итә. Почта хеҙмәткәрҙәре көн һайын ҡалдырып киткән гәзит тә ҡәләм тирбәтеүсе, уларҙың ижад емешен йыйыусы, һәр биткә тәмләп урынлаштырыусы, типографияла баҫыусы һәм бүтән егәрле бихисап хеҙмәткәрҙәренең яуаплы ла, ауыр ҙа, кисектереүҙе белмәгән эше менән бар була. Гәзитте ҡулға алып, мәҡәләләрҙең күңелгә хуш килгәнен маҡтап, кәйефте ҡырғандарын тиргәп ултырыуы ғына еңел, иллә донъяға уның ниндәй мәшәҡәттәр менән килеүен яҡындан белгәндәр “Гәзит” тигән мөғжизә алдында баш эйер ине.
Башҡорт телендәге гәзит-журналдарҙың тиражы һуңғы йылдарҙа ни сәбәптәр арҡаһында аҙайыуын бөгөн төпсөрләп ултырыуҙан мәғәнә юҡ. Әммә юғалғанды кире ҡайтарыу, һайыға барған шишмәне тулыландырыу әмәлдәре бар. Дөрөҫөрәге, улар — үҙ ҡулыбыҙҙа. Башҡорт булып тыуған, әсә телендә һөйләшкән, йөрәгендә халҡының рухын йөрөткән һәр кемдең “Башҡортостан”һыҙ йәшәй алыуы сәйер күренеш кенә түгел, бәлки уларҙың башҡорт ҡәүеменә ҡарауын шик аҫтына ҡуя торған хәл. Федератив дәүләт эсендә халҡыбыҙҙың автономияға өлгәшеүе, милләт булараҡ өлгөрөүе, үҙ зыялыларын үҫтереүе, заманса фән, технологиялар, юғары зауыҡ мөхитенә килеп инеү “Башҡортостан” гәзите менән, уның әүҙем ҡатнашлығында һәм ярҙамында бойомға ашты. Ифрат ҙур физик һәм рухи көсөргәнеш сарыф итеп, аҙнаның биш көнөндә сыҡһа ла, гәзит тәбиғәте менән тылсым эйәһе түгел. Уның ниндәйҙер матди байлыҡ булдырыу ҡеүәһе юҡ. Гәзиттең ҡулы ла, теле лә, күҙе лә, зиһене лә — һүҙ. Хикмәтле ошо ҡорал ярҙамында “Башҡортостан” халҡыбыҙҙың тарихын да оноттормай, бөгөнгө ығы-зығылы тормошта ла аҙаштырмай, алдағы көндәрҙә ҡалҡынып йәшәй алыуыбыҙға ла өмөттө өҙҙөрмәй.
Гәзит редакцияһында эшләүсе журналистар, даими яҙышып тороусы авторҙар, мөхәрририәт һәм кәңәшселәр ҡоро ағзалары баҫманың һәр кемдең йөрәген ҡаға алырлыҡ итеп сығыуы өсөн хәленән килгәнсе тырышлыҡ һала. Беҙ күңелдән сыҡмаған һүҙҙең күңелгә кермәҫен яҡшы аңлайбыҙ. Бары ихлас һүҙебеҙҙең бөгөн ҡайһы бер ғаиләләргә барып етә алмауы ғына үкенесле, ул йырып сыҡҡыһыҙ объектив сәбәптәр менән аңлатыла ла алмай. Һыуҙы эскәндә шишмәһен онотма тигәндәй, халыҡ рухиәте тураһында уйланғанда, уға бер быуатҡа яҡын көс-ҡеүәт биреүсе “Башҡортостан” иң алда йөрөргә тейеш. Милләтем арҙаҡлы, телем ҡөҙрәтле, зиһенем уяу, тип ҡуҡырайып йөрөү генә ғәмәл түгел, ғорурлыҡты гәзиттең һәр башҡорттоң ғаиләһенә килеүен, телебеҙҙе аңлаған, рухи яҡынлығы булған һәммәбеҙ өсөн үҙ булыуын хәҙер, бөгөн үк, хәстәрләйек. Йә, милләттәштәр, ҡәрҙәштәр, бөйөк Аҡмулла теле менән һорау ҡуйғанда, “йән бармы ошо һүҙгә ҡолаҡ һалыр?”
Барҙыр, тип ышанайыҡ!

“Башҡортостан” гәзитенең кәңәшселәр ҡоро ағзалары:

Марат АҘНАБАЕВ,
медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы;
Ләлә БЕЙЕШЕВА,
“Аҡ тирмә”
милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе;
Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың
атҡаҙанған уҡытыусыһы;
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
публицист,
Рәсәй һәм Башҡортостандың
атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;
Хәсән НАЗАР,
шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты;
Фәнзил САНЪЯРОВ,
Башҡортостандың
атҡаҙанған уҡытыусыһы,
БДУ доценты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә