Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Берсә һайрай йөрәк, берсә һыҡрай
Берсә һайрай йөрәк, берсә һыҡрайИләҫ-миләҫ күңел менән йөрөгән, асманда йондоҙҙарҙың барлығын әле генә абайлаған кеше түгелмен. Ғүмер эңере ҡараңғыға күсергә торғанда, һәр таңдың атыуына ҡыуанып ҡына йәшәргә ине лә, сөнки һинең яныу-көйөүҙәрең генә өшәнес көндәрҙе йылыта, ҡара ниәттәрҙе ағарта алмаҫ. Әллә ниндәй, күңелгә һис тыныслыҡ бирмәҫ заман килде. Әлбиттә, илебеҙҙә байтаҡтан бирле халыҡтың күпселеге һыныҡ икмәккә тилмермәй. Ейер ризыҡ, яурынға һалыр кейем бар, ер яуын алып торған ҡиммәтле автомашиналар...

Алыҫта күкрәп, кемдеңдер йәнен ҡыйған йәшен беҙҙең күктә өнһөҙ ялағай ише ялт-йолт итә лә юғала. Яуын килтермәҫ һаҙағай-ялағайҙарҙың файҙаһы ла, зыяны ла булмай. Бары офоҡта балҡып һүнгән уттар, нимәнелер хәтерләткәндәй, йөрәккә шом һала. Олоғайғас, һиҙгер барометр бурысын үҙенә алған йөрәк күҙҙе лә йомдормай, выжданға ла серем итергә ирек бирмәй.
Мәскәүҙә йәшәгән олуғ ғалим, Социалистик Хеҙмәт Геройы Хәлил Рәхмәтуллиндың: “Америка менән Япония араһында сауҙа низағтары бара, ә мин шуның өсөн үртәләм”, — тип зарланыуын мәрәкәгә борорға була, әлбиттә. Уратыбыраҡ уйлап ҡараһаң, донъялағы һәр ғәмәлдең вайымһыҙ кешенең йөрәгенә ҡағылырға тейешлегенә лә ышанаһың. Бер-беребеҙҙең хәле тураһында уйлана алыу һәләтенән яҙмағанға, бәлки, ҡәүемдәр булып ойошоп, кеше рәүешендә йәшәү форсатын һаҡлап ҡала алғанбыҙҙыр.
Мостай ағайҙы әллә һағыныуҙан, әллә уның рухынан таяныс эҙләүҙән, күп мәртәбә уҡылған “Ғүмер миҙгелдәре”н йәнә үтә башланым. “Донъялар шундай болғансыҡ заманда үҙеңдең бәләкәс кенә яланғас йөрәгеңә, ҡараңғылы-яҡтылы аҡылыңа, аяҙлы-болотло өмөтөңә таянып, тормоштоң мәңгелек асылына нисек итеп тоғро ҡалырға инде? Ә ҡалырға кәрәк”. Эйе шул. Донъяның һыҙланыуҙарын бүтәндәргә еткереп ултырыуҙан ғына һәммәбеҙ бер юлы сәләмәтләнеп китмәҫбеҙ. Ошондай мәлдәрҙә тәндәрендәге көс ҡаужыһа ла, йәндәрендә мөс һаҡлаған ололарҙан, һуғыш утын кискән яугирҙәрҙән сабырлыҡ өлгөһө алырға кәрәктер.
Советтар Союзын тәшкил иткән республикалар мөстәҡил дәүләттәр булып киткәс, Урта Азия менән Кавказға ла, Украина менән Балтик диңгеҙе ярҙарына ла аяҡ ҡыҫҡарҙы. Уның ҡарауы, океан аръяғына, Европа илдәренә йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә сыға ла китәбеҙ. Бер ишекте япҡан ел икенсеһен аса икән. Ғаиләм менән мин дә яҡын йылдарҙа ситкә йыш сәфәр ҡылыр булып киттек. Тик шуныһы: тамаша ҡылған урындарҙа Рәсәйҙән килгән мосафирҙарҙың күпселеге — йәштәр, бала-саға. Ололар инглизсә, французса, алманса, японса һөйләшеп йөрөй. Бының сәбәбен тәрәндән эҙләйһе лә түгел: беренсенән, хаҡлы ял тип аталған хаҡһыҙ тормошҡа күсеү мәленә ватандаштарыбыҙ арманһыҙ, сәләмәтлеген юғалтҡан, дәртен һүндергән була. Икенсенән, түрәләр, депутаттар һәм чиновниктар тарафынан бүтәндәргә тәғәйенләнгән пенсия, сит илгә сығып йөрөү йә шифаханаға барып дауаланыу түгел, йән аҫрар тәғәмгә лә етмәй. Хәйер, һикһәнде уҙып, туҡһанға етеп барған яугирҙәргә, бәлки, бер ҡабым тәғәм дә мөһим түгелдер. Дәүләт яғынан, йәмәғәтселектән аҙ ғына диҡҡәт осмото һиҙелһә лә, ҡарттар әллә кем булып китә. Апрель аҙаҡтарында “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында, Мәскәүҙән килеп, данлыҡлы А.В. Александров исемендәге Рәсәй армияһының йыр һәм бейеү ансамбле концерт ҡуйғайны. Беҙҙән алда ғына ултырған дүрт ветеран пенсияларына Еңеү байрамы айҡанлы берәр мең һум өҫтәп биреүҙәренә ҡыуанып бөтә алмай. Әлеге һүҙҙе ишетеп ултырған миңә ҡарттарҙың ҡыуанысы көйөнөс кенә килтерҙе. Ғалибанә булып йөрөргә тейешле ошо ағайҙар дәүләт саҙаҡаһына ла ихтирам тип ҡарарға өйрәнеп киткән. Был — аяныслы. Беҙҙең ауылдарҙа сит дәүләттәрҙе, Мәскәү йә Санкт-Петербургты түгел, ҡартайғансы Өфө юлын белмәгән кешеләр бар. Йәмғиәттә, кеше ҡәҙере менән бергә, дәүләт эшмәкәрҙәренең һүҙе лә осһоҙланды. Яңыраҡ Думаға икенсе мәртәбәгә һайланған бер депутат ханым: “XXI быуатта газ үткәрелмәгән йортта йәшәгән, ташып һыу эскән ветеран булырға тейеш түгел”, — тип хәбәр һалғайны. Әгәр халыҡ тормошо тураһында хәбәрҙар булмаһаҡ, беҙ ҙә быны дәүләт сәйәсәте, ололар хаҡында ысынлап хәстәрлек күреү тип ҡабул итер инек. Әммә Рәсәйҙә һүҙ ғәмәлдән алда йөрөй һәм елгә оса тора.
Ер йөҙөндә, һәр заманда һәм бер генә ҡәүемдең тарихында ла идеаль йәмғиәттә һәм абсолют бәхеттә йәшәгән осор булмаған. Кемдер ҡаныҡҡан, икенселәр һаҡланған, берәүҙәр талаған, бүтәндәр алданған. Ҡайһы бер кешеләрҙең аңын хакимлыҡ, байлыҡ, һис ни менән сикләнмәгән хөрлөк биләгән саҡта залимлыҡ һәм ҡомһоҙлоҡ юғалмаҫ. Әммә ваҡыт үтә килә уҫаллыҡ менән хаслыҡ рәүештәре үҙгәрә. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң күп тә тормай “һалҡын һуғыш” өйөрмәһенә тартып индерелгән халҡыбыҙ Көнбайыштан килгән вәғәҙәләрҙе лә, “дуҫлыҡ”ҡа анттарҙы ла баһалай алды.
“Һалҡын һуғыш”тың тыны тәндәребеҙҙе тиҫтәләрсә йыл буйы ҡороштора килһә лә, ул, шөкөр, ялҡынға күсеп китмәне. Америка Ҡушма Штаттарын, Германияны алда мотлаҡ буласаҡ бәрелеш объекты итеп һынландырыу ике лагерҙың ҡапма-ҡаршы тороу идеологияһын аҡлаусы алым булғандыр. Шул уҡ ваҡытта идеология көрәше, тормош асылын төрлөсә аңлау ҡапма-ҡаршы тороуҙы тыныс шарттарҙа үткәрергә мөмкинлек бирҙе. Һәр хәлдә ХХ быуаттың икенсе яртыһын һәм XXI быуаттың башын дипломатик көрәш осоро тип баһаларға мөмкиндер. Беҙ, ифрат ауырлыҡ менән булһа ла, Көнбайыш сәйәсмәндәренең ихласлығына ышана барабыҙ. Бер-беребеҙ менән ғүмер баҡый ҡырталашыуҙың сәбәбе булып, ахыры, ышаныу тойғоһоноң етмәүе яталыр.
Фронт хәлдәренә арналған әҙәби әҫәрҙәрҙә, бер снарядтан ҡалған соҡорға икенсе снаряд төшмәй, тигән метафизик ҡанун йөрөй. Тыныс тормошта бер йылғаға ике мәртәбә инмәйҙәр тип тә ебәрәләр. Һәр ҡанун һәм күҙәтеүҙең логик нигеҙләүе була. Әммә Рәсәй дәүләте етәкселәренең патриотлығының асыҡтан-асыҡ милитаризмға күсеп барыуын аңлауы ғына ауыр. Ҡораллы көстәргә 2020 йылға ҡәҙәр 20 триллион һум аҡса бүленә. Егерме триллион! Ауыл хужалығына быйылға 135 миллиард һум ҡаралған. Телевидение каналдары хәрби техника, күнекмәләрҙе көн аша тиерлек күрһәтә. 9 Май көнөндә Ҡыҙыл майҙан аша 14 мең хәрби хеҙмәткәр, йөҙҙән күберәк берәмек техника үтте. Ҡеүәтлебеҙ, йәнәһе. Әммә ул ҡеүәт хәлһеҙ ҡарттарға — дарман, илгә битараф йәштәргә ғорурлыҡ бирерме икән?
“Нисек йәшәргә?” тигән ғазаплы оран әле лә ҡолағымда яңғырап тора. Йылдар уҙған һайын һорауҙар ишәйә, яуаптар кәмей бара. Бер саҡ килеп бөтөнләй яуапһыҙ тороп ҡалмаһаҡ ярай ҙа. Яуап табырға бөтөнләй өмөттө өҙмәһәк ярай ҙа...” Был да Мостай ағайҙың “Ғүмер миҙгелдәре”нән һибелеп ҡалған фекер.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә